Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
17 Август 2018, 10:39

Мөхәббәт һәм алтын урталыҡ

Көндөҙ телефон шылтыраны. Инде күп йылдар буйы аралашҡан уҡытыусы Нина Александровна икән...


Көндөҙ телефон шылтыраны. Инде күп йылдар буйы аралашҡан уҡытыусы Нина Александровна икән.

- Миңә килеп сығырға ваҡытың бармы? Бәлки, бөгөн үк инерһең? - тауышы күңелһеҙ генә яңғырағас, өлкән кешенең һүҙен йыҡманым, мотлаҡ киләм, тип ышандырҙым. Киске алтыла беҙ уның аш бүлмәһендә тәмләп сәй эсеп ултыра инек инде...

Бер кем дә был төҙ һынлы ҡатынға ҡарап, алтмыш алты йәште бирмәҫ. Педагог һаман да үҙенең тышҡы ҡиәфәтенә ҙур иғтибар бүлә һәм һомғоллоғон ташламай. «Минән Хоҙай матурлыҡты йәлләһә лә, уның урынына тейешенсә аҡыл һәм холоҡ биргән», - ти ул һәм көн дә иртән гимнастика яһай, һалҡын һыу менән ҡойона, яратҡан эшенә үҙен тулыһынса бағышлай - балаларға белем биреүен дауам итә. Әйткәндәй, һүҙҙәрендә бер грамм ҡыланыу юҡ. Уны, ысынлап та, бер нисек тә һылыуҙар рәтенә тартып-һуҙып булһа ла индерерлек түгел. Йәйенке ҙур бит, өлкән ирендәр, бәрәңге танау... Ә тормош юлдашы Владимир Юрьевичты тәү тапҡыр күргәс, мин, хатта юғалып ҡалдым, үҙем дә һиҙмәҫтән тиҙ генә ҡыҫҡа сәсемде рәтләнем. Мөһабәт кәүҙәле ағай миллион совет ҡатын-ҡыҙҙарының кумиры Вячеслав Тихоновҡа ныҡ оҡшағайны. Ғәжәп, нисек был сибәр егетте үҙенә ҡаратты икән, тип оҙаҡ ҡына баш та ватҡайным, шикелле... Яҡындан аралаша башлағас, апай был йомаҡты үҙе систе. Баҡтиһәң, улар ауылдаштар, беренсе синыфтан алып бергә уҡығандар. Танышыуҙары ирмәк килеп сыҡҡан. Уҫал ата ҡаҙ яңғыҙы ғына мәктәпкә китеп барған ябыҡ малайға һөжүм иткән мәлдә, ҡалын быялалы күҙлек кейгән батыр ҡыҙ сыбыҡ менән ҡысҡырып һелтәнеп, ҡошто ҡыуып ебәргән.

- Ҡулы ҡалтыраған малайҙы етәкләп алдым да, минең менән бер нәмәнән дә ҡурҡма, тинем, - бала сағын иҫкә төшөргәс, апай һыны ҡатып көлгәйне. - Үҙем менән бер парта артына алып барып ултырттым һәм шунан бирле айырылышҡаныбыҙ ҙа юҡ, тиерлек: өйгә эште лә гел бергә эшләнек, тимур командаһына, үҙешмәкәр театр студияһына, экскурсия-походтарға йөрөү хаҡында әйтеп тә тормайым инде...

Айырылышыуҙар була, шулай ҙа. Мәктәптән һуң тәүҙә икеһе ике ҡалаға төрлө уҡыу йортона уҡырға инә, аҙаҡ егет армияға китә... Бер-береһен байтаҡ күрмәй торһалар ҙа, егет башҡа ҡыҙҙар менән, ҡыҙ икенсе егеттәр менән йөрөмәй. Дуҫтарса хат алышалар. Һөйөү, мөхәббәт тураһында ләм-мим һүҙ булмай - бер-береһен яратыуҙарын үҙҙәренән дә йәшерәләр.

- Армиянан ҡайтыуы тураһында әсәйемдән ишеткәс, өйҙәренә йүгереп барып индем, уны ҡосаҡлап алдым, ә ул тотто ла иренемдән үпте, - тип һүҙен дауам иткәйне апай. – Юғалып, ҡосағынан шыуып төштөм дә ҡуйҙым... Саҡ тотоп ҡалды. Бер айҙан туй үткәрҙек. Ярты йыл самаһындай йәшәгәнбеҙҙер, һигеҙенсе март байрамында, кейәүгә сыҡмаған әхирәтем, һөйөклөмә ҡараны ла, ирең бигерәк сибәр, алып китерҙәр әле үҙеңдән, тип хихылданы. Йөрәгем һыҙлап китте уның был һүҙҙәренән. Иғтибар менән Володяға ҡараным, уның, ысынлап та, бик ныҡ матур икәнен шунда ғына күрҙем. Алып китһәләр ни, икенсеһен табырбыҙ, тигән булдым. Кешенең хаслығын әйт әле, өҙмәй ҙә ҡуймай, нимә һиндә тапты икән, тип һаман йөрәгемә ут өҫтәне. Йәнем көйөп, һиндә булмаған нәмәне тапҡандыр, тинем.

Мин һәр саҡ «Матур булып тыума, бәхетле булып тыу» тигән әйтемгә таянып йәшәнем. Ләкин әхирәтемдең һүҙҙәренән һуң үҙ-үҙемә ышанысым кәмегәндәй тойолдо. Күп уйландым, ахырҙа көнсөл әхирәтем менән араларҙы өҙҙөм, иртәге көн менән йәшәгәнсе, бөгөн бәхетле буласаҡмын, тигән ныҡлы ҡарарға килдем. Уҡыуҙы алдан тамамланым һәм ирем уҡыған ҡалаға күсеп барҙым, эшкә индем. Ауырға ҡалғас, башкөлләй белем донъяһына сумған Володя мине күтәреп кенә йөрөттө, үҙенең мөхәббәте, иғтибары менән солғап алды. Ә ҡыҙҙарыбыҙ тыуғанда нисек ҡыуанғанын белһәң!

Уларҙың, әйткәндәй, төҫкә әсәйҙәренә оҡшаған ике ҡыҙы бар. Аринаһы минән ун бер йәшкә өлкән. Шундай ҙур йәш айырмаһына ҡарамаҫтан, беҙ уның менән тиҙ уртаҡ тел таптыҡ. Йәл, ата-әсәләренә һирәк ҡайта, эше күп булыуға һылтана. Ә бына уның һеңлеһе, минең йылғы Женя менән аралашыуыбыҙ «һаумы», «һау бул»дан ары китмәне. Кейәүгә сыҡмаған Арина ике юғары уҡыу йортон тамамлап, ҙур ҡалалағы предприятиела яуаплы вазифа биләй. Аҡсалы урында эшләгән Женя биш-алты йыл элек икенсе милләт егете менән танышып, шуға кейәүгә сыҡҡайны, әммә Нина

Александровна тәү күреүҙән үк кейәүен үҙһенмәне һәм йәш ғаиләне тарҡатыуға үҙенең тос өлөшөн индерҙе. Юҡ, милләт айырғандан түгел, ҡыҙының ябай шоферға тормошҡа сығыуын яратманы:

- Минең Женям бик аҡыллы, юғары белемле, ә был - ябай водитель. Уларҙың нимәһе уртаҡ булһын? Донъя көтөр өсөн аҡыл, белем кимәле, социаль хәл бер тигеҙ булырға тейеш.

«Барыбер йәшәй алмаясаҡһығыҙ», - тип ҡыҙына көн дә тыҡып, кейәүен һауалы рәүештә “нисек йәшәргә” өйрәтә торғас, былай йәшәүе мөмкин түгел, тигән йәш ир бер көндө өйҙән сығып китә.

- Әйттем бит, йәшәй алмаясаҡһығыҙ, тип, ә һин ышанмай инең, - тип йыуатты ханым кесе ҡыҙын. - Һис тә бошонма, үҙеңә бынамын тигән пар табырһың. Ә бала һиңә әлегә кәрәкмәй, аҙаҡ та өлгөрөрһөң. Срогың бәләкәй, абортҡа бар.

Кәләшенең баланы алдыртҡанын белгәс, водитель үҙе айырылышыуға ғариза биреп, бер аҙҙан бөтөнләй ҡаланан күсә. Ваҡыт үтә тора, ә Женя үҙенә “тейешле” пар тапмай...

- Арҡаңды төҙ тот, көмөрәймә, юғиһә икенсе эйәк барлыҡҡа килер, битең ваҡытынан алда һәлберәп төшөр, - Нина Александровна сынаяғыма тағы тултырып сәй яһаны. - Женя минең менән инде бер аҙна һөйләшмәй.

- Һәләк татыу ғына йәшәп ята инегеҙ ҙә һуң, нимә булып китте?

- Үҙенән ун өс йәшкә оло бер абышҡаға кейәүгә сығам, тип тартҡылаша. Уныһының, етмәһә, ике балаһы бар, үҙе бәләкәй, ҡотһоҙ ғына. Мин, әлбиттә, шунда уҡ ҡаршы сыҡтым. Аллаҡайым, белһәң ине, Женя миңә шундай ғауға күтәрҙе! Ғүмерҙә лә уның шулай сығырынан сыҡҡанын күргәнем булманы. Тилереп, бөтә нәмәлә мине ғәйепләне. Йәнәһе лә, уның бәхетһеҙ, яңғыҙ, балаһыҙ булыуында мин ғәйепле... Ҡот осҡос инде, ҡот осҡос...

Женяның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар бит, тип уйлап, шым ғына сәй һемереүемде дауам итәм. Нина Александровна иһә бер аҙ тын ултырҙы ла, күҙлеген сисеп, етен майлыҡты күҙҙәренә тейгеҙҙе:

- Үткәндә Володям менән иҫкәртеүһеҙ Аринаға барып төштөк. Ҡыҙым фатирында яңғыҙ түгел ине. Олпат ирҙе күреп, тәүҙә ҡыуандым, аҙаҡ, ҡыҙым менән аңлаша башлағас, мине аяҙ көндө йәшен һуҡты, сөнки баламдың начальнигына һөйәркә булып йәшәгәнен белдем. Һуҡыр булғанмын... Беләһеңме, Арина нимә тине? Әсәй, мин үҙ яҙмышыма күнгәнмен, башҡаһы кәрәкмәй, ти. Ҡыу сәскә кеүек кипкән балама асыуланып ҡайтып киттем. Юл буйына Володяның ҡолаҡ итен ашаным, йәнәһе лә, һин ҡыҙҙарға тейешенсә һөйөү бүлмәгәнһең, шуға ла улар үҙ ҡәҙерен үҙҙәре белмәй...

Ҡайтыуыбыҙға, абышҡаға кейәүгә сығам тип, Женя “сюрприз” эшләп тора. Аҙаҡ тотондо иларға: һинең арҡала мин шундай йәмһеҙ, бер лайыҡлы ир-егет миңә ҡарамай.... Атайың миңә ҡараған бит, һиңә лә тиңең табылыр, тим, әммә ҡайҙан тыңлау... Володя, тыныслан, әсәйеңә һүҙ әйтмә, тигәйне, Женя уға (ғүмерҙә булмаған хәл!) һеҙ икәүләп беҙҙе насар тәрбиәләгәнһегеҙ, тип ҡысҡырҙы. Ә нисек насар тәрбиәләйек: тәртипле, әҙәпле, тырыш булығыҙ, ирҙәр алдында осоп-ҡунып ултырмағыҙ, тип өйрәттек.

- Нина Александровна, бәлки Женяның теләгенә ҡаршы килергә кәрәкмәйҙер, ә? Ул бит аңһыҙ бала түгел, инде өсөнсө тиҫтәне ашаҡлаған...

- Һин нимә?! Женяға абышҡа нимәгә? Етмәһә, ике бала менән.

- Балалары, моғайын, өлкәндер, уларҙан артыҡ мәшәҡәт булмаҫ...

- Юҡ-юҡ! Бөтә ғилләһе шунда ла инде, ирекәй һуң ғына өйләнгән, улы менән ҡыҙы бәләкәс! Кеше балаһын ҡарау еңел эшме?! Женя аҙаҡ яңылышҡанын аңлар, әммә һуң булыр, терһәген тешләй алмаҫ.

- Нина Александровна, мин һеҙҙең урында булһам, Женяны үҙ яйына ҡуйыр инем. Кеше хаталанырға ла хоҡуҡлы.

- Беренсенән, һин бер ваҡытта ла минең урында булмаясаҡһын, сөнки һинең ҡыҙҙарың юҡ, икенсенән, аллам һаҡлаһын, тип әйт, ошондай хәлдә ҡалырға. Ә Женяның яңылышырға ваҡыты юҡ, утыҙ биш йәше тулған. Әллә беҙ Володя менән ныҡ бәхетле булғанға ҡыҙҙарыбыҙҙың бәхеткенәһе самалы булдымы икән?

Нина Александровна башын услап тотоп, тынып ҡалды. Бер нөктәгә текәлеп ултырғандан һуң, тағы телгә килде:

- Йыһандың «бумеранг ҡануны» бар, тиҙәр. Йәғни, һинең кешеләргә эшләгән бар ҡылыҡтарың үҙеңә кире әйләнеп ҡайта. Һиңә һөйләгәнем булдымы-юҡмы икән, йәшлегемдә минең йөрәккә көнсөл әхирәтем, Володяңды башҡа ҡатындар алып китеп ҡуймаһын, тип ут һалғайны. Телемде тыймай, матур - матур түгел, һөйгән - матур, ә мине Володя ныҡ ярата, тимәк, мин уның өсөн

иң сибәре, тинем. “Һин ни ҡәҙәре төҫкә мөләйем булма, барыбер һине мине яратҡан кеүек бер кем дә яратмаясаҡ, сөнки һин ундай оло мөхәббәткә лайыҡ түгелһең”, - тип уны илаттым. «Һәйбәт кешеләр» уның Володяға ғашиҡ булып йөрөүен еткергәйне. Үҙем дә шуны тойғайным. Йәнем әсеп артығын әйтеп ташланым... Күп йылдар үткәс, мәктәптең юбилейында күрҙем уны. Ойпаланған, тормошо еңелдән түгел, эскесе, ялҡау ир менән йәшәй, тинеләр. Ә мин Володям янында батшабикә инем. Таралышҡан саҡта ҡатын-ҡыҙ этлегенә барып, янбашым менән төртөп сығып киттем. Рәнйетеүем өсөн уның күҙ йәштәре миңә түгел, балаларыма төшәме икән әллә? Тормош шундай буталсыҡ, уйҙарымдың осона сыға алмайым. Мин дөрөҫ йәшәйем, аҡты ҡаранан айырам, тип үҙемдең хаҡлығыма һәр саҡ ышана инем. Ә хәҙер ҡыҙҙарымдың яҙмышын уйлаһам, илағым килә... Ҡайҙа хаталандым икән?

Нина Александровна минән кәңәш һорар өсөн үҙенә саҡырмағайны, ни бары тыңлаусыға мохтаж ине. Һәм мин был ролде ихлас үтәнем, уҡытыусы ҡалай булһа ла сер тоғон бушатып, ҡәнәғәт ҡалды.

Ҡайтҡас, Женяға шылтыраттым, әсәһендә булыуын әйттем.

- Һорама ла, шылтыратмайым да, һөйләшмәйем дә, - тине ул миңә нисектер тыныс ҡына. - Ул мине үҙенең мөхәббәте менән быуа! Аңлайһыңмы?! Бына һин барыһын да үҙең хәл итәһең, ә ул миңә лә, Аринаға ла бындай хоҡуҡты бирмәй, гел ҡыҫыла, өйрәтә. Әсәйем насар кеше түгел, әммә ул мәктәптә генә түгел, өйҙә лә уҡытыусы булып ҡала. Уны тыңламаған булһам, әлеге ваҡытта минең үҙ ғаиләм, балам булыр ине, ә ул еңел генә үҙенсә яҙмышымды хәл итте лә ҡуйҙы. Башҡаса уға юл ҡуя алмайым. Артыҡ баҫалҡылыҡ беҙгә күңелһеҙлектәрҙән башҡа бер ни ҙә килтермәне, баҫылғанды - баҫалар, тигәндәй, гел әсәй күрһәткесе буйынса йәшәлде. Тормош юлдашыбыҙ ролендә атай кеүек кешене күргеһе килде, ә ҡайҙан алырға икенсе Владимир Юрьевичты? Ул берәү генә, башҡа ундай ирҙәр юҡ. Шуны һис тә төшөнөргә теләмәй...

Женя менән нисектер бер-беребеҙҙе аңланыҡ. Һөйләшеүебеҙ һуңында ул, ата-әсәйемә ҡайтып килермен, ҡайҙа инде мин уларһыҙ, тине. Нина Александровнаға был һөйөнөслө хәбәрҙе еткерергә ашыҡманым, алтын урталыҡты үҙҙәре лә табыуҙарына ышана инем. Аңлы кешеләр бит.



Читайте нас: