Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
28 Май 2019, 19:18

“Кәкүк” булғым килмәй йәки Тәүбәгә килгән “ҡошсоҡтар”

Айгөл ҙур булмаған ауылда өләсәһе менән генә йәшәне. Ата-әсәһен ныҡлап хәтерләмәй ҙә ул. Ҡыҙға дүрт йәш булғанда аты менән бергә боҙ аҫтына китеп һәләк булған улар. Ауыл Салауат ҡалаһынан әллә ни алыҫ түгел. Ағиҙел аша тураға сыҡһаң, биш саҡрымдай ғына. Халыҡ йәйен урабыраҡ аҫмалы күперҙән, ҡышын йәйәү ҙә, ат менән дә боҙ аша ҡалаға йөрөй.


Инде килеп XXI быуаттың тәүге ун йылын тамамланыҡ. Аллаға шөкөр, тип әйтәйек, яңы быуат, алдағыларынан айырмалы, әлегә тыныс ҡына дауам итә. Әллә ни иҫ китерлек хәл-ваҡиғалар, тетрәндергес бәлә-ҡазалар ҙа юҡ кимәлендә. Тыныс тормошта йәшәп, тыныс ҡына донъя көтәбеҙ.

Яңынан-яңы йорттар, мәғариф, мәҙәни, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, хатта завод-фабрикалар төҙөлә, тип ҡыуанабыҙ, йылдан-йыл халыҡтың йәшәү кимәле күтәрелә, тип шатланабыҙ. Егәрлеләр тырышып-тырмашып донъя ҡора, ялҡауҙар иһә эшһеҙлек буйынса пособие алып тамаҡ туйҙыра. Уларҙы ла ҡырға типмәйбеҙ, йәнәһе. Тәү ҡарауҙа күптән хыялланған йәшәү рәүешенә, матур тормошта көн итергә ирешеп киләбеҙ кеүек. Ләкин төптәнерәк уйлап ҡараһаң, йөрәк тынысһыҙлана, күңел әрней башлай, үҙенән-үҙе “тормошобоҙ ысынлап та матурмы һуң?” тигән һорау килеп тыуа. Халыҡҡа бик белендермәй эшләнгән хилаф эштәр ҙә байтаҡ шул был тормошта. Бөгөн сафҡа баҫтырылған завод-фабрикаларҙың, башҡаһының иртәгә кем ҡулына эләгере лә билдәһеҙ, сөнки илде “приватизация” ялмап алған һәм ҡомһоҙҙарҙың ҡулы бик оҙон, мәкерлектәренең, оятһыҙлыҡтарының сиге юҡ. Тыуған йортобоҙҙа ла күптән инде “һыу” үтеп инә башланы. Шулай дауам итһә, артабан ныҡлап баҫып торорлоҡ “ҡоро ер ҙә” ҡалмауы бик мөмкин. Күпме көс түгеп тапҡан-таянғаныбыҙҙың күп өлөшө “бер урынға” китеп һоғонола. Былары ил кимәлендә.

Ныҡлабыраҡ, күңел күҙе менән ҡараһаң, үҙ йортобоҙҙа ла тормошобоҙҙо үтә лә йәмһеҙләгән кире күренештәр байтаҡ шул. Эскелек, наркомания, енәйәтселек һәм башҡаһы бөгөнгө көндә баштан ашҡан, бар булмышыбыҙҙы быуып алып бара һәм уларҙы ауыҙлыҡлап булырмы икән бер ҡасан, тип ҡурҡып та ҡуяһың хатта.

Барыбыҙҙы ла бик борсоған тағы бер йәмһеҙ күренеш – ул үкһеҙ ҙә, тере лә йәтимдәр менән донъя тулыуы.

Ғәҙәттә, етемдәр башлыса ҡәһәрле һуғыш “емештәре” булырға тейеш тә бит, әммә байтаҡ йылдар (шөкөр итәйек) әллә ни ҡан ҡойғос алыш-бәрелештәр булманы, ә йәтимдәр һаны кәмергә уйлап та ҡарамай, киреһенсә, артыу өҫтөндә. Был үҙе үк йәшәү рәүешебеҙҙең камил түгеллеген, дөрөҫ тормоштан әлегә алыҫта булыуыбыҙҙы раҫлай.

Миңә Ишембай районындағы Урман-Бишҡаҙаҡ, Петровск балалар йорттарында йыш булырға тура килде һәм һәр барыуымда унда тәрбиәләнеүселәр хаҡында әллә күпме ғибрәтле хәбәрҙәр ишетеп ҡайттым. Ҡайһы берҙәре бигерәк тә күңел тетрәткес, йөрәк өшөткөс әсе яҙмышҡа дусар булған. Араларында ғүмерҙәрендә әсә һөтө татымаған, әсә наҙы тоймаған “кәкүк балалары” ла байтаҡ. Улары бигерәк тә йәл. Ләкин бөгөн мин һүҙемде “кәкүк” әсәләр хаҡында түгел, ә тәүбәгә килгән “кәкүклек”тән арына алғандар хаҡында алып барасаҡмын. Бәлки, уларҙы уҡып, кемдер ғибрәт алыр, кемдер үҙ балаһын ҡабат ҡулына алып бағыр, йәтимдәр һаны аҙ ғына булһа ла кәмер тигән өмөт менән яҙам был күргән-ишеткән хәл-ваҡиғаларҙы.

Ҡортло булған эскәйе

Айгөл ҙур булмаған ауылда өләсәһе менән генә йәшәне. Ата-әсәһен ныҡлап хәтерләмәй ҙә ул. Ҡыҙға дүрт йәш булғанда аты менән бергә боҙ аҫтына китеп һәләк булған улар. Ауыл Салауат ҡалаһынан әллә ни алыҫ түгел. Ағиҙел аша тураға сыҡһаң, биш саҡрымдай ғына. Халыҡ йәйен урабыраҡ аҫмалы күперҙән, ҡышын йәйәү ҙә, ат менән дә боҙ аша ҡалаға йөрөй. Айгөлдөң ата-әсәһе йомоштарын йомошлап ҡайтып килгәндә бәләгә юлыҡҡан да инде. Яҙғы боҙ яҫтыҡ ҡалынлыҡ булһа ла ышанма, тип белмәй әйтмәгәндәрҙер – һыу ҡалҡа башлаған мәлдә була был хәл.

Тормоштары бик етештән булмаһа ла, матур ғына йәшәне Айгөлдәр. Маһира инәй ҡыҙҙы бар көсөн һалып тәрбиәләргә тырышты. Ейәнсәре тыныс холоҡло, уңған, тырыш ҡыҙ булды. Һәр эштә ярҙамсы, уҡыуҙа ла һынатманы.

Һигеҙенсе класты тамамлағас, Айгөл өләсәһенә медучилищеға уҡырға барырға теләге барлығын әйтте. Маһира инәй уның ниәтен хупланы ғына. Имтихандар тапшырыр алдынан үҙе ейәнсәре менән бергә Салауатҡа барып, унда йәшәгән әхирәтенең ҡыҙына фатирға урынлаштырып ҡайтты. Ниндәйҙер ауырыуы арҡаһында бала таба алмаған һәм шуны сәбәп итеп ире ташлап киткән ҡырҡ йәштәр тирәһендәге Нәсимә исемле был ҡатын-ҡыҙҙы бик йылы ҡабул итте. Уның өсөн өлтөрәп торҙо.

Айгөл тәүге имтихандарын яҡшы билдәгә тапшырҙы. Әммә бәлә аяҡ аҫтында тиҙәр бит, икенсеһенә китеп барғанда, трамвай юлына эләгеп тәгәрәп, һул аяғын һындырҙы. Ҡыҙҙы тиҙ ярҙам машинаһы менән алып китеп, дауаханаға һалдылар. Хыялдары тормошҡа ашмауына бик хафаланды Айгөл. Алабарманланып, бәләгә тарып ятыуына үҙен үҙе әрләне. Ләкин, ни эшләһен, яҙмыштыр инде, тип уфтаныуҙан башҡа сара юҡ. Өләсәһе менән Нәсимә апаһының килеп йыуатыуҙары ғына күңеленә бер аҙ дауа булды.

Ләкин, бер ямандың – бер яҡшыһы. Айгөл дауаханала тәүге мөхәббәтен осратты. Үҙен дауалаған табипҡа ҡапылдан үлеп ғашиҡ булды ла ҡуйҙы. Һомғол буйлы, ҡара бөҙрә сәсле утыҙ йәштәр самаһындағы был ир-егет ҡыҙға бигерәк тә иғтибарлы, ихтирамлы булып, янына йыш ҡына инеп-сығып йөрөнө, яғымлы ҡарашы менән иркәләп, матур һүҙҙәр һөйләп күңелен йыуатты. Айгөл Айрат янында булғанда ниндәйҙер әйтеп аңлатҡыһыҙ ләззәт кисерҙе, йөрәге дарҫлап типте, күңеле ярһып ҡайҙалыр ашҡынды. Тәүҙәрәк аңғармаһа ла, һуңыраҡ үҙенең ғашиҡ булыуын төшөнөп, ҡурҡып та ҡалды ҡыҙ, хатта. Шулай ҙа дауаханаға эләгеп, унда мөхәббәтен осратҡанына, һөйгән кешеһенең һәр саҡ янында булыуына ҡыуанып, үҙен бик бәхетле һананы. Тик бына дауахананан сыҡҡас нимә эшләрен, Айратты күрмәй нисек йәшәрен уйлап бойоҡто. Ә уныһының: “Уҡырға киләһе йыл инерһең, быйылға бында санитарка булып урынлаш, үҙем ярҙам итермен”, – тигәнен ишеткәс, ҡыуанысының иге-сиге булманы. Тимәк, улар бергә эшләп, бер-береһе менән осрашып, күрешеп торасаҡ. Айраттың ҡатыны, балаһы барын да белде Айгөл. Ләкин һөйөү утында янған ҡыҙ быға әллә ни иғтибар итмәне.

Дауаханала эшләй башлауына ике аҙна самаһы ваҡыт үткәс, Айрат Айгөлдө үҙенең тыуған көнөн икәүҙән-икәү генә үткәреү өсөн ҡала ситендәге баҡсаһына саҡырҙы. Ҡыҙ бер һүҙһеҙ риза булды. Унда Айрат мөхәббәттән дә, шарап шауҡымынан да башы әйләнгән ҡыҙҙың ҡолағына наҙлы һүҙҙәр шыбырланы. Ҡатынын яратмауын, балаһы хаҡына ғына уның менән бергә йәшәүен, нисек тә айырылышып, Айгөл менән ҡауышасағын да әйтергә онотманы. Ул көндө баҡсала ҡунып ҡалды улар. Артабан да йыш ҡына унда барып йөрөнөләр. Һыуыҡтар төшкәс, Айрат һөйәркәһен иптәшенең буш торған фатирына урынлаштырҙы. Нәсимә апаһы уны бик ебәргеһе килмәһә лә, ни эшләһен, күҙ йәштәре аша оҙатып ҡалды.

Үҙенең ауырлы икәнен Айраты һөнәре буйынса Чечняға оҙайлы командировкаға киткәс кенә белде Айгөл. Башта ҡыҙ ҡаушап был килеш бер яңғыҙым нишләрмен, тип ҡурҡыуға төштө. Аҙаҡ башынан ярай әле Айрат белмәй китте, ҡайтыуына сюрприз булыр, тигән уй үтте. Ейәнсәрен ҡорһаҡлы килеш күреү менән йөрәген тотоп түшәккә йығылған өләсәһе шул ятыуынан торманы, гүр эйәһе булды. Был хәл Айгөлдө һеңгәҙәтә һуҡты. Үҙен үҙе ғәйепләп, әллә күпме тыныслана алмай яфаланды ул. Ауыр саҡтарында ярай ҙа таяныр кешеләрем – Айратым һәм уның балаһы бар, тип йыуанған булды.

Балаһы тыуыу менән табиптар тураһын ғына әйтмәй: “Ҡыҙың зәғиф, һиңә уны тәрбиәләү бик ауырға төшәсәк”, – тип иҫкәртеп ҡуйҙы. Палатала бергә ятҡан бер-ике ҡатын да йоҙроҡтай ғына сабыйға ҡарап: “Һин үҙең дә бала ғына бит әле, етмәһә яңғыҙһың, ҡыҙыңды бында ғына ҡалдыр ҙа ҡуй”, – тип кәңәш бирҙеләр.

Әммә йәш әсәгә үҙ ҡарынынан сыҡҡан, һөйгән кешеһенән тапҡан балаһы шул тиклем яҡын, шул тиклем йәл тойолдо, хатта уны бер минутҡа ла ҡулынан ысҡындырғыһы килмәне. Айгөлдө күрергә килгән Нәсимә апаһы ла: “Ҡалдырып китәһе булма, үҙем ҡарашырмын”, – тип киҫәтеп ҡуйҙы һәм Айгөл сабыйын күтәреп фатирына ҡайтыу менән көн дә тип әйтерлек килеп уны тәрбиәләште.

Балаһын тәү күреүҙә үк: “Ниңә таптың уны, кемгә хәжәте бар был етлекмәгәндең!” – тип, Айрат үҙен шатландырырға хыялланған йәш ҡатындың йөрәгенә бысаҡ ҡаҙағандай итте. Килгән һайын сабыйҙың илауына сыҙамай: “Ҡасан тонсоға инде үләтең!” – тип мыжыуҙан бушамай. Айгөлдө ике ут араһына һалды.

Ә бер көндө ул ҡәтғи рәүештә: “Бөгөн үк етлекмәгәнеңде детдомға илтеп тапшыр, йә ул, йә мин!” – тип Айгөлдөң йөрәген үтәнән-үтә телгеләне. Йәш ҡатын оҙаҡ ҡына һушһыҙ ятып, ҡапыл ғына аңына килгән кешеләй Айратҡа төбәлде. Шул саҡ алдында торған әҙәмдең биҙәкле йылтыр ҡоршауы ҡапылдан ҡойолоп төшөп, күҙҙәренә ир-уҙаман урынына бер бахырҙың шәүләһе генә салынғандай булды. “Хайуандың хайуанына ла балаһы ғәзиз, ә был әҙәм үҙ балаһын емтеккә һанай, унан ваз кисә, ниндәй түбәнселек” тигән уй башынан үтте. Ҡолағында ҡасандыр ауыл клубында ишеткән таҡмаҡтың, “Матур алма тип ҡыҙғайным – ҡортло булды эскәйе” тигән һүҙҙәре яңғырап киткәндәй булды.

Айрат сығып китеү менән Айгөл балаһының әйберҙәрен йыйыштырып алды ла, сабыйын ҡосағына ҡыҫып, Нәсимә апаларына йүнәлде.

Күпмелер ваҡыт үтеп, башҡа әйберҙәрен алып китергә тип килгәндә фатирға йәш кенә ҡыҙ хужа булып та алғайны инде.

Бала – бауыр ите шул

Нәфисә көҙгө йонсоу көндәрҙең береһендә бала табыу йортона инеп ятты. Палатала унан тыш тағы ла өс буласаҡ әсә сабыйҙарының яҡты донъяға киләсәген көттө. Нәфисә урынлашыу менән ҡатындар уның кем, ҡайҙан икәнлеген төпсөнә лә башланы. Ләкин яңы бүлмәләштәренең бер генә лә уларға яуап биргеһе килмәне. Үҙенең исемен һәм яҡындағы райондан икәнен генә әйтте лә, карауатында стенаға уҡ әйләнеп ятты. Ҡатындар уға аптырабыраҡ ҡарап яурындарын ғына һикертте лә, үҙ-ара әңгәмәгә күсеп китте.

Нәфисә артабан да бүлмәләштәре менән аралашып барманы, күп ваҡыт үҙ уйҙарына сумып, шым ғына урынында борғоланды, төндәрен башҡаларға һиҙҙермәҫкә тырышып балауыҙ һыҡты.

Бер кисте уның карауатына егерме биш йәштәр самаһындағы Ғәйшә исемле ҡатын килеп ултырҙы һәм йомшаҡ ҡына итеп: “Һеңлем, һыҙланаһың, буғай. Был тыуасаҡ балаңа ҙур зыян итәсәк. Эсеңде бушат, сабыйыңды тыныс күңел менән, ҡыуанып ҡаршы”, – тине. Был ҡатындың ипле һүҙҙәре, яғымлы ҡарашы Нәфисәнең күңеленә шифалы тын бөрккәндәй итте һәм ул, бер аҙ асыла биреп, ҡатынға уйламағандан ғына ауырға ҡалыуын, тыуасаҡ балаһы бөтә уй-хыялдарын селпәрәмә килтерәсәген, иң мөһиме – һөйгән егете менән ҡауышыуға юл ябасағын әйтте. Ғәйшәнең: “Нисек, был ауырың егетеңдән түгелме ни?” – тигән һорауына ул: “Егетем армияла, ә был башҡанан”, – тип яуап бирҙе лә күҙ йәштәренә мансылып йәнә шымып ҡалды. Бер аҙ тынысланғас, йәнәшәһендә йомшаҡ ҡулдары менән сәстәренән һыйпап ултырған ҡатынға түкмәй-сәсмәй тип әйтерлек барыһын да һөйләп бирҙе.

Салауат педагогия училищеһында уҡыған Нәфисә ҡышҡы каникулдарын ғәҙәттәгесә урман-тауҙар ҡуйынында ятҡан төпкөл ауылдарында үткәрҙе. Ҡышын һирәк-мирәк кенә йөрөгән автобус ул китәһе көндө килмәне. Бәхетенә, ағас тейәгән йөк машинаһы тап булды. Йылы кабинаға инеп ултырған ҡыҙ, ҡайһылай йәтеш булды, бер нисә сәғәттән барып етермен, тип шатланды. Тик, буран сығып, тауға үрләгәндә бөтөнләй ҡоторона башланы һәм юлды үткеһеҙ итте лә ҡуйҙы. Машинаһының барырҙай рәте ҡалмағас, шофер: “Ултыр инде хәҙер юлды асҡандарын көтөп”, – тип йомшаҡ ҡына һүгенеп алды. Оҙон буйлы, күрер күҙгә сибәр генә был егет кабинаны һыуытмаҫ өсөн тәүҙә машинаһын йыш-йыш ҡына эшләтеп алғыланы ла, һуңғараҡ: “Солярка бөтһә, бөтөнләй туңып ҡуйыуыбыҙ бар”, – тип һирәк кенә ҡабыҙҙы. Ҡаласа кейенгән Нәфисә кабина һыуыныу менән ныҡлап өшөй башланы. Шофер егет, ултырғыс артынан юрған алып, ҡыҙҙы шуға төрөндөргәйне лә, файҙаһы аҙ булды. Ҡараңғы төшкәндә Нәфисә теше-тешкә теймәй ҡалтырана уҡ башланы. Шунда егет: “Бөтөнләй күгәрҙек, һылыу, ошоноң менән йылытмай булмаҫ һине”, – тип, бер шешә араҡы сығарып, ҡыҙға ярты стакан ҡойоп бирҙе. Нәфисә сараһыҙҙан уны бөтөргәнсе эсә һалды һәм шунда уҡ тәненә йылы йүгергәнен тойҙо, бер аҙҙан ҡалтыраныуҙан да туҡтаны. Егет үҙе лә ҡойоп эсте, аҙлап-аҙлап ҡыҙға ла йотторҙо. Эсенә йылы инеп, инде йоҡоһо килеүҙән иҫнәй башлаған ҡыҙҙы ул ултырғыстар артындағы урынға ятҡырҙы һәм: “Бер тун аҫтында бер-беребеҙгә терәлеп ятһаҡ, өшөмәҫбеҙ”, – тип эргәһенә ятты. Араҡы шауҡымы ла, егеттең сисеп ятҡан туны аҫтында уның тән йылыһын тойоу ҙа ҡыҙҙы бөтөнләй иҙрәтеп ебәрҙе. Бер-береһенә терәлеп, йоҡлап ҡына ятманы шул улар ул төндө.

Иртәгеһен уларҙы трактор тауышы уятты. Буран баҫылып, ул һалған һырынтыларҙағы ҡар бөртөктәре иртәнге ҡояш нурҙарында күҙ сағылдырып йымылдаша ине. Юл таҙартып барған трактор артынан имен-аман ғына Ишембайға килеп еттеләр. Нәфисә оялышынан юл буйы егеткә күтәрелеп тә ҡараманы тип әйтерлек. Машинаһынан төшкәндә уныһы: “Ғәфү ит, һылыу, тыйыла алмағаным өсөн. Һин миңә ныҡ оҡшаның, ҡатыным, балаларым булмаһа, бөгөндән һиңә өйләнер инем”, – тине. Ҡыҙ бер ни ҙә өндәшмәне.

Юлда килгәндә әллә ни уйламаһа ла, Салауатҡа етеп, дөйөм ятағындағы карауатына һуҙылып ятҡас ҡына үҙенең ниндәй гонаһ ҡылғанын, һине көтәм, тип әрмегә оҙатып ҡалған Фәниленә нисек хыянат иткәнен бар ысынбарлығы менән төшөндө Нәфисә. Уға ни тип яуап бирермен тип байтаҡ өҙгөләнде. Ә һуңлап ҡына ауырға ҡалғанын да белгәс, хатта үҙ-үҙенә ҡул һалыр сиккә лә етте.

Барыбер беленәсәк, тип бер көндө бар ҡайғы-хәсрәтен бергә йәшәгән әхирәт ҡыҙы Хәлимәгә һөйләне лә бирҙе. Уныһы тәүҙә йәлләп “ах” та “ух” килде лә, аҙаҡ: “Ярар. Булыры – булған, тик аборт эшләтеп ҡуйма. Унан һуң ҡабат бала табыу бик икеле”, – тип миҫалға тәүге йөктәрен төшөртөп, аҙаҡ бөтөнләй түлһеҙ ҡалған ҡатындарҙы килтерә һалды. “Балаңды тап та, роддомда ҡалдыр ҙа кит. Хәҙер күптәр шулайта”, – тине Хәлимә.

Нәфисә һиҙҙертмәй генә аборт эшләтермен, тип уйлап ҡуйғайны инде. Әммә әхирәтенең һүҙҙәре уны хафаға һалды. Ысынлап та, артабан әсә булыуҙан үҙен мәхрүм итеп ҡуйһа? Ә уның бар хыялы Фәниленә кейәүгә сығып, итәк тултырып бала табыу ине бит. Уйҙарынан башы ҡатҡан ҡыҙ әхирәтенең һуңғы кәңәшенә ҡолаҡ һалырға булды.

Фәнил менән Нәфисә бер ауылда тыуып үҫте. Бергә мәктәп тамамлап, ҡыҙ – Салауатҡа, егет Стәрлетамаҡҡа китеп уҡырға инде. Фәнил ял һайын тип әйтерлек ҡыҙ янына килеп йөрөнө, йәиһә ауылдарында осраштылар. Барыһы ла уларҙы матур парға һанап, матур ғаилә ҡорорҙарына ышанып бөткәйне. Нәфисәнең ниндәй хәлдә тороп ҡалғанын белһәләр, аптырауҙарынан һуштары китәсәк. Ә Фәнил – бигерәк тә ғорур егет. Уны бер ҡасан да ғәфү итмәйәсәк.

Нәфисә үҙенең ауырлы икәнен белендермәҫ өсөн барыһын да эшләргә тырышты. Хәлимәнең кәңәшенә ҡолаҡ һалып, ауылына ла ҡайтып йөрөмәне, эсен һәр саҡ ҡыҫып бәйләне, ваҡытын күберәк бүлмәһендә үткәрҙе. Һәм, ваҡыты еткәс, бала табыу йортона инеп ятты. Уйында хәҙер тиҙерәк бәпесләй һалыу ҙа, тиҙерәк унан ҡотолоу.

Ғәйшә уның һөйләгәндәрен бүлдермәйенсә генә тыңланы ла: “Улай икән”, – тип кенә үҙ карауатына барып ултырҙы.

Шул кисте уларҙың икеһен дә тулғаҡ тота башлап, бер-бер артлы бәпестәре лә тыуҙы.

Үҙенә имеҙергә килтергән малайын Нәфисә тәүҙә сирҡаныбыраҡ ҡулына алһа ла, күңеле менән уның үҙенә бик яҡын, ҡәҙерле икәнен тойҙо. Сабыйына үтә лә эҫенеп китһә, унан айырылыуы ауыр буласағын һиҙеп, тиҙерәк бала табыу йортонан сығып тайыу хәстәрен дә күрә башланы.

Ҡыҙҙың ниәтен белгән Ғәйшә бер Нәфисәгә, бер уның ҡулындағы сабыйға ҡарап торҙо ла: “Врачтар менән һөйләшеп малайыңды үҙемә алып ҡалырмын, башҡаларға игеҙәктәрем тыуҙы тип әйтермен. Үҙҙәре бер-береһенә оҡшап та торалар бит”, – тине. Аҙағыраҡ ҡыҙға сәйерерәк ҡарап ҡуйып: “Атаһының исеме кем ине?” – тип һорап ҡуйҙы. Нәфисә үҙе лә аптырай биреп, шофер егеттең исемен дә һорамауын әйтте. Үҙ балаһынан айырылыу нисек ауыр икәнен әсә булғандар ғына бар ысынбарлығында аңлайҙыр. Нәфисә бала табыу йортонан сыҡҡас, үҙен ярты йөрәген ҡырҡып унда ҡалдырып киткәндәй тойҙо. Нисек кенә тырышмаһын, күҙ алдынан уймаҡтай ғына ирендәрен ҡыбырлатып ятҡан сабыйының йөҙ-һынын ҡыуа алманы. Хәсрәткә батырып, күңелен балаһы хаҡындағы уйҙар биләп тик торҙо. Фәнилдән йыш ҡына килеп торған хаттар бер аҙ йыуаныс бирҙе биреүен. Ләкин әрменән ҡайтыр алдынан яҙған һуңғы хаты Нәфисәне һеңгәҙәтә һуҡты. “Һин миңә хыянат итеп, бала табып ятҡанһың, оятһыҙ!” тип кенә яҙылғайны унда. Кемдән, нисек белгән? тигән һорау телгеләне күҙ йәштәре аша хатҡа төбәлгән ҡыҙҙың мейеһен ул саҡ.

Фәнил әрменән ҡайтҡас, килде ул йәшәгән бүлмәгә. Ләкин уның янына түгел, ә эс серҙәрен уртаҡлашып, яҡын күреп йөрөгән әхирәте Хәлимә янына. Ә уныһы Нәфисәгә оятһыҙ күҙҙәрен төбәп: “Мөхәббәтең өсөн көрәшеүҙә бөтә юлдар ҙа яҡшы. Мин Фәнилгә тәү күреүҙән үк ғашиҡ булғайным”, – тип кенә ебәрҙе.

Көс-хәл менән имтихандарын тапшырып, ҡулына диплом алып, Нәфисә тыуған ауылына эшкә ҡайтты. Ваҡыт барыһын да дауалай тиһәләр ҙә, Нәфисәнең күңел ғазабы киреһенсә көсәйә генә барҙы. Мәктәптә саҡта бер аҙ онотолһа ла, өйөнә ҡайтҡас, бигерәк тә йоҡларға ятҡас, сабыйы хаҡында уйҙар мейеһен бырауланы.

Түҙемлеге бөткәс, малайына бер йәш булған көндө уны күреп булһа ла ҡайтайым тип, күстәнәс-бүләк тейәп юлға сыҡты. Ғәйшә теге ваҡыт адресын әйтеп ҡалдырғайны, ашҡынып килеп етһә лә, сабыйы йәшәгән күп ҡатлы йорт алдына еткәс, ҡапыл инергә ҡыймай туҡтап ҡалды ҡыҙ һәм ишек алдындағы эскәмйәгә килеп ултырҙы. Бер аҙ ваҡыт үткәс, йәнәшәһендәге оло йәштәрҙәге апай: “Кемгә килгәйнең, ниңә инмәйһең?” – тип һорап ҡуйҙы. Нәфисә Ғәйшәнең исемен әйткәс, апай уға боролоп уҡ ултырып, “Уны кисә генә күмеп ҡайттылар бит. Яман шеше булған, ике-өс ай эсендә һурылып, юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы, бахырҡай. Дүрт бала менән нишләр инде Сәғитйәне”, – тине. Быны ишеткәс, Нәфисә ни әйтергә лә белмәй аптырап ҡалды ла, бәләгә тарыған балаһын ҡотҡарырға ташланған ҡошсоҡтай, ҡапыл ишеккә ынтылды. Фатир ишеген уға ике ҡулына ике бала күтәргән… шофер егет асты.

Уйламағанда дүрт балаға әсә булып ҡуйған Нәфисә менән ауыр сағында ҡапылдан таяныс тапҡан Сәғитйән, матур ғына пар булып, донъя көтәләр, инде бишенсегә атай-әсәй булырға әҙерләнәләр, тинеләр миңә.

Мөҙәрис БАГАЕВ.

Читайте нас: