Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
27 Апрель 2019, 17:13

Һөйөү ғүмерҙе оҙайта

Һәр кем үҙенсә һөйөп-һөйөлә. Кемдер был хисте татып ҡарамайынса ғүмерлек үкенескә ҡала, уның нимә икәнен дә белмәй тормош юлын үтә. Мөхәббәт өсөн һыуға ла, утҡа ла ингәндәр осрай. Бер ҡабым икмәкте, бер йотом һыуҙы бүлешеп йөрөгән йән дуҫтар ҙа нәҡ ошо тойғо арҡаһында бер-береһенә хыянат итә. Берәүҙәр нахаҡ һүҙ ишеткәндә лә, йән һәм тән ғазабы кисергәндә лә мөхәббәтенә тоғро ҡала. Бәғзеләр шул тәрән тойғоно йөрәгендә сер итеп һаҡлап үҙҙәре менән бергә ҡәбергә алып китә.

Һәр кем үҙенсә һөйөп-һөйөлә. Кемдер был хисте татып ҡарамайынса ғүмерлек үкенескә ҡала, уның нимә икәнен дә белмәй тормош юлын үтә. Мөхәббәт өсөн һыуға ла, утҡа ла ингәндәр осрай. Бер ҡабым икмәкте, бер йотом һыуҙы бүлешеп йөрөгән йән дуҫтар ҙа нәҡ ошо тойғо арҡаһында бер-береһенә хыянат итә. Берәүҙәр нахаҡ һүҙ ишеткәндә лә, йән һәм тән ғазабы кисергәндә лә мөхәббәтенә тоғро ҡала. Бәғзеләр шул тәрән тойғоно йөрәгендә сер итеп һаҡлап үҙҙәре менән бергә ҡәбергә алып китә.

Нимә һуң ул мөхәббәт?

Бәғиҙә әбей алты бала менән утыҙ өс йәшендә генә тол ҡала. Ире тиф ауырыуынан үлеп китә. Өлкән ҡыҙына – ун дүрт йәш, иң бәләкәй улына алты ай ғына була ул саҡта. Ошоға тиклем ир ышығында йәшәгән ҡатын ҡапылда баҙап ҡала. Исмаһам, йүнләп бесән саба ла белмәй бит. Өй эшенә, теген-сәнсемгә оҫта Бәғиҙә үҙен тиҙ ҡулға ала. Заманындағы йола буйынса, оло ҡыҙы Шәмсиәне, йәше еткән тип, кейәүгә биреп ебәрә. Был хәл 1917-1918 йылдарға тап килә. Илдә бола башлана. Малайын, ат урлаған тип, байҙар туҡмап үлтерә. Ул бала ғәйепле булмай. Бары балтаһын утынлыҡта ҡалдыра. Ошо балтаны бурҙар ат һуйғанда тотона. Был хәлдән һуң Бәғиҙәнең күңеле ҡата. Уҫал, талапсан ҡатынға әйләнә ул. Балаларын артабан ныҡ тоторға тырыша. Улары ла аҡыллы, эшсән булып үҫә. Үҙе лә ат урынына егелеп донъя көтә.
Шулай ғүмер үтә. Алты айлыҡ сағында атайһыҙ ҡалған сабый ҙа үҫмер ҡорона инә. Бик үткер, үҙ һүҙле, ут шикелле янып торған шаян егеткә әйләнә ул. Әсәһенең тыйыуына ҡарамай, үҙ юлы менән бара. Үҙҙәренә бер генә һыйыр ҡалдырып, ҡалған малдарын һепереп биреп колхозға инәләр. Шакир армияға китер көҙҙө ошо ауылда ҡуна ятып бесән эшләйҙәр. Унан инде ураҡ етә. Шул осорҙа Шакир ҡара һылыу Бикәгә тилереп ғашиҡ була. Ул егеттең ҡармағына ҡабырға самалай ҙа бит, тик ҡыҙҙың атаһы Низай ҡарт:
– Үҙе уҫал, үҙе һаран Бәғиҙә әбейгә бирер ҡыҙым юҡ, – тип Бикәне тыйып ҡуя. Шулай ҙа ике йәш йөрәк уға буйһонмай. Башбаштаҡлыҡтары өсөн ҡыҙҙың атаһы егетте тотоп алып кеше араһында ҡамсы менән яра. Ул ваҡытта Шакир – үҫмер егет, ә Низай (әле ҡарт та түгел) айыу йүгәнләрҙәй бәһлеүән ир була. Был хәлде, билдәле, үткерлегенә ҡушып этлеккә лә башы эшләгән Шакир эҙһеҙ үткәреп ебәрмәй.
Кеҫәһенә бәләкәй шешә менән кәрәсин һалып алып, Низайҙың өйөнә юллана. Кис етеп килгән мәл була был. Егет барып ингәс Низайҙың ене ҡотора. “Әле һин көпә-көндөҙ минең өйөмә килергә баҙнат иттеңме?” – тип тағы ла ҡамсыға тотона. Шакир сығып йүгерә, артынан Низай баҫтыра. Нурғәле тигән кешеләргә барып инә былар. Шакир алдан йүгереп инеп теге кәрәсинде уртлай ҙа шырпы тотоп көтөп тора. Низай ишектән килеп инеү менән шырпы һыҙып уның битенә бөркә. Элек оло кешеләр һаҡал йөрөткән була, Низайҙың һаҡалына ут ҡаба. Уны һүндергәнсе Шакирҙың эҙҙәре һыуына. Тик ҡыҙға булған һөйөү генә һыуынмай, ут төрткән кәрәсиндән дә көслөрәк була шул. Ошо хәлдән һуң Низай ҡартҡа кәңәш биреүселәр ҙә табыла. Ҡыҙҙың атаһы асыуын эсенә йотоп йөрөй.
Бер көндө Шакир мунса инергә тип ауылына ҡайта. Уның өлкән ағаһы Әптерахман күптән өйләнгән, башҡа йәшәй. Шулай булһа ла әсәләре өҫ-башығыҙ туҙып киткән, ике һыйырҙың береһе тыу – шуны һуйып һатып өҫтөгөҙгә алығыҙ, тип быларҙы баҙарға ебәрә. Итте һатҡас Әптерахман үҙенә кейем ала, ә Шакир бер нәмә лә алмай. Ағаһы бының сәбәбен һорағас, Шакир:
– Ағай, миңә бер нәмә лә кәрәкмәй. Кейемгә тигән аҡсаға Һаҡмар ауылындағы Низай ҡарттың Бикә тигән ҡыҙын алып бирегеҙ, – тип әйтеп һала. Был ваҡытҡа егеттең армияға китер сағы еткән була.
Ағаһының “армияға китәһең бит, ҡайтҡас алырһың” тиеүенә ҡарамай егет, был хәбәрҙе әсәһенә еткерергә теләүен хәбәр итә. Билдәле, Бәғиҙә әбей ҙә риза булмай. Ә Шакир әйткәнендә ныҡ тора. Мин армиянан ҡайтҡансы Бикә мине көтә алмай, атаһы уны барыбер кейәүгә бирәсәк, тип ныҡышыуын белә. Бикәне лә ҡайырыусылар күп була. “Ирең армияға китһә, ут шикелле ҡәйнә менән ул ҡайтҡансы нисек түҙерһең. Әҙерәк уйлап ҡара” тиһәләр ҙә, ҡыҙ үҙ һүҙен бирмәй. Шулай итеп, 1938 йылдың 5 авгусында ике йәш йөрәк яҙмыштарын бәйләй.
Шакир йәш кәләшен оҙатып алып ҡайта ла, күп тә тормай, армияға китә. Бикә уҫал, һаран тип бөтә кеше яманлаған Бәғиҙә әбейгә килен булып тороп ҡала. Сос, талымһыҙ, колхоз эшен дә, өйҙәге йомоштарҙы ла емертеп башҡарып йөрөгән йәш килен ҡәйнәһенең күңелендә ихтирам хистәре уята. Улар икәүләп гөрләтеп донъя көтөп китәләр.
Бына Шакир армиянан ҡайта. Бәғиҙә әбейҙең донъяһы түңәрәкләнә. Улы менән килене тиң йөрөп колхозда эшләй. Береһе – әсәй, икенсеһе ҡәйнәм тип өҙөлөп торғанда башҡа нимә кәрәк. Ләкин…
Аяҙ күктә ҡапыл күк күкрәтеп дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Хыялдар менән бергә барлыҡ бәхет-шатлыҡтар, өмөттәр селпәрәмә килә. Шакир һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа саҡырыла. Ғөрөф-ғәҙәт буйынса, ауырлы ҡатынға иренең яуға киткәнен ҡарап ҡалырға ярамай, тип уларға өйҙә генә хушлашырға ҡушалар. Ағаһы Шакирҙы пар ат егеп район үҙәгенә хәрби комиссариатҡа алып китә. Ире ишектән сығыу менән Бикә, ҡәйнәһенән күҙ яҙлыҡтырып, баҡса аша ағас араһынан ҡаса-боҫа район үҙәгенә йүгерә, һуғышҡа киткән кеше, билдәле, ат саптырып бармағандыр инде. Улар килеп еткәндә комиссариат алдында байтаҡ халыҡ йыйылған. Кемдер илай, кемдер йырлай. Ҡайһы берәүҙәр гармунда уйнай. Ошо мәхшәргә күҙ һалған Әптерахман: “Шакир, ҡара әле, әллә күҙемә күренә инде, килен тора түгелме?” – ти. Ысынлап та, был Бикә була. Ете айлыҡ ҡорһағы менән 25 саҡрым араны йәйәү үтеп, етмәһә, пар аттан алда барып етеп, йән һөйгәнен ут эсенә оҙата йәш кәләш.
Сентябрь башында ҡыҙ бала донъяға килә. Уға Бибекәй тип исем бирәләр. Бикә, һуғыш осорондағы бөтә һалдаткалар кеүек, ил өсөн, еңеү хаҡына тип, алһыҙ-ялһыҙ колхоз эшенә сума. Бәғиҙә әбей октябрь аҙағында оло улын – Әптерахманды ла һуғышҡа оҙата. Өлкән килене лә дүрт бала менән ултырып ҡала. Күп тә үтмәй өлкән улының «батырҙарса һәләк булды» тигән ҡара ҡағыҙы килә. Шакир ара-тирә булһа ла сәләм килеп тора. Күпмелер ваҡыттан һуң унан да хат-хәбәр өҙөлә. Билдәле булыуынса, мең михнәт менән еңеү көнө лә етә. Шайтан ғына өмөтһөҙ: әсә – улын, ҡатын ирен, йән һөйгәнен көтә.
Өфөләргә барғаныңда
Ағиҙелдәрҙе буйла.
Елдәр иҫеп тал бөгөлһә
Мин һағына тип уйла.
Тел йырлай, ҡул эшләй, күңел илай. Әсә меҫкен таң һыҙылған мәлдәрҙә улын көтөп:
Ҡояшҡай ҙа ҡалҡа әйләнеп –
Аҡ болотҡайҙарға бәйләнеп.
Бер ҡайтмаһа әле берҙәр ҡайтыр,
Тыуған илкәйенә әйләнеп.
Әсә лә, ҡатыны ла Шакирҙың ҡайтыуына өмөтөн өҙмәй.
Көтәләр... Бына бер көн һуғыштың михнәтен, әсирлектең мең ғазабын үтеп, Шакир ҙа иленә ҡайтып төшә. Әсә менән Бикәнең бәхет ҡояшы ҡалҡа. Тик... һуғыштан ҡайтҡан ирҙәр уны сит күрә. Әсир. Фашист тотҡоно булған ошо һүҙгә бик күп мәғәнә бирәләр. НКВД ла тыныслыҡ бирмәй. Күрше ауылдағы әсирҙәрҙе лә, Шакирҙы ла көн яҙлыҡтырмай килеп тикшереп кенә торалар. Көҙ. Ураҡ мәле. Райондан килеп, иртәгә Шакир барып етһен тип телдән бригадирға әйтеп китәләр. Эштән ҡайтҡан Шакир ошо һүҙҙе ишеткәс ҡырҡ төрлө уйға ҡала, йоҡоһо юғала. Бикә лә күҙ йоммай. Шакир төн уртаһында ныҡлы ҡарарға килеп, Бикәгә: “Әйҙә, йыйын, миңә бында барыбер көн күрһәтмәҫтәр. Ҡайҙа булһа ла ситкә сығып китергә кәрәк”, – ти. Бикә аптырап ҡала. Бер йәшлек балаһы менән хәүеф тулы билдәһеҙ юлға сығырға йөрәге етмәй. Баланы ҡәйнәһенә ҡалдырып китергә лә икеләнә. Икәүҙәр бит. Ҡәйнәһе улар менән нисек йәшәр? Ахырҙа, Шакир үҙе генә китеп, ҡатыны менән балаларын аҙаҡ килеп алырға һүҙ беркетәләр. Бикәнең күренекле генә урында эшләгән бер туған еҙнәһе паспорт алып бирер, тип өмөт итәләр. Әммә уныһы был хаҡта ишетергә лә теләмәй. Бер пленник артынан олаҡмаһаң һиңә нимә ҡалған, йөрөмә ҡаңғыртып, тип кире бора.
Әсә меҫкен ат еткән ергә ат менән, хат еткән ергә хат менән эҙләһә лә, улы табылмай. Шакир һыуға батҡандай юҡ була. Тик ауыл араһында ара-тирә: “Әллә Шакирҙың хаты инде, бер ҙә танырлыҡ түгел. Бәлки, һулаҡай ҡул менән яҙылғандыр” тигән хәбәрҙәр ишетелеп ҡуя. Тик ул хаттар әсә менән Бикәгә килеп етмәй зым-зыя юҡ булып тора.
Хәҙер инде Бикә янған йөрәген йыр менән баҫа.
Урал тауҙарына менгән саҡта
Билгеләнем Зөһрә йондоҙон.
Һинең менән бергә булған саҡта
Белмәй ҡалдым кисен, көндөҙөн.
Яныҡайым, мә бирсәткә,
Кеймә әле бейәләй.
Ниңә генә тороп ҡалдым
Арттарынан эйәрмәй.
Бикәгә колхоз түрәләре лә көн күрһәтмәй: сплавҡа булһа ла, бүрәнә ҡырҡырға кәрәкһә лә, иң тәүҙә исемлеккә әсир бисәһен яҙығыҙ! Шулай итеп, 1950 йылдар тирәһендә Бикәнең кисергән ыҙалары, ишеткән яман һүҙҙәре алҡымынан быуа. Утын-бесән ташырға тип бригадирға ат һорап барһа: “Һиңә ниндәй ат кәрәк, ана бәләкәй арба, ҡыш булһа – бәләкәй сана. Пленник бисәһенә шул да етә”, – тип сығара. Ирҙәр уңған ҡатынға күҙ һалһа ла, Бикә уларға ҡарарға ла уйламай. Быныһы ла, пленник ҡалдығы тип барыбер рәхәт күрһәтмәҫ, тип икенсе колхозға ҡараған күрше ауылдағы тома һуҡыр ҡурайсыға тормошҡа сыға. Өлкән ҡыҙын ҡәйнәһе алып ҡала, бәләкәйе ҡыҙылсанан үлеп китә. Бикәнең көтөлмәгән аҙымынан барыһы ла шаңҡып ҡала. Кеше һөйләр ҙә бөтөр, ә Бикәгә йәшәргә кәрәк. Ире тома һуҡыр булғас, ағас, сажин ҡырҡыу, һал ағыҙыу кеүек эштәрҙән ҡотолһа ла, колхоздың бесән заданиеһын тултырып башҡара. Эшкә әрһеҙ Бикә был ауылда ла лайыҡлы абруй яулай. Шулай ғүмер үтә. Тәүге ирен, саф мөхәббәтен онота алмаған Бикә:
Һине көтәм, һинһеҙ үтә
Иртәләрем, кистәрем.
Ғүмеремдең буйҙарына
Онота алмаһам нишләрмен? –
тип моңлана. Уның йән әрнеүе, яҙмышының был тиклем дә әсе булыуы моң-һағыш булып ҡитғаларға тарала. Дин өсөн түгел, көн өсөн тип барған иренән бер ул, ике ҡыҙ бала үҫтерә. Кеше кеүек донъя көтөргә Бикәгә бында ла еңелдән булмай. Әммә бирешмәй ул. Донъяһын да көтә, балаларын да кеше араһында кәм-хур итмәй. Эскегә әүәҫләнгән иренән әҙ генә булһа ла тыныслыҡ табыр өсөн, һарыҡ фермаһына төнгө ҡарауылсы булып урынлаша.
Ә иленән биҙеп сығып киткән Шакир алыҫ ҡалаларҙың береһенә барып шахтаға эшкә төшә. Бер аҙ аҡса йыйғас килеп алам, тип әсәһенә хат ебәрә.
Теге аҙашҡан хаттар ошолар була. Тик Шакирға әсәһе булып “Килен иргә китте. Пленник бисәһе булып йөрөргә ғәрләнәм, тине” тип хат яҙып ебәрәләр.
Был мәлдә иргә сығыу Бикәнең уйына ла инеп сыҡмаған саҡ. Бөтә ялҡынын йырға һалған мәле.
Етеле шәм яҡты яна
Ете төн уртаһында.
Етеләр тороп уйлайым
Йәнкәйем тураһында.
Бәғиҙә ҡартая. Барыһы ла онотолғандай. Бибекәй инде кейәүгә сығып, үҙе әсә була. Ул әсәһенә барып аралашып йөрөмәй. Бикә генә ара-тирә килеп ҡыҙының хәлен белеп китә. Береһе – бер, икенсеһе икенсе яҡҡа олаҡҡан яҡын кешеләренән ваз кискән Бибекәйгә өләсәһе һау булһа, шул еткән.
Шулай донъя тәгәрмәсе бер ыҙанға төшөп һәүетемсә генә китеп барғанда көтмәгәндә Бибекәйгә Шакирҙан хат килеп төшә. Зимагор иҫән-һау шахтала эшләп йөрөй икән. Шакирҙың оло апайы Шәмсиә ҡустыһының табылыуына ҡыуанып яуап хаты яҙҙырып һала. Ул ваҡыт Бибекәйҙең өләсәһе оло ҡыҙында йәшәй. Әсәһенең һау икәнен белгән Шакир күп тә тормай ҡайтып төшә. Ғүмер буйы балаһын көткән әсә, улынан айырылғыһы килмәй. Кешеләр ҙә, үҙенең ҡыҙҙары Шәмсиә менән Хөсниә лә, хатта Бибекәй ҙә уны тыя алмай. Бәғиҙә әбей улына эйәреп, тәүге һәм һуңғы тапҡыр, оҙон юлға сығып китә.
85 йәшлек әбей улының донъяһында ни бары 27 көн генә йәшәп, ҡапыл үлеп тә ҡуя. Һөйәккәйҙәре сит тупраҡҡа яҙған булғандыр, ахыры.
Был ауыр хәбәрҙән Бибекәй, ике балаһын ике яғына ҡосоп, иҫһеҙ ауа. Өләсәһе уға атай ҙа, әсәй ҙә булды бит. Етмәһә, ире лә уйламағанда һәләкәткә осорап зәғиф булып ҡала. Янып-көйөп йөрөгән Бибекәй ире менән бер балаһын алып, өләсәһенең һөйәге күмелгән ерҙе күрергә ут-ялҡын йотоп юлға сыға. Барып төшкәс аталарының тормошон күреп иҫе китә. Быларҙың төшөнә лә инмәгән етеш донъя ҡаршы ала уларҙы. Үгәй әсәһенең туғандары ике көн өйҙән-өйгә йөрөтөп ҡунаҡ итәләр. Тик Бибекәй генә ашай ҙа, йоҡлай ҙа алмай, һораһалар яуап бирә, һорамаһалар юҡ. Өсөнсө көн ат егеп ете саҡрым арауыҡтағы зыяратҡа барып өләсәһенең ҡәберен күреп килә лә иртә менән тороп ҡайтыр юлға йыйына. Атаһы ла, ире лә, бөгөн Силәбегә тура поезд юҡ, тиһәләр ҙә Аҡтүбә аша ҡайтып китәләр. Бибекәй өләсәһенең зыяратын күргәс, был ерҙә бер көн түгел, бер минутта торғоһо килмәй. Икәүләп ыҙалап йәшәүҙәре, әсәһенең ирекһеҙҙән тома һуҡыр эскесе ир менән михнәт сигеп йәшәүе – барыһы ла йөрәгенә ҡара ҡан булып уҡмаша. Бибекәйҙәр сәфәрҙән ҡайтҡас, әсәһе килә. Уратып-уратып Шакирҙың тормошон һораша. Тик Бибекәй улар тураһында асылып һөйләмәй. Күп хәсрәттәр күргән әсә йөрәген яралауҙан ҡурҡа ул. Шулай ҙа Бикә һүҙ араһында ғына: “Атайыңды бер күрһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем”, – тип әйтеп ҡуя. Ошо бер һүҙ хисле Бибекәйҙең йөрәген урталай телә.
Ул йөрәктең яртыһында ғүмер буйы (егерме йыл) шахтала эшләп ғаиләһе бер михнәт тә татымаған атаһы торһа, икенсе яртыһында – ғүмер буйы тамсы ла бәхет күрмәгән әсәһе.
Тиң мөхәббәттән яратылып яҡты донъяға тыуһа ла, Бибекәйҙең бәхете лә тоҡосораҡ була шул. Зәғиф ир, дүрт бала. Ауыр эштән дә ауырыраҡ ҡайғы-хәсрәт.
Атайһыҙ булһалар ҙа, тиҫтерҙәре әсәйле булды. Бибекәйгә генә был бәхет эләкмәне. Өсөнсө синыфты тамамлаған йыл бесән мәлендә өләсәһе кәбән ослап торған ерҙән йығылып төшөп, бер йыл түшәктә ята. Ошо хәлдән һуң мал ҡарау, һыйыр һауыу, йәйен-ҡышын утын ташыуҙар. Малдан ҡалһаҡ нисек йәшәрбеҙ, был тиклем дә бәхетһеҙ булдыҡ бит, тип ейәнсәрен ҡосаҡлап төн уртаһында һыҡтаған өләсәһенә ҡушылып илауҙар эҙһеҙ үтмәй – Бибекәйҙең һаулығы ҡаҡшай. Тик ул бирешмәй, кешегә сер сисмәй. Шатлығын да, ҡайғыһын да шул бер күкрәккә һалып ҡаты йоҙаҡ менән бикләп ҡуя. Һылыу, зифа буйлы Бибекәйгә ауылдаштары, ире зәғиф булғас, күрә алғаны ла, күрә алмағаны ла төрлө яҙмыш юрап ҡараһа ла, ул үҙенсә, шым ғына ишеткән изге һүҙҙе күңеленә алып, яманын ҡолаҡ ситенән үткәреп йәшәүен белә. Шөкөр, ауырыу булһа ла, ире-терәге бар. Балалары ла ҡул араһына инде. Бөтә өмөтө, күҙ нуры – өлкән улы армиянан ҡайтты. Донъяларын нурға күмеп ике ҡыҙы үҫеп етте. Кесе улы ла ағаһына терәк.
Атаһы менән Бибекәй ара-тирә хат алышып торҙо. 1986 йылдың май айында Шаҡирҙың ҡатыны ҡапыл ғына үлеп китә. Бер бөртөк ҡыҙҙары күптән кейәүгә сығып үҙ аллы донъя көтә. Атаһы һарайҙай өйҙә бер үҙе тороп ҡала. 1987 йылдың октябрь байрамына Шакир Шәмсиә апайҙарына ҡунаҡҡа ҡайта. Ошо мәлдә әсәһенең “Бер күрһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем” тигән һүҙе иҫенә төшә Бибекәйҙең. Уйлап йөрөй ҙә, әйҙә күрешһендәр, тип әсәһенең күршеһенә телефон аша хәбәр итә. Бикә шул уҡ көндө килеп етә. Был мәлдә Шакир Бибекәйҙәрҙә була. Бына утыҙ һигеҙ йыл күрешмәгән ир менән ҡатын осраша. Бер-береһенә йылмайып килеп күрешәләр, үпкәләшмәй, һәүетемсә хәлдәрен һорашалар. Бибекәй был хәлгә иҫе китә. Ҡайҙан ала кеше бындай сабырлыҡты! Мин шулай итә алыр инемме икән, тип хайран ҡала. Ауылдың аҫты өҫкә килә. Берәүҙәр сәйнәй, берәүҙәр йәлләй.
Был көн үтеп, икенсеһе тыуа. Тик уны ҡаршылау Бибекәйгә бик еңелдән булмай. Атаһы әсәһенә бергә китергә тәҡдим яһаған. Тегеһе ризалығын белдергән. Әсәһенең балалары ла, ир етеп, үҙ аллы донъя көтөп яталар ҙа бит. Донъяң, малың бар, һуҡыр булһа ла ирең бар, тип Бибекәй әсәһенә был аҙымды яһамаҫҡа кәңәш бирә. Тик атаһы әсәһен алып китергә күндереп бөткән. Бикә үҙ һүҙендә ныҡ тора. “Бала тип бер тороп ҡалдым инде, хәҙер донъя хаҡына тип йәнә ҡалайыммы?!” – ти. Ауылына ҡайтып бөтә документтарын, көҙ көнө һатып ебәргән һыйырының аҡсаһын алып, өҫтөнә ауыл араһында нимә кейһә – шуны эләктереп, билдәһеҙ сәфәргә сығып китә. Бикә киткәндә ире иҫереп ятып ҡала.
Теше-тырнағы менән көткән донъяһы, мал-тыуары – бөтәһе лә тороп ҡала. Был донъя ғәжәп икән. Бикә барғас, Шакирҙың ауыл тураһында уйҙары йышая. Ғүмер буйы иленән ситкә сыҡмаған ҡатын Шакирҙы тыуған төйәккә ҡайтырға күндерә. Уйлашалар ҙа, Шәмсиә апайҙарының ауылынан өй һатып алып, шунда күсенеп ҡайталар. Бикәнең балалары ла килеп, аралашып йәшәп китәләр. Оло ҡыҙы көткән һуҡыр ире үлеп китә. Вафатынан алда ҡыҙына: “Әсәйеңә әйт, мин уға тамсы ла рәнйемәйем. Алланың биргән бәхетен араҡыға алмаштырғас, ғәйеп үҙемдә. Ул да ата балаһы бит. Бәхетле булһын”, – тип әйтеп ҡалдыра. Эсеп йөрөһә лә, ятыр аҡылы булғандыр.
Ә Шакир менән Бикә бәхетле оҙон ғүмер кисерҙеләр. Икеһе лә 93 йәшкә етеп донъя ҡуйҙы. Һөйөү ғүмерҙе оҙайталыр, күрәһең. Әсәһе килһә, Бибекәй сәйгә саҡырһа ла туҡтамай: “Ҡайта һалайым, һөйгәнем көтөп ултырыр”, – тиер булған.
Бибекәйҙең башында бер һорау: был мөхәббәт нисек нәфрәткә әйләнмәгән дә нисек икеһе лә бер-береһенә булған хисте түкмәй-сәсмәй һаҡлап ҡала алған?
Шунан ирекһеҙҙән йырлап ҡуя:
Күк сәскәне үбә күбәләктәр
Был мөхәббәт микән, юҡ микән?

Бибиямал ЙОСОПОВА,

Әбйәлил районы, Ҡырҙас ауылы.

Читайте нас: