Ул әкрен генә торҙо ла йыйына башланы. Күҙҙәрендәге тәүәккәллек күңелдәрҙе туңдырырҙай һалҡынлыҡ менән биткә бәрелде.
Йөрәктән әйтке килгән һүҙҙәр тамаҡҡа төйөр булып тығылды. Ике йыл буйына тырышып төҙөгән хистәр карабыбыҙҙың ошондай юҡ ҡына әрләшеү боҙона бәрелеп батып ҡуйыуына ышанғы килмәне. Был миҙгелдә Йөрәк менән Аҡыл минең хистәргә һәм миңә хужа булыу өсөн ҡан төкөрөп көрәшәләр ине, шикелле…
Йөрәк: Китә бит инде! Китә! Ни эшләп ҡатып ҡалдың, алйот, ебәрмә!
Аҡыл: Туҡта! Тик тор! Нишләп ҡулдарың ҡалтырай ул? Шунан, китә тигәс тә, ҡойолоп төшөргә тимәгән дә баһа! Һаман ҡалтырайҙармы? Йәшер ҡулдарыңды, иҫәркәй!!!
Йөрәк: Курткаһын кейә… Нишләп тораһың һаман урыныңда таш кеүек ҡатып? Яратаһың бит, ниңә бер нәмә лә эшләмәйһең ул? Туҡтат инде үҙен!
Аҡыл: Тәк, СТОП! Беләһеңме, уға шул ғына кәрәк бит. Һинең Ғосман империяһы кеүек емерелеп төшөүең кәрәк! Ҡара әле, ниндәй уҫал күҙҙәре! Һин көсһөҙөрәк булған һайын ул аҙыраҡты юғалта…
Аҡыл: Башыңды юғалтма. Ул ғынамы һуң егет? Бына һиңә!
Йөрәк: Яратам бит мин уны!
Аҡыл: Шунан? Яратам, тигәс тә, табынырға тимәгән бит!!! Әллә иларға йыйына инде???
Ҡуй, йәштәреңде күрһәтер булма!!!
Йөрәк: Ни эшләйем һуң? Башлығын эҙләйме? Эйе. Тапты. Кейә… Китә бит инде! Берәй нисек туҡтат инде шуны! Ҡалаһың бит бер үҙең, унһыҙ нисек йәшәргә уйлайһың? Нишләп таш һын кеүек ҡаттың ул? Ботинкаларын йәшереп ҡуй! Йәшер инде!
Юҡ, һин нишләп ҡатып тораһың ул? Уф, ботинкаларын кейә…
Аҡыл: Тапҡан көйөргә сәбәп! Китәм ти, значит, хм… китһен. Юлына аҡ йәймә. Мәңге һинең бар буш ваҡытыңды алып, бар иғтибарыңды үҙендә генә тотоп йөрөгән була ине. Китһен! Тегеһен бир ҙә, быныһын бир. Үҙең тамам арып бөттөң бит инде уның көйһөҙлөгөнән. Күтәр башыңды. Шулай, тағы саҡ ҡына өҫкәрәк. Һәйбәт. Тә-әк, сәстәреңде артҡа ташла. Шулай. Эйе. Сығып киткәс, артынан һәйбәтләп ишекте ябырға онотма! Оҙатам тип йөрөмә тағы…
* Беҙ һинең менән бәхетле була алмаясаҡбыҙ. Онот мине. Башҡа шылтыратма ла, яҙма ла…
Йөрәк: Юҡ, былай булмай… мин унһыҙ бәхетле булырыма ышана алмайым. Нисек унһыҙ йәшәрмен һуң?
Аҡыл: Йәшәрһең. Бына тигән итеп йәшәрһең! Ҡарасы үҙеңә: һин – сибәр, аҡыллы йәш ҡыҙыҡай, егеттәр бит һинең арттан көтөүе
менән йөрөй. Һин генә уларға иғтибар итмәгән булаһың. Тапҡанһың бында Ер Кендеген! Унан башҡа бер кемде күрмәйһең. Ул һинең саф хистәреңә торалыр шул! Ҡара әле, танауын сөйгән дә баҫып тора… Ә нишләп ул һаман таш һын кеүек ҡатҡан да сығып китә алмайынса тора һуң ишек төбөндә?
Йөрәк: Әллә инде… Ҡуйсы, ташла был ғорурлығыңды, әйт уны ғына һөйөүеңде, бәлки, китмәҫкә уйлап ҡуйыр. Ни тиһәң дә, ике йыл эсендә өйрәнеп бөтөлгән. Һағындырыр ул…
Аҡыл: Һағынмаҫһың. Эштә бер егет үҙеңә беренсе көндән үк күҙен дә алмай ҡарай. Шуның менән тышта йөрөп инерһең. Иҫеңдәме, ул һине киноға саҡырғайны. Барырһың. Ике ай элек һатып алған китаптарыңды уҡырға ултырырһың. Мәңге ваҡытың етмәй. Вәт, шулай, башыңды күтәр, тағы саҡ ҡына. Алда – бар ғүмер. Ә ул сығып киткәс тә, йоҡоға сумырһың. Инде нисәнсе ай туйғансы йоҡлағаның да юҡ. Эйе, шулай, йылмай, нығыраҡ йылмай. Донъя гүзәл! Ҡара әле, нишләп китмәй ул? Һаман тора ишек төбөндә…
* Әллә берәй нәмәңде оноттоңмо?
Йөрәк: Ниңә өндәшмәй ул? Әллә телен йотҡан инде…
Аҡыл: Ҡасан сығып китә инде… Тырнаҡтарҙы буярға ла кәрәк…
Ни эшләй ул? Теҙләнә??? Эй, һин нәмә, сығып китер яғыңды оноттоңмо ни? Ишек теге яҡта!