Шоңҡар
+19 °С
Ясно
Иҡтисад
19 Сентября , 15:56

Өфөлә Риф Тойғоновтоң хәтер кисәһе үтте

Сара видеояҙманан - Риф Тойғон үҙе уҡыған «Биш хәрефле һүҙ» шиғырынан башланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә Риф Тойғоновтоң хәтер кисәһе үттеӨфөлә Риф Тойғоновтоң хәтер кисәһе үтте
Өфөлә Риф Тойғоновтоң хәтер кисәһе үтте

Бөгөн Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында билдәле шағир, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарев, Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Риф Ғәлим улы Тойғоновтоң тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан үткәрелгән Хәтер кисәһе уҙҙы.

Сара видеояҙманан - Риф Тойғон үҙе уҡыған «Биш хәрефле һүҙ» шиғырынан башланды. Артабан һүҙ уның менән бергә эшләгән, ижад иткән Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ҡәҙим Аралбайға һәм шағирә, тәржемәсе, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаға бирелде.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов «Һағыныр кешеләрем» шиғырын һөйләгәндән һуң Риф Тойғондоң тормош иптәше Рәйсә Тойғоноваға Рәми Ғарипов исемендәге миҙалды тапшырҙы.

Сарала шулай уҡ Йәштәр советы ағзалары - Таңсулпан Рәсүл, Айбулат Сәсәнбаев, Заһиҙә Мусина, Кристина Андрианова, Ильмир Ҡотлогилдин, сценарий авторы - Гөлнур Ҡыуатова, шағирҙың ҡыҙы Айгөл, туғандары Азалина Сәйфуллина, Гөлемеш Тойғонова-Ғәббәсова ҡатнашты. Хәтер кисәһе Риф Тойғондоң яҡташы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, йырсы Артур Туҡтағолов башҡарыуындағы йыр менән тамамланды.

Ҡәҙерле тамашасыларға, шағир рухын ҙурлап килгән ҡунаҡтарға ҙур рәхмәт! Бөгөнгө кисә Риф Тойғондоң ижады, әҙәби мираҫы өсөн беҙҙән рәхмәт һүҙҙәре булып яңғыраһын да, яҡты рухын шатландырһын!

Автор:
Читайте нас