Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
10 Июль 2019, 14:58

Намыҫты йәштән һаҡлайҙар

#Шоңҡаржурналы Йылан эҙләгәндең аяғына йылан ултырыр, ти халыҡ мәҡәле. Йәштән үҙендә ошо сифаттарҙы йөрөткән кеше бер ваҡытта ла иптәштәре араһында абруйлы, киләсәктә бәхетле була алмай. Сибай колледжында төркөм етәксеһе булып эшләгән йылдарҙа бер күңелһеҙ хәл иҫтә ҡалған. Дауамы сайтта.

Оҙаҡ йылдар педагог булып эшләүем күҙемә ҡарап ултырған уҡыусыларымдың эске кисерештәрен, холоҡ-фиғелдәрен аңларға, уларға ярҙам ҡулы һуҙырға, кәңәштәрем менән яңылышлыҡтан һаҡлап ҡалырға ярҙам итте. Утыҙ йылдан ашыу ваҡыт уҙһа ла, мин уларҙың күптәрен иҫләйем, хатта ҡайһы бер ваҡиғалар асыҡ булып күҙ алдына баҫа, иҫкә төшә. Дөйөм ятаҡта йәшәгәндә, уҡыу барышында улар бер-береһенең яҡшы яҡтарын да, насар яҡтарын да яҡшы өйрәнә. Һәр кемдең көндәлек тормошта эске донъяһы ялтырап күренеп тора. Шуға күрә яҡшы яғына ҡарап дуҫлашалар, насар яғына ҡарап, арыраҡ йөрөйҙәр. Хәтер һандығын аҡтарғанда уҡыусыларымдың ыңғай холоҡтары менән рәттән киреләре лә төшә. Күрәһең, уларҙан ҡотолоп булмай, улар күләгә кеүек…
Студенттар араһында уғры, алдаҡсы кеше бар икән, тыныс тормош бөттө тигән һүҙ. Йылан эҙләгәндең аяғына йылан ултырыр, ти халыҡ мәҡәле. Йәштән үҙендә ошо сифаттарҙы йөрөткән кеше бер ваҡытта ла иптәштәре араһында абруйлы, киләсәктә бәхетле була алмай. Сибай колледжында төркөм етәксеһе булып эшләгән йылдарҙа бер күңелһеҙ хәл иҫтә ҡалған.
Студенттар иртәнге политинформациянан таралыуға ҡыңғырау шылтыраны, коридорҙа шау-шыу баҫылды. Ишек аша педагогтарҙың, студенттарҙың үҙ-ара дәрес барышында нимәлер һөйләшеүҙәре генә ишетелә. Мин дә өсөнсө курстарҙа дәресемде күңелле генә башлап ебәрҙем. Әҙерләнеп килгәндәр, ихлас ҡатнашалар. Беренсе дәрестең үтеп китеүе һиҙелмәй ҙә ҡалды. Тәнәфес ваҡытында яҙыу-һыҙыу мәшәҡәттәре менән мауығам, студенттарҙың ҡайһы берҙәре һорауҙар менән янымда урала. Кемдәр икәнен тауыштарынан уҡ танып торам, сөнки улар шул тиклем яҡын булып киткән. Ҡыҙып-ҡыҙып русса һөйләшкән тауышҡа урынымдан торҙом. Башҡа төркөмдән ике ҡыҙыҡай килеп ингән икән, көшәлек юғалтҡандар. Өсөнсө рәттәге икенсе партала ултырған ике ҡыҙҙы бөрөп алып баралар.
- Аҡсаны бирегеҙ! Бирмәһәгеҙ, директорға барам!
Студенттарымдың аптырауҙан күҙҙәре шар булған, ҡурҡыуҙан йөҙҙәре ағарынып киткән.
- Алманыҡ тигәс, алманыҡ! Ниңә юҡты таптыраһығыҙ! – Берәүһенең тауышы килеп сыҡты.
- Әгәр аҡсаңды алған булһаҡ, иҙәндә ятҡан көшәлекте табып алғас, кемдеке тип һорап та тормаҫ инек, – тине икенсеһе. Аҡса юғалттыҡ тип эҙләп килеүселәр быға иғтибар ҙа итмәне, ай-вайына ҡарамай, ҡулдарына йәбешеп һөйрәкләй ҙә башланылар.
- Ни эшләйһегеҙ? – шулай ҡаты ғына өндәштем, – ғәйептәре бар икән, тыныс ҡына тикшерәйек. Бәлки, улар алмағандыр, кешене юҡҡа ғына рәнйетеп ҡуймағыҙ.
- Рәнйетеп ҡуймағыҙ… Подумаешь! – тип бурһылдап минең һүҙҙе ҡабатланы Лариса тигәне.
- Йә, нисек булды? Ентекләп һөйләп бирегеҙ.
- Ошо кабинетта беҙ политинформация үткәрҙек. Шунда парта аҫтына көшәлегемде һалып торғайным, онотоп киткәнмен. Иҫкә төшөп, йүгереп килеп ҡараһам, буш көшәлек кенә таптым. Эсендә егерме биш һумлыҡ ҡағыҙ аҡса бар ине. Уларҙан алда бында ултырған төркөмдән һораштыҡ, күрмәгәндәр. Шулай булғас, былар алған инде!
Лариса шундай еңел генә итеп һөйләй, алдан ятлап алған тиерһең. Миндә уға ҡарата ниндәйҙер шик тыуҙы. Юрый ҡыланған һымаҡ тойолдо. Ашыҡмаҫҡа булдым.
- Ә һеҙ, ҡыҙҙар, үҙегеҙҙе нисек яҡларһығыҙ? Ни әйтерһегеҙ?
- Беҙ дәрескә индек тә үҙебеҙҙең урынға барып ултырҙыҡ. Ручкам төшөп киткәнгә эйелһәм, бер көшәлек ята. Алдым да Сәриәгә, һинекеме әллә, тип күрһәттем. Уныҡы түгел ине, асып ҡараныҡ, эсе буш булып сыҡты. Ҡыҙҙарға күрһәтеп һораштыҡ, хужаһы табылманы. Шунан кире парта аҫтына һалып ҡуйҙыҡ. Онотҡан кеше үҙе килеп алыр әле тинек.
Быныһын Рәмзиә һөйләп бирҙе.
- Бына кемдәрҙеке булған икән, - тип һүҙгә ҡыҫылды Сәриә. – Былай нахаҡ бәлә яғырығыҙҙы белһәк, тәҙрәнән һелтәп кенә ҡуйыр инек, йә күрмәнек тип ҡотолор инек.
Ҡыҙҙар нисек кенә тыныс булырға тырышмаһын, тауыштары ҡалтырап сыға, бына-бына илап ебәрерҙәр кеүек, ирендәре дерелдәй. Аҡса таптырып килеүселәргә был ғына аҙ тойолдо, милицияға әйтәбеҙ, тип янай башланылар. Төркөмдәге башҡа ҡыҙҙар иптәштәрен яҡлап шаулашты.
- Аҡсаңды ҡарап йөрөр инең!
- Ғәйепһеҙ кешене бысратырға нисек оялмайһығыҙ! Бүлмә яңы ғына иләүенән ҡупҡан умарта күсенә оҡшап ҡалды. Һәр береһен күҙҙән үткәреп һынап ҡарап торам. Минең яндарында тороуым уларға артыҡ ысҡынып китергә ирек бирмәй. Шулай ҙа Лариса тигәне баштарына әтәс кеүек менеп китергә әҙер генә тора. Уның элегерәк тә ҡысҡырып, иләмһеҙ хахылдап йөрөгәненә иғтибар иткәнем бар ине. Уҡытмағас, яҡындан холҡон белеп бөтмәйем.
- Ярай, ошонда туҡтағыҙ. Мин ҡыҙҙарҙың ғәйепһеҙ икәненә ышанам. Аҡса юллап йөрөүселәрҙе ышандырыу өсөн әйберегеҙҙе асып һалып күрһәтегеҙ. Ана, китап араларын ҡарап сыҡһындар.
- Ҡарайым. Шунан ғына ышанам, - тине Лариса ҡапыл туп-тура күҙҙәремә ҡараны, мин дә уға текләгәнмен. Ларисаның ҡарашы тертләне, күҙен йәшерҙе, ҡулдары ҡалтыранды, тауышы ышанысһыҙыраҡ сыҡты. Рәмзиә менән Сәриә әйберҙәрен парта өҫтөнә сығарып һалды.
- Эҙләгеҙ, беҙ барыбер ғәйепле түгел.
Үҙемә шундай ҡыйын. Шулай ҙа Ларисанан күҙемде алмайым. Педагогтар педсоветтарҙа уның ялҡаулығы, алдаҡсы булыуы тураһында һүҙ ҡуҙғатҡылайҙар ине. Хатта, кеше әйберен һорамай алыуы ла бер ни түгел уға, тигән хәбәрҙәр йөрөй. Ата-әсәһе юҡ, уҡыһын инде бер йәтим бала, тип йәлләп, һаман ҡалдыра килделәр. Нисектер ошо минуттарҙа ул күрәләтә тороп алдаша тигән уй миндә
нығынғандан-нығынды. Йәшәй ҙә башламаған кешенең шундай эштәргә бара алыуы башҡа һыйырлыҡ түгел ине. Тентекләп китаптарын ҡарап сыҡтылар, бер ни ҙә табылманы.
- Йәшергәнһегеҙ, барыбер түләтәм! – тип яһиллашты Лариса. Шунан үҙен йәлләтеп күҙ йәштәренә быуылды. – Мин йәтим, мин донъяла бер үҙем. Бер кемем дә юҡ!
Аҙаҡҡы һүҙҙәре бер кем өсөн дә яңылыҡ түгел ине. Уҡытыусылар араһында ошо турала байтаҡ ҡына һүҙ булғылай. Бер һүҙ әйтеп, талап итә башлаһа ла илап еңә. Иптәштәре алдында аптырап ҡалаһың. Нисек итеп аңлатырға ла белеп булмай, һәр дәрестә мөгөҙө менән ҡапсыҡ тишә.
- Ҡыҙҙар, китаптарығыҙҙы тентергә рөхсәт биргәнем өсөн ғәфү итегеҙ, мин һеҙгә бер минутҡа ла шикләнмәнем. Ә һинең, Лариса, ысынлап та егерме биш һум аҡсаң бар инеме? – мин һәр һүҙҙе айырым интонация менән шым ғына итеп әйттем. Лариса илауынан туҡтаны. Асыуланып миңә ҡараны.
- Булмаһа, ни бысағыма мин бында илап торам!
- Һин оло кеше менән нисек һөйләшәһең? Йә, тыныслан, ныҡлап ҡына уйла, бар инеме, юҡ инеме? Әллә башҡа ергә һалып киттеңме?
- Бар ине. – Тауышы ышанысһыҙ сыҡты. – Ул минең һуңғы аҡсам ине. Итек алайым тип йөрөтә инем.
- Ярай, улай булғас, бына мин һиңә егерме биш һум аҡса бирәм, итек алып кей. Ҡыҙҙар алдында ғәфү үтен. Юҡты таптырып рәнйеттең. Бөтәбеҙҙең дә кәйефен боҙҙоң.
Мин егерме биш һум аҡсаны уның алдына һалдым. Ул оҙаҡ ҡына ҡағыҙ аҡсаға текләп торҙо, шунан миңә кире этеп ҡуйҙы.
- Ал, ал, туғаным, ул тиклем таптырып илағас, бик кәрәктер. Мин эшләп йөрөйөм бит. Ярҙам булыр.
- Үҙем текләп уның күҙҙәренә ҡарайым. Тирә-яҡта тып-тыныс, себен осһа – ишетелер. Ни әйтергә лә белмәй аптырап ҡалдылар.
- Лариса, ниңә юҡҡа алдашаһың! Кисә кис йоҡлар алдынан ошо көшәлегеңде болғап, аҡса бөттө, тип ята инең! Төн эсендә егерме биш һум ҡайҙан килгән һиңә? – тигән тауышҡа уянып кикәндәй булдыҡ. Боролоп ҡараһаҡ, Ларисаның бүлмәләш ҡыҙы Зәлифә килеп ингән. Лариса ялт итеп башын күтәреп ҡараны ла ҡыҙарынып китте, шулай ҙа бирешергә теләмәне.
- Подумаешь! – Ул яурындарын һикертеп алды ла тап-топ баҫып сығып китте. Эйәреп килгән ярҙамсыһы ла сығыу яғын ҡараны.
Зәлифә улар артынан китте. Һөйләшеү дауам итәсәге көн кеүек асыҡ. Шулай ҙа кем файҙаһына бөтөр икән?
Класс тағы тынып ҡалды. Шундай ҙа оятһыҙлыҡ алдында юғалып ҡалғандай булдыҡ. Рәмзиә менән Сәриә әйберҙәрен йыя башланы, үҙҙәренең керпектәре осонда йәш бөтрөгө эленеп тора. Дәрескә саҡырып ҡыңғырау шылтыраны. Студенттар шып-шым ғына парта арттарына инеп ултырҙы.
Тышта иртәнге ҡараңғылыҡ таралырға өлгөрмәгән, күпме кешенең кәйефе боҙолдо. Студенттарға ҡарап торҙом да:
- Был һеҙгә тормош дәресе булды. Киләсәктә ошоға оҡшаш хәлдәргә тарыһағыҙ, аптырап ҡалмағыҙ, сәбәләнмәгеҙ. Үҙегеҙҙең ғәйепһеҙ икәнегеҙҙе белһәгеҙ, илап аҡланмағыҙ. Дөрөҫлөк барыбер өҫкә сыға. Яуыз язаһын ала. Байлығын юғалтҡан – күп юғалта, аҡсаһын юғалтҡан – юғалтаһын юғалта, батырлығын юғалтҡан – барыһын да юғалта, - тинем. Рәмзиә менән Сәриәне “егетлектәре” өсөн маҡтап алдым. Ошондай аяуһыҙ саға торған кешеләр донъяла етерлек осрар, шулай ҙа уларҙың ҡаяуын һурып алырға була икәнен аңғарттым. Ларисаның артабанғы яҙмышын белмәйем, сөнки иллә-алла менән диплом бирелгәс, уҡытыусыларҙың еңел һулап ҡуйғандарын иҫләйем. Үҙенең ғәйебен тойорға өйрәнмәгән кеше алама ғәҙәттәрҙән арына алмай бит ул.
Миңә беренсе курсты бирҙеләр. Төркөм етәксеһе булып эшләй башланым. Ғаилә хәлдәрен, холоҡтарын өйрәнәм. Студенттарыма ҡыҙыҡлы тәҡдим яһаным: дүрт йыл буйы стипендиянан күпмелер аҡсаны кассаға һала барырға, шунан дүртенсе курстың һуңғы каникулында путевкалар алып, Мәскәүҙе барып күрергә. Улар шатланышып риза булды. Әммә стипендия алған һайын, кемдеңдер аҡсаһы юғала. Шул тип төртөп кенә күрһәтә алмайбыҙ. Аҡса юғалтыу ваҡиғаһын ентекләп һорашам, кемгә шик төшкәнен дә белешергә тырышам. Дүрт йыл буйы шулай дауам итте. Тикшереү эштәрен йыл һайын дауам иттем. Теге шыма ҡуллыны тотҡо килә бит. Телдән һөйләшеүҙәр барышында күптәрҙең шиге бер кешегә төшөүе беленде. Ләкин асыҡтан-асыҡ был турала әйтергә ҡурҡалар. Сөнки ул беҙҙең старостабыҙ. Ай һайын аҡса тарата, юғалған саҡтарҙа ла шул тиклем ныҡ ҡайғырып йөрөй. Уға шик белдереп ауыҙ асырға ла уңайһыҙланалар. Бер көндө класс сәғәтендә студенттарыма анкеталар таратып сыҡтым. Яуаптарҙы баҫма хәрефтәр менән яҙырға, исемде күрһәтмәҫкә була тинем. Унда уғрылыҡ, намыҫ, кеше әйбере юғалғанда нимәләр кисереүе, үҙе юғалтҡанда нисек борсолоуы, кеше әйберенә һорауһыҙ тейгәне, алдашҡаны бармы-юҡмы кеүек шәхсән һорауҙар бирелгәйне. Хатта бала ваҡыттағы ҡайһы бер нәмәләрҙе иҫкә төшөрөп яҙырға мөмкин тинем. Үҙем бер хәлде һөйләп алдым. Күрше ҡыҙына ҡурсаҡ уйнарға ингәйнем. Уның матур ҡорамалары шул тиклем күп. Ҡурсаҡтар, уларға тәтәй күлдәктәр тегергә була. Мин бер нисәһен һорап ҡараным, бирергә уйламаны ла, хатта икенсе тартмаға һалып ҡуйҙы. Шул тиклем үпкәләнем, сөнки үҙем унан бер ниҙе лә ҡыҙғанмайым, ни оҡшатһа, шуны тоттороп сығарам. Әсәйем хатта артыҡ киң күңеллегем өсөн бер аҙ әрләп тә ала ине. Үҙенә кәрәк әйберҙе кешегә ныҡышып бүләк итмә, кешенән бирергә уйламаған нәмәһен ныҡышып һорама, тип әйтер ине. Шулай ҙа мин яйын тура килтереп үҙемә оҡшаған ҡораманы кеҫәгә алып һалып ҡуйҙым. Әсәйем өйҙә теге ҡораманы күреп ҡалды.
Нисек алғанымды һорашты. Шунан бысаҡ алды ла, ҡулымды урындыҡ ситенә һалып, бармаҡтарым өҫтөнә бысаҡты ҡуйып, тағы ла кеше әйберен һорамай алһаң, бармаҡтарыңды киҫеп ташлайым, тип бик ныҡ ҡурҡытты. Теге ҡорама киҫәген ҡайҙан алһаң, шунда һал тип күршеләргә индереп ебәрҙе. Ул беҙгә атлаған һайын: әйбер ватыла, юғала, уның өсөн туҡмамам, кеше әйберен һорауһыҙ алһағыҙ, алдашып торһағыҙ, йәнегеҙҙе алырмын, тиер ине. Минең шулай итеп һөйләүем студенттарға бик ныҡ тәьҫир итте. Анкеталарға ихлас яуап бирҙеләр. Старостабыҙ ғына бер ваҡытта ла ундай холҡо булмауы тураһында үҙен маҡтап яҙғайны. Анкеталар буйынса ла аҡсаһы юғалыуҙы күбеһе старостаға уйлаған булып сыҡты. Был ҡағыҙҙарҙы документ итеп һалып ҡуйҙым. Мәскәү тураһында һаман хыялланабыҙ әлегә. Һуңғы тапҡыр тағы ла аҡса юғалды. Юғалтҡан ҡыҙыбыҙ сәй ҡуйырға ғына сыҡҡан, өс минутлап ҡына бүлмә ишеге бикһеҙ торған. Ун минут элек староста уға стипендия биреп сыҡҡан икән. Теге ҡыҙ аҡсаһын йомарлап мендәр аҫтына тыҡҡанын күреп торған. Коридорҙа староста менән тап булышҡан. Ул аҡса таратып йөрөүгә һылтанған. Ҡыҙ инеп кенә мендәр аҫтына ҡулын һуҙһа, теге аҡсалар юҡ! Зым-зыя юҡ булған да ҡуйған. Миңә, алдан һөйләшелгәнсә, был турала хәбәр иттеләр. Ятаҡҡа барҙым, тикшереү үткәрҙек, һөҙөмтә булманы. Әммә старостаның үҙен тотошонда артыҡ сәбәләнеү бар ине. Бер бүлмәгә йыйылдылар ҙа, мин шунда тороп ҡалдым, өс ҡыҙ һәр бүлмәлә айырым тикшереү үткәрергә сығып китте. Шулай йөрөй торғас, старостабыҙҙың тумбочкаһынан һаҡлыҡ кенәгәһе табып алғандар, ундағы яҙыуҙы ҡараһалар, бер сәғәт элек кенә юғалған аҡса күләмендә аҡса һалған булып сыҡты. Дүрт йыл буйы байтаҡ сумма аҡсаһы йыйылған. Беҙ күмәкләп ҡыҫтыҡ. Ул һәр кемгә уның аҡсаһын нисек алғанын әйтеп бирҙе. Ҡыҙҙарҙы әрпешлектә ғәйепләне, мин алмаһам, башҡа берәү алыр ине, һеҙ шул тиклем аҡса тота белмәйһегеҙ, ышанып бараһығыҙ, тине. Кассаға уны оҙата барҙыҡ, ул аҡсаларын алып, ҡыҙҙарға таратты. Был хәлде йәшереп ҡалып булманы, педсоветта тикшереп, уны уҡыуҙан ебәрергә тигән ҡарар сығарҙылар. Сөнки уның уҡытыусы булырға хаҡы юҡ. Ул бер ни тип тә аҡланманы ла, иламаны ла, ҡалдырығыҙ тип тә һораманы. Уның менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙым. Ул миңә үҙенә хужа була алмауы, аҡса урлағыһы килеп кенә тороуы, һуңғы ваҡытта шул арҡала үҙенә ятаҡта ауыр була башлауы, ҡыҙҙарҙың унан ғына шикләнеүен белеп йөрөүен әйтеп бирҙе. Уҡып бөткәнсе тотолмам әле тип йөрөгән икән. Һуңғараҡ мин уның ҡайҙалыр башҡа ерҙә уҡыуын тамамлап диплом алыуы, кейәүгә сығып, балалар үҫтереп ятыуы тураһында ишеттем. Шунан бирле ул беҙҙең төркөмдә уҡыған бер кеше менән дә осрашмаған.
Халыҡ мәҡәле “бер урлаһаң, ғүмергә бур булырһың; бер алдашһаң, ғүмергә алдаҡсы булырһың” тиһә лә, нишләптер уның намыҫлы, матур йәшәгәненә ышанғы килә.

Рәсимә УРАҠСИНА.
Ҡараҡтар араһында ла “таланттар” бар.
Алама юл да ҡайҙалыр алып бара.
Читайте нас: