Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
2 Май 2020, 16:15

“Икмәк тотоп ант итәм”

Ошонан башҡа тамсы ла алмайым.

– Нимә тип эсәһең инде!
Был һүҙҙе уға нисә тапҡыр ҡабатлағанымды үҙем дә иҫләмәйем. Күргән һайын һалмыш, осраған һайын “үлеп бара”. Сәбәбен дә табып тора.
– Эй, дуҫ, бөгөн шунса ғына эш хаҡы алдым. Йә, шул хәйерсе аҡсаһына нисек йәшәмәк кәрәк! Асыуҙан эстем дә ҡуйҙым! Юҡ, бүтән грамм эсмәйем!
Теге ҡайтҡанда ла “егет булғайны”.
- Һин дуҫ мине гел шулай йөрөй тип уйлайһыңмы. Юҡ! Бисәкәйгә йән көйөп инде. Юҡ, ошонан башҡа ауыҙға тамсы ла алмайым. Бына икмәк тотоп ант итәм.
- Мин һиңә хәҙер ышанмайы!
- Һин нимә, дуҫ! Мине бөтөнләй бөткән кеше тип уйлайһыңмы!
Алкаш тип уйлайһыңмы! – Ул ярһып китә.
Кисә йәнә уны күрҙем. Йөҙө ҡарағыһыҙ булып шешенгән, төҫө ҡасҡан.
– Уй, дуҫ, кисә ауылда берәүгә нигеҙ ҡорғайныҡ. Шунда бөтәһе эскәндә нисек инде суфый кеше һымаҡ тормаҡ кәрәк. Кеше көлдөрөп. Эстем дә ҡуйҙым. Күп түгел инде.
Дуҫым минең күҙгә мөлдөрәп баҡты.
– Шуға бөгөн баш аҡтарылып бирә. Баш төҙәтергә берәй йөҙ һум аҡса биреп кенә тор әле. Башҡаса ауыҙға ла алмайым бына. Икмәк тотоп ант итәм.
Бер нисә көндән тағы күрҙем уны. Был юлы ул йырлай-йырлай китеп бара ине.
Читайте нас: