Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
4 Декабрь 2019, 18:50

Өсмөйөшлө мөхәббәт, йәки икеһен дә яратам

Вадимдың ике ғаилә уртаһында йәшәүенә ете йыл. Хәләл ефетенә белдермәйенсә Алина менән биш йыл осраштылар. Әммә ҡатын-ҡыҙҙың йөрәге үтә нескә, һиҙгер бит ул, һөйгәненең хыянатын үҙ күҙҙәре менән күрмәгәс, эстән генә һыҙып, иренең күңелендәге үҙгәрештәрҙе өнһөҙ кисереп үткәрҙе. Ләкин беҙ ҡапсыҡта ятмай, ҡасан да булһа тишеп сыға.

Ғаилә усағы йәшәйешебеҙҙең иң мөһим ҡиммәттәренең береһе һанала. Уның төп асылы мөхәббәттә булһа, кешелектең дауамы балаларҙа. Йәмғиәттең киләсәге булған сабыйҙар именлеге ғаилә усағының ныҡлығына, берҙәмлегенә, йылылығына бәйләнгән. Кешелек тарихында ғаиләнән мөһимерәк дәүләттең төҙөлгәне юҡ әле. Әлеге кескәй генә ойошмала ниндәй шарттарҙа йәшәүенә, нимәләр күреп үҫеүенә бәйләнгән балаларҙың киләсәге лә. Ошо изге усаҡтың утын һүрелтмәйсә һаҡлау ир менән ҡатындың берҙәй бурысы. Мең биҙәкле тормош тулҡынында мауыҡтырғыс әйберҙәр күп. Барыһын да татып ҡарайһы, әҙгә генә тормош мәшәҡәттәренән онотолаһы килә. Ваҡытлыса ялтырауыҡҡа алданып, төп ҡиммәттәрҙе ергә һалып тапаусылар ҙа юҡ түгел арабыҙҙа.
Мөхәббәт әҙәм балаларының өлөшөнә төшкән изге хис. Ул күңелдәрҙе ҡанатлы итә, йәшәйештең мәғәнәһен арттыра, бушлыҡтарҙы тулыландыра. Был төшөнсәне һәр кем үҙенсә аңлай. Ике-өс балалары тыуғас та, мөхәббәтемде таптым әле, тип йөрөүселәр юҡ түгел. Балалары үҫеп етеп, ейәндәре тыуып, хәләл ефете менән байтаҡ йылдар ғүмер һуҡмағынан бергә атлағандан һуң да, мөхәббәттәрен ситтә осрата бәғзеләр. Бындай хистәрҙең аҙғынлыҡмы, әллә ысын мөхәббәтме икәнлеген тикшерергә бер кемдең дә хаҡы юҡ. Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе яҙа, үҙ ҡулдары менән ҡатлы-ҡатлы тормош баҫҡыстарын төҙөй. Кемдеңдер тормошона ҡыҫылырға, тикшерергә, уларға хөкөм сығарырға теләгем юҡ. Шулай ҙа, үҙем шаһит булған бер-нисә ваҡиға хаҡында яҙып үтеү бер кемгә лә зыян килтермәҫ, тип ышанам.
Вадимдың ике ғаилә уртаһында йәшәүенә ете йыл. Хәләл ефетенә белдермәйенсә Алина менән биш йыл осраштылар. Әммә ҡатын-ҡыҙҙың йөрәге үтә нескә, һиҙгер бит ул, һөйгәненең хыянатын үҙ күҙҙәре менән күрмәгәс, эстән генә һыҙып, иренең күңелендәге үҙгәрештәрҙе өнһөҙ кисереп үткәрҙе. Ләкин беҙ ҡапсыҡта ятмай, ҡасан да булһа тишеп сыға. Көндәрҙән бер көндө ҙур булмаған ҡала урамында ул Вадимын башҡа ҡатын менән тап итә. Әммә тегеһе: «Был ҡатын менән беҙ эш буйынса ғына осраштыҡ, әйҙә ҡайттыҡ», – тип ҡатынын йыуатып өйгә алып ҡайтып китә, тоғролоғо хаҡында ҡабат-ҡабат телгә алып, хәләл ефетен тынысландыра. Ышанғыһы килгән кеше күңелен кимергән шик-шөбһәләрҙе йөрәгенә бикләп ҡуйып, ҡолағы ишеткән һүҙҙәрҙе ихлас тип ҡабул итергә һәләтле. Көнө буйына юғалып тороуҙарҙы, төндәрен ҡуна ҡайтмауҙарҙы, ашығыс командировкаларҙы бер аҙға ҡыҫҡартып торорға тура килә Вадимға. Тик ваҡытлыса, ҡатыны бер аҙ тынысланғансы ғына. Ситтә яратҡан кешеһе булыуға ҡарамаҫтан, ғаиләһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай ул. Ҡатыны, ике балаһы өсөн яуаплылыҡ тойғоһо ғаилә ептәрен өҙөргә мөмкинселек бирмәй.
Ҡатын, әлбиттә, иренең башҡа тормошта йәшәүен йәненең, тәненең һәр күҙәнәге менән тойҙо. Тормош иптәшенең бөтөнләй ят бауырға әйләнеүен күреү ҡатындың күңелен ҡорт кеүек кимерҙе. Шулай ҙа, эстән янып-көйөүгә ҡарамаҫтан, кисерештәренең тамсыһын да иренә күрһәтергә ашыҡманы. Белмәй, һиҙмәй был, тип уйлай бирһендәр, әйҙә. Тоғролоҡ талап итә башлаһаң, айырылышырға тура киләсәк. Быға юл ҡуйырға ярамай, ни тиһәң дә, балалар атаһын ярата. Вадимы ла улар өсөн йәнен бирергә әҙер. Түҙгәнгә түш тейгән, сабырлыҡ кәрәк. Бәлки Вадим ҡасан да булһа, тынысланыр, тигән ҡарарға килде ҡатын.
Вадим Алинаға ғашиҡ булғанда бер генә балалары бар ине. Ғаиләһен бер ҡасан да ташламаҫына ышанған ир ҡатыны икенсегә ауырға ҡалғас та, был яңылыҡты шатланып ҡабул итте. Ҡыҙы тыуыу һөйөнөсөн дә ҡатыны бала табыу йортонда ятҡанда Алина менән бергә уртаҡлашып, байрам кисе яһанылар.
Вадимдың ғаиләһендәге барлыҡ үҙгәрештәр, шатлыҡ-көйөнөстәр ете йыл буйына Алинаның күңеле аша үтте. Ниндәй генә хәлдәр булһа ла, Вадим Алина менән кәңәшләште, күберәк ваҡыты уның янында уҙҙы. Ҡатыны менән аҙналар буйына бер нисә дежур һүҙҙәр генә әйтешһәләр, Алина менән сәғәттәр һуҙымында һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне.
Вадим ҡаланың иң уңышлы эшҡыуарҙарының береһе. Аҡсаһы ла, көсө лә етерлек. Утыҙға еткән, яңғыҙлыҡтан арыған Алина дәрте ташып торған, сибәр, етмәһә ике миллионлыҡ машинала елдергән Вадимға үлеп ғашиҡ була. «Вадимға бер ҡасан да ғаиләһенән китергә юл ҡуймаясаҡмын, минең балаларым булмаясаҡ, уныҡылар атайлы үҫһен. Балаға уҙа алмағанлыҡтан башҡа кешегә кейәүгә сығып, уны ла, үҙемде лә бәхетһеҙ итә алмайым. Һөйәм һәм һөйөләм, ғүмеремдең һәр минутынан ләззәт алам, ҡалғаны мөһим түгел. Һәр кем үҙ бәхете өсөн үҙе көрәшә. Вадим ҡатынынан бөтөнләй һыуына ҡалһа ла, бында минең ғәйебем булмаясаҡ», – ти Алина.
Вадим менән танышҡанға ҡәҙәр Алина ябай ғына ҡыҙ ине. Хәҙер матурлыҡ салонының хужабикәһе. Вадим ярҙамында парикмахер, косметолог, матурлыҡ салоны администраторы һөнәрҙәренә түләүле курстарҙа уҡып сыҡты, машина йөрөтөргә өйрәнде. Һөйгәне уға ҡала үҙәгенән бер бүлмәле фатир алырға ярҙам итте.
«Үҙемде ҡатыным янында ла, Алина алдында ла ғәйепле тоям. Шуға күрә был ҡытыршылыҡты аҡса менән булһа ла тигеҙләргә тырышам. Ҡатыным матди яҡтан бер ҡасан да мохтажлыҡ кисермәне. Юғары белемгә эйә булыуына ҡарамаҫтан, эшләргә рөхсәт итмәнем. Үҙе лә быны кәрәкле тип тапманы. Буш ваҡыттарында яратҡан эштәре менән булыша. Балалар менән шөғөлләнә, фитнес клубтарға, матурлыҡ салондарына, бассейнға ла ваҡыт бүлә. Үҙе машина йөрөтә. Алинаны осратҡанға тиклем ҡатынымды үлеп яратҡан төҫлө инем. Хәҙер ул миңә ят тип әйтергә телем әйләнмәй, йөрәгемдә уға ҡарата йылы хистәр һаҡлана: яҡынлыҡ тиергәме уларҙы, әллә ихтираммы? Балаларымды ла, уларҙың әсәһен дә үҙемсә яратам, ә Алинаға ҡарата хистәрем бөтөнләй башҡаса, уларҙы аңлатырлыҡ һүҙҙәр юҡтыр был донъяла… Мауығыу ғына булһа, был хис бер-ике йылдан һүрелер ине. Бер генә бирелгән ғүмерҙәрҙә ошо тойғоно татымаһам, үкендерер ине», – ти Вадим.
Был мөхәббәт өсмөйөшөндә йәшәү әлегә барыһын да ҡәнәғәтләндерә. Бәлки йылдар үтеү менән өсәүҙең берәүһе быға кәртә ҡуйыр. Тик балаларҙың ғына күңеле һынмаһын.
Утыҙ биш йәшлек Илнурға ла ике ут араһында янырға тура килә. Барыһына ла үҙе ғәйепле. Үҙенә тиңдәш булған Лиза менән оҙаҡ дуҫлашып йөрөгәндән һуң уға бар күңеле менән тартылғанын көндән-көн нығыраҡ тойҙо. Тик бер тапҡыр ғаилә ҡороп ауыҙы бешкән, ир-атҡа ышанысын һүрелткән, ҡыҙын яңғыҙы тәрбиәләргә мәжбүр булған ҡатын уның менән мөнәсәбәттәр ҡорорға ашыҡманы. Ситкә тибергә лә теләмәне, сөнки ярҙам кәрәк булһа, Илнурҙың бар эшен ташлап янына йүгереп киләсәген белә ине. Мөләйем, асыҡ күңелле, ләкин туң йөрәкле ҡатындың күңеленә асҡыс ярата алмай яфаланды Илнур. Тегеһе егеттең йөрәгендә ҡабынған хистәрҙе аңламағанға һалышты. Үҙенән ун йәшкә кесерәк Альбинаны осратҡанда Илнур Лиза менән икеһе тапаған дуҫлыҡ һуҡмағынан мөхәббәткә юл һалынырынан тамам өмөтөн өҙгәйне. Яңғыҙлыҡтан арыған, наҙға һыуһаған егет Альбинаға тиҙ генә эҫенеп китте. Яңы хистәр тулҡынында ҡайнап, үткәндәр хаҡында хәтирәләр юйылып бөтөп кенә барғанда Лизаның шылтыратыуы һиҫкәндереп ебәрҙе уны. Ҡала буйлап йөрөтөүен үтенеп мөрәжәғәт иткән ҡатындың үтенесен был юлы ла кире ҡаға алманы ул. Магазиндар буйлап йөрөп ҡайтҡас, ғәҙәттәгесә Лизаның фатирында дуҫтарса сөкөрләшеп сәй эсеп ултырғанда кеҫә телефоны шылтыраны. Илнурҙың тормошонда башҡа кешенең барлыҡҡа килгәнлеген белгән ҡатындың йөрәгендә көнсөллөк уты ҡабына. Ошо хәлдән һуң ярҙам һорап шылтыратыуҙар көндән-көн йышая. Йә ишектең асҡысы ватылған, йә крандан һыу тама, йә ишек алыштырырға кәрәк. Ял көндәрендә бәлештәр бешереп сәй эсергә саҡыра. Ниндәйҙер ҡатындың йыш шылтыратыуынан Альбинаның да күңеленә шик төшә. Беҙ дуҫтар ғына, тип яуаплай һөйгәне. «Ир менән ҡатын араһындағы эскерһеҙ дуҫлыҡҡа ышаныуы ауыр, әлбиттә. Шулай ҙа, минең дә дуҫтарыңдың барыһы менән дә танышырға хаҡым бар», – тип талап итә Альбина. Тик Лиза ғына Альбина менән танышыуҙан баш тарта, Илнур менән уның янында телефондан һөйләшкәндәрен дә өнәп еткермәй. Ҡатынды үпкәләтеүҙән ҡурҡҡан Илнур Лизаға ярҙам итергә килгән ваҡыттарҙа Альбинаның шылтыратыуҙарына яуап бирмәй башлай. Йәш ҡыҙҙың Лиза менән аралашыуҙы туҡтатыуҙы һорауы яуапһыҙ ҡала. Тыуған көнөндә Лиза ҡыҙының сирләп китеүе хаҡында хәбәр иткәс тә, егетенең табынды ташлап, яңғыҙын ҡалдырып сығып китеүе, бар сабырлығын һындыра ҡыҙҙың. Альбина башҡаса Илнур менән осрашыуҙан баш тарта.
Яңғыҙы ҡалған Илнур тағы ла Лиза менән мөнәсәбәттәрен яйға һалыуға өмөтләнә. Бергә тормош ҡорорға тәҡдим яһағас, ҡатын кире ҡаға. Мөнәсәбәттәрҙе дуҫлыҡтан ары ебәрергә иҫәбе булмай уның. Етмәһә, Альбина менән аралары өҙөлгәнен белгәс, ярҙам һорап шылтыратыуҙар, бәлеш ашарға саҡырыуҙар һирәкләнеп, тора-бара бөтөнләй туҡтап ҡала.
Яңғыҙы аңҡы-тиңке булып йөрөй торғас, Илнур Альбинаны эҙләп табып, ғәфү үтенә. Яңынан дуҫлашып китеүҙәренә ярты йыл үтеүгә, Альбинаның ауырға ҡалыуы асыҡлана. Йәштәр өйләнешә. Ҡыҙҙары донъяға килеп, бергә бәхетле генә сөкөрләшеп ғүмер кисергәндә, уйламағанда Илнур урамда тағы ла Лизаны осрата. Ирҙең күңел төбөндә быҫҡып һүнеп барған хистәр яңынан ялҡын булып тышҡа урғылып сыға. Лизаның сәй эсергә фатирына саҡырыуынан, әлбиттә, баш тартырға хәленән килмәй. Ошо осрашыуҙан һуң һирәкләп күрешеүҙәр башлана. Тик был юлы Лиза түгел, ә Илнур ҡатынға үҙе шылтырата. Бер тапҡыр ауыҙы бешкән ир ғаиләһен юғалтыуҙан уттан ҡурҡҡандай шөрләһә лә, бөтә күңеле менән Лизаға тартылғанын тоя, аяҡтары үҙенән-үҙе уның фатирына табан әйҙәй. Берҙән-бер көндө нисәмә йылдар буйына йыйылып килгән хис-тойғолар тышҡа урғылып сығып, ир менән ҡатын бер-береһенең ҡосағында уянғанын һиҙмәй ҙә ҡалалар. Был – Илнурҙың әллә ҡасанғы хыялы. Шулай ҙа дуҫлыҡтың мөхәббәткә әүерелеүе уны шатландырмай, бары ике ут уртаһында ғына янырға мәжбүр итә. Лиза янында булғанда ҡатыны менән ҡыҙын өҙөлөп һағына, өйҙә саҡта һөйәркәһен күреү теләге күңелен биләй. Шулай ҙа Лизаның ҡунырға ҡалырға өгөтләүҙәренән баш тартырға үҙендә көс таба. «Икеһен дә яратам, тик ғаилә минең өсөн тәүге урында, ҡатыным һиҙеп ҡалмаһын, тип ҡурҡып йәшәһәм дә, Лиза менән араларҙы өҙөргә әлегә әҙер түгелмен. Аҡылым менән барыһын да аңлаһам да, аҙғын хистәремә йүгән һалырлыҡ көс юҡ миндә», – ти Илнур.
Был осраҡта ла мәле еткәс дөрөҫлөк өҫкә ҡалҡып сығасаҡ. Яҡын кешеһенең хыянатын Альбина ғәфү итә алырмы? Был бит хыянат ҡына түгел, ә биткә төкөрөү, ышанысты ергә һалып тапау. Әлегә ялған ышаныстың ҡылы өҫтөндә генә сайҡалып торған ғаилә нигеҙе бер саҡ ишелеп төшһә, бесән өҫтөндәге эт кеүек йәшәгән Лиза Илнурҙы ҡабул итерме икән?

Зимфира Абушахманова.

Читайте нас: