Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
17 Май 2019, 20:47

Рәхмәт, һиңә, һөйөклөм...

Рәхмәт, һиңә, һөйөклөм... #Ғибрәт #Шоңҡаржурналы

Рәхмәт һиңә, һөйөклөм!
Һәр кемдең тормош юлы үҙенә күрә ҡатмарлы, төрлө һикәлтә-ҡаршылыҡтарға байҙыр ул, моғайын. Хоҙай тарафынан бүләк ителгән һанаулы ғына ғүмер йылдарын матур, мәғәнәле үтеп, һөйөп-һөйөлөп, ҡәҙер-хөрмәттә генә йәшәһен ине ул кеше. Тик… Бер нәмә лә теләгәнеңсә булмай шул. Тәҡдиреңә ни яҙылған, шуны күрәһең. Тормошта инабатһыҙ әҙәмдәр ҙә аҙым һайын осрап тора. Шулай ҙа арабыҙҙа кешелек сифаттарының иң матурҙарын үҙендә туплаған, ысын мәғәнәһендә оло йөрәкле кешеләр ҙә бихисап.
Бөгөнгө мәҡәләм геройы Әлифә менән мин күптән таныш. Өфөлә бер осорҙа уҡыған кешеләр булараҡ, йыш ҡына юлда, концерт-спектаклдәргә барғанда осраша, аралаша инек. Уҡыу тамамланғас, юлдар айырылышты, ун йылдан ашыу уны күргәнем булманы. Дөрөҫөрәге, аралар йыраҡлsғы, шулай уҡ эш, ғаилә, донъя мәшәҡәттәре таныштарҙы, дуҫтарҙы икенсе планға күсерә шул.
Ҡара көҙҙә үҙ йомошом менән баш ҡалаға барып урарға тура килде. Ҡайтышлай, беҙҙең ҡыуанысҡа Өфө–Баймаҡ араһына саң ҡундырмай йөрөп торған шәхси «Газел»дәрҙең береһенә инеп ултырғас та: «Уй, һинме ул?»–тип мине бер йәш ҡатын ҡосаҡлап алды. Саҡ-саҡ таныным элекке танышымды. Әлифә инде йәш сағындағылай нескә билле, оҙон толомло ҡыҙ түгел – күркәм генә, түңәрәк кенә ханымға әйләнгән. Йылмайғанда ике яҡтан да алтын тештәре емелдәп китә. Биллаһи? Үҙе һүҙ ҡушмаһа, мин уны һис тә танымаҫ инем. Икәүләшеп ҡушлап ултырып, юл буйы рәхәтләнеп һөйләшеп ҡайттыҡ.
Ул үҙенең тормошо хаҡында һөйләгәндән һуң: «Минең хаҡта берәй гәзит-журналға яҙ. Яҙмышымды ҡабатлаусылар булһа, бәлки, һабаҡ алырҙар, минән күреп дөрөҫ ҡарарға килеүселәр ҙә булыр», – тип ҡабатлай-ҡабатлай Әбйәлилдә төшөп ҡалды. Уның һөйләгәндәре тураһында байтаҡ уйланып йөрөнөм дә, бәлки, ысынлап та, Әлифәнең яҙмышы башҡаларға фәһем булыр, тип, хөрмәтле журнал уҡыусылар, һеҙгә лә бәйән итмәксемен.
Әлифә төпкөл ауылда биш балалы ғаиләлә үҫә. Ата-әсәһе көндәр буйы эштә. Ярай әле өләсәләре улар менән бергә тора, балаларҙы мәктәпкә оҙата, самауырын шыжлатып ҡайнатып, ҡоймаҡтар ҡойоп ҡаршы ала. Әлифәгә әллә ни эш тә теймәй, ағай-апайҙары ҡул араһына ингән, үҙенән бәләкәй һеңлеһен илатмай, әүрәтеп йөрөһә – шул еткән. Әлифә бәләкәй кластарҙан уҡ тырышып уҡый. Ысынлап та, ныҡ тырышып уҡый ҡыҙ, сөнки бәғзе уҡыусыларға бөтә фәндәр ҙә еңел генә бирелһә, уға инде көндәр буйы теоремалар, ҡағиҙәләр ятларға, ҡабатларға тура килә. Ҡыҙыҡайҙың тырышлығын күреп, уҡытыусылар ҙа уны «күтәрә», үҙе лә дәрестәрҙә, һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Кемдер таланты, кемдер белеме менән айырылып торһа, Әлифә тиңдәштәре араһында тырышлығы, әрһеҙлеге менән алдыра. Уҡыуҙы тамамлағас, бәхетенә күрә, үҙ көсө менән БДУ-ға уҡырға инеп китә.
Ғәҙәттә, ятаҡта бергә йәшәгән ҡыҙҙар бер-береһен үҙ ауылдарына ҡунаҡҡа алып ҡайта. Бер ялда Әлифә лә үҙенең әхирәте Гүзәлиәгә эйәреп, уның тыуған ауылына барырға була. Йәшлек көсө, уй-хистәр бураны, дәрт-дарман ташып тора – ҡыҙҙар ауылда ата-әсәләренә өй тирәһендә бер аҙ ярҙам итешергә, тип ҡайтһалар ҙа, бар теләктәре – клубҡа сығыу, йәштәр менән бергә күңел асыу. Улар кисте түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Тап шунда осрата ла инде Әлифә үҙен киләсәктә утҡа-һыуға һаласаҡ, әллә күпме күҙ йәше түктереп, төн йоҡоларын йоҡлатмай ҡаңғыртасаҡ, хатта тештәрен ҡоя һуғып бөтөрәсәк «тәүге мөхәббәтен». Колхозда инженер булып эшләгән Айҙар ҡыҙҙы күргәс тә, уның янынан бер аҙымға ла ситкә китмәй, һағыҙ кеүек йәбешә. Шул кистә оҙатып килә, ялдан һуң автобусҡа алып барып ултыртып ебәрә. Төҫкә һылыу, бәһлеүән кәүҙәле, тәмле телле егеткә Әлифә лә ғашиҡ була. Ике арала хаттар яҙышыу башлана. Әхирәте Гүзәлиә егеттең ғаиләһендә барыһының да эскелек менән мауығыуҙары тураһында әйтһә лә, ғашиҡ ҡыҙ быға ышанырға теләмәй. «Юрамал әйтә инде. Үҙен берәү ҙә оҙатмағанға йәне көйә» тип кенә уйлай. Әлифә ял һайын Гүзәлиә менән һөйгәне янына ауылға барып йөрөй башлай һәм өсөнсө курста уҡыған саҡта, 8 Март байрамына тура килтереп, өйләнешеп тә ҡуялар. Әлифәнең ата-әсәһе лә ҡаршы булмай, Айҙарҙың эсергә яратҡан ата-әсәһе лә апайҙарының көсө менән арыу ғына туй үткәрә.
Әлифә менән Айҙар ҡыҙҙың уҡыған ятағына килеп урынлаша, Айҙар бер ойошмаға эшкә төшә. Тик алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тигәндәй, ул да ата-әсәһе, ике ағаһы кеүек эскелек тоҙағына эләгә. Тәүҙә эштән һуҡмыш ҡайтып ятһа, һуңғараҡ ятаҡта шешәләштәр таба. Оҙаҡламай эшенән дә ҡолаҡ ҡаға. 90-сы йылдарҙағы юҡсыллыҡ ғаилә өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур проблемаға әйләнә. Ир эшләмәй, ауылдан Әлифәнең ата-әсәһенең дә аҡса биреп ебәрер мөмкинлеге юҡ, йәш ҡатын ауырға ҡала, йәшәүе ауырлаша. Бер көн үҙе Айҙарға: «Мин ситтән тороп уҡыуға күсәйем дә, әйҙә һеҙҙең ауылға ҡайтайыҡ. Мәктәптә миңә эш булыр әле», – тип тәҡдим итә. Ауылға ҡайтып төшкәс, ысынлап та, Әлифәгә мәктәптә ваҡытлыса булһа ла, эш табыла, берәүҙәрҙең буш торған йортона инеп йәшәй башлайҙар. «Бына шунда башланды ла инде минең ғазаптарым, – ти Әлифә. – Ир көндәр буйы йоҡлап ята, кис етһә, ауырлы булыуыма ҡарап тормай, мине әллә ниндәй гонаһтарҙа ғәйепләп болара, ҡул күтәрә, унан һуң ишекте шарт ябып сығып китә – төнө буйы әллә ҡайҙа эсеп йөрөй ҙә, иртән саҡ тәнтерәкләп, һөйрәлеп тигәндәй ҡайтып ята. Мин эштән ҡайтыуға өй һыуыҡ, һыу юҡ (уныһына ла әллә ҡайҙа барырға кәрәк). Ауылға күсеп ҡайтҡас та, әсәйҙәр мал оҙатып ебәргәйне, улары ҡаралмай тора. Шул эштәрҙе инде тамамлап, дәрескә әҙерләнәйем тиһәң, ир уяна һәм ашарға таптыра, тағы болара, юҡ нәмәлә ғәйепләй башлай. Таңға тиклем йоҡоң йоҡо булмай, аптыранып сығаһың. Ҡаҡ һөйәккә ҡалдым, әллә ашау етмәүҙән, әллә нервылар ҡаҡшап, сәсем ҡойола башланы, «һөйөклө» ирем алдағы тештәремде һындыра һуғып бөттө – күҙ асып йомған арала ҡартайҙым да ҡуйҙым.
20 йәшем тулған көндә ҡыҙым тыуҙы. Шул баламдың атаһы булһын әле, тип түҙеп, кешенән оялып, ата-әсәйемә лә, туғандарыма ла хәлемде белгертмәй, йәнәһе «сабыр» булып йәшәп ятыуыма хәҙер ҙә йәнем көйә. Ҡыҙымдың ауырлығы ике килоға ла тулмай ине, сибек кенә. Бала табыу йортонан сығыу ваҡыты етте, ә миңә килеп ураусы ла юҡ. Атай-әсәй алыҫта, унда әллә хәбәр иткәндәр, әллә юҡ. 12 көн ятҡас, дауахананың миһырбанлы хеҙмәткәрҙәре биргән йүргәк-одеялға уралған баламды ҡосаҡлап, автобус менән ҡайтып төштөм ауылға. «Өй һыуыҡтыр, тәүҙә ҡайнымдарға барайым әле», тип килһәм, унда «шайтан туйы»ның ҡыҙған мәле икәнлеген ишетеп, тупһаларынан кире боролдом.
Өйгә ҡайттым, ут яғып ебәрҙем, һыуға барып килдем. Шул кистә баламдың атаһы «ҡыҙын йыуып» ҡайтып инеп, мине «ҡотлап сыҡты» – күҙ төбөнә «матур ғына» «һөрмә» тартты… Ошолайтып, ҡәҙерле йәнемде ҡәҙерһеҙләп, дүрт йыл йәшәнем. «Һәүетемсә»генә донъя көтәм, әллә күпме ыҙалар менән, баламды үҙем менән алып йөрөп, уҡыуымды тамамланым. Һуңғараҡ эшкә сыҡтым, башмаҡтарҙы тотоноп, төҙөлөшкә ағас яҙҙырып, уны һатып, йорт алдым. Ә теге ир тигәнең ҡайтһа ҡайтты, ҡайтмаһа юҡ. Миңә лә, балама ла көн булманы инде. Эльвирам да унан ҡурҡып үҫеп килә. Бер көндө ҡыҙым: «Әсәй, атай һине лә, мине лә яратмай, ул һине үлтереп ҡуймаһын», – тигәс, мине ҡапыл йәшен атҡан кеүек булды. Нимә көтә беҙҙе бында? Ни өсөн көсләшеп йәшәп ятам һуң? Нишләп ошоға тиклем айырылышыу тураһында уйламағанмын?!.
Миңә эштән сығып, бер сумаҙанға әйберемде төйнәп алырға ике көн етте. Ҡыҙымды етәкләп, үҙемдең ҡарарыма сикһеҙ ҡыуанып, үҙемдең тыуған яғыма юлландым. Ләкин танауым тиҙ төштө – атай-әсәй мине, ҡыҙымды ҡабул итмәне. Уларҙың позицияһы шундай ине: кемгә биргәнбеҙ, шуның менән тор, исемеңде һатып ҡайтып йөрөмә, ҡыҙыңа атай кәрәк, һеҙҙе кем ашата һ.б. Шулай итеп, мин бер ярҙамһыҙ урамда тороп ҡалдым. Ҡыҙым булмаһа әллә ниндәй аҙымға ла барған булыр инем, тик балам алдындағы яуаплылыҡ ҡына мине көслө иткәндер, күрәһең. Ҡайтҡандың икенсе көнөндә үк икәүләшеп ҡабат юлға сыҡтыҡ. Район үҙәгенә килеп, бер ойошманан икенсеһенә йүгереп йөрөп эш белешә башланым. Ярай әле, урамда класташым осрап (мин уға әле лә рәхмәтлемен), мин эш, бүлмә тапҡансы өйөндә ҡундырҙы. Район үҙәгендәге училищела төнгө ҡарауылсы урыны табылды, шунан бүлмә бирҙеләр, бынан тыш балалар ижады үҙәгенә методист итеп тә алдылар. Бер аҙҙан ҡыҙыма ла балалар баҡсаһында урын табылды. Бөтөнләй даланһыҙ түгелмен икән дәһә?!
Ике йыл үтеп китте. Атай-әсәйҙәргә ике-өс айға бер генә ҡайтып урайбыҙ. Бер туғандарым төрлөһө төрлө ерҙә йәшәй, үҙҙәренең проблемалары күп, уларҙа минең ҡайғым юҡ. Артыбыҙҙан эҙләп килеүсе лә булманы, күрәһең, берәүгә лә кәрәкмәгәнбеҙ, тик мин генә нимәгәлер йәбешеп ятҡанмын, имеш. Судҡа ғариза биреп, рәсми рәүештә айырылыштым. Үҙ-үҙемде ҡарап, тәрбиәләп, даими рәүештә гимнастика менән шөғөлләнеп, ҡәҙимге кейенеп, яһанып, хатта врачҡа күренеп, нервыларымды ла дауалап алғас, миңә күҙ атыусылар ҙа булды – тик ауыҙы бер бешкән кеше һыуҙы ла өрөп ҡаба, тигәндәй, мин көслө заттар менән мөнәсәббәттәрҙән уттан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡа инем.
Шулай йәшәп ятҡанда, юлымда ысынлап та минең өсөн өҙөлөп торған, мине илаһилаштырған кеше осраны. Ул төҫ-башы, холҡо менән элекке иремдең тап киреһе ­– һары сәсле, кәүҙәгә лә тәбәнәк кенә, күп һөйләмәй, гел йылмайып йөрөй. Ҡыҙым менән паркта йөрөгәндә, яныбыҙға килеп, беҙҙең менән танышып алды. Көн дә шул паркта өсәүләп осраша башланыҡ. Эльвира менән икәүһе әллә ниндәй уйындар уйнайҙар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Башҡа кешеләргә ҡырыҫыраҡ балам да Инсафты үҙ итте. Шулай гел һөйләшеп-осрашып йөрөй торғас, бөтөнләйгә бер-беребеҙгә эйәләшеп, эҫенешеп киттек, үҙебеҙ, тормошобоҙ тураһында һөйләшәбеҙ, көлөшәбеҙ. Бер көндө ул миңә тәҡдим яһаны, ҡыҙымдың да ризалығын һораны. Мин, бер аҙ уйланып йөрөгәндән һуң, риза булдым. Тәүҙә Инсаф тыуған ауылына ата-әсәһе менән таныштырырға алып ҡайтты, улар фатихаһын биргәс, шунда уҡ никах уҡытып ҡайттыҡ. Аҙаҡ барып яҙылыштыҡ та, яҡын дуҫтарыбыҙҙы ғына саҡырып, кескәй генә табын ҡорҙоҡ. Шул көндән бирле, бына хәҙер һигеҙ йыл инде үҙемде иң бәхетле ҡатын-ҡыҙ, тип һанайым. Район үҙәгендә йорт күтәрҙек, икебеҙ ҙә эшләп йөрөйбөҙ, ҡыҙыбыҙ Инзилә тыуҙы, уға хәҙер өс йәш тула. Эльвирам һигеҙенселә уҡый, уҡыу отличнигы, бейеүсе лә. Инсаф беҙҙе «минең ҡыҙҙарым» тип кенә алып йөрөй, хәленән килгәнсә ҡәҙерләй, һаҡлай, беҙгә байрам эшләргә ярата. Йәй көндәренә тәбиғәт ҡосағынан ҡайтып инмәйбеҙ: еләк-емеш, бәшмәк, дарыу үләндәре йыябыҙ. Баҡсаға әүәҫләнеп киттем, ә элек баҡса ултыртыу тураһында уйлап та ҡарамағанмын (ысынын әйткәндә, шул баҡсанан күпме көс-дәрт, унан бигерәк ҡыш сығырлыҡ уңыш алаһың).
Хәҙер инде миңә элекке тормошом, әйтерһең дә, бер төш, хатта минең менән булмаған кеүек. Башҡаларға ла әйтер һүҙем шул: бер ваҡытта ла кешенең тышҡы матурлығына алданмағыҙ, бар ауыл ҡыҙҙарын көнләштерерлек кейәүем ниндәй ине лә, төҫ-башы менән башҡаларҙан бер нәмәһе менән дә айырылмаған ябай һөнәр кешеһе әлеге ирем ниндәй? Йәш саҡта йәш ҡыҙҙар тормошҡа «алһыу күҙлектәр» аша ҡарай шул. Матурлыҡ һыу буйлатмай. Иң мөһиме, кешенең күңеле матур булһын. Мин һөйөклө иремә рәхмәтлемен. Йөрәге ҙур Инсафтың! Башҡа ирҙәрҙең дә ҡатындарына, яратҡан йәрҙәренә ихлас мөғәләмәлә булыуын, күңелдәрҙе күтәрерлек йылы һүҙҙәрен йәлләмәүен теләйем. Бер-береңде аңлап, һаҡлап-ҡәҙерләп йәшәүгә ни етә?! Мин әлеге көндә лә үҙҙәренең икенсе яртыһынан – балаларының аталарынан туҡмалып көн итеүсе ҡатындар булғанлығын ишетеп беләм. Был хәлдә ир-егеттәрҙе генә (улай тип әйтергә тел дә бармай әле) ғәйепләмәйем, ә бына шуға түҙеп, үҙҙәрен шундай кимәлгә төшөрөп йөрөгән гүзәл заттарҙа ла ғәйеп бар, тип уйлайым. Үҙегеҙҙең ҡәҙерегеҙҙе ебәрмәгеҙ, ҡыҙҙар! Бәҫегеҙҙе төшөрмәгеҙ! Аҡыл өйрәтә, тип уйлай күрмәгеҙ, кеше һүҙенән ҡурҡып, баҫылып йәшәү беҙҙең башҡорт ҡыҙҙарына хас күренеш булыуы йәнемде әрнетә. Ваҡытында дөрөҫ ҡарарға килегеҙ, эсеп-туҙып, бер ҡайҙа ла эшләмәгән ирҙе кире әҙәм итеүе икеле булһа, бигерәк тә ул үҙе тәүбәгә килеп, дауаланырға теләмәһә, ике уйлап тороу урынһыҙ. Минеңсә, аталарынан ҡағылып-һуғылып үҫкән балалар ҙа һеҙҙең улар хаҡына ыҙалап йәшәгәнегеҙ өсөн бер ҡасан да рәхмәт әйтмәйәсәк. Был тормош хәҡиҡәте, донъяуи миҫалдар ҙа етерлек. Әгәр башығыҙға минең хаҡта: «Насарға өйрәтә йәштәрҙе», тигән уйҙар килһә, тимәк, һеҙ бәхетле кеше!»
Ысынлап та, тормош юлдары ҡатмарлы. Һәр кем уны үҙе теләгәнсә үтә. Әгәр тормошобоҙ гөлдәй булһын, тиһәк, барыбыҙға ла – ир-егеттәргә лә, ҡатын-ҡыҙҙарға ла көслө ихтыяр кәрәк. Ныҡ булығыҙ, көслө гүзәл заттар!
Сәлимә КЕЙЕКБИРҘИНА.