Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
28 Май 2019, 19:08

Ҡыҫҡармаһын бала саҡ

Баланы нисек тәрбиәләргә? Тамағын туҡ, өҫтөн бөтөн итеүҙән тыш, һау, белемле, тәртипле, аҡыллы, ҡыйыу булыуын да теләйһең. Шул уҡ ваҡытта мыжыу, илау, киреләнеүҙәренә нисек ҡарарға? Балаға һуғыу тәрбиә тип аталамы? Әллә шәхесте юҡ итеүсе алыммы был?

Гөлйөҙөм ишле ғаиләлә үҫә. Баш бала булғанға күрә йорттағы бар мәшәҡәт уның иңендә. Атаһы менән әсәһе эштән ҡайтыуға ашарға бешкән, мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡаралған булырға тейеш. Кесе туғандары тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Ләкин ул да бала. Туйғансы уйнағыһы, тиҫтер ҡыҙҙарыменән аралашҡыһы килә. Юҡ шул, уға ярамай, оҙаҡлаһа,әсәһенән эләгә. Бер көн шулай онотолоп китеп сана шыуған өсөн айырыуса, ҡаты дөмбәҫләү алды. Һәм был хәл ҡыҙҙың хәтерендә мәңгегә уйылды. «Туҡмаҡ алып үҫеүем мине күп ҡыйынлыҡтарға дусар итә. Кеше һүҙенән ҡурҡам, юҡҡа ғына хафаланам, баҙнатһыҙмын. Нимә генә эшләһәм дә, үҙемде нисек кенә тотһам да, хатта яҡшы һүҙ һөйләһәм дә кемдер ғәйепләй һымаҡ. Был комплекстарымды һуғылып, баҫылып үҫеүҙән генә күрәм”, ти ул.


Ошо тарих уйланырға мәжбүр итте. Баланы нисек тәрбиәләргә? Тамағын туҡ, өҫтөн бөтөн итеүҙән тыш, һау, белемле, тәртипле, аҡыллы, ҡыйыу булыуын да теләйһең. Шул уҡ ваҡытта мыжыу, илау, киреләнеүҙәренә нисек ҡарарға? Балаға һуғыу тәрбиә тип аталамы? Әллә шәхесте юҡ итеүсе алыммы был?

Әле үҙебеҙ нисегерәк тәрбиәләһәк дөрөҫ булыр икән тип аптырап та, икеләнеп тә йөрөгәндә, бындай темаға мәҡәлә яҙыу ауыр, әлбиттә. Төрлө педагогтарҙың китаптарын уҡып уфтаныу, һәр көн эсендә булған хәлгә, мөнәсәбәткә анализ яһау, уйланыу, иптәшем менән ошо юҫыҡта кәңәшләшеү, ҡайһы ваҡыт бәхәсләшеп тә китеү шундай процесс барғанда тәжрибәле педагог кеүек тәрбиә буйынса нотоҡ та уҡығы килмәй. Күптәр был мәсьәләне ябай нәмәне ҡатмарлаштырыу кеүек ҡабул итер төҫлө. Ысынлап та, ниңә шул йүргәгенән дә сығып өлгөрмәгән бәләкәй генә йән эйәһе өсөн бар донъяға яр һалырға ти әле? Тамағын туйҙырһаң етә, уйнай ҙа йөрөй ул, шулаймы? Тыңламаһа – әрләйһең, әҙерәк ҡурҡһын, елкәгә менеп ултырмаһын. Күп һүҙ нимәгә, елле генә итеп берҙе тондорһаң... Яныңдашымаҡай, нервыларың да тыныс. Кеше алдында ла оятҡа ҡалмайһың... Аҡыллы, тыңлаусан булып үҫә. Күптәр шундай позицияла. Әммә кемдеңдер сабыйы ҡаты һүҙһеҙ, сәпәләүһеҙ ҙә ыҡҡа киләлер, бәлки, уларҙы үпкәләтеп ҡуймайым.

Атай һәм ҡайыш

Баланың тыңлаусан булып үҫеүен маҡсат итеп ҡуяһығыҙ икән, ҡурҡытырға, әрләргә, хатта һуғырға ла мөмкин. Бындай шарттарҙа тәрбиәләнгән балағыҙ баҫалҡы булып үҫеүе ихтимал. Беҙҙең халҡыбыҙҙа шул сифат ярылып ята бит: күптәргә яттар алдында, сит мөхиттә ауыҙ асып һүҙ әйтеүе ауыр. Һүҙеңде алға сығарыу, бәхәсләшеү ҡайҙа! Ул хаҡта уйларға ла ҡурҡабыҙ. Өндәшмәй ҡалыу йә баш ҡағыуы анһатыраҡ та, хәүеф тә янамай, шулаймы? Атай-олатайҙар ишек башына сыбыҡ элеп ҡуйған тибеҙ ҙә ғорурланабыҙ. Уны тәрбиә алымы тип тә ебәрәбеҙ. Бала сыбыртҡынанҡурҡҡас, әсеһе теймәй ҡалмағандыр. Һуғыу өсөн аҡыл кәрәкмәй. Бер йыуаш ҡына ағай:Атай беҙҙе ҡайыш менән туҡмай торғайны”, – тип йыш телгә ала. Ғаиләһенә ҡарайым. Ҡатыны баш, улдары өсөн әсәй авторитет. Ағайҙың үҙе бар, һүҙе юҡ тиергә мөмкин. Ә әсәй баш булған ғаиләләрҙә проблемалар күберәк булыусан. Ҡәйнәмдең кәңәше күңелдән сыҡмай. Бәләкәй саҡтарынан атаһына ҡарата абруй тәрбиәләһәң, аҙаҡ үҙеңә рәхәт була, ти ул. Ысынлап та, уларҙың ике улы ла, ҡыҙы ла атай һүҙен өҫтөн ҡуя. Ул әйткәндән ситкә тайпылмаҫҡа тырыша. Тере миҫал. Әсәйҙәрен дә ҡәҙерләп, устарында тиерлек йөрөтәләр, әммә һүҙҙе гел атай әйтә, кәңәш атайҙан. Әсәй ҡыҫылмай, матур ғына итеп йылмайып ултыра. Балалары алдында ирен кәмһеткән ҡатындар ҙа була бит әле. Был иң ҡыҙғанысы, әлбиттә. Шунан ундай әсәйҙәр малайҙарына ҡартайғансы тәрбиә бирергә, нотоҡ уҡырға, йәшәргә өйрәтергә мәжбүр. Кемдер эскән ирҙе нисек абруйлы итеп күрһәтергә, тиер. Ә бала атаһын барыбер ярата бит. Шулай түгелме ни?

Ғәфү ит, балам!

Психологтар туҡмалып үҫкәндәрҙең ҡайһы берҙәре, киреһенсә, агрессив холоҡло була тип яҙа. Ғаиләһендә ғауға ҡуптарырға яратҡан, яҡындарын ҡалтыратып тотҡан ғаилә башлыҡтары үҙҙәре лә шундайыраҡ шарттарҙа үҫкән булып сыға.

Америка педагогы һәм психологы Эда Ле Шан: “Һуғыу – һөҙөмтәле, файҙалы тәрбиә алымы түгел”, – тип яҙа. Ләкин, ҡыҙған сағында һуҡмай ҡала алған ата йә әсә юҡтыр, был нормаль кешегә хас һыҙат, ти ул. Әйтәйек, сабый сығырығыҙҙан сығарҙы һәм кәрәккәнен алды, ти. Педагог был осраҡта баланан ғәфү үтенеү мөһим тигән. Был хәл ололарҙың да ҡайһы саҡта яңылышыуын аңлата. Ҡаты мөнәсәбәттәрҙе маҡтап булмай,әлбиттә. Шулай уҡ бер сәпәләгән өсөн үҙеңде халыҡ дошманы тип ҡабул итергә лә ярамай. Бала ғәфү итә белә, ул беҙҙең түҙемлек шартлап ҡыҙып киткәнде лә, борсолғанды ла һиҙә икән, баҡһаң. Педагог балаға һуғып бер ыңғай һөҙөмтәгә лә ирешмәйәсәкһегеҙ, ти. Ләкин донъяла кешелектең яңы төрө – берәй мутант, үтә шәп кеше барлыҡҡа килмәйенсә сәпәләү-һуғыуҙарҙан ҡотолоп булмаҫ, тип яҙа. Был көнбайышса ҡараш икәнлеген аңлау ауыр түгел, ә Ислам нимә ти икән?

Мутант булмаһаң да...

Мөхәммәт пәйғәмбәр янында бер малай эшкә булышып, ярҙам итешеп йөрөгән. Бер ваҡыт ул ҡайҙалыр киткән дә юғалған. Пәйғәмбәр уны бер нисә мәртәбә саҡырып ҡысҡырған, тегеһе килмәгән. Арыраҡ барып ҡараһа – ишетмәмеш-белмәмеш булып уйнап тик йөрөй ти. Был хәлгә Пәйғәмбәр ныҡ асыулана. Ҡулында теш таҙалай торған таяҡсаһы булған. «Аллаһ язаһынан ҡурҡмаһам, ошо теш таҙалағысым менән һуғыр ҙа ҡуйыр инем мин һиңә» тигән ул.

Ошо миҫалдан ғына күренеүенсә, динебеҙ балаларға һуғыуҙы тыя. Бала нимә генә эшләһә лә ун йә ун өс йәшкә тиклем уға физик көс ҡулланырға ярамай икән. Үҙемдең бала, ни эшләтһәм дә хаҡым бар тип яңылышабыҙ. Уны беҙгә Аллаһ биргән. Һәр һуғыу гонаһ булып иҫәпләнәсәк.

Шулай уҡ мосолмандар араһында бер хәҡиҡәт йәшәй. Хатта хәҙис тә бар. Иң көслө зат – асыуын еңә алған, йәне көйгән сағында сабыр иткән кеше. Сөнки асыу килгәндә үҙ-үҙеңде онотаһың. Ошо хәлдә эсеңдәге утты һүндерә алыу мөһим.

Шәхескә һуғалармы?

Балаһына бер тапҡыр ғына булһа ла һуҡмаған кеше һирәктер. Һис юғы сәпәкләп кенә алыусылар барҙыр. Сабый өс йәшкә ҡәҙәр ҡаты ҡул күрмәгән икән, артабан унытупаҫ мөнәсәбәт рәнйетә, кәмһетә тип яҙа педагог Гиппенрейтер. Бала ул шәхес. Уның да кисерештәре, хыялдары, тормошҡа ҡарашы бар. Сабыйға тиң мөнәсәбәт мөһим, тиҙәр. Беҙҙең ҡыҙ бәләкәс кенә айыуын бесәй итеп уйната, йоҡлаһын тип диван аҫтына һалып ҡуя, үҙенең йәшен арттырып әйтә, ҡайһы саҡ исемен дә үҙгәртеп ебәрә. Ул бит айыу, юҡ, һиңә өс йәш һәм беҙ яратып ҡушҡан исем менән генә йөрө тип ҡаты тор. Бала бүтән фантазияға бирелмәҫкә мөмкин. Ә фантазия уның фекерләү ҡеүәһен формалаштыра. Тағы... Бала үҙен ололар һымаҡ тота алмай. Беҙ унан шыны талап итеп маташабыҙ. Йүгермәй тик кенә ултырһын, битен, кейемен бысратмаһын, ҡысҡырмаһын, шаярмаһын һ.б. Шулай итеп беҙ уның иркен баҫабыҙ, урлайбыҙ һәм бала сағын ҡыҫҡартабыҙ.

Башҡорт йәһүдтәре

Бер ишектән ҡыуһалар, икенсеһенә йүгергән, унан ҡыуһалар,мөрйәнән дөбөрләткән үткер милләттәштәребеҙҙе башҡорт йәһүде” тип әйтергә яратабыҙ. Улар күп нәмәгә өлгәшә, тирә-йүндәгеләрҙе һоҡландыра, хөрмәт ҡаҙана. Әлбиттә, ундайҙарҙы яратмағандар ҙа осрап тора. Ни генә тимә, ул уңышлы кеше – шуныһы мөһим. Нисек “йәһүд” итеп үҫтерергә баланы? Интернетта эҙләнеп, уларҙың тәрбиә алымдарын өйрәнеп ҡараным һәм бер үҙенсәлек табып тел шартлаттым.

Баланы... атай тәрбиәләй. Атай көнө буйы эштә, шуға күрә ул бала өсөн ниндәйҙер серле кеше һымаҡ. Етмәһә, күстәнәстәр алып ҡайта бит инде. Әсәй гел өйҙә, күҙ алдында. Шуға саҡ ҡына ваҡыты булһа ла төп тәрбиәне ғаилә башлығы алып бара. Нисек? Көн дә кисен бер ултырып һөйләшеү, уйнап алыу, тышҡа сығып йөрөп килеү күп нәмә бирә. Һоҡланған кешеһенең һәр һүҙен отоп ала, нығыраҡ ышана ла бала. Уны һәр йәһәттән өлгө итеп ҡуя.

Икенсенән, улар балаһына, мәҫәлән, обойға яҙыу, мендәр менән шаярыу кеүек шуҡлыҡтары өсөн яза бирмәй. Йәғни өйҙә ирек хөкөм итә. Бала ҡиммәтле сынаяҡты ярһа ла бер ни булмаясаҡ. Әммә атаһы йә әсәһенә насар һүҙ әйтте, йә һуҡты икән,ғүмергә хәтерендә ҡалырлыҡ итеп аңлатасаҡтар. Ирек менән тәртип (дисциплина) бергә үрелеп алып барыла. Ғаиләлә мөхәббәт хөкөм һөрә. Иң мөһиме, бала үҙен яратҡандарын тойорға тейеш. Йәһүдтәр иркәләп-һөйөп, маҡтап тәрбиәләй сабыйҙы. Сөнки үҙенә тейешенсә иғтибар алмай, гел тыйылып-әрләнеп үҫкәндәрҙең ҡурҡаҡ та, оялсан да булыуымөмкин икән. Артыҡ шаштырыу ҙа насар һөҙөмтәгә килтерә. Шуға күрә, мөйөшкә баҫтырғандан һуң ҡосаҡлап башынан һыйпау, мин һине яратам, ләкин бөгөн теш таҙартмағаның өсөн туңдырма һатып алмайым кеүегерәк алымдар кәрәк, тиҙәр.

Бала... Шундай эскерһеҙ йән эйәһе. Донъяға яратып, ҡыҙыҡһынып баға бит ул. Күңеле – яҙылмаған ап-аҡ ҡағыҙ. Унда нимә теркәһәң дә хәтеренә һеңдерә, отоп ала. Тормошто ата-әсәһенә ҡарап белә. Улар йылмая икән – сабый ҙа йылмая, бармаҡ янаһа – ул да шулай итә. Бәләкәй булһа ла, бөтә нәмәне аңлай, тоя, һиҙә. Остоҡ ҡына кешекәйҙең талаптары ла ололарҙыҡы кеүек. Кәйефе булмаһа, арыһа, ата-әсәһенең берәй ҡылығын оҡшатмаһа ла илай. Бер йылы һүҙгә, наҙға ҡыуана белә. Кеше инде бына, шәхес! Шулай булғас, уға тейешле мөнәсәбәт кәрәктер.

Читайте нас: