Шоңҡар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
20 Ғинуар 2020, 18:46

Һәр кем үҙенсә ҡора... яҙмышты

Мин нимә тип яуап бирергә лә, нисек йыуатырға ла белмәнем. Ни генә әйтә ала инем һуң? Кеше яҙмыштары бигерәк ҡатмарлы шул. Бер генә минут эсендә бар тормошоңдоң селпәрәмә килеүе бар. Оля ла матур ғына уҡып бөтһә, яратҡан кешеһенә кейәүгә сыҡһа, эшкә урынлашһа, түңәрәк донъя ҡороп, бәхетле йәшәп ятҡан булыр ине, моғайын. Ул саҡта Маринаның улы ла бөтөнләй икенсе ҡыҙға ғашиҡ булыр, матур ғаилә ҡорор ине. Бәлки, балалары ла һау-сәләмәт тыуыр ине…#Ғибрәт #Шоңҡаржурналы

Ҡышҡы каникулға, зачеттарымды алдан тапшырып, иртәрәк ҡайтып киттем. Ғәҙәттә, билетты купеға күмәкләп ала торғайныҡ, был юлы үҙемә генә алдым. “Яҡшы юлдаштар тура килһен инде,” – тип теләп йөрөнөм, ни тиһәң дә юл оҙон.

Купеға бәпес күтәргән ике ҡатын урынлашты. “Марина”, – тип таныштырҙы үҙе менән олоһо. Йәше, Ольга, уның килене икән. “Бөгөн генә дауахананан сыҡтылар, улымды эшкә саҡыртып алдылар ҙа, үҙем килдем инде... – тине Марина аҡланғандай итеп. – Тыуыр-тыумаҫтан йөрәге ауырта бахырҡайҙың, кеше булып китәме, юҡмы, кем генә белһен…”

Килен кеше ҡәйнәһенә ҡарап-ҡарап ала. “Таныш түгел кешеләргә һөйләйһең” тип ризаһыҙлыҡ белдереүе ине, ахырыһы. Оля шунда уҡ салбарын уңайлы спорт ыштанына алыштырҙы. Сәсен артҡа төйнәне. Сумкаһынан көҙгө сығарып, бит-йөҙөн ҡараштырып алды. Һылыу ҡатын. Марина иһә бала менән булды: юрғанын тағатты, шыңшый башлағас имеҙлеген ҡаптырҙы, туҡтауһыҙ сөсөлдәп хәбәрен һөйләне.

Поезд ҡуҙғалыр алдынан купеға ашығып дүртенсе юлдашыбыҙ - бер ир килеп инде. Йәһәт кенә сумкаһын иң өҫкө өсөнсө кәштәгә ырғытты ла, өҫ кейемен сисеп элеп, тамбурға сығып китте. Ул арала ҡәйнә менән килен мул итеп өҫтәл әҙерләргә тотондо. Ҡаҡланған ҡаҙы ла бар, колбасаһы, тоҙло ҡыяры, йомортҡаһы… Әйтерһең, юлға бер аҙнаға сыҡҡандар. Мине лә саҡырғайнылар, баш тарттым, өҫкө кәштәгә менеп, китабымды ҡулыма алдым. Баяғы ир ингәс, мул табынды күреп аптырап ҡалды. Саҡырыуға ул ҡуй тимәне, ярай, тип ҡаршы урындыҡҡа ҡунаҡланы, әммә шунда уҡ, мин хәҙер, тип ҡайҙалыр сығып юғалды. Былар табын әҙерләп бөтөүгә, ҡулына өс һауыт һыра тотоп килеп инде.

– Танышыу хөрмәтенә, – тип аңлатты шешәләрҙе өҫтәлгә ҡуйғас.

Хәбәрҙәре теләмәһәм дә ҡолаҡҡа килеп салынды. Камилдың командировканан ҡайтып барыуы икән. Баш ҡалҡытмай эшләргә тура килгән, был һыралар – “расслабиться итергә”. Уның фекеренә Оля рәхәтләнеп ҡушылды. “Нисәмә аҙнам төрмәләге кеүек үтте! – тип зарланды ул. – Уф, был ҡайғыны нимә тип таптым инде, башым дауахананан сыҡмай”. – Үҙе йылп итеп ҡәйнәһенә ҡарап алды.

Ярай әле балаһы бәләкәй, бер нәмә лә аңламай, тип ҡыуанып ҡуйҙым. Юҡһа бахырҡайға бик-бик ҡыйын булыр ине бит был һүҙҙәрҙе ишетеү.

Тәғәмләнеү башланды. Һауыт артынан һауыт бушаны. Камил һыра артынан вагон-ресторанға әллә нисә сәйәхәт ҡылды. Мине лә ҡыҫтап маташтылар, ахырҙа, булмаҫ бынан, тип ҡул һелтәнеләр, барлығымды оноттолар. Тиҙҙән ярайһы ғына шаулай башланылар, юҡ-барҙан ҡыҙыҡ табып хихылдап көлдөләр, йәшелле-күкле тауыштар менән йыр һуҙып алдылар. Ә бахыр бала йоҡлай. Тызылдап тауышы сыҡһа, өләсәй кеше шешәнән һөт имеҙеп, бер аҙ ҡулында бәүелтеп ултыра ла, уныһы артабан йоҡлап китә.

Быларҙың шау-шыуы ялҡытҡас, вагон-ресторанға барып килергә булдым. Тамбурға сыҡтым, тын алыуҙары иркенәйеп китте. Купелағы шау-шыуҙан да бигерәк килен менән ҡәйнәнең ҡыланышынан тыным тарыға башлағайны. Үҙемдең өләсәйҙе күҙ алдыма килтерҙем. Ул бит беҙҙең өсөн һәр ваҡыт үрнәк булып торҙо. Уның янында үҙебеҙҙе бәхетле, ышаныслы, яҡлаулы тоя инек. Килене менән бер рәттән “һуғып” ултырған Марина-өләсәйҙән ни өмөт итергә? Балаһын бар тип тә белмәгән Оля тураһында һүҙ ҙә юҡ.

Байтаҡ ултырҙым бында. Инде тегеләр ҡунаҡ булып бөткәндер, тип купеға киттем. Әммә иң ҡыҙығы, иң ҡыҙыуы яңы башланған ғына икән. Оля менән Камил ниҙер аңларлыҡ хәлдән үтеп бара, улар минең ингәнде, өҫкә үрмәләгәнде лә тойманы. Ир кеше йырлай, тегеһе уға ҡушылып маташа. Бала “рәхәтләнеп” илай. Өләсәй уны тымыҙа алмай хитлана.

– Бар коридорға сығарып йоҡлат! – тип аҡырҙы шул саҡ килен кеше. – Күрәһең бит, тауыш ҡамасаулай! Кешегә расслабиться итергә бир!

Ҡәйнәһе, ғәйепле кешеләй, шунда уҡ баланы күтәреп коридорға тәнтерәкләне.

– Уф, күрә алмайым шуларҙы! – Оляның тауышында нәфрәт сағылып китте.

– Ә ирең? Иреңде яратаһыңмы һуң? – тип ҡыҙыҡһынды Камил. Үҙе йәш ҡатынды һығаһынан ҡосаҡлап алды. Тегеһе ҡаршылашманы, шунда уҡ ирҙең ҡосағына сумды, күрәһең, ҡәйнәһенең сығып киткәнен генә көтөп ултырғандар.

– Иҫкә төшөрмә әле шуны! – Ҡатын йөҙөн сытайтты. – Яратманым да, яртамайым да!

– Улай булғас, шундай сибәр, ҡалаҡҡа һалып ҡына йоторлоҡ мәлеңдә ниңә кейәүгә сыҡтың уға? – Камил уны йәлләргә маташты.

– Эй! – тип ҡул ғына һелтәне тегеһе. Баланы йоҡлатып маташҡан ҡәйнә кеше ишектән башын тығып әллә нисә ҡараны. Һуңғыһында түҙмәне: “Етер һиңә!” тип һыра күтәреп ултырған киленен тыйҙы. Үҙе айнығайны булһа кәрәк, бәлки, артыҡ күп эсмәгәндер ҙә. Ниһайәт, бала йоҡланы, индереп минең аҫтағы һикегә һалды. Ҡаты ғына:

– Етте, шауламағыҙ, баланы уятаһығыҙ! – тип, өҫтәлде йыя башланы. Оля менән Камил да, ғәйептәрен һиҙеп, шым ғына уға булышты.

– Камил, әйҙә сүп-сарҙы ташлап инәйек, – тине бер аҙҙан Оля. Тегеһе шатланып риза булды. Ҡәйнәһенең һөйләнеүенә иғтибар ҙа итмәй, теге икәү сығып та китте. Сүп-сар түгеү һылтау ғына икәнен Марина ла, мин дә аңлағайныҡ инде.

Был хәлде башыма һыйҙыра алманым. Нисек килеп сыға һуң әле? Ҡәйнәһе алдында күрәләтә тороп икенсе ир менән типтерә бит был. Йәшереп тә маташмай хатта. Бер аҙҙан Маринаның һыҡтаған тауышы ишетелде. Түҙмәнем, янына төшөп ултырҙым. Быны һиҙепме, үҙ алдынамы, ҡатынҡай: “Был язаны нимә өсөн бирәһең, Аллам!” – тип ыңғырашты.

– Ниңә улығыҙ ҡатынын үҙе генә килеп алманы һуң? – Мин, ул ваҡытта бындай хәл булмаҫ ине, тигәнде аңғартып өндәштем.

– Улым эштә шул…

– Киленегеҙ һәр ваҡыт шулаймы?

– Беҙҙең ауылдыҡы ул. Шул тиклем дә алсаҡ, шул тиклем дә игелекле була торғайны бәләкәй сағында. Уға ҡарап гел, ошо балаҡайға берәй ваҡыт килен тип өндәшергә яҙһа ярар ине, тип теләп йөрөнөм. Алла бабай ишетте, ләкин… – тип һөйләп алып китте Марина. – Егеттәр һылыу ҡыҙҙы ҡаратам тип артынан өйөрҙәре менән йөрөнө. Тик ул ғына береһенә лә күҙ һалманы. Ғорур ҡалды. Егеттәрҙе мыҫҡыл итте, кәмһетте. Мәктәптән һуң юғары уҡыу йортона инде. Шунда үлеп бер егеткә ғашиҡ булған. Әсәһе менән таныштырырға алып ҡайтып та йөрөгәйне бер ваҡыт. Өйләнешергә тейештәр ине. Туйҙарынан алда ғына ниндәйҙер әшәкеләр мәсхәрә иткән ҡыҙҙы. Шунан һуң тормошо тиҫкәрегә тәгәрәне ҡыҙ баланың. Һөйгәне ташлаған, әсәһе үлеп китте, япа-яңғыҙ тороп ҡалды. Шулай, егеттәр үс алды булдымы, осраҡлыҡмы – бер кем белмәй. Был турала үенән һорашып ултырып булмай бит инде хәҙер. Уҡыуын ташланы, эсергә яратҡан ҡыҙҙар менән дуҫлашып алды. Ҡасандыр үҙе түбәнһетеп ҡараған егеттәр менән сыуала башланы.

Улым менән нисек яҡынайып киткәндәр, аңламайым. Оля тине лә күҙе-башы тондо балаҡай ғынамдың. Тәүҙә тешем-тырнағым менән ҡаршы булдым. Аҙаҡ инде, ысынлап яратҡанын күреп, күндем. Ҡарышып та ни эшләйһең инде? “Бәлки, үҙгәрер”, тигән өмөт тә ташламаны. Тәүҙә һәүетемсә генә йәшәнеләр. Тәүге балалары тыуҙы. Әммә әсә күңеле алдашмай бит ул, араларында йылылыҡ юҡ икәнен тәүге көндән үк тойҙом. Бигерәк тә килен яғынан. Улымды йәлләп әҙ ҡайғырманым ошо ғүмер эсендә. Бергә йәшәгәс, барыһын да күреп йөрөү үтә лә ауыр. Айырым сығыр инем дә ул… балалары ни эшләптер зәғиф тыуҙы.

Әммә улым һаман иҫе китеп ярата Оляны. Уның һәр һүҙенә сабыйҙарса ышана. Ә мин бит барыһын да күреп йөрөйөм. Килендең төндәрен илағанын йыш ишетәм. Аңлауымса, элекке мөхәббәтен һағына. Әле килеп кемелер булыуына ла шикләнмәйем. Улыма аңғартып ҡарағаным бар, әммә үҙемде генә ғәйепләне. Юрамал, беҙҙе талаштырырға итәһең, тип рәнйетте. Килен икенсегә ауырға ҡалғас һөйөнгәйнек тә… Быныһы ла сирләшкә булып тыуҙы. Хәҙер инде килен, һинең арҡала таптым, юҡһа, анализдар насар булғас, ауырға ҡалыуҙың беренсе көнөнән үк дауахананан башым сыҡмағас, алдыртҡан булыр инем, тип мине битәрләй. Өлкәнен дауалауға байтаҡ аҡса түктек, әле лә улым шул арҡала Себергә сығып китте. Хәлдән килгәнсе аяҡҡа баҫтырырға, кеше итергә тырышабыҙ инде…

Бахыр ҡәйнә… Баҡтиһәң, ут эсендә өҙгөләнә икән дә баһа! Бөтөн яҡлап үҙен ғәйепле тойғанға ла килененә ҡаршы һүҙ әйтмәй. Ә тегеһе шунан оҫта файҙалана, нисек ҡулай таба, шулай ҡыландыра. Ирен дә, ҡәйнәһен дә үҙ ҡурайына бейетә.

– Йәлләйем мин уны, – тип һүҙен дауам итте Марина. – Икенсе яҡтан улымдың бәхетһеҙлеге йәнемде өтә. Ошондай тормош теләнемме ни мин уға? Улай тиһәң, ҡатыны янында шул тиклем дә йөҙө нурлы уның. Тик бына Оляны ҡайһылай аҡылға ултыртырға, нисек күҙен асырға? Уның ошондай ҡыланыштарына күҙ йоморға ҡасанға тиклем түҙемлегем етер?

Мин нимә тип яуап бирергә лә, нисек йыуатырға ла белмәнем. Ни генә әйтә ала инем һуң? Кеше яҙмыштары бигерәк ҡатмарлы шул. Бер генә минут эсендә бар тормошоңдоң селпәрәмә килеүе бар. Оля ла матур ғына уҡып бөтһә, яратҡан кешеһенә кейәүгә сыҡһа, эшкә урынлашһа, түңәрәк донъя ҡороп, бәхетле йәшәп ятҡан булыр ине, моғайын. Ул саҡта Маринаның улы ла бөтөнләй икенсе ҡыҙға ғашиҡ булыр, матур ғаилә ҡорор ине. Бәлки, балалары ла һау-сәләмәт тыуыр ине… Яҙмышты һәр кем үҙенсә ҡора. Был ғаиләлә лә, әгәр теләгәндә һәм тырышлыҡ һалғанда, нимәнелер яҡшы яҡҡа үҙгәртергә, барыһын да яйларға булыр ине, тип уйлайым. Яҙмышҡа үпкәләп, барыһына ла үсләшеп йөрөп кенә бер ни ҙә сығарып булмай бит. Уйлап ҡараһаң, һәр кемдең тормошонда әсе-сөсө мәлдәр сығып тора. Әйҙә, улайһа, барыбыҙ ҙа Оля кеүек проблема килеп тыуған һайын араҡыға йәбешәйек, кемделер ғәйепләйек, туҡтауһыҙ һыҡранайыҡ, зарланайыҡ, үҙ бәхетебеҙҙән үҙебеҙ ҡасайыҡ…

Марина түҙмәне, купенан сыҡты. Киленен дә, Камилды ла тиргәп ташланы.

– Ярай инде, һөйләшеп торғандан нимә була! – тип сыйылданы Оля, әммә инергә ашыҡманы. Камил да нимәлер тип аҡланып маташты.

– Битһеҙҙәр, ҡосаҡлашып торалар! – тип ярһыны Марина уларҙың оятһыҙ ҡыланышына. Әммә бер нәмә лә эшләй алмай ине иҫереп башын юйған килененә ҡаршы.

Асығып, ахырыһы, бала уянды, өләсәй кеше бөтә иғтибарын уға йүнәлтте. Ә вагон каридорынан мин йоҡлап киткәндә лә хихылдаған тауыштар ишетелә ине әле…

Мәскәү ҡалаһы.

Читайте нас: