Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
13 Июнь 2020, 13:40

Һин, нимә миңә ҡыҙ табаһың?

“Ирһеҙ йәшәүе рәхәт тиһегеҙме әллә!” — тип кенә ауыҙҙарын яптыра ул күрше-күләненең.

Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
Илзирәгә атаһы үлгәндә ни бары ике йәш кенә була. Ғаиләләрендә ул етенсе бала. Әсәһе Рабиға апай төрлө эштә эшләй, ә атаһы Хәкимйән ағай иһә, ғүмер буйы ауыл көтөүен көтә. Шулай бер йәй, һыбай йөрөгәндә, уның аты ҡапыл өркөп китеп хужаһын алып ҡаса. Яй ғына йөрөп өйрәнгән көтөүсе тотоноп өлгөрә лә алмай йығылып төшә, тик бер аяғы өҙәңкелә ҡала. Күҙ алдына бер нәмә күрмәгән хайуан хужаһын ағас-дүңгәккә бәргеләй-бәргеләй күҙенә аҡ-ҡара күренмәй сабыуын дауам итә. Алған йәрәхәттәренән һауыға алмай Хәкимйән ағай, фажиғәле рәүештә вафат була. Ошо ваҡиғанан һуң ауыл көтөүен халыҡ сиратлап көтә башлай.
...Ауыл клубында йыйылыш. Төп мәсьәлә булып ялан-ҡырға көтөү алып сығыусы, йәғни көтөүсе, һайлауы тора. Оло йәштәге әбей-бабайҙарға сираттан көтөү көтөүе ауыр. Ҡарттарҙың, тол ҡатындарҙың хәленә инеп колхоз председателе ир-егеттәргә эште үҙ ҡулдарына алырға тәҡдим яһай. Күпте белгән, күпте күргән Шаймырҙан ҡарт:
— Малды көтөргә булыр ине лә ул, тик халыҡ үҙенең һыйырын һауып, эшен бөтөргәс, ҡайтҡан хайуанды кире сығарып ебәрә, юғалһа көтөүсенән таптырып бимазалайҙар.
— Эйе, эйе, дөп-дөрөҫ! Сиратлап өй башынан кемдең нисә баш малы бар, шуныңса көн көтөргә өйрәнеп бөткәнбеҙ инде. Ә шулай ҙа көтөүсе булһа бик мәслихәт булыр ине. Ләкин шул бер балыҡ башы: малды кисен яңынан сығаралар! – тип һүҙен йөпләй Миңлеғужа ағай.
Нисек кенә итеп өгөтләмәһен колхоз рәйесе, күпме генә дәлилдәр килтермәһен теләүселәр табылмай.
— Былай итеп көн үткәреп, ыштан туҙҙырып нимә эшләп ултырырға! Минеңсә, көтөүселәрҙе ҡырҙан ялларға кәрәк. Берәйһенә өйгә инеп йәшәрҙәр. Тамаҡтарына төшкө, киске ашты халыҡ сиратлап әҙерләрҙәр, – тип һүҙгә ҡушылды, ахырҙа, түҙеме бөткән Минисара еңгә.
Шулай итеп, оҙаҡ ҡына һүҙ көрәштергәндән һуң, көтөүселәрҙе ҡырҙан ялларға тигән ниәт менән барыһы ла ризалашып өйҙәренә таралышты.
Күп тә үтмәй көтөүселәр ҙә табыла. Ошо уҡ райондағы алыҫ бер ауылдан килгән ағалы-энеле урта йәштәрҙәге ике ир кеше. Ҡунып йөрөр урын да уңай ғына тура килә. Уларҙы өйҙәш итеп, ире үлгәс хәҙер инде нисәмә йыл, үҙе тол йәшәгән шул көтөүсе ҡатыны Рабиға апай индерә. Ике яҡлы булһа ла тауыҡ кетәгендәй генә өй эсендә итәк тулы бала. Уларҙың береһе генә малай, башҡалары барыһы ла ҡыҙҙар. Үҫмерҙәр янына ир-ат индереү кеүек һорауҙар әсә кешене һис кенә лә борсомай. “Ирһеҙ йәшәүе рәхәт тиһегеҙме әллә!” — тип кенә ауыҙҙарын яптыра ул күрше-күләненең.
Оҙаҡ та тормай, беренсе көндән тиһәң дә булыр, хужабикә менән олораҡ йәштәге Вәлимйән исемле ир араһында яҡын мөнәсәбәт барлыҡҡа килә. Уларҙы йәш аралары ла борсомай. Рабиға апай ирҙән ун биш йәшкә оло. Бергә йәшәй башлағандарына бер ай самаһы ғына ваҡыт үткәндер, “ире” көтөүҙән төш ваҡытында уҡ кире әйләнеп ҡайтыр булып китә. Әсәләре эштә булыуҙан файҙаланып, хужабикәнең егерме ике йәшлек ҡыҙына ла күҙ ата башлай Вәлимйән. Үткән-һүткән арала һәрмәп эләктерергә генә тора. Фәнирә әсәһенә Вәлимйәндең ҡылыҡтарын әйтеп ҡараһа ла, ул ҡыҙына ышанмай. Бындай хәлдәрҙән һуң апай кеше һеңлеләренә күҙ-ҡолаҡ булырға тырыша. Ә теге әҙәм заты һаман да алдына алғанын артына ҡуймай.
Көндәрҙең бер көнөндә, Вәлимйән көтөүгә энеһен генә ебәреп тағы ла өйҙә тороп ҡала. Һағалап тороп ҡыҙҙы эләктерҙем генә тигәндә, Фәнирә ҡулына килеп эләккән кеҫәү менән ирҙең башына тондора. Ауыртыуҙан түҙә алмай теге озлап ебәрә. Мәхлүк аңына килгәнсе Фәнирә туғандарын алып тиҙ генә кесе улы менән йәшәгән үрге яҡтағы ҡартсәләренә сығып йүгерә. Улар үҙҙәре лә бигерәк күмәк шул: ҡартсәһе, атаһының ҡустыһы, еңгәһе, тағы ла биш туғаны. Шулай ҙа ҡыйырһытылған балаларҙы урамға ҡыумайҙар, ҡыҫыҡ булһа ла “ҡасаҡтарҙы” бер-ике кис ҡундырып сығара еңгәһе. Тығын өйҙә оҙаҡ тороп булмай, нишләйһең инде, барыбер тыуған йортҡа ҡайтырға тура килә.
Әсәләренең кис өйҙә булырын белеп, балалар ипләп кенә ҡапҡа алдына инә. Өй ишеген асып та өлгөрмәйҙәр, Рабиға апай бар асыуын йыйып Фәнирәгә барып йәбешә:
— Һин нишләп улай ҡыланаһың, ә? Мин уны яратам! Ул барыбер бында йәшәйәсәк, үҫкәнһең инде, буйың еткән, бар, кейәүгә сыҡ! — тип ҡыҙына ауыҙ асырға ла ирек бирмәй. Ә Вәлимйән, иһә, ҡәнәғәтле йылмайыу ташлап, аҫтыртын ғына ҡырҙан күҙәтә. Оҙаҡ та үтмәй өйҙә кеше юҡлыҡтан файҙаланып, баш эймәгән Фәнирәне бәргеләп үсен дә ала. Апаһына ярҙамға ашыҡҡан Шакирға ла арыу ғына эләгә. “Жалыу итергә барһағыҙ, үлтерәм!” —тип ҡурҡыта ул малай менән ҡыҙҙы. Ә ғишыҡ утында дөрләгән Рабиға апайға барыбер: “ике донъя – бер мөрйә”, бөтә нәмә туп-түңәрәк. Уның яңы тормош, мөхәббәт!..
Нисек кенә булмаһын барыһын да күреп, барыһын да күҙ уңында тотоп алып ҡала алмай шул Фәнирә. Фәнүзә исемле ун һигеҙ йәшлек һеңлеһенең бик күңелле йөрөүе, ҡайҙалыр китеп юғалыуы шомландыра башлай. Күп тә үтмәй уныһы ла икенсе бер көтөүсе Филәритте, үҙенең ире икәнен әйтә.
...“Мөхәббәтле йәштәр” туйҙағылай кәйеф-сафа ҡороп ята торғас, ауылда көтөү сыҡмай башлай. Бер-ике көндән колхоз рәйесе өйгә килеп уларҙы ауылдан ҡыуа. Фәнүзә үҙе һайлаған Филәрите менән икенсе бер яҡҡа юл тота. Рабиға апай иһә, бәләкәй ун ике йәшлек ҡыҙы – Илзирәне алып үҙенең “ире” менән икенсе, башҡа районға сығып китә. Вәлимйән шундағы бер урыҫ ауылына көтөү көтөргә барып яллана. Үҫмер ҡыҙ ҙа шундағы мәктәпкә йөрөй башлай.
Бер-ике йыллап ваҡыт үткәндер. Көндәрҙең бер көнөндә Рабиға апай ауылға ҡайтып төшә. Арыу ғына таушалған. Бит-йөҙөндә барлыҡҡа килгән сей йөйҙәр ҙә күренә. Был хәлде күреп: “Әсәй, Илзирә ҡайҙа һуң? Ташлап ҡалдырҙыңмы, әллә? — тип һорай һала Фәнирә.
— Ул Вәлимйән янында, мәктәпте тамамлағас ҡайта, — ти, ҡоро ғына Рабиға апай.
— Нисек, шул әтерәғәләм янында ҡалдырҙыңмы?– тип былай ҙа күңеле тулышып торған Фәнирәнең күҙҙәренән йәш атыла. Ярһыуынан: “Барып ал уны тиҙерәк!” – тип ҡысҡыра ул әсәһенә. “Ул һиңә генә ир бит, беҙгә сит кеше. Колхоздың һөмһөҙ үгеҙе һымаҡ, ни эшләгәнен белмәй. Әле уҡыу йылы бөтөргә ярты йыл!”
— Нимә һөйләйһең һин, нимә булһын уға, 7-се класты бөтөрөр ҙә ҡайтыр, — тине, вайымһыҙ әсә ҡыҙының һүҙҙәренә иғтибар ҙа итмәй.
Ай үттеме, әллә ике, өйгә Илзирәнән хат килеп төшә. “...Әсәй, килеп ал мине тиҙерәк. Вәлимйән ағай: “Һин минеке булырға тейешһең, миңә кейәүгә сыҡ, ти. Ҡул сәғәте, төрлө биҙәүгестәр, күлдәктәр алып бирҙе. Үҙенең эргәһенә ятырға ҡуша. Мин унан ҡурҡам. Тиҙерәк кил”...
Ир ишаратына ышанһа ла был хат юлдары әсә кешене аҙ булһа ла шомландыра, нисек кенә булмаһын балаһын йәлләп, Рабиға апай юлға сыға. Икенсе көнөндә үк ирҙән туҡмалып, ҡыҙһыҙ ғына кире әйләнеп ҡайта. Өйҙәгеләргә: “Илзирәне бисәлеккә алған, нишләтәйем инде хәҙер ул ир ҡатыны. Араларына нисек инәйем?” — ти ул ишетелер ишетелмәҫ кенә.
Был хәбәрҙән Фәнирә шартлар сиккә етте: “Нишләйем, тип ҡул ҡаушарып ултырырға уйлайһыңмы ни? Илзирә әле бала ғына, ун дүрте лә тулмаған. Ул илле йәшлек ирҙән балаңды әрәм иттергә уйлайһыңмы ни? Ниңә кәрәк булды һиңә ул йолҡош? Һеҙҙең икегеҙҙе лә миллицияға яҙып бирәм! — тип ҡыҙып-ҡыҙып сығырға йыйына башлай апай кеше. Ләкин күпте күреп, күпте белгән Рабиға апай был хәлдең нисек барып сығыуын һиҙеп, тубыҡланып тигәндәй Фәнирәнең итәгенә барып йәбешә:
— Балаҡайым, нишләйһең ул, туҡта, зинһар. Мине ултыртып ҡуйһалар, нишләйһегеҙ? Йә, Илзирәне балалар йортона бирһәләр? Кем туғандарыңды ҡарай? Берегеҙ ҙә әле башлы-күҙле түгел. Исмаһам, һин дә иргә бармайһың. Бер үҙем бит, ә туғаныңа килгәндә ул үҙе риза булып тороп ҡалды. Мәктәптән ҡайтҡанын көтөп ултыра инем, Вәлимйән килеп инде лә: “Беҙҙең араны бутап йөрөмә!” — тип елкәмдән тотоп сығарып ебәрҙе. Ҡапҡаға етеп килгәндә Илзирәгә тап
булдым. Вәлимйән беҙҙе күреп тупһанан атлап түгел, “осоп”килеп етте, йүнәтеп һөйләшеп тә булманы. Шунан Илзирәне ҡосаҡлап: “Әсәйеңә әйт, беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ, тип!” — тине. Ә ул риза булып башын ҡаҡты.
– Шунан, нишләргә тейеш мин? Фәнирә эштең нимәлә икәнен аңлаһа ла төрлөһөн уйлап һыуына төштө. Әсәһе менән бик оҙаҡ талашты: “Теге ваҡытта ла миңә ышанмай иреңдән туҡматтың!” — тине илай-илай. Баш етмәҫлек был хәлгә аптыраған Фәнирә бәләкәй һеңлеһен йәлләһә лә “сүп”те өйҙән сығармаҫҡа булды.
Бер йыл тигәндә Илзирәнең ауыр хәлдә дауаханаға эләгеүе тураһында шомло хәбәр килде. Рабиға апай менән Фәнирә уның янына юлландылар. Бер яҡтан хәүефле, икенсе яҡтан шатлыҡлы ла мәл икән. Баҡһаң, бәәләкәй генә ҡыҙҙың үҙенең ҡыҙы тыуған. Бисә, ҡатын булып етешеп өлгөрмәгән, әле үҙе нығынып та етмәгән йәш үҫмергә, балаға уҙып, әсә булыуы ауыр көс төшөргән. Тәнендә лә урыны менән шешмәкләнеп торған йәрәхәттәре күренә. Үҙе әлегә һөйләшерлек хәлдә түгел. Шулай булһа ла, әллә әсәһе менән апаһының янында булыуы, әллә инде шалҡандай ап-аҡ, теремек кенә бәпәйен күреп, уға көс-хәл ингәндәй була.
Бераҙҙан Илзирә яйлап һауыға башлай. Вәлимйән дә “ҡатыны” янына көн дә килеп йөрөй. Уны күргән табиптар ҙа, палаталағы ҡатындар ҙа башта был ирҙе уның атаһы тип уйлағандар. Кем икәнен белгәс, Илзирәгә, бер йәлләп, бер ҡыҙғанып ҡаранылар. ”Шыбыр-шыбыр” килеп ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа төрлө хәбәр йөрөнө. Тегеһе лә үҙенең “мөшкөл хәлен” аңлап үҙ балаларына тиң йәшендәге йәш әсәнең янынан китмәгән булды. Табиптарға мут ҡына йылмайып, күстәнәс ташыны, улар янында бәхетле атай булып ҡыланды.
Ауылға ҡайтыуҙарына Рабиға апай менән Фәнирәне тағы бер аяҡтан йығырлыҡ хәбәр көтә ине. Мал-тыуар ҡарап өйҙә хужабикә урынына ҡалған, ун ете йәшлек ут кеүек янып торған еҙ сәсле Нәзирә лә малай алып ҡайтҡан. Уның йомроҡай ғына кәүҙәһененән ауыры ла беленмәгән. Бала атаһы кем икәнлеген һорап инде күпме генә әрләшһәләр ҙә ҡыҙ өндәшмәй. Фәнүзә апаһы йәшәгән ауылға ҡунаҡҡабарғайны. Ағаһынан бик “алыҫ китмәгән” Филәрит алдаштырманымы икән? – тигән һорау мейеһен ярып үтте Фәнирәнең. Ҡыҙҙар алданырлыҡ та шул, нисегерәк өҙҙөрөп уйнай бит гармунда. Кем генә яратмаһын гармунсыны? Бәлки, башҡа берәйһенә ғашиҡ булғанмы икән?.. Нисек кенә булмаһын бәләкәй генә өйҙә тағы бер йән эйәһе донъяға ауаз һала. Күп тә үтмәй, һорауҙарға яуап биргәндәй Фәнүзә менән ире үҙҙәренең алты айлыҡ малайҙарын ҡосаҡлап ауылға ҡайтып төшә. Улар был яңылыҡты ишетмәгәндәр ҙә икән. Шулай итеп Рабиға апайҙың ишле ғаиләһе тағы ла арта. Хәҙер инде ул өс ейән-ейәнсәргә өләсәй булып китә. Тик бына ололары: Фәнирәһе менән Шакир улы ғына һаман буйҙаҡтар.
Ике айлап дауаханала ятҡан Илзирәне ҡыҙы менән өйгә алып ҡайтҡас та Вәлимйән: “Һин, нимә миңә ҡыҙ табаһың, миңә малай кәрәк! — тип, төйнәлгән йоҙроғон баш осонда уйната ла башлай. Был ир тигән ағайҙан туҡмалыуы беренсе генә түгел ине йәш әсәнең. Йөрәген “усына алып” ҡалтырап төшә. Асыҡ ишектән нисек сығып ҡасҡанын һиҙмәй ҙә ҡала. Әлдә генә күрше Миша бабай өйҙә була. Илзирәнең артынан йүгереп килгән ирҙе күреп, ул тупһаға уҡ сығып:
— Куда несешься, изверг проклятый? Поворачивай обратно! Ишь, несется, как к себе домой! Когда прекратишь измываться над девчушкой. Она ведь совсем ребенок, да еще и малышку вон родила. Изувер, ты окаянный! Уходи сейчас же, пока участкового не вызвал! Сколько за тобой наблюдаю, ты оказывается, законченный негодяй, изувер! Как только земля носит тебя! Пошел вон со двора! — тигәс кенә, Вәлимйән айнып киткәндәй була.
— Ну, а я чтооо, за женой пришел, вот, дочка плачет, титю просит. Кормит пора, — тип, ауыҙ эсендә бутҡа бешерҙе, ярһыуын саҡ йүгәнләп тотҡан Вәлимйән. Үҙе был урыҫ ҡартынан шөрләһә лә, яҡ-яғына ҡаранып:
– Илзирәәәү, әйҙәәә, теймәйем, ҡурҡмааа! — тип ҡысҡырҙы. Нишләһен инде йәш әсә балаһын йәлләп ире артынан эйәрә. Ә теге “шыпырт” юл буйы:
– Тағы сығып ҡасһаң, аяғыңды һуғып һындырам, урыҫтарың да ярҙам итмәҫ, үҙҙәрен ҡыйратып сығырмын! — тип янаны. Миңә малай кәрәк, тип ҡат-ҡат ҡабатланы.
Ауырыуҙан айнып та бөтмәгән Илзирә туғыҙ ай тигәндә икенсегә бәпес алып ҡайта. Хәҙер малай ҙа була. Быныһын да ла оҙаҡ ҡына дауаланырға тура килә уға. Ҡайтҡас та йәшәү-йәшәү булмай, көндә эске, илау, һуғыш. Бер көн шулай Илзирә, Вәлимйәндең өйҙә юҡлығынан файҙаланып: “Үлтерһә, үлтерә инде, күпме түҙәргә була!” — тип, бер балаһын етәкләп, икенсеһен ҡулына алып юлға сыға. Башҡа барыр урыны булмағас, ул әсәһе янына ҡайта. Шул уҡ кистә Вәлимйән арттарынан эҙәрлекләп килеп тә етә. Уны тәҙрәнән күреп ҡалған Илзирә нисек бар шулай балаларын эләктерә лә һырт яҡҡа ҡаса. Аяғына ла кейеп өлгөрмәгән килеш күрше баҡсаһы аша ике-өс өй алыҫлыҡта йәшәгән ҡыямәт ҡартсәһенә йүгерә.
Ишекте тибеп асып килеп ингән ирҙең күҙенә аҡ-ҡара күренмәй:
– Ҡайҙа йәшерҙегеҙ минең балаларҙы, бисәне?! – тип үкерә-үкерә, өйҙәгеләрҙе “пыр” туҙҙыра. Рабиға апайҙы бәреп йығып ҡыйратып һала. Әйберҙәрҙе аҫтын-өҫкә килтерә. Шунан күҙен аҡайтып урамды байҡай ҙа, ҡайҙа ҡасҡандарын белгәндәй, туп-тура Илзирә йәшеренгән өйгә табан йүнәлә. Ә унда йөрәген “усына алып”, елдәге япраҡтай ҡалтыранған йәш әсә, ҡурҡышынан тын да алмай ни булырын көтә...
Балаларҙы тиҙ генә йәшертеп өлгөргән Ғәйшә ҡартсәй тормоштоң әсе-сөсөһөн күп күргән. Ел-дауылға бирешмәй нығынған әбей был әшәке әҙәмде ҡойма араһынан ҡарап көтөп торорға була. Урамда күренеүе менән тегене ажғырып килгән еренән үк тиҙ һыуындыра. “Үәт иблис, хәшәрәт, нәмә эшләп йөрөйһөң бында. Ҡара әле, һин уны, тентеү яһарға йыйынған имеш берәү. Күрһәтермен мин һиңә тентеүҙе, аҡһаҡ әҙәм аҡтығы! Йәш кенә баланы әрәм иткәнең етмәгән, ҡайһылай килә ғәйрәтен сәсеп. Кил әле яҡыныраҡ, ғәйрәтеңде бик тиҙ ҡайтарырмын! Төрмәлә башыңды серетергә кәрәк һинең! Үҙе лә сабый ғына бит әле ул бала! Ҡайсанан бирле үс ала алмай эс-бауырым ҡайнап йөрөй ине, хәҙер бейетәм мин һине!”— тип, ҡойма
ихатаһындағы сыбыртҡыға үрелдә. Алдан әҙерләп, элеп ҡуйған бабайының ҡомартҡыһын эләктерә лә тегенең юлына арҡылы төшә.
— Бында һиңә Рабиға юҡ ҡурҡып ултырырға. Хәҙер арт-һабағыңды уҡытырмын! — тип сыбыртҡыны шартлатып сирттерә лә һыҙҙырып та ебәрә. Көтөлмәгән был ҡаршылыҡтан Вәлимйән баҙап ҡала, ләкин бите буйлап ялланып килеп тейгән әсе сыбыртҡы осо бик тиҙ айныта уны. Баш осонда сыйлап уйнаған сыбыртҡынан ҡасып, артына сигенә-сигенә һөрлөгөп барып төшә лә, һикереп тороп ауыл ситенә ҡарай “саба”. Ғүмер буйы көтөүсе ҡатыны исемен йөрөткән Ғәйшә әбей тегененең артынан “һай-һай”лап ҡулындағы “ҡорал”ын шартлата-шартлата ҡыуа төшә.
Ә ул ваҡытта... ишек алдындағы ер иҙәнле таш келәт эсендә аяҡтарының өшөгәнен дә һиҙмәй, сибыҡ ҡына бала, үҙенең ике сабыйын ҡыҫып ҡосаҡлаған килеш тынһыҙ ғына “үкһеп” илай. Яңы ғына бөрөләнеп килгән ҡыҙ — инде йәш әсә, гүйә, яҙғы әсе елдә ҡалтырап, сәскәгә томаланған килеш асылып та өлгөрә алмай ҡырауҙан һуғылып ҡатып ҡалған кеүек...
... Йылдар уҙғас, онотолоп бөткән ваҡиғаны яңыртҡандай булды Илзирә. Баҡһаң, йәшәгән ерендә бер ауыл егете был йәш әсәне йәлләп тә, оҡшатып та йөрөгән. Оҙон-оҙаҡ уйлап тормай балалары менән бергә теге ир ғәләмәтенән ҡасырып алып киткән дә, никахлап өйөнә алып ҡайтҡан. Эшһөйәр тормош иптәше бәләкәстәргә лә өлгөлө атай була. Арбаҙ тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырап, бик ҡәнәғәт, татыу тормош ҡороп ебәрәләр. Әллә инде туҡмалыуҙарҙан имгәнеп, әллә башҡа берәй сәбәптән нишләптер үҙҙәренең уртаҡ балалары булмай.
Әсәһенә үпкәһе ҙур булһа ла йөрәге асыҡ, күңеле киң булған был ҡыҙ баланың. Тормошонда осраған ауырлыҡтарға, төшөнкөлөккә бирешмәгән, юғалып ҡалмаған. Йөҙөндә бәхет нуры бөркөп торған, үткер ҡарашлы, донъяға ныҡлы аяҡ менән баҫып торған йәш ҡатын икән ул, хәҙер Илзирә.
Читайте нас: