Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
25 Июль 2020, 21:35

Алдаҡсы ағай

Телевизорҙан тапшырыу бара. Бер мәл таныш етәксене күрһәтә башланылар. Икенсе класта уҡыған ҡыҙымдан юрамал ғына “Ошо ағайҙы таныйһыңмы?” тип һорағайным, ул: – Таныйымсы, теге алдаҡсы ағай! – тимәһенме! Унан шартлатып телевизорҙы һүндереп ҡуйҙы. – Шул алдаҡсыны ҡарамайыҡ! Насар кеше бит ул. Ҡыҙымдың былай тип әйтеүенә аптырап ҡалдыҡ. Өйҙә алдашырға ярама­ған­лығы хаҡында гел генә иҫкәртеп торғас, уның насар ғәҙәт булыуын яҡшы аңлай. Теге ваҡыт етәксе ағай улар уҡыған мәктәпкә килергә тейеш ине. Билдәле, беҙ ҡунаҡты шартына килтереп ҡаршы алырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Бының өсөн алдан етди әҙерләнделәр. Мәктәптең ышҡы­маған, таҙартмаған урынын ҡалдыр­манылар. Ҡыҙым бейеү ансамблендә шөғөлләнгәс, улар көн һайын белем биреү усағы ихатаһында күнекмә үткәрҙе. Бейеүҙәрен көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатлай торғас, хатта үксәләре ауырта башланы. Кисен арып, хәлдән тайып ҡайтыр ине. Бына билдәләнгән көн дә етте. Иртән мәктәп ихатаһы байрам төҫөн алғайны: шарҙар елберҙәй, күңелле музыка яңғырай. Яуаплы вазифа биләгән әллә күпме кеше йыйылған. Ҡурсаҡ кеүек кейенгән, тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан уҡыусылар, уҡытыусылар... Мәктәп ихатаһында соҡорҙар ҡаҙылған, шыршылар әҙер тора. Етәксе балалар менән бергәләп “Бәхетле бала саҡ” аллеяһына ағас ултыртырға тейеш икән. Тантаналы минуттарҙы бөтә республикаға еткереү өсөн хәбәрселәр ҙә күптән килеп, үҙ эшен башлаған. Ана телевидение журналисы балаларҙан нимәлер һораша, ҡы­ҙыҡ­һына... Эштән түҙемһеҙләнеп ҡайттым. – Байрам нисек үтте? Нисек бейенегеҙ? – тип һорайым ҡыҙымдан. Күренеп тора: ҡыҙымдың кәйефе юҡ ине. – Теге ҙур ағай килмәне, – тине ул, ауыр һулап. – Алдаҡсы икән!

Телевизорҙан тапшырыу бара. Бер мәл таныш етәксене күрһәтә башланылар.
Икенсе класта уҡыған ҡыҙымдан юрамал ғына “Ошо ағайҙы таныйһыңмы?” тип һорағайным, ул:
– Таныйымсы, теге алдаҡсы ағай! – тимәһенме! Унан шартлатып телевизорҙы һүндереп ҡуйҙы. – Шул алдаҡсыны ҡарамайыҡ! Насар кеше бит ул.
Ҡыҙымдың былай тип әйтеүенә аптырап ҡалдыҡ. Өйҙә алдашырға ярама­ған­лығы хаҡында гел генә иҫкәртеп торғас, уның насар ғәҙәт булыуын яҡшы аңлай.
Теге ваҡыт етәксе ағай улар уҡыған мәктәпкә килергә тейеш ине. Билдәле, беҙ ҡунаҡты шартына килтереп ҡаршы алырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Бының өсөн алдан етди әҙерләнделәр. Мәктәптең ышҡы­маған, таҙартмаған урынын ҡалдыр­манылар.
Ҡыҙым бейеү ансамблендә шөғөлләнгәс, улар көн һайын белем биреү усағы ихатаһында күнекмә үткәрҙе. Бейеүҙәрен көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатлай торғас, хатта үксәләре ауырта башланы. Кисен арып, хәлдән тайып ҡайтыр ине.
Бына билдәләнгән көн дә етте. Иртән мәктәп ихатаһы байрам төҫөн алғайны: шарҙар елберҙәй, күңелле музыка яңғырай. Яуаплы вазифа биләгән әллә күпме кеше йыйылған. Ҡурсаҡ кеүек кейенгән, тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан уҡыусылар, уҡытыусылар... Мәктәп ихатаһында соҡорҙар ҡаҙылған, шыршылар әҙер тора. Етәксе балалар менән бергәләп “Бәхетле бала саҡ” аллеяһына ағас ултыртырға тейеш икән. Тантаналы минуттарҙы бөтә республикаға еткереү өсөн хәбәрселәр ҙә күптән килеп, үҙ эшен башлаған. Ана телевидение журналисы балаларҙан нимәлер һораша, ҡы­ҙыҡ­һына...
Эштән түҙемһеҙләнеп ҡайттым.
– Байрам нисек үтте? Нисек бейенегеҙ? – тип һорайым ҡыҙымдан.
Күренеп тора: ҡыҙымдың кәйефе юҡ ине.
– Теге ҙур ағай килмәне, – тине ул, ауыр һулап. – Алдаҡсы икән!
Читайте нас: