

Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Дауыт ауылынан яугир Риф Шәрәфетдинов ғаиләһе менән район хакимиәтендә булды. Яугирҙең ғаиләһе менән аралашып, уларҙың көнитмеше менән танышҡандан һуң, район башлығы Айрат Әминев Риф Рәүеф улын «Әбйәлилдең яугир геройы» билдәһе менән бүләкләне. Ҡатыны Гөлйемеш Шәрәфетдиноваға «Әбйәлилдең яугир геройы ҡатыны» кулонын тапшырҙы. Әйткәндәй, Шәрәфетдиновтар ғаиләһендә
Тамерлан,Тамъян исемле улдар,Эмилина исемле ҡыҙсыҡ үҫә.
"Намыҫлы хеҙмәтең өсөн рәхмәт һиңә, яугир!
Еңеү менән ҡайтыуыңды көтәбеҙ! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!" - тип яҙған Айрат Зиннәт улы үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге битләүендә.
"Осҡон" гәзитенән