Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
15 Август 2018, 16:43

«Йәшәргә ҡамасаулайһың!»

Йәйҙең эҫе көнөндә төшкө ашҡа ашығып ҡайтып барам. Ярты юлды үткәс, вокзал яғынан таныш апай килеп сыҡты - уның бер ҡыҙы күрше ятаҡта йәшәй.


Йәйҙең эҫе көнөндә төшкө ашҡа ашығып ҡайтып барам. Ярты юлды үткәс, вокзал яғынан таныш апай килеп сыҡты - уның бер ҡыҙы күрше ятаҡта йәшәй.

- Үткән аҙнала ҡайтмағас, бына, йөкмәнеп килеп ултырам, - тип көлдө ул. - Йә ашарына аҙығы юҡтыр, йә ҡайтырға аҡсаһы етмәгәндер...

- Апай, ҡыҙығыҙ ҙур бит инде, үҙ йүнен үҙе күрерҙәй, ул ҡәҙәре ауыр сумкаларҙы һөйрәтеп йөрөмәһәгеҙ ҙә була, - нисек оло кешегә ярҙам итешмәйһең - бер муҡсаһын үҙ ҡулыма алдым.

- И-и... Үҙеңдең балаларың үҫһен әле, бер ҙә йыраҡ ара, ауыр йөк тип тормаҫһын - хәлдәрен белешер өсөн әллә ҡайҙарға барып етерһең, - апай тирләгән битен ҡулъяулығы менән һөрттө. - Үткәндә гәзиттә уҡығайным, бер бандит ир пенсия аҡсаһын таптырып, ҡарт ҡына әсәһенең ике ҡулын балта менән сабып өҙгән. Шул бисара ҡатын, улын төрмәгә япҡастары, ғәрип ҡул ҡалдыҡтары менән балаһына аҙыҡ тейәп алып барған. Бөтә төрмә һаҡсылары «аһ» иткән. Бала - бауыр ите, ата-әсә өсөн ғүмерлек бурыс...

Урамда кешеләр ҙә, машиналар ҙа юҡ тиерлек. Ҡояш ҡыҙҙыра, тынсыу. Һүҙгә әүрәп килә инек, бер ваҡыт ҡайҙалыр бала «сырр» итеп ҡалды. Аптырап бер-беребеҙгә ҡараштыҡ та, юлыбыҙҙы дауам иттек. Шул саҡ ике йорт араһындағы тыҡрыҡтан метеорит кеүек атылып һары сәсле ҡатын килеп сыҡты. Өс-дүрт йәштәр самаһындағы ҡыҙҙы етәкләп алған. Ярһыған йәш ҡатын шундай тиҙ атлай, ҡыҙының аяҡҡынаһы, хатта ергә теймәй! Күҙ йәштәренә батҡан балаҡай һулҡылдауын баҫырға тырышып:

- Әсәй, әсәкәйем, мин башҡа иламайым! Әсәй, ҡулым ауырта, ебәр! Ебәр, әсәй! - тип өлкән кешенең аҙымына яраҡлашырға тырышып йүгергән була. Тағы ла ниҙер әйтергә теләгәйне, әсәһе кинәт уның ҡулынан тартты:

- Яп ауыҙыңды, бисура! Хәҙер шыммаһаң, ирендәреңде йырта һуғам! - ҡыҙының усын тағы ла нығыраҡ ҡыҫты, күрәһең, бала тағы ла үкһеп илап ебәрҙе. Ҡатын туҡтаны ла уның битенә шапылдатып уңлы-һуллы һуҡты:

- Шым! Шым тием һиңә! - бының менән генә сикләнмәне (әҙ тойолдолор!) ҡыҙын ныҡ итеп түшенә төрттө. Бәләкәскә күп кәрәкме, арты менән асфальтҡа осоп барып ултырҙы. Ауыртыныуҙан йөҙө ағарҙы. Үкереп илап ебәрмәҫ өсөн иренен тешләне лә, мөлдөрәмә йәш тулы күҙҙәрен әсәһенә төбәне.

- Ниңә күлдәгеңде бысратаһың, тор! Уф-ф! - яһил уны тартып торғоҙған ыңғайы осаһына бер-икене тағы елгәрҙе. - Һин миңә һәр саҡ ҡамасаулайһың! Һин миңә йәшәргә ҡамасаулайһың! Нимә сыға - һинең арҡала сыға! Шәберәк атлай алмайһың икән, ҡал ошонда!

Ҡатын балаһын урам уртаһында ҡалдырҙы ла китә башланы. Ҡыҙыҡай һөрлөгә-һөрлөгә уның артынан йүгерҙе:

- Әсәй! Әсәй!

Әсәһе ишетмәмеш булып һаман атлай бирҙе. Бала асырғаланып ҡысҡырғас, ҡапыл әйләнде:

- Шым тим һиңә! Ауыҙыңды яп!

Үҙенең нимә өсөн ғәйепле икәнен аңламаған сабый йүгереп барып әсәһенең аяғын ҡосаҡланы:

- Мин һине тыңлайым, әсәй! Иламайым, әсәкәйем!

Магазин ҡаршыһында тәмәке тартҡан ҡолға кеүек оҙон буйлы егет:

- Мамаша, - тип ҡатынға өндәште, - нимә баланы мыҫҡыл итәһегеҙ? Был бит экзекуция тип атала!

- Шайтанға кит! Өләсәйеңә өйрәт! Миңә ҡыҫылма! Үҙ юлыңда бул! - йәш кенә булһа ла ҡатындың теле шартлап тора, әйтерһең дә, автоматтан ата. - Көйәнтә! Фонарь бағанаһы!

Бындай ҡыҙыу һөжүмде көтмәгән егет, ҡыҙарынып, асыуынан бер килке тотлоғоп торҙо:

- Һин, һин... Һантый! Була бит шундай алйоттар, - ул, иҫәр менән иҫәр булғансы, тигәндәй, ҡулын һелтәне лә, төкөрөп китеп барҙы.

- Бахыр егет, нимә ҡыҫылып бара инде, - тине янымда барған апай. - Ҡасан ирҙәр һүҙ көрәштереп, бисәләрҙе еңгәне бар?

Ул минең кеүек тартынып, әҙәп һаҡлап торманы. Хас та ауылда йөрөгәндәй, әллә ҡайҙан уҡ урам тултырып теге ҡатынға ҡысҡырҙы:

- Әй һин, нимә баланы зарлатаһың?! - тауышы көр булғас, тирә-яҡ яңғырап китте. - Хәҙер үк туҡтат был баш-баштаҡлыҡты!

Шәп атлап, ен бисәне ҡыуып еттек һәм, икебеҙ ике яҡтан тороп, юлын ҡыйҙыҡ. Апай ҡыҙыҡайҙың икенсе ҡулынан эләктереп алды:

- Ебәр баланы!

- Ни эшләп мин үҙ баламды ебәрәйем?! - асыуына саҡ сәсәмәне йәш әсә. - Үҙең ебәр, юғиһә, тағы ла насарыраҡ буласаҡ!

- Күрәләтә тороп урамда баланы туҡматырҙар, тип уйлайһыңмы әллә? Тейеп кенә ҡара бәләкәскә, хәҙер үк кәрәкле ергә шылтырам! - ғүмер буйы колхозда һыйыр һауған кеше йоҙроҡ янаны. - Унда һине тиҙ генә аҡылға

ултыртырҙар.

Алама ҡатын да бер ҙә бирешерлек түгел - өс ҡатлы итеп һүгенә башламаһынмы?! Ирешеп өҫкә менеп килә! Насар ҡатындан ен-пәрей сығып ҡасҡан, тип юҡҡа әйтмәйҙәр икән, өҫтөбөҙгә биҙрәләп бысраҡ өйгән был әҙәмдән алыҫыраҡ ҡасҡы килде, әммә әлеге лә баяғы һулҡылдап күҙ йәштәрен йотҡан ҡыҙыҡай йәл...

- Үҙегеҙ бала табығыҙ ҙа уны тәрбиәләгеҙ, ә минекенә ҡыҫылмағыҙ, эшегеҙ булмаһын, - тип яһилланды йәш әсә.

- Аллаға шөкөр, берҙе түгел, биште тапҡанбыҙ, тапҡанбыҙ ҙа матур итеп тәрбиәләгәнбеҙ ҙә, һинең һымаҡ урамда бала жарып йөрөмәгәнбеҙ, - ошоғаса гел көлөп-йылмайып ҡына һөйләшкән танышыма һоҡланып та, ғәжәпләнеп тә ҡараным - үҙе лә уҫал ғына икән.

- Аждаһа, ҡара балаңа, үҙеңдән нисек ҡурҡып ҡалтырап тора! Нервыһын ҡалай бөтөргәнһең! Ул һиңә нимә, ҡурсаҡмы әллә? Тере кеше бит ул! Бөгөн уйнаның да иртәгә, кәрәге бөткәс, сығарып бәрҙеңме?

- Хәйерсе, хәҙер һин мине өйрәт нисек йәшәргә, нисек бала ҡарарға! - бисәкәй танышымды, баяғы ҡыҙын төрткән кеүек, этеп ебәрер киткәйне лә, әммә ауыр крәҫтиән эшендә сыныҡҡан көслө ҡулдар беләгенән тотоп өлгөрҙө.

- Үҙеңде ярырға, елтерәтергә кәрәк ине, тик ҡыҙың бар шул бында, - тине апай йән асыуы менән.

- Аһ, ебәр ҡулымды, һындыраһың! - тип сыйылданы сибәркәй.

- Ебәрәм, әммә тағы ла бер тапҡыр ҡыҙыңды әрләгәнеңде, ирешкәнеңде - ишетәһеңме, туҡмау тураһында әйтеп тә тормайым, - күрәйем-ишетәйем, бармаҡтарыңды ергә һалып тапайым.

- Нахалка! - ҡатынҡай бармаҡтарына өрҙө. - Үҙегеҙҙе психушкаға тапшырыр кәрәк.

Танышымдың күтәрелә башлаған ҡулынан тертләп, ҡыҙын етәкләй һалды:

- Һеҙҙең урынығыҙ төрмәлә... деревенщина...

Ул артына ҡарай-ҡарай икенсе урамға боролоп китеп барҙы. Шулай ҙа аҙымдарын яйлатҡайны.

- Балаҡай... - апайҙың тауышы дерелдәгәнгә йөҙөнә күҙ һалып ебәрһәм, бите буйлап күҙ йәштәре аға.

- Минең өлкән киленем дә шундай уҡ яһил холоҡло, - тине ул, ауыр уфтанып. - Улыма асыуланһа ла, миңә үсекһә лә бөтә үсен балаға төшөрә... Тәүҙә ҡыҫыла инем, хәҙер улым тыя, аҙаҡ ейәнсәреңә нығыраҡ эләгә, ти. Тәү күреүҙән үк оҡшатмағайным киленде: үҙ һүҙле, ҡырын, аҫтыртын икәнлеге йөҙөнә сыҡҡайны. Улым өҙмәне лә ҡуйманы бит, алһам уны ғына алам, йәки башҡаса ғүмерҙә лә өйләнмәйем, тине. Йәштәр ололарҙың һүҙенә ҡолаҡ һаламы?! Бабай менән уйлаштыҡ-уйлаштыҡ та, фатихабыҙҙы бирҙек, ҡайҙа барайыҡ... Ни булһа ла үҙе ғәйепле, тигән булдыҡ. Ләкин кәләш алып, өйҙән сығып китһә лә, баланы йөрәктән өҙөп ырғытып булмай. Ул бәхетһеҙ булғас, беҙгә лә ҡыйын. Ирҙең бәхете ҡатын-ҡыҙҙан. Ирҙе ир иткән дә, ирҙе хур иткән дә ҡатын. Ярай, улыбыҙ - өлкән кеше, үҙен-үҙе яҡларлыҡ хәлдә, ейәнсәребеҙ йәл. Киленебеҙҙең иренә теше үтмәй башлаһа, тота ла ҡыҙҙы ҡыйырһыта. Йә әйт инде, шул да булдымы ғәҙәт?! Аңламаҫһың хәҙерге йәштәрҙе, ҡарағылары килмәгәс, нимә өсөн бала табаларҙыр. Бер баланы ла артыҡ күрәләр, аллаҡайым...

Шул арала апай ҡартайҙы ла ҡуйҙы: битен тәрән йыйырсыҡтар баҫты, күҙҙәре төпкә батты, аҙымдары ауырайҙы. Буйға ла бәләкәсәйгәндәй тойолдо. Уфтана-уфтана барып етте ятаҡҡа. Әммә хушлашҡанда миңә ҡарап күңелһеҙ генә йылмайырға үҙендә көс тапты: «Бына бит хәтер тигәнең, теге ҡатындың йөҙө иҫтән сыҡты ла ҡуйҙысы. Хәҙер күрһәм дә танымаҫмын инде. Ә ҡыҙының илауын онота алмам, ҡолаҡ төбөндә сыңлап тик торор. Минең дә ейәнсәрем, бәпәйем, әсәйе юҡҡа ғына рәнйеткәндә, шулай илайҙыр инде...»

... Эштән ҡайтып барғанда күк йөҙө күҙ асып йомған арала ҡараңғыланды, көтмәгәндә йәшенле ямғыр башланды. Көн һыуытты. Еңелсә кейенгән кешеләр баш осона сумкаларын, пакеттарын ҡуйып, тиҙерәк өйҙәренә ҡайтырға ашығып йүгереште. Мин дә юл буйында үҫкән ағастарҙың ҡуйы сатыры аҫтына йәшеренеберәк аҙымдарымды ҡыҙыулаттым.

Алдымда йәш кенә әсә балалар коляскаһын этеп бара ине. Ул ямғыр башланыу менән өҫтөндәге ҡыҫҡа еңле кофтаһын систе лә коляскаһы өҫтөнә ҡапланы. Йоҡа ғына күлдәге шунда уҡ һыуланды, әммә әсә быға иғтибар итмәне - мыжый башлаған ғәзиз бәпесен тыныс тауышы менән әүрәтә-әүрәтә алға атлауын белде. Ошо мәлдә теге апайҙың янымда булмауына ысын күңелдән үкендем,. Ҡыуаныр ине, моғайын...