Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
30 Ноябрь 2019, 22:55

Балам хаҡы (Булған хәл)

Көҙгө алдында күбәләктәй өйөрөлә-өйөрөлә үҙенә күҙ һалды Ләйлә: шау аҡ сәскәгә күмелгән туй күлдәге йөҙөнә нур, зифа буй-һынына тағы ла һомғоллоҡ өҫтәй төҫлө. Хас әкиәттәге фәрештә! Үәт, һайлай белгән икән Азат һөйгәненә күлдәкте. Зауҡы ла бар, эшен дә емертеп эшләп ҡуя. Хоҙай насип итһә, бәхетле лә булырҙар. Әммә һөйгәненең әсе күҙ йәштәре менән йыуып булмаҫтай үткәне барлығын белмәй ине ул саҡта бахыр ҡыҙ.

Ҡатын, күҙҙәренә төйөлгән йәштәрен һөртә-һөртә балконға атылып сыҡты ла, өмөтлө ҡарашын аҫҡа төбәне: "Бәлки, әйләнеп ҡайтыр... Ҡыҙыбыҙ хаҡына булһа ла". Ә мыҡты кәүҙәле ир ҙур сумаҙан күтәреп, шәп-шәп атлап паркка инеп юғалды. Юҡ, законлы ире түгел ул, әммә ҡыҙының атаһы. Балалары тыуғас, ярты йыл бергә йәшәнеләр. Тик һуңғы ваҡытта аралары бер аҙ һыуынды. Ҡатын сәбәбен һиҙенгән дә кеүек... Өмөтһөҙ – шайтан ғына тиҙәр бит, ул да бар көсөнә түҙҙе… “Йөрөр-йөрөр ҙә, туҡтар, беҙҙе ташлап китә алмаҫ инде”, тип үҙен ышандырырға тырышты. Ә бөгөн эштән ҡайтыуына уны ире түгел, кейем тултырылған сумаҙан ҡаршылағас, бар өмөттәре селпәрәмә килде.

Ҡатын, күңелен йыуатырлыҡ нәмә әҙләгәндәй, тирә-яғына күҙ һалды, тик кәйефен күтәрерлек бер ни ҙә тапманы. Ҡараңғы, шыҡһыҙ, нурһыҙ өйҙә тороп ҡалды ул. Бөтә нәмәнән яңғыҙлыҡ бөркөлөп торғандай. Өйҙә лә, күңелдә лә бушлыҡ. Әйтерһең дә, “ире” өйҙәге бөтә йылылыҡты, йәм-ҡыуанысты шул ҙур сумаҙанына тултырып ҡуйған.

... Ләйләнең* күңел түрендә кеше һүҙенән, кеше күҙенән һаҡлаған хыялы бөгөн тормошҡа ашасаҡ – һөйгәне менән мәңгегә ҡауышасаҡ.

Тәүге көндән үк гөрләп тоҡанды улар араһында һөйөү хисе. Танышыуҙары ла әлегеләй хәтерендә. Ләйлә уҡыу йортон тамамлап, йәйге ялға өләсәһе янына ауылға ҡайтҡайны. Кисен йәштәр йыйылышып, йылға буйында усаҡ яғып, гитара ҡылдарын сиртеп ултырырға сыҡты. Ауыл егеттәре араһында ҡунаҡ егете лә бар ине. Дуҫының тыуған көнөнә килгән икән. Шул төндө Ләйлә уның моңло тауышын илереп тыңланы. Ул да ҡарашын ҡыҙҙан айыра алманы. Әллә егеттең гитарала уйнауы ҡыҙҙың йөрәген әсир иттеме, әллә яҙмыш ҡушыуы шул булдымы, башҡаса айырылмаҫ булдылар.

Көҙгө алдында күбәләктәй өйөрөлә-өйөрөлә үҙенә күҙ һалды Ләйлә: шау аҡ сәскәгә күмелгән туй күлдәге йөҙөнә нур, зифа буй-һынына тағы ла һомғоллоҡ өҫтәй төҫлө. Хас әкиәттәге фәрештә! Үәт, һайлай белгән икән Азат һөйгәненә күлдәкте. Зауҡы ла бар, эшен дә емертеп эшләп ҡуя. Хоҙай насип итһә, бәхетле лә булырҙар. Әммә һөйгәненең әсе күҙ йәштәре менән йыуып булмаҫтай үткәне барлығын белмәй ине ул саҡта бахыр ҡыҙ.

Шаулап-гөрләп туй ҙа үтеп китте. Йәштәрҙең тормоштары ла бөтөн, мөнәсәбәте лә йылы, һөйөп-һөйөлөп кенә көн күрә былар. Тик йәштәргә Аллаһы Тәғәлә тарафынан ҙур һынау ебәрелә: Ләйлә ике йыл дауамында ауырға ҡала алманы. Оҙаҡ ҡына бергәләп дауахана юлын тапаны йәш пар. Бала һөйөү бәхетен һаман татый алмаған Азат бар ғәйепте Ләйлә өҫтөнә ауҙарҙы. Йыш ҡына эштән һуңлап ҡайтты, дуҫтары менән осрашып күңел асырға ғәҙәтләнеп китте. Ә бер көн ул бөтөнләй ҡайтманы. Тәү тапҡыр былай оҙаҡҡа юғалып тороуы Ләйләне хафаға һалды. Йөрәге урын тапмай, сығып килә. Етмәһә, телефонын да һүндереп ҡуйған. Башына ингән ҡурҡыныс уйҙарын ҡыуырға теләгәндәй: "Эштә һуңлабыраҡ киткәндер, ҡайтыр әле", - тип үҙен тынысландырға тырышты. Әммә, күпме генә көтһә лә, Азат юҡ та юҡ. Таңға табан ғына йоҡоға талған Ләйлә уянғанда иренең урыны һаман буп-буш ине.

Икенсе көн кискә генә ҡайтып ингән ирен күреп: “Иҫән икән бит,. Хоҙайға шөкөр”, - тип эстән рәхмәттәр уҡыһа ла, эстән янды ҡатын. Азаттың башҡа һыймаҫлыҡ был ҡылығын аңлай алмай интекте.

- Ҡайҙа булдың? Мине борсоуға һалаһың, хәбәр итергә мөмкинлек булманымы ни?

- Телефонды һүндерергә тура килде. Ҡыҙым менән аралашырға ҡамасауламаһын, тинем... - Азаттың ауыҙ эсенән мығырлап әйткән һүҙҙәре Ләйләнең йөрәгенә хәнйәр булып ҡаҙалды.

- Ҡыҙым... Ниндәй ҡыҙ? - Аш һалам тип алырға торған тәрилкәһе иҙәнгә төшөп ярылды.

Азат барыһын да һөйләп бирҙе. Баҡһаң, йәш сағында бер ҡыҙ менән сыуалған. Ул ауырға ҡалғас, бергә йәшәй башлағандар. Яратмағас, балалары тыуғас та эҫенеп китә алмаған. Ә ҡыҙҙырына алты ай тигәндә Ләйләне осратып, тормошо аҫты өҫкә әйләнә. Һөйгәне менән ҡыҙы араһында өҙгөләнеп йәшәй ул. Аҙаҡ “ҡыҙымды барыбер ташламам, ә үҙ тормошомдо ҡорорға хоҡуғым бар” тигән ҡарарға килгән. Ә туй алдынан Ләйләгә асылып, мөхәббәтен юғалтырмын тип ҡурҡҡан.

Атаһы була тороп, йәтим итә алманы ғәзиз баланы Ләйлә?! Азаттың ара-тирә ҡыҙының хәлен белергә барыуын да тыныс ҡабул итергә тырышты. “Хоҙай риза булып биргәс, мин нимә эшләй алам инде? Ни тиһәң дә, баланы атай тәрбиәһенән, йылыһынан мәхрүм итеп булмай. Ололарҙың хатаһы өсөн гонаһһыҙ балалар яуап бирмәй” тигән уйҙа туҡталды ҡатын.

Ә Азат ҡыҙының көндән-көн үҫеүен, “һөнәр”ҙәр үҙләштереүен күргән һайын уға нығыраҡ тартылды. Балаһының хәлен белергә йышыраҡ бара башланы. Ә Ләйләнең иренә ҡарап йәне көйҙө. Уның “икенсе ғаиләһенә” йөрөүен дә, хаталаныуын да кисерҙе, әммә үҙенә ҡарата һалҡын мөнәсәбәтен барыбер аңламаны. Әммә ир хаҡын, бала хаҡын уйлап ғәфү итергә тырышты. Хоҙайҙан үҙенә лә бала бәхете биреүен һораны. Яңғыҙлыҡтан тамам йонсоно. Исмаһам, янында күңелен бушатыр кешеһе лә юҡ. Ярай, быйыл бер туған һеңлеһе уҡырға килде.

Азат балдыҙын шатланып ҡаршыланы. “Уҡырға инһәң, ятаҡта өсәр-дүртәр кеше тығылып йәшәгәнсе, беҙҙә генә торорһоң. Фатир иркен", - тип торлаҡ мәсьәләһен хәл итеп тә ҡуйҙы. Ләйләнең шатлығының сиге юҡ. Әммә был фатирға аяҡ баҫҡан ҡыҙҙың тормошо ҡырҡа үҙгәрер тип бер кем дә уйламай.

Ләйлә отпускы алып, әсәләренә ярҙам итәм тип ауылға ҡайтып киткән саҡта Азат дуҫтары менән шешә бушатты. Ә Ләйсән өй йәмен ебәрмәҫкә бар көсөн һалды: ашты ла ваҡытында өлгөрттө, кейем-һалымын да йыуҙы, ҡул эштәре менән дә булышты, уҡырға ла ваҡыт тапты.

Бер көн шулай лыяҡыл иҫереп ҡайтҡан еҙнәһе йоҡларға ятҡан Ләйсәнде ашарға таптырып уятты. Тамағы туйғас, диванға һуҙылып төшөп ятты, әммә күп тә үтмәй, Ләйсән ятҡан йоҡо бүлмәһенә килеп инде.

Ҡалғанын ҡыҙ ҡурҡыныс төш кеүек кенә иҫләй, дөрөҫөрәге, иҫләргә лә теләмәй. Был аҙғынлыҡтан башы ҡайнай, йөрәге әрней, күңеле болғана. Шулай булмай ни! Ул бит хыянатсы. Үҙ-үҙенә генә түгел, ә бер туған апаһына хыянат итте! Улай тиһәң, ҡаршы торорлоҡ көсө лә юҡ ине. Юҡ, апаһына барыһын да һөйләргә кәрәк. Бала саҡта улар бөтә серҙәре менән дә бүлешергә һүҙ бирешкәйнеләр. Әйтмәһә, һүҙендә тормаған буласаҡ, хыянатсы мөһөрөн йөрөтөргә тура киләсәк...

Ә еҙнәһе… Иртән эшкә барманы, башы ауырталыр, күрәһең. Бер һүҙ ҡушмай, аңҡы-тиңке йөрөнө. Уның күҙенә нисек ҡарарға белмәй яфаланған ҡыҙ, бәлки, ғәфү үтенер тип өмөт итте. Әммә Азат ғәфү үтенергә ашыҡманы. Еҙнәһенең ҡылығынан Ләйсәндең йөрәге әрнене. Харап ҡына итте уны. Ошо көндән һуң Ләйсән еҙнәһенән тамам биҙҙе. “Юҡ, былай булмай, бөгөн үк ауылға ҡайтып барыһын да һөйләйем”, - тигән ҡарарға килде Ләйсән. Әммә апаһының ауырға ҡалыуын ишеткәс, тағы төңөлдө. Тормош иптәше менән араларын яйларға йөрөгән ваҡытта апаһына баштан үткәндәрен һөйләү дөрөҫ булырмы? Еҙнәһе лә ипкә килер. Шатлыҡтарын емерергә хаҡым бармы ни минең?

Көндәр үтһә лә, теге хәл Ләйсәндең йөрәген ваҡыты-ваҡыты менән семетер булды. Үҙенә урын таба алмай яфаланды. “Ваҡытында әйтмәй әллә яңылышлыҡ ҡылдыммы? Ә ниңә еҙнәһе өндәшмәй икән? Апаһынан үс алыуы шулай булдымы?”

Бер туҡтауһыҙ тәтелдәгән һеңлеһенең һуңғы арала уйланып ултырыуын, һөйләшеүҙән ҡасыуын һиҙмәй ҡалманы Ләйлә. Сәбәбен ныҡлап асыҡларға тотонғас, Ләйсән ҡаршы тора алманы, барыһын да әйтте лә, буҫлығып илап ебәрҙе.

- Ғәфү ит... Бер нәмә эшләй алманым... Ә ауырлы икәнеңде белгәс, әйтергә ҡурҡтым…

Ләйлә таш һын кеүек ҡатып ҡалды. Нимә тип әйтергә һүҙ тапмай яфаланды. Иҙәнгә ятып үкһегән һеңлеһен ҡосаҡлап башынан һыйпаны:

- Сеү, һеңлем, илама…

Ләйсән ятаҡҡа йәшәргә күсте. Ләкин унда оҙаҡ йәшәй алманы. Апаһы игеҙ ул тапҡас, бала ҡарашайым тип, тағы ла уларға күсеп килде. Балалар хаҡына…

Был тормоштағы кешенең тәғәйенләнеше матур йәшәү һәм башҡаларға изгелек итеү. Мохтаждарға ярҙам итеү, ҡәҙерле кешеләр, үлгәндәрҙең хаҡына арнап изгелек ҡылыу ҙур сауап тип һанала. Ғүмерҙең һәр көнө яҡындарға арнала, улар хаҡына йәшәлә. Юғиһә тормоштоң йәме лә, тәме лә юғалыр ине. Тик изгелек хаҡы кеше яҙмышын ҡыйыуға барып ҡына етмәһен.

А. А.

*Исемдәр үҙгәртеп алынды.

Мәрхәмәтле кеше үҙе мәрхәмәткә мохтаж.

(Ғ. Садиҡов)

Үс ала башлар алдынан һин ике ҡәбер ҡаҙып ҡуйырға тейешһең.

(Ҡытай мәҡәле)

Ғәйепһеҙгә ғәфү үтенеү – ғәфү иткеһеҙ хәл.

(Ғ. Садиҡов)

Читайте нас: