Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
1 Май 2020, 23:25

Кейәү - ҡәйнәһен...

Башына елле фекер килә.

Кейәү менән ҡәйнә хаҡында ниндәй генә лаҡаптар йөрөмәй. Ә быныһы тағы ла ғәжәп. Белорет районында бер ир бурысҡа бата. Түләүҙәрен ҡаплатыр өсөн микрозайм алырға теләһә лә, баш тарталар. Шул ваҡыт башлы кейәүҙең башына елле фекер килә. Ҡәйнәһе бар бит әле! Уның документтарын ала ла бер ай эсендә биш урындан аҡса ала. Шулай ҙа анһат кәсепкә ғәҙәтләнгән ир бурысын түләргә ашыҡмай.
Уйламағанда микрозайм ойошмалары аҡса таптыра башлағас, 64 йәшлек ханым аптырап ҡала, тәртип һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Мут иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хәҙер инде кейәү уларҙан ҡасып ҡотола алмаҫ.
Читайте нас: