Шоңҡар
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
24 Июль 2020, 00:05

Рәнйеш хаҡы

– Бөгөн үк шул ҡарсыҡ янына бар ҙа бер түгел, ике һыйырлыҡ аҡса биреп, ғәфү үтенеп ҡайт, сөнки уның рәнйеше беҙҙең бөтөн тормошобоҙҙо селпәрәмә килтерҙе, – тип бойора.

Шамил бала саҡтан уҡ тапҡыр һүҙле, шаян, шуҡ, мут малай булып үҫә. Тормоштағы һәр нәмәгә еңел ҡарай, мәктәптә уҡыуға бөтөнләй иғтибар бирмәй. Әсәһенең:
– Тырышмағас, үҫкәс ҙур кеше була алмаҫһың бит! – тип битәрләүенә лә яуабы һәр саҡ әҙер була уның. Артыҡ ҡыҙҙырып ебәрмәҫ өсөн һүҙҙе гел уйынға бороп:
– Әсәй, үҫкәс, мин эшҡыуар буласаҡмын, уның өсөн артыҡ күп белем кәрәкмәй, аҡса һанай белһәң – шул етә! – тип кенә яуаплай.
Шамил көс-ғәйрәте ташып торған һау-сәләмәт егет булып үҫә. Урта мәктәпте көскә-көскә шыр “өслө” билдәләренә генә тамамлап, алты айлыҡ шоферҙар әҙерләү курсында уҡый ҙа, ҡулына водитель таныҡлығы алып, армияға китә. Германияла хеҙмәт итеп, донъя күреп, тамам шымарып ҡайта ул. Тыуған нигеҙендә, ата-әсәһе янында бер аҙ ял иткәндән һуң, эш эҙләй башлай. Әле бер, әле икенсе урынға морон төртөп, үҙен һынап ҡарай ҙа йыраҡ бала сағындағы изге, яҡты хыялын тормошҡа ашырырға ниәтләй: шәхси эшҡыуар булып теркәлеп, үҙ эшен асып ебәрә. Халыҡтан ит йыйып тапшырыу менән шөғөлләнгән егеткә баштағы осорҙа, әлбиттә, бик еңелдән булмай: кереме һис тә ҡәнәғәтләндермәй уны. Тормоштоң үҙе уйлағанса улай уҡ ябай булмауына, аҡсаның таш аҫтында, ә таштың ауыҙынан ут-ялҡын бөркөп торған аждаһа башы аҫтында икәнлегенә нәҡ ошо осорҙа төшөнә ул. Ит үлсәгесте үҙ яғына көйләп, кешеләрҙе кәкре ҡайынға терәй башлағас ҡына, эштәре хутҡа китә уның. Шулай итеп, мутлашыу шаян, тапҡыр егеттең ҡанына һеңә, яратҡан шөғөлөнә әүерелә.
…Шамил кеҫәһен шаҡтай ҡалынайтҡас, мәктәп йылдарынан уҡ яратып, күҙе төшөп йөрөгән ҡыҙға – йәшлек мөхәббәте Сәүиәгә өйләнә. Ғаилә ҡорғас, әкренләп, район үҙәгендәге яңы урамға ҙур йорт һалып башҡа сығалар, балалар тәрбиәләп, гөр­ләтеп, донъяның арт яғына тибеп йәшәй башлайҙар. “Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын” тиҙәрме әле?.. Шамил­дың хәләле лә, нәҡ шул халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә, ирҙе ир итә белгән, тапҡанды бөртөкләп йыя барған, булдыҡлы һәм бик тә аҡыллы ҡатын булып сыға.
Һиҙелмәй ҙә көндәр, айҙар, йылдар уҙа. Тора-бара Шамил сауҙа нөктәләре булдырып, халыҡтан йыйылған яҡшы сифатлы ит менән үҙе һатыу итә башлай. Байлыҡ күргән һайын нәфсеһе лә ҙурая бара уның. Бер ваҡыт көҙ көнө, малдар көтөүҙән керер алдынан, ул иптәштәре ме­нән бергәләп төпкөл ауылдарҙа йәшәгән халыҡтан арзан ғына хаҡҡа мал йыйырға сыға.
Көн кискә ауышҡанда шул ауылдарҙың береһендә улар янына аҡ яулыҡлы бер ауыл инәйе килә лә:
– Балалар, һеҙ ит йыйыусылар буғай, минең дә һыйырым бар, һуйып алып китмәҫһегеҙме икән? – тип һорай. – Мал­ҡайым йәш һәм бик һөтлө лә ул, тик аҡ­саның кәрәк ере бар ине бит әле, – тип бер аҙ яманһыулап өҫтәп ҡуя. Ит йыйыу­сылар Шәмсениса түтәйҙең һүҙен йыҡмай: ҡояш байыуға табан яҡынлашһа ла, һы­йырҙы йәһәт кенә эш итеп, түшкәһен үҙҙә­ре менән алып китәләр. Тик Шамилдың ҡарсыҡҡа ит өсөн түләргә аҡсаһы “ҡалмай”, улар һуңынан иҫәпләшергә һүҙ ҡуйышып хушлаша.
…Эшҡыуарҙар, ғәҙәттә, бик “ашығыс” һәм бер нимәгә лә “етешә алмай” торған кешеләр була. Уңышлы малсы Шамил да йыраҡ ауылдағы теге әбей янына ҡабат барырға ваҡыт “таба алмай”, ә һуңынан бурысы барлығы тураһында бөтөнләй “онота”. “Ҡарсыҡ ярайһы уҡ ҡарт ине, аҡсаһын да юллап килмәгәс, бәлки, күптән баҡыйлыҡҡа күскәндер…” – тип һөҙөмтә яһай ул үҙ алдына. Ә Шәмсениса әбей иһә Шамилды ҡулдарын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, оло юлдан күҙҙәрен алмай өс көн буйына көтә-көтә лә:
– Был бала мине төп башына ултыртты буғай, – тип тамам өмөтөн өҙә. Алданыуҙан бигерәк ғәзиз ҡыҙына шундай ҡатмарлы, ауыр саҡта бер аҙ булһа ла аҡсалата ярҙам итә алмауына өҙгөләнә ул.
Тормош дауам итә, Шамилдың эштәре көйлө генә бара. Тик көндәрҙән бер көндө уларҙың йортона ҡайғы еле килеп ҡағыла: уйламаған ерҙән оло ҡыҙҙары бик ҡаты сирләй башлай. Дауаханала медицина тикшереүе үткәндән һуң, балала етди ашҡаҙан сире асыҡлана һәм кисекмәҫтән ҡатмарлы операция талап ителә. Дауаланыу шаҡтай ҙур суммаға төшә, уның ҡарауы, алмалай ҡыҙҙары һауығып аяғына баҫа.
Борсолоуҙан арынып, күңелдәре бер аҙ тынысланғас, йәйге, ҡояшлы, матур көндә Шамил менән Сәүиә баш ҡалалағы сауҙа йорттарынан үҙҙәренә һәм балаларына төрлө кәрәк-яраҡ алыр өсөн Өфө ҡалаһына юллана. Көн оҙоно иркенләп ҡала күреп, магазиндан-магазинға йөрөп, бик күп әйбер алып ҡайтып килгәндә, улар ҡот осҡос юл фажиғәһенә тарый. Икеһен дә “Ашығыс ярҙам” машинаһында дауаханаға оҙаталар.
Бәхеткә, ниндәйҙер мөғжизә менән үҙҙәре иҫән ҡала, ә автомобилдәре иһә төҙәтә алмаҫлыҡ дәрәжәлә йәнселеп, иҙелеп бөтә. Ике аҙна тигәндә Шамилды дауахананан сығаралар, ә Сәүиәнең хәле мөшкөл була: уның имгәнмәгән, һынмаған ере ҡалмай. Ике айҙан артыҡ ваҡыт уҙыуға ҡарамаҫтан, ул һаман һауыға алмай: һынған һөйәктәре оҙаҡ ялғана, яралары төҙәлмәй, шунлыҡтан тән температураһы йыш ҡына күтәрелеп, бер өшөй, бер ҡыҙа, йоҡлағанда төрлө ҡурҡыныс төштәр күреп һаташа.

Иң ғәжәпләндергәне шул була: өс төн рәттән ул бер үк төштө күрә һәм тертләп, шыбыр тиргә батып уянып китә. Төшөндә, гүйә, өндәгеләй, ниндәйҙер бер аҡ яулыҡлы әбекәй ҡулдарын ҡаш аҫтына ҡуйып, оло юлға табан моңһоу ғына ҡарап тора ла, ҡайнар күҙ йәштәрен яулыҡ остары менән һөртөп: “Был бала мине төп башына ултыртты буғай инде…” – тип көрһөнөп, сәйер генә күҙҙән юғала.
Ҡурҡып уянғас, Сәүиәнең йоҡоһо ҡаса. Ул таң атҡансы дауахана тәҙрәһенән йондоҙло күккә ҡарап уйланып ята. “Ни өсөн мин бер үк төштө күрәм әле, аҡ яулыҡлы шул ҡыҙғаныс әбей кем һуң ул?” – тип үрһәләнә.
Шамилдың дауаханаға сираттағы килеүендә Сәүиә уны күреү менән күҙҙәренә туп-тура ҡарап:
– Һөйөклөм, әллә һин ит йыйып йөрөгәндә берәйһен алданыңмы? – тип һорай. Шамил аптырап ҡатынына һораулы ҡарашын төбәй һәм:
– Әллә инде, ундайҙы бер ҙә хәтерләмәйем, – тип яуаплай.
Сәүиә һүҙҙе артабан дауам итеп:
– Ҡәҙерлем, һин ныҡлабыраҡ уйлап ҡара әле, сөнки минең төшөмә һәр төн һайын аҡ яулыҡлы, сәйер генә бер әбекәй керә. Ул шундай ҡыҙғаныс итеп илай-илай оло юлға ҡарап тора ла юҡҡа сыға...
Тормош иптәшенең был һүҙҙәренән һуң Шамил, гүйә, айнып киткәндәй була һәм төпкөл ауылда ҡасандыр үҙе аҡса бирмәй алдап ҡасҡан теге ҡарсыҡты иҫенә төшөрә, унан ни эшләргә белмәйенсә:
– Сәүиәм, зинһар өсөн, ғәфү ит инде һин мине! Бер тапҡыр арыу ғына мутлашҡан инем шул, – тип бышылдай. Быны ишетеүгә ҡатынының йөҙө үҙгәрә һәм ул иренә:
– Бөгөн үк шул ҡарсыҡ янына бар ҙа бер түгел, ике һыйырлыҡ аҡса биреп, ғәфү үтенеп ҡайт, сөнки уның рәнйеше беҙҙең бөтөн тормошобоҙҙо селпәрәмә килтерҙе, – тип бойора.
…Шамил дауахананан ҡайтыу менән теге әбекәй йәшәгән ауылға юллана һәм, кешеләрҙән һораштырып, ҡарсыҡты эҙләп таба. Бәхеткә күрә, ул иҫән була әле. Ишек шаҡып өйгә кергәс, ҡыяр-ҡыймаҫ ҡына һүҙ башлай:
– Шәмсениса инәй, ғәфү итегеҙ инде мине, зинһар өсөн! Һеҙгә аҡса бирәһем бар ине, бына бер нисә йылдан һуң бурысымды килтерҙем, – ти ул һәм кеҫәһенән аҡса сығарып ҡарсыҡҡа һуҙа.
Тәҙрә янында йомшаҡ кәнәфиҙә ултырған аҡ әбей ҡағыҙға төрөлгән кескенә төргәкте ҡулына алыу менән:
– Рәхмәт, балам, тик миңә кеше хаҡы кәрәкмәй, аҡсаңды ҡабат һанап, бер һыйырлығын ғына бир, – ти. Быға Шамилдың иҫе китә: нисек инде шундай ҡарт, күҙҙәре лә йүнләп күрмәгән әбекәй төргәкте ҡулына алыу менән унда ике һыйырлыҡ аҡса булғанын белде икән, тип ғәжәпләнә. Ҡарсыҡ башта кәйефһеҙ күренһә лә, һуңынан асылып китеп, ултырырға урын тәҡдим итә һәм үҙе яй ғына һөйләй:
– Шамил улым, беҙҙең нәҫел – әүлиәләр нәҫеле ул, бик боронғо замандарҙа йыраҡ ата-бабаларыбыҙға бирелгән илаһи ҡөҙрәт быуындан быуынға күсә килә. Шуға күрә үҙем рәнйемәһәм дә, күңел рәнйешем төшәлер шул… Беләһеңме, ул ваҡытта аҡса бик кәрәк ине бит миңә. Ҡалалағы ейәнсәрем ашҡаҙан ауырыуы менән түләүле операцияға ятырға тейеш ине. Һыйырымды һуйып һатып, бер аҙ ғына булһа ла ярҙам итеү ине иҫәбем. Һин алдап киткәс, өҙгөләнеп өс көн буйы иланым, ә дүртенсе көнгә ҡыҙым шылтыратма­һынмы!.. Операция яһар алдынан табиптар ейәнсәремде яңынан бер тикшереп ҡараған һәм уны һау-сәләмәт тип тапҡан, бындай хәлгә хатта үҙҙәре лә ышанмай торған, ти!..
Әбекәй сикә сәстәрен яулығына ҡыҫтырып, бер нөктәгә текәлеп уйланып ултыра ла, унан шундай килешле итеп мөләйем йылмайып:
– Әлеге һин килтергән аҡсаны мин шул ейәнсәремә бүләк итеп бирермен, сөнки ул бөгөндән юғары уҡыу йорто студенты булды, – тип һүҙен тамамлай.
Шамил иһә аҡ яулыҡлы аҡ әбейҙең йыйырсыҡлы уйсан йөҙөнә оҙаҡ итеп ҡарап торғандан һуң:
– Йә, Хоҙай, зинһар өсөн, үҙең ярлыҡа мине, – тип башын аҫҡа эйеп, ишеккә йүнәлә…

Рафил Саматов.
Читайте нас в