Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
28 Май 2019, 18:46

Тиҙ ярҙам

Беләм: иҫ киткес эскерһеҙ, күңелсәк кеше ул Артур. Кешенең күңеле сараһыҙлыҡтан ҡатҡыллана, бөтмәҫ-төкәнмәҫ проблемаларҙан... Йәнкиҫәгем дә кеше хәсрәтенә, бәләһенә һуҡыр була башланымы ни? Уф, йөрәгем... Күкрәк ситендәге йөрәк йәнә өҙгөләнде, ҡыҫып-ҡыҫып ауыртты, тамаҡҡа төйөр булып тыҡлыҡты. – Артур, бәлки, уның да әсәһе барҙыр, улы өсөн борсолалыр, берәй ваҡыт ҡайтып инер, тип көтәлер...

Киҫешкәндә ғүмер юлдары

Иптәшем Артур менән "Мир фирмаһы" туҡталышынан болоҡһоп ҡына ҡайтып килә инек. Ҡояш түҙгеһеҙ булып ҡыҙҙыра, тын алырлыҡ әмәл юҡ, күкрәк ситлегендә әллә йөрәк, әллә күңел сәбәләнә.

Былтыр ғына вуз бөтөрөп, өйләнешкәс, Өфөлә йәшәргә тәүәккәлләгәйнек шул. Ауылдан әсәйем кеше аша ебәргән күстәнәсте йөкмәп, тауыҡ кетәгендәй генә торлағыбыҙға өҫтөрәлеп ҡайтып киләбеҙ. Картуф, ҡаймаҡ, икмәк...

Автобус туҡталышы янындағы буй-буй теҙелеп киткән һәндерәләрҙә халыҡтың кемеһе гәзит уҡый, кемеһе гәп һата. Ҡапыл халыҡ ары-бире йөрөп торған ҡаҡ асфальтта ниҙер ятҡанын шәйләп, күрәш күҙҙәремде ҡыҫа бирәм. Һәндерәләрҙең береһе янында... бер егет һуҙылып ятҡансы?! Эҫенән әлһерәп ауҙымы икән? Әллә йөрәге тоттомо? Ҡурҡышымдан ауыҙымды усым менән баҫам, тауышҡа ирем әйләнеп ҡарай. Бармаҡ осо менән егеткә төртөп күрһәттем.

– Ҡара әле... – мин егеткә ҡаршы бер аҙым яһаным, ә ирем, ҡапыл йәне көйөп, тиктомалдан туҙынып китте.

– Беҙҙең былай ҙа хәстәребеҙ баштан ашҡан! Ә беҙгә кем ярҙам итер?

Ирем ауыҙ эсенән ниҙер һөйләнә-һөйләнә алпан-толпан атлап, икенсе яҡҡа ынтылды. Беләм: иҫ киткес эскерһеҙ, күңелсәк кеше ул Артур. Кешенең күңеле сараһыҙлыҡтан ҡатҡыллана, бөтмәҫ-төкәнмәҫ проблемаларҙан... Йәнкиҫәгем дә кеше хәсрәтенә, бәләһенә һуҡыр була башланымы ни? Уф, йөрәгем... Күкрәк ситендәге йөрәк йәнә өҙгөләнде, ҡыҫып-ҡыҫып ауыртты, тамаҡҡа төйөр булып тыҡлыҡты.

– Артур, бәлки, уның да әсәһе барҙыр, улы өсөн борсолалыр, берәй ваҡыт ҡайтып инер, тип көтәлер...

Әйтеп бөтөрмәнем, күҙҙәремә йәштәр эркелде. Башы һуҡҡан яҡҡа китеп барған ирем, һүҙҙәремде ишетеп, ҡырт боролдо ла, бер ни әйтмәй, бер нисә секунд эсендә теге егет янына барып ҡунаҡланы, пульсын тикшерҙе, "Тиҙ ярҙам" машинаһына шылтыратты. Ә мин, Артурымдың башынан һыйпап, үкһеп иланым да иланым. Их, нисек һағындырҙың һин, әсәй! Башты тубыҡтарыңа һалып, бер түгелеп илап алырға ине лә...

Ҡала шаулай, урам тулы халыҡ, барыһы ла ҡайҙалыр ашыға, саба, тәкмәс ата, абынған еренән кире тороп, йәнә алға ынтыла. Беҙ Артур менән баҫып торған ер, гүйә, ҡала тәбиғәтенән бүленеп, айырым утрауға әйләнгән. Артур бисара егеткәйҙең башын ҡалҡытырға тырыша, йәнә телефонына йәбешә, "Тиҙ ярҙам"ды йәһәтләй. Ә мин, беҙҙән башҡа бер кем дә булмағандай, илайым да илайым. Их, әсәй...

"Тиҙ ярҙам" килеп, егетте тейәп сапты. Иҫереп ауған, имеш. Беҙ, ирем менән ҡулға-ҡул тотоношоп, "Мир фирмаһы"нан аҫҡа ҡарай атлайбыҙ. Икебеҙ ҙә өндәшмәйбеҙ. Артур миңә ҡарап-ҡарап ала. Нисектер күңел бушап ҡалды. Әллә илағанға, әллә башҡа кешенең хәстәре менән булып, онотолоп торғанға...

– Әсәйҙәргә шылтыратып алырға кәрәк, – тине ирем бер аҙҙан. Мин күндәм генә баш ҡағам.

– Әйҙә... – мин йылмаям, Артур миңә йылмайыу менән яуап бирә. Күкрәк ситендәге тынғыһыҙ йөрәк тә, бер аҙ семеткеләп торҙо ла, тигеҙерәк һуға башланы. Көтөп торһон әле хәстәрҙәр. Иртәгегә тиклем...

Ләйлә САБИТОВА.

Читайте нас: