Миңә был һағышлы һөйөү тарихын Рысҡужа ауылынан Фатима апай Һибәтова һөйләгәйне. “Ундай хәлдәр тик китаптарҙа йә киноларҙа ғына була, тип уйлай торғайным. Ләкин миңә тормошта ысын мөхәббәт драмаһына шаһит булырға, хатта геройҙарының яҙмышында бер аҙ ҡатнашырға ла тура килде. Бөтөнләй ят ике кешенең йөрәк серен үҙемә алдым да, нисәмә йылдар һаҡлап йөрөткәндән һуң, асылырға булдым. Геройҙарымды таныусылар булһа – бер үк ғәйепләмәһендәр. Бындай оло хистәргә бик һирәк кешеләр генә һәләтле,” – тине ул.
Һибәтовтар 2006 йылда Өфө шифаханаларының береһендә ял иткәндә була был хәл. Танышыу кисәһендә уларҙың Әбйәлилдән икәнлеген иғлан иткәс, етмеш биш йәштәрҙәге бер ҡарт эргәләренә йүгереп тигәндәй килеп етә лә, “Һеҙ фәлән ауылды беләһегеҙме? Ул һеҙҙән йыраҡмы?” – тип төпсөнә башлай. Фатима апай уны ҡыҙыҡһындырған ауылды күргәндәре булмауын, кешеләрен белмәүҙәрен әйткәс, ҡарттың күҙендәге осҡондар һүнгәндәй, күңеле кителгәндәй була.
Тик иртәгәһен яңы таныш Һибәтовтарҙы күреү менән йылмайып килеп күрешә һәм тағы Әбйәлилгә ҡағылышлы һорауҙарын яуҙыра башлай. Улар шулай көн һайын Ғәлимйән ағай менән бергә саф һауала йөрөр булып китәләр. Ял итеүселәр хатта: “Әллә һин ике бабай менән килдеңме?” – тип Фатима апайҙы мәрәкәләп тә ала.
Фатима апай ҡатын-ҡыҙға хас һиҙгерлек менән ҡарттың күңелен тынғыһыҙлап торған төп һорауын бирә алмай ыҙалауын тойоп йөрөй. Ахыры, уға ярҙам итеп ебәрмәксе булып, тота ла шаяртыуға һалыштырып: “Әллә Әбйәлилдә берәй һөйгән ҡыҙың булдымы?” – тип һорап ҡуя. Тегеһе: “Тап өҫтөнә баҫтың!” – тип, алыҫ илленсе йылдарҙа булған үкенес һәм һағыш тулы ваҡиғаны бәйән итә…
Һуғыштан һуң да әбйәлилдәрҙе күрше урман райондарына ағас ҡырҡыу эштәренә йөрөтәләр әле. Сайыр йыйырға барған төркөмдә Нәфисә исемле бик матур ҡыҙ ҙа була. Ғәлимйәндең бер күреүҙә уға күҙе төшә. Тегеһе лә йылы хистәр менән яуаплай. Егет гармунда уйнай, ҡыҙ матур бейей, икеһе лә һөйкөмлө – һоҡланғыс пар була улар.
Йәштәр өйләнешә, тик ғашиҡтарға бергә бәхетле ғүмер кисерергә насип булмай. Бер йылдан, ҡыҙҙары тыуғас, Ғәлимйәнде армияға алалар. Нәфисә тыуған яғына ҡайтмай, ирен ошонда көтөргә вәғәҙә бирә. Тик ҡәйнәһе – ҡырҡҡа ла етмәгән тол ҡатын – киленен оронсоҡ күрә башлай. Ашау яғы ла наҡыҫ. Нәфисә, балаһын күтәреп, йөҙ саҡрымдан ашыу юлды йәйәү үтеп, атай йортона ҡайтып китә. Германияла дүрт йыл хеҙмәт итергә тейеш булған ире аҙнаһына ике тапҡыр хат яҙып тора. Ә инде бер Әбйәлил егете атаһын ерләр өсөн отпускыға ҡайтырға йыйынғас, уның аша матур суҡлы шәл биреп ебәрә. Тап ошо бүләк уларҙың тормошоноң аҫтын-өҫкә килтерә лә инде…
Нәфисә лә һалдатына дебеттән бирсәткәләр бәйләп оҙата. Уларҙы тапшырғанда Әбйәлил егете: “Кәләшең бигерәк һылыу икән. Бер районда йәшәп, нисек уны быға тиклем күрмәгәнмен дә, һинән алда өлгөрмәгәнмен”, – тип, Ғәлимйәндең күңеленә көнләшеү орлоҡтары сәсеп ҡуя.
Бына Ғәлимйәндең һалдат хеҙмәтен тултырып ҡайтыр көндәре яҡынлаша. Ул ҡатынына фәлән көндөң фәлән сәғәтендә Магнитогорск вокзалында ҡаршы алырға ҡушып хат яҙа. Оҙон дүрт йылды һағыштан һарғайып үткәргән йәш ҡатын, ҡалаға ҡанатлы ҡош кеүек осоп барып етә. Поезд килеп туҡтай, ләкин, күпме көтһә лә, унан Ғәлимйәне төшмәй. Был хәлдең хәйерлегә түгеллеген һиҙенгән Нәфисә ерҙә тәгәрәп йөрөп илай. Перрондағы халыҡ аптырап тамаша ҡыла. Дүрт көн рәттән сыға вокзалға поезд ҡаршыларға, тик һөйгәнен күрә алмай…
Ә Ғәлимйән менән нимә була һуң? Ул күтәренке кәйефтә сумаҙанын тултырған саҡта бер ҡайнағаһының ҡатынынан хат килеп төшә. Еңгә кеше Нәфисәнең армиянан бүләк килтереп киткән егет менән “теттереп” ҡалыуы тураһында яҙа. Ул ҡайынһеңлеһен ни өсөн күрә алмағандыр инде, әммә үҙенең ҡара ниәтенә ирешә. “Кеше һүҙе кеше үлтерә” тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит инде.
Хыянатты кисерә алмай, мөхәббәте нәфрәткә әйләнгән ир, Магнитта поездан төшмәй, тыуған яҡтарына үтеп китә. Әлбиттә, ул Нәфисәнең ер тырнап илауын күрмәй. Юғиһә, кәләшенең әсе күҙ йәштәре туң күңелен иретмәй ҡалмаҫ ине…
Нәфисәгә ауылына ҡайтыуҙан башҡа сара ҡалмай. Әммә ул ирен төңөлмәй көтә. Сөнки икәүһенең “Ер өҫтөндә осраша алмаһаҡ, ер аҫтынан юлдар ҡаҙып булһа ла, бер-беребеҙҙе табырбыҙ” тигән анттары була. Күпме көтһә лә, Ғәлимйәндән ҡош телендәй ҙә хәбәр килмәй. Ахыры, үҙе эҙләп барырға ниәтләй, тик атаһы ебәрмәй. Ә ауылда Нәфисәгә күҙ һалып йөрөүселәр күп була. Бер ныҡышы атаһын ҡыҙын бирергә күндерә. Нәфисәнең атаһы уҫал, үҙ һүҙен бирмәгән, башҡалар менән иҫәпләшеп бармаған кеше була. Шуға күрә, ҡыҙ теләмәһә лә, уның һүҙен йыға алмай, яратмаған кешеһенә кейәүгә сыға. Төндәрен илап үткәрә ул. Ире барыһын да һиҙеп йөрөй, ләкин өндәшмәй. Бер-бер артлы балалары донъяға килә, ә Ғәлимйәндән тыуған ҡыҙы ауырып үлеп ҡала. Нәфисә һыуға барһа, һөйгәненең хаттарын кеҫәһенә һалып, аулаҡта уҡып, илай-илай күңелен бушата.
Ә Ғәлимйән тәүҙә хыянатты бер ҡасан да ғәфү итмәҫкә тигән ҡарарға килеп, ҡара янып йөрөй. Тора-бара асыуы һүрелә төшә, һағыныуы көсәйә. Әбйәлилгә барып, ҡатынын кире алып ҡайтыу тураһында ла уйлап ҡуя, тик байтаҡ ваҡыт үткән бит әле: бәлки, Нәфисә кейәүгә лә сыҡҡандыр. Сыҡмаһа ла, уны ғәфү итерме? Ҡыҙынан алда атаһы ҡыуып сығармаҫмы? Үҙе атайһыҙ үҫкән Ғәлимйән ҡырыҫ холоҡло ҡайныһынан уттан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡа. Шулай икеләнеп йөрөгәндә, Әбйәлилдән бер төркөм йәштәр йәнә сайыр йыйырға килә. Улар араһында Нәфисәнең бер туған һеңлеһе лә була. Ул Ғәлимйәнгә апайының хәлдәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. Өмөтө бөтөнләй өҙөлгән йәш ир ауылдарына килеп төшкән геологтарға эйәреп экспедицияға сығып китә. Ҡырҙа үҙенә оҡшаған ҡыҙҙы осратып, шуға өйләнә һәм тыуған ауылына алып ҡайта. Ҡатыны донъя көтөргә әүәҫ булып сыға, биш бала табып бирә.
Бөтәһе лә һәйбәт кеүек, ләкин Ғәлимйән һаман тәүге мөхәббәтен онота алмай. Нәфисә тураһында берәй хәбәр алып булмаҫмы тип Әбйәлилдәге элекке хеҙмәттәшенә хат яҙа. Уныһы былай ҙа әрнегән йөрәгенә өҫтәп тоҙ һибеп, ташларыңды белһәм, үҙем алған булыр инем, тип яуаплай. Хат аша Нәфисәнең тол ҡалғанын белгән Ғәлимйән ярһыған йөрәгенә урын тапмай башлай. Бер ваҡыт өлкән улы йомош менән Сибай ҡалаһына йыйынғас, атай кеше уға серен сисә һәм юлға үҙен дә алып, Нәфисәнең ауылына һуғылып китергә һорай. Ир ҡорона тулған улы атаһының хәлен аңлай һәм ризалаша. Тик Ғәлимйәнгә һөйгәне менән бер-ике ауыҙ һүҙ алышырға ла насип булмай. Саҡырылмаған ҡунаҡтар Нәфисәнең улының эсеп алып, өйҙә туҙынған ваҡытына тура килә. Көтөлмәгән осрашыуҙан да, улы өсөн уңайһыҙланыуҙан да икеләтә ҡыйын хәлдә ҡалған ҡатынды йәлләп, иҫеректең ҡыуыуына ла ҡаршы тора алмай, юлсы бер һүҙ әйтмәй өйҙән сығып китергә мәжбүр була…
Фатима апай ҡартты илай-илай тыңлай. “Хәҙер миңә бындай сер менән нисек йәшәргә һуң? Етмәһә, Нәфисә апай менән бер райондан була тороп… Юҡ, ҡайтҡас та уға барам, күрәм, бөтәһен дә һөйләйем”, – ти ул. Ғәлимйән ағай ҡаршы булмай, хатта фотоһүрәтен дә бирә. “Күп итеп сәләм әйт. Кисерә алһа – кисерһен… Алдында ғәйебем ҙур, ризалығын алып үлгем килә”, – ти. Әгәр Нәфисә апай риза булһа, барып күрергә лә теләк белдерә.
Шифахананан ҡайтҡас, Һибәтовтар Нәфисә апайҙың ауылына юл ала. Фатима апай ҡотло ғына өйҙә түшәктә ятҡан йәш сырайлы, һөйкөмлө генә әбейҙе күрә. Ул сирләберәк тора икән. Кеше тормошона ҡыҫылып йөрөйһөң, тип ҡыуып сығарһа ла бер ни түгел, тип ҡурҡып ҡына ингән Фатима апай менән хужабикә, яҡын кешеһендәй күреп, йылы итеп һөйләшә. Килеүенең сәбәбен әйткәс тә, тыныслығын һәм сабырлығын һаҡлап ҡала.
“Күрәһең, маңлайға яҙылған яҙмыш шул булғандыр инде… – ти ул. – Ғәлимйәндең минән ғәфү үтенерлек урыны юҡ. Уны ла алдағандар бит. Беҙҙең саф мөхәббәтте күрә алмаған көнсөл кешеләр ғәйепле… Әйтегеҙ уға: теләһә, килһен, тик яңғыҙы түгел, ҡатыны менән…”
– Үкенескә ҡаршы, Ғәлимйән ағайҙан башҡа хат-хәбәр булманы. Оло кеше, бәлки, үлеп тә ҡалғандыр. Нәфисә апайҙың да артабанғы яҙмышы миңә билдәһеҙ, – тип тамамланы һағышлы хикәйәтен Фатима Кәбир ҡыҙы.
Тыңлап ултырҙым да, уйға ҡалдым: ә бит шул замандан алып был тормошта артыҡ бер нәмә лә үҙгәрмәгән. Һөйгәндәрҙең “күҙҙәрен асыуҙы” үҙҙәренең бурысы тип һанаусылар бөгөн дә аҙмы ни? Уларға дөрөҫлөк еткереүҙең татлы минуттары эштең ниндәй фажиғә менән барып бөтөүенә ҡарағанда мөһимерәк. Һөҙөмтәлә “изге йәнле” кешеләрҙән ирҙәренең һулға йөрөүе хаҡында шылтыратыуҙар алған күпме ҡатын-ҡыҙ үҙенә урын тапмай өҙгөләнә… Әсе ғәйбәттән ярһыған ирҙәр хәләлдәренә ҡул күтәрә, эсә башлай… Быш-быш хәбәрҙәр әле өйләнешергә өлгөрмәгән ғашиҡтарҙы айыра һәм ғүмер буйы ут йоторға мәжбүр итә… Армияла хеҙмәт итеүсе егеттәрҙең һөйгәндәренең хыянаты хаҡында хат алғандан һуң үҙҙәренә ҡул һалыуҙары тураһында ишетелеп тора…
Ике кешенең араһына ҡыҫылырға ярамай. Хатта иң изге уй менән дә… Ғашиҡтар һуҡыр кеше менән бер була бит. Шулай ҙа, Сент-Экзюпери әйтмешләй, иң мөһим нәмәне күҙҙәр менән түгел, ә йөрәк менән күрәләр. Әйҙә, йөрәк үҙенә мөһимен үҙ аллы, башҡаларҙың ярҙамынан тыш һайлаһын…
Әбйәлил район китапханаһы хеҙмәткәре.
*Геройҙарҙың исемдәре үҙгәртеп алынды.