Гөлзифа апай мине күреү менән хәсрәтен һөйләй башланы;
— Анау беҙҙең йән көйөгөнән генә бер ниндәй тулк юҡ. Әле шунан ялҡып сығып киттем әле, — тине. — Тамам аптыратты бит. Хәҙер нисә көн эсеп ята. Ишшеү етмәһә, әсәй, бер яртылыҡ ҡына аҡса биреп тор әле, тип быуынға төшә. Бирермен томшоғона. Көтөп торһон. Хөрәсән. Эшләһен дә ашаһын. Ней бисә алырға эшкинмәне. Ней сәсрәһә, сәсрәп ҡуймай. Әллә кемгә оҡшаған. Исмаһам, үлмәй ҙә бит!
Исемләп әйтмәһә лә, кемде әрләгәнен белеп торам. Улы Ғәзизйәнде гелән шулай йән көйөгөнән һалдыра ул. Әсәнең ҡасандыр кешенән ҡырын һүҙ әйттермәгән сабыйын әрләүен ишетеү ғәжәп ине.
Ғәзизйән менән бер урамда үҫтек, ул минән өлкәнерәк булһа ла, өсөнсөләме, дүртенселәме күсмәй ҡалғас, артабан бер класта уҡыныҡ. Шуға ла уның менән бергә үткән бала саҡ, мәктәп йылдары, инде апаруҡ ғүмер үтһә лә, әлегеләй күҙ алдында.
Уҡырға барымы булманы Ғәзизйәндең. Һигеҙ йыл буйы дәфтәр тышына матур ғына итеп адресын яҙырға ла өйрәнмәне. Мәктәпкә белем алыу, берәй файҙалы шөғөлгә өйрәнеү өсөн йөрөмәне. Дәрескә китаптар алып килгәне лә хәтерҙә ҡалмаған. Уртаға бөкләнгән ике-өс дәфтәре уҡыу йылы бөткәнсе тулмай ине.
Ҡайһы бер малайҙар уҡыуҙа әллә ни алдыра алмаһа ла, барыбер ниндәйҙер һәйбәт сифаты бар. Мәҫәлән, Нәғим — спортсы, саңғыла уҙышыуҙа уға еткән кеше юҡ. Район ярыштарына гелән уны йөрөтәләр. Ә Ғәзизйән бөтөнләй үҙенә башҡа. Инде малайҙың уҡымауын, өйгә бирелгән күнегеүҙәрҙе лә эшләмәүенә ғәҙәтләнеп бөткән уҡытыусылар унан бары шым ултырыуҙы, дәресте алып барырға ҡамасауламауын, башҡаларҙы мәшәҡәтләмәүен генә үтенә ине. Әммә Ғәзизйәнгә бындай иҫкәрмәләр бер ҡолағынан инә, икенсеһенән сыға. Ҡыҙҙарҙы йәберләй, йә уларҙы сәсенән тарта, йә портфелдәрен алып ҡутарына башлай. Самолет эшләп осора. Әй, онота яҙғанмын, берҙән-бер ыңғай сифаты булды — дәрес ҡалдырманы.
Уның өсөн класс етәксеһе Фәриҙә Сәғиҙуллинаға ауырға төшә ине. Ғәзизйәндең тәртипһеҙлегенән ғарыҡ булған уҡытыусылар дәрес тамамланыу менән уға ябырыла.
— Һин балаларың менән эшләмәйһең. Мәктәпкә аҡса алыу өсөн генә йөрөйһөң!
— Ул уҡыусыңды балалар колонияһына һөрөргә кәрәк.
— Исмаһам, ата-әсәһен күреп һөйләшер инең.
Бахыр Фәриҙә апайыбыҙ нимә эшләргә лә белмәй. Ғәзизйәндең өйөнә әллә нисә тапҡыр барҙы инде. Әммә унан фәтүә сығырҙай түгел шикелле. Әсәһе Гөлзифа апайҙың алдына сығырмын, тимә. Ауыҙыңды асып өлгөрмәйһең, мең һүҙгә етә: “Баланың ни ғәйебе? Һеҙ ошаҡлаша тип кенә ғәзиземде рәнйетер башым юҡ. Үҙем етем үҫтем, нужаны күп күрҙем. Мин уны туҡмап-ҡыйнап үҫтерер өсөн тапмаған. Күрә алмағанығыҙ шул Ғәзизйән булды инде. Бер минеке генә шаяралыр шул. Бала кеше шаяра инде ул. Һау бала ут кеүек булырға тейеш, тип врачтар үҙҙәре әйтә. Ана, күрше Ғәйнисламдың улы шаярыу түгел үҙ хәжәтенә лә йөрөй алмай. Тәүбә-тәүбә… Насар уҡый тиһегеҙме?! Шул минең балаға ҡаныҡтығыҙ инде. Уҡыһа ни, унан һеҙгә ни зыян. Ана, Мәстүрәнең малайын йыйылыш һайын «отличноға уҡый» тип ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтай торғайнығыҙ. Ҡупырайтып кәртешкәһен стенаға ла элеп ҡуйғайнылар, етмәһә, гәзиткә лә маҡтап яҙғандар бит әле. Уҡыу менәнме ни, бер нәмәгә лә эшкинмәгәс. Әле ҡалала заводта йөрөй, тиме. Унда эшләү өсөн бутта белем кәрәк”.
Шулай этә-төртә, уҡытыусыларҙы этләй-этләй һигеҙҙе бөткәс, бер нисә егеткә эйәреп, Салауат ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһына барып ҡарағайны ла, бер-ике ай йөрөнөмө-юҡмы, дөмбөрө батмай кире ҡайтты. Аҙаҡтан беҙгә «ҡыйын, асыҡтыра, ҡала малайҙары этләй, аҡса таптыра» тип һөйләгәне хәтерҙә. Ауылға йыш ҡайтып йөрөгәс, Ғәзизйәндең тормошон ишетә-күрә торам. Ата-әсәһе, туғандары үҙенә ҡайҙандыр кәләш димләп, өйләндереп тә маташтылар. Ни сәбәптәндер ҡатындары торламаны.
Көндөҙ урам тирәһенә бигүк сығып йөрөмәгән Ғәзизйәндең эш сәғәте төн уртаһы еткәс кенә башлана. Берәүҙәрҙең һарығы юғала, икенселәрҙең келәтенән һуғымлығы ғәйеп була. Йөҙләгән йорттан торған ауылда бөтә нәмә күҙ уңында бит. Бөтәһе лә былар Ғәзизйәндең эше булыуын тоҫмаллаһа ла, ҡулынан тотмағас, ярай, бурлыҡ менән берәү ҙә мандымаған, тип рәнйеүҙән ары китмәй. Ней бара һалып әйтергә ауылда, хатта яҡын-тирәлә полицейский юҡ.
Ғәзизйән бөгөн ата-әсәһенең ихатаһындағы бәләкәй өйҙәрендә айырым йәшәй.
...Иртәгәһенә кире китергә сыҡҡанда, Ғәзизйән һаулыҡ һорашыр-һорашмаҫтан:
— Класташ, үлеп барам, ҡана берәй егерме һум ғына аҡса биреп тор әле, — тине. — Анау ҡарттарға асыу килеп сығып киттем әле. Кисә әҙерәк байрам иткәйнек, бөгөн баш ҡутарылып килә. Берәй ярты көмөшкәлек аҡса бирегеҙ әле, тим, юҡ инде бирмәйҙәр. Бынан һуң утындарын ярырмын әле. Әтеү ҡотора башланылар, эшләйһең-эшләйһең, ҡәҙерҙе белмәйҙәр. — Ғәзизйән, әсәһен әрләй-әрләй, ҡулын йоҙроҡлап һелтәнде…