Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
10 Октябрь 2018, 18:44

Фанилыҡта һәр нәмәнең йәне бар (№ 9, 2018)

ИКЕ БОЙОРОҠ

Бөйөк Ватан һуғышында штрафбат булдырыуҙы баш командующийҙың рөхсәтенән бөйөк маршал Георгий Жуков ойошторған, тормошҡа ашырған “Бер аҙым да артҡа сикмәҫкә!” тигән 227-се һанлы приказды иһә 1942 йылда Иосиф Сталин үҙе биргән. Һуғыштың ана шул рәхимһеҙ ике фарманы
һөҙөмтәһендә яу яланында күпме ир-егет башын һалған, күпме яҙмыштар емерелгән, әсәләр – улһыҙ, ҡатындар – тол, балалар етем ҡалған.
Әйтерем тракторсы Имаметдин ағай хаҡында. Ҡатыны сыуаш ине уның, Прасковья апай. Икенсе милләт кешеһе булһа ла әллә кемеңде һатып ебәрерлек кимәлдә башҡортса таҙа һөйләште, һөйләшеү генә түгел, беҙҙең йырҙарҙы еренә еткереп, моңло итеп йырлай ҙа ине. Бер генә ҡыҙ үҫтерҙеләр. Ғаиләһендә малайы булмағанлыҡтан, ул мине ғәзиз улылай яратты, мин дә уны яҡын күрҙем. Туңға һөрөр мәл етһә, ДТ-54 тракторына ҡушарлап ултырып алабыҙ ҙа сығып китәбеҙ баҫыуҙар ҡыҙырырға. Ул шөғөлөнән оло ләззәт табып эшләй, ә мин инде, яңы моронлаған себештәй, мазут һеңгән фуфайкаға төрөнәм дә, уртыма ҡыҫтырылған ҡаты ҡоротто имә-имә тракторсыға һыйынып төнәп барам. Шуныһына ла ризамын. Имаметдин ағай күңелле көй көйләй, тоноҡ ҡына трактор геүләй, танауға артыбыҙҙа аҡтарылып ҡалған ҡамылдан тупраҡ еҫе бәрелә. Рәхәт. Шул тәү ҡарашҡа донъяһы теүәл һәм бөтөн. Имаметдин ағай һуғыштың тәүге көндәрендә үк ҡамауҙа ҡалып яралы килеш әсирлеккә эләгә.
Кисҡорон ул мине үҙе менән алырға тип килеп инде лә, тауыҡтарҙы ашатыуымды бер килке ҡарап-күҙәткәс, былай тине:
– Тегендә бына ошолайтып концлагерь майҙанына көнөнә өс тапҡыр тауыҡ еме һибә торғайнылар. Ашатыуҙары шунан ғибәрәт. Шыпа ла ғына астан үлге килмәй, йөгөнөкләп йөрөп күгәргән бойҙай сүпләйбеҙ. Фашист Германияһы еңә ҡалһа, әҙәм сифаттарынан яҙҙырып, беҙҙе ҡош-ҡорт, мал кимәленә төшөрөр ине, билләһи!
Ике иптәше менән тотҡонлоҡтан ҡасалар, мең михнәт менән фронт һыҙығын аша сығалар. Ә бында инде уларға хәлдең аңын-тоңон асыҡлап тормайынса һатлыҡ йән ярлығы тағыла. Һуғыш ҡанундарына ярашлы енәйәтсенең тәғәйен урыны билдәле – штрафбат. Ә ул инде фанилыҡтағы тамуҡ, алдан немецтар ата, артҡа сигенергә итһәң – үҙебеҙҙекеләр. Ҡайһы тарафҡа ынтылһаң, баш тыҡһаң да үлем.
Иҫән ҡала. Һуғыш бөткәс тә әле әллә күпме эҙәрлекләйҙәр, иң аҙаҡтан алты йылға Себер төрмәһенә ебәрәләр. Ағас йығырға. Ундағы йәшәү шарттары ла дошман концлагерынан артыҡ булмаһа, кәм түгел. Оло ҡайғы-хәсрәт күргән, рәнйетелгән, кәмһетелгән шул кеше Сталин, Жуковҡа юғары баһа бирҙе үлер алдынан:
– Ошо ике аҡыллы, ҡыйыу кеше хәл иткес осорҙа ил менән, Армия менән етәкселек итмәһә, беҙгә ҡәҙәр тотош Европаны теҙ сүктергән дошманды еңә алмаҫ инек! Быны мин ысын күңелдән әйтәм.
Тормошта киҫкен мәлдәрҙә кисекмәҫтән ҡабул ителә торған мәсьәләләр осрай. Мәҫәлән, ауырыуҙы үлемдән ҡотҡарып алып ҡалыу өсөн табип ҡайһы саҡ ауырыуҙы көслө ток менән һуҡтыра, әгәр ҙә ул да ярҙам итмәй икән, күкрәк ҡыуышлығын ярып, йөрәкте усына алып туранан-тура массаж яһай. Тимәк, әлеге мәлдә традицион булмаған, һуңғы сиктә һайлай торған алымдарҙы ҡулланып ҡына кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалып була, башҡа сара, бүтән юл юҡ. Кемделер ғәйепләрҙән, тарихҡа хөкөм сығарырҙан, аҡты ҡараға манырҙан алда үҙеңә шул дәүерҙә йәшәп ҡарарға кәрәктер!

ҒҮМЕРҘЕ ОҘАЙТЫУ
Ҡала баҡсаһындағы эскәмйәлә йыш күрәм уны. Пенсия йәшендәге олпат ҡына ир. Ҡулында гелән кирбестәй ҡалын китап. Бер көн янында туҡталырға булдым. Шуға иғтибар иттем, ир Алексей Толстойҙың “Петр Беренсе” романын уҡый ине, шикелле. Таныштыҡ, бер аҙ гәпләшеп тә алдыҡ. Һүҙҙән һүҙ сығып китеп ул былай тине:
– Бөгөнгө яҙыусыларҙың еңел-елпе әҫәрҙәрен бөтөнләй уҡымайым. Улар гонорар артынан ҡыуып, ашыҡ-бошоҡ, бер тапҡыр ҡулланыу өсөн генә яҙылғандар төҫлө, ә бына рус, совет классик әҙәбиәте оҙаҡҡа иҫәп тотоп сифатлы ижад ителгән. Уларҙы уҡыған саҡта хатта сәғәт телдәре туҡталып ҡала төҫлө. Бына ошолайтып, ҡайһылыр кимәлдә ваҡыт ағышын аҡрынайтып яҙмышыма бүленгән йылдарымды оҙайтам. – Ян-тирәбеҙҙә ҡайҙалыр ашығып йүгермәләгән кешеләргә эйәге менән ымланы. – Ә быларҙың ғүмерҙәрен оҙайтырға самалары ла, теләктәре лә юҡ һымаҡ, сөнки улар өлгөрмәҫтәйҙе ҡыуып етергә маташып, заман ығы-зығыһында аҙашып күркәм шөғөл – китап уҡыуҙан биҙгәндәр!

ЙЫҒЫЛМАҒАН ИШБУЛАТ
Булат менән Ишбулат ағайҙарҙы белә инем. Исемдәре оҡшаш булһа ла буй-һындары ла, холоҡтары ла төрлө ине уларҙың, хатта тән тиреләре лә ике башҡа, шешмәк, ҡыҫыҡ күҙле Булат аҡ йөҙлө, ташбыҡ Ишбулат дегет һылағандай ҡарасман. Тик икеһенең бер оҡшаш яҡтары булды: икеһе лә зәғиф, аяҡтарын көскә һөйрәп атлап йөрөйҙәр. Хәлле йәшәгән Булат йәшерәк саҡта ике һыйырын һатып шуның аҡсаһына баш ҡалаға операцияға ла барып ҡараны, мәгәр файҙаһы теймәне, ә бына хужалығында туҡал һыйыр, 5-6 баш дебет кәзәһе тотҡан Ишбулат, үҙе әйтмешләй, булмаҫтайҙы ҡыуманы, үҙ көсөнә ышанып, бер килеп сәләмәтләнеренә өмөтләнеп йәшәне. Аҡсам юҡ, тип әйтергә теле әйләнмәгәндер, ғорурлығы ла еңгәндер, бәлки, кәзәнең маллығы, уны һатып кем мандыған да кем байыған?
Былҡылдап тубыҡтары тотмаған Булат ағай атлап китеп барған ерендә көтмәгәндә аяғы салынғандай ҡолап китә лә тәүге әйткән һүҙе шул була: “Әһә, бына бында ятҡан икән, таптым!” Шулай тип мәрәкәләй ҙә тороп өҫтөндәге саңын ҡағыштыра һәм ары атлай. Ә бына Ишбулат ағайҙың йығылып ятҡанын бер тапҡыр ҙа күрергә тура килмәне. Уҡлау йотҡандай кәүҙәһен тура ҡатырып бара-бара ла, биленең, быуындарының хәлһеҙләнеп китеүен тойһа, эргәләге баһыуға йә өй мөйөшөнә тотона. Шул саҡта ла әле үткән-һүткәнгә арыуын, талсығыуын һиҙҙермәҫкә тырыша. Тороп хәл ала биргәс парад ҡабул иткән генералдай һауалы ҡиәфәттә ары атлай.
Булат ағай ауылдан ситтә сағымда, әжәлде күреп ҡалып, шуны алырға тип тубыҡланған сағында яңылыштан бөтөнләй йығылып ҡуйып үлеп ҡалған тинеләр, ә бына Ишбулат армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡанымда ла иҫән ине әле, үҙ аяҡтары менән әсәйем минең хөрмәткә салдырған аҡ ҡорбан итен ашарға килде. Үҙ аяҡтарында. Оҙата сыҡҡанда ағайҙы маҡтаған күтәрмәләгәндәй итеп әйтеп ҡуйҙым:
– Ә һин һаман да бирешмәйһең, Ишбулат ағай!
– Кеше балаһы йығылыр йә ерҙән шыуышыр өсөн яралмаған, ул кәүҙәһен төҙ тотоп, ғорур баҫып атлап йөрөргә бурыслы. Ғүмерем буйы йығылыуҙан, ауылдаштар алдында хур булыуҙан ҡурҡтым, тағы, алда барып абынғандарҙы артта һөйрәлгән көсһөҙҙәр тапап уҙа, ғәҙәттә.

РЕЗЮМЕ
Партия осоронда райкомда бер ағай эшләне. Ихтирамлы, иғтибарлы, тәрбиәле, белемле кеше ине ул. Маркс-Энгельс-Ленин тәғлимәттәренә мөкиббән китеп ышанды, табынды. Ул миҙгел ыҙғырыҡтарын бар тип тә белмәй йыл әйләнәһенә ауылдарҙан ҡайтып инмәне, халыҡтың йәшәү рәүешен, көнкүрешен ҡайғыртты… һәм ҡартайған көнөндә ҡатыны мәрхүмә булғас, балалары үҫеп сит яҡтарға таралышҡас, хәжәте бөтөп, япа-яңғыҙы тороп ҡалды һәм һуңғы сиктә уҡыу йортоноң бер карауат һыймалы ғына өкәлтәгендә ятып мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Заманында уны үтә лә кәрәк етәксегә иҫәпләгәндәр, кабинетының ишек ауыҙына саң ҡундырмай теләнселәгәндәр вафатын белмәнеләр ҙә, ишетмәнеләр ҙә, шикелле, бәлки хәбәрҙар булһалар ҙа хушлашыуҙы кәрәк тип һанамағандарҙыр. Бәхилләшергә килеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине; элекке дошмандары ла әүәле йомоштары төшмәгән бәғзе берәүҙәр…
Ағай тере саҡта берәй сараны йомғаҡлағанда һүҙҙе былайыраҡ башлай торғайны: “Әле беҙ ҡараған эштең рәзүмәһе шунда…”
Инде килеп һинең тормош юлыңа ла резюме килтерергә ваҡыт етте: “Кешеләрҙе хәстәрләгәндә саманан арттырмай ғына үҙеңде лә онотмаҫҡа кәрәк ине. Әҙәм балаһы фани донъяға япа-яңғыҙы тыуа, яңғыҙы китеп тә бара. Үҙеңде үҙең ҡайғыртмаһаң, һине кем иҫкә ала был рәхимһеҙ көнитмештә!?..”

ПАР ҠАНАТТАР
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәүҙәт Бикбирҙинды яҡындан белдем, аралаштым. Иҫ китмәле оҫта, маһир бейеүсе ине ул. Бейеүсе генә түгел, һоҡланғыс бейеүҙәр ҡуйыусы. Уның ижад емештәре бөгөн дә ҙур сәхнәләрҙе биҙәй, билдәле коллективтарҙың репертуарында лайыҡлы урын алған. Уның ишеләр һирәк тыуа. Тағы шуға ғәжәпләнә инем, ғәҙәти тормошта һин дә мин йөрөп ятҡан тәбәнәк буйлы, йоҡа кәүҙәле Йәүҙәт сәхнәгә күтәрелһә күҙ менән ҡаш араһында үҙгәрә лә китә, мәғрур ҡаяла ҡанаттарын елпегән сал бөркөткә әүерелә, уны ҡарап һоҡлан да, арбал да ултыр инде. Таланттарҙы һаҡларға һәм ҡәҙерләргә кәрәк тә бит, ә беҙҙә, киреһенсә, күҙгә эләккәнде түбәләргә, алға сыҡҡандың аяғын салырға әүәҫтәр. Шунан оло кинәнес алалар, күңелдәре була. Йәүҙәт Хоҙай тарафынан аҙ ғына бүленгән ғүмерен аяманы, һәммәһенә өлгөрөп ҡалырға теләгәндәй ҡабаланып-ҡарһаланып йәшәне, үҙенсә ижад итте, көнө-төнө янған майшәмдәй бик тиҙ ирене, һәм мәленән әүәл һүнеп тә ҡуйҙы.
Бер көн икәүҙән-икәү генә әңгәмә ҡороп ултырғанда ул әйтә ҡуйҙы:
– Бына минән бейеүҙе ҡайһылайыраҡ итеп һалаһың ул, тип ҡыҙыҡһыналар.
Уның сере үтә лә ябай – сәхнәгә сығарыр бейеүҙе мин иң тәүҙә төшөмдә күрәм. Уянғас инде ҡыйын түгел, ана шул төшөмдәген өндә камиллаштырырға ғына ҡала.
Төш ул – фанилыҡта ҡулыбыҙҙан килмәҫтәйҙе башҡара алған хыял осмото. Оҙон булмаған төштәрҙә әкиәт иленә, мөғжизәләр батшалығына барып әйләнәбеҙ: еңел осоп айға олғашабыҙ, Ҡош Юлы сәңгелдәгендә бәүелә-бәүелә усыбыҙға йондоҙҙар тирәбеҙ.
Кеше өнөндә эшләй икән – ул ғәҙәти көндәлек хеҙмәт. Таланттың асылы – өн менән төштөң, ысынбарлыҡ менән хыялдың берләшеүе, ана шул берлектең күҙҙе ҡамаштырырлыҡ яҡтылыҡта, моңда, матурлыҡта туҡылыуы. Өн менән төш пар ҡанаттай береһе икенсеһен күтәрмәләгәндә, ярҙам иткәндә генә илаһилыҡ ярала.
Читайте нас: