

РЕСПУБЛИКАБЫҘ КӨНӨ МЕНӘН, ВАТАНДАШТАР!
Был көн минең өсөн айырата иҫтәлекле. Хәҙер генә ул барыһы ла шыма барған кеүек тойола. Ә ул саҡта...
Республиканың яңы статусы өсөн иң ныҡ ҡаршы торғаны белореттар булғандыр. Һәм улар араһынан иң ҡаты сығыштар яһағаны - Юғары Совет депутаты Григорий Корольков. Мин дә депутат.
Мин ул саҡта "Урал" гәзитенең баш мөхәррире инем. Беҙҙең гәзит тик ыңғай мәҡәләләр сығарһа, ҡаланыҡы - тик тиҫкәре.
Тап ошо 11 октябрь көнө икебеҙ "ҡылысҡа ҡылыс" килештек тә инде. Ултырыш башланып, көн тәртибе иғлан ителгәс, дебаттар башланды. Байтаҡ ҡына сығыштарҙан һуң, Корольков килеп сыҡты. Белореттар ҡаршы тип ярһып сығыш яһағас, республикаға үҙаллылыҡ бирелгән осраҡта күрше өлкәгә китәбеҙ, тип янап тамамлап ҡуйҙы.
Әлбиттә, артынса мин сығыш яһаным, уның һүҙҙәрен кире ҡаҡтым.
Был хаҡта минең ентекле яҙғаным бар. Урындарыбыҙ бер рәттә, йәнәш тиерлек. Мине өҙгөләп ташларҙай булып ҡарағандарын күреп ултырам.
Тәнәфескә сығыу менән тышта бер автобус булып килгән райондаштарым янына сығам. Һүҙҙәремде раҫлап телеграммалар ебәреүҙәрен һорайым.
Тәнәфестән ингәс, төрлө яҡтарҙан килгән телеграммаларҙы уҡый башланылар. Райондаштарымдан да килеп өлгөргәйне.
Декларация ҡабул ителеп, урамға сыҡҡас та журналистар уратып алды. Дөрөҫөн әйткәндә, ул мәлдә мин тантана түгел, ә иңемә ауыр йөк һалынғандай тойҙом. Иғлан итеүен иттек тә, ә бит уны аҡларға ла кәрәк!
Ҡайтыуыма ҡала гәзитендә мине пыр туҙҙырып әрләгән мәҡәлә сыҡҡайны. Оппонентым да әллә ниҙәр ҡыланып маташты.
Бына шулай, туғандар.
Еңел генә бирелмәне ул был тарихи документ! Уның донъя күреүендә минең дә бәләкәй генә өлөшөм бар.
Республикабыҙ йәшәһен, уның ҙур матур тарихы бар, алдағыһы ла данлы булһын.
Гүзәл СИТДИҠОВА, Башҡортостандың халыҡ шағиры.