Шоңҡар
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
16 Август 2020, 16:30

Ҡарттар йортона юллама көтә

Юҡ, тыңламай шул, бәләкәйҙән шулай киҫекһеҙ булды. Еңел килгән бәхет ҡәҙерһеҙ була инде, нишләйһең... Зөлхизә әбей йөрәкһеп сеңләп илап ебәрҙе.

  • Район үҙәгенә кәңәшмәгә барған һайын Наҙгөл һәр ваҡыт дауаханала эшләгән һеңлеһенә кереп, хәлен белешеп сыға. Бына бөгөн дә машинаһы менән ҡапҡа төбөнә килеп туҡтауға, туғаны шылтыратты.
  • – Апай, эргәмә генә кер инде, бер ауырыуҙы ташлап китә алмайым. – Наҙгөл неврология бүлегенә килеп инеүе булды, коридорҙа инвалид коляскаһында таныш йөҙҙө күреп ныҡ тетрәнде, ҡатып ҡалды.
  • – Рәфит ағай!
    Ир ҙә уны таныны, бер ҡулына таянып торорға уйланы, ләкин аяғы тотмай, шап итеп кире ултырҙы, ҡулын һелтәй-һелтәй нимәлер буғырланы. Шунан һау ҡулы менән түш кеҫәһенән бөкләнеп, һарғайып бөткән бер нәмә килтереп сығарып Наҙгөлгә һуҙҙы. Ҡатын ундағы кешеләрҙе таныны ла аһ итте. Шул саҡ санитарка уны палатаһына этәп алып китте. Эргәһенә килеп еткән һеңлеһе аптырап китте.
    – Апай, ни булды, нишләп ҡобараң осто? Наҙгөл, хәле бөтөп, һеңлеһенең ҡулдарына йәбеште.
    – Рәфит ағайға нимә булған ул, туғаным?
    – Инсульт. Ә һин уны ҡайҙан беләһең?
    – Мин йәш саҡта шул ауылда эш башлағайным бит.
    – Эй, апай, ҡыҙғаныс инде: өйө лә, ғаиләһе лә юҡ икән. Йылдан артыҡ больница ята, янына бер кем дә килмәй, әле ҡарттар йортона юллама көтә. – Наҙгөл һеңлеһенә ауыл күстәнәстәрен ҡалдырҙы ла ҡайтырға сыҡты. Ул юл буйы бынан утыҙ йыллап элек булған хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп уйланып ҡайтты.
    Ул саҡта егерме йәшлек Наҙгөл был ауылға юллама менән ебәрелеп, бухгалтер булып эшләй генә башлағайны. Ҡыҙ эштән ҡайтышлай өй буйындағы эскәмйәлә ултырған ут күрше Зөлхизә әбей менән көн дә иҫәнләшеп, бер-ике ауыҙ булһа ла, һүҙ ҡушып китә ине. Һүҙгә йор әбей эргәһендә оҙағыраҡ та тотор ине, сәғәтле эшкә йөрөгән Наҙгөлде ң генә ваҡыты тығыҙыраҡ. Гел иҫәнлек-һаулыҡ, бәхет теләп ултырған әбей бөгәсә шым ғына ултыра, күҙҙәре лә шешмәкләнеп ҡыҙарғанға оҡшаған. Наҙгөлдө күреү менән уңайһыҙланды, үҙенең бындай һаләтен күрһәтмәҫкә тырышып, өйөнә инмәксе булып тороп баҫты. Һуңғы ваҡытта аяғы ныҡ һыҙлап, саҡ йөрөгән әбей, аяғы тотмай, киренән лыпа ултырҙы ла ҡуйҙы.
    – Ҡайҙа ярҙам итәйем, инәй, көтөп тороғоҙ, – тип йүгереп ярҙамға килде ҡыҙ. Шунда күңеле мөлдөрәмә тулған әбей түгелеп илап ебәрҙе. Наҙгөл, инәйҙең бындай сағын күргәне булмағас, эргәһендә сабыр ғына көтөп ултырҙы.
    – Эй, ҡыҙым, ҡыҙым, улым ҡарттар йортона ыздавайт итәм,– ти, бит мине! Наҙгөл әбейгә һораулы ҡараш ташланы. – Бер аҙна ғына ҡалды үҙ өйөмдә йәшәргә... –Ҡулъяулығын алып ирекһеҙҙән аҡҡан күҙ йәштәрен һөртөп алды.
    – Әсәй, ҡартайған көнөңдә йонсома, рәхәтләнеп йәшә, тип улығыҙ газ, һыу үткәртергә уйлай тигәйнегеҙ түгелме һуң?
    – Шулай булыр, тип уйлағайным шул. – Әбей көрһөнөп ҡуйҙы. Наҙгөлдөң ихласлап борсолоп тыңлағанын күргәс, һөйләп алып китте.
    – Был яландай өйҙө бабайым менән һуғыш башланған йылда эшләп бөтөп кергәйнек. Тау яғында буратып, бер нисә ат менән барып алғайнылар. Ҡарағастан бураттым, кәләш, беҙгә лә, беҙҙең балаларға ла, хатта ейәндәремә лә етерлек булһын, тигәйне бабаҡайым...
    Өй ныҡ, шылт иткән ере лә юҡ, әле тағы йөҙ йыл һин дә мин ултырыр әле, тип уйланы ҡыҙ. Хәтирәләргә бирелеп, әбейҙең йөҙө асылып, нурланып китте.
    – Уның менән ҡәһәрле һуғышҡа тиклем тупылдап торған өс ҡыҙ апҡайтып матур ғына йәшәп ята инек әле. Бабай ниместәргә ҡаршы һуғышта, ә бында аслыҡ, яланғаслыҡ, ауыр эш. Башаҡ, серек крахмал йыйып ашайбыҙ. Балаларым әллә шул серек бәрәңгенең күмәсенән, әллә туң игендән, әллә ил рәте ауырыуы булдымы, эстәре китеп, бер аҙна эсендә янып китеп тә барҙылар. Нисек хыялыйҙар булмағанмын шул ваҡытта, бер Хоҙай белә. Һуғыштан имгәнеп, бер аяғын өҙҙөрөп ҡайтты бабайым. Әлеге Рәфит улымды ҡырҡ ике йәшемдә генә таптым мин . Бик ҡәҙерләп, өрмәгән ергә ултыртмай, өф итеп кенә үҫтерҙек уны. Берҙән – бер тип өҫтөндә гел энәнән ептән сыҡҡан өр-яңы кейем, үҙебеҙ туя ашамаһаҡ та, бөтә тәм-том уға булды. Үҙен Өфөлә интернатҡа биреп уҡыттыҡ, институтын да бөтөрттөк. Белемле егетте районға ҡайтарҙылар, яҡшы эш бирҙеләр, аҡсаны көрәп алды. Өйләнде, ҡыҙы тыуҙы. Өй һалды. Уны һатып, ҙурырағын һалдыртты. Шунан башланды ла инде.. Кәүҙәгә тирәктәй таҙа, һылыу, аҡсалы иргә ни, ҡатын- ҡыҙ талпан һымаҡ йәбешә бит, аҙғын тормош алып бара башланы. Киленем бик тәрбиәле, тәүфиҡлы бала булды, һүҙем юҡ. Ул ни, бахыр бала, түҙҙе-түҙҙе лә, тыуған яғына ҡайтты ла китте. Бына шунан бирле ейәнсәремде лә күргәнем юҡ, ҙур ҡыҙ булғандар инде хәҙер. Улым ни, яҙыусы - әртист ишараттары менән буталып, көн-төн кәйеф-сара ҡороп рәхәт йәшәне аҙаҡ. Тегеләре ни, аҡсалы ир янында йүгереп кенә йөрөйҙәр ҙә, аҙаҡ зым-зыя булалар ҙа ҡуялар. Шунан донъяһын тағын яңынан ҡорҙо. Уныһын да һатты... Атаһы үлгәнсә уға биш өй һалышып бирҙе, беҙҙең бөтә тапҡан да шунда китеп торҙо инде. Сираттағы ҡатыны былтыр һылап-һыйпап һуңғы өйөн һаттырып, үҙенә ҡалаға алып киткәйне, аҡсаһы бөткәс, күтенә типкән инде. Әле бына, бәйеле аҙып, атай нигеҙен дә һатырға ҡуйған, сабака малай! – Әбей шымып, уйланып алды, шунан ярһып тағын һөйләп китте. – Гел әйтә килдем: нәфсеһенә эйәргән малынан да, аҡылынан да яҙған, шашма, тип. Юҡ, тыңламай шул, бәләкәйҙән шулай киҫекһеҙ булды. Еңел килгән бәхет ҡәҙерһеҙ була инде, нишләйһең... Зөлхизә әбей йөрәкһеп сеңләп илап ебәрҙе.
    – Ағай эшләп йөрөй, эш хаҡынан да яйлап түләп булалыр инде, – тип ҡыҙ төрлө юлдарын эҙләне. – Ниңә һата һуң, инәй! – Бурыстарым күп, түләмәһәм, төрмәгә ултырталар, ти бит.
    – Инәй, район үҙәгендә бабайыма, һуғыш ветераны булараҡ, бөтә уңайлыҡтары булған квартира бирелде, тигәйнегеҙ бит, шунда йәшәргә барығыҙ һуң, – тип кәңәш иткән булды Наҙгөл. Әбей ҡулындағы таяғын йән асығына атып бәрҙе лә, ике ҡулы менән битен ҡаплап, һулҡылдап илай башланы. Бик оҙаҡ иланы ул.
    –Юҡ ул... Дауны юҡ! Һатҡан ул! – Эй, Аллам, рәйейем мин улыма. Ныҡ рәнйейем! Ҡарғамайым... үҙемдеке бит. Ҡараусыһы юҡ, яңғыҙы газһыҙ, һыуһыҙ өйҙә йәшәй алмай, аймылыша ла, тип бөтә дүкәмиттәрҙе юллап алып бөткән инде, ул. Хаҡ Тәғәләм, әсәй рәнйештәрен үҙең ярлыҡа!
    Ысынлап та, бер аҙнанан күршелә Себерҙән йәйгә ҡайтыусылар йәшәй башланы. Наҙгөл ауыр хәтирәләрҙән йөрәге сәнсеп-сәнеп ҡуйғас, машинаһын юл буйындағы сауҡалыҡ янында туҡтатты. Ул ҡайындар араһында йөрөп үҙен тынысландырырға тырышты. Үҙе донъя ҡорған, өй һалып ингән, балалар үҫтергән Наҙгөл хәҙер белә: йәшлеге менән Зөлхизә әбейҙең аяныслы яҙмышын бөтә нескәлектәре менән аңламаған да булғандыр инде. Шулай ҙа ул күстәнәстәр алып ике тапҡыр инәй янына барып, күреп килгәйне. Һуңғы барғанында әбейҙе хатта танымай ҙа торғайны: бәләкәсләнеп кенә бөткән, күҙҙәрендә йәшәү мәғәнәһе ҡалмаған. Эй, шунда Зөлхизә әбейҙе йәлләп, ҡайтҡансы илағайны ул. Шунан күп тә үтмәй мәрхүмә булғаны ишетелгәне. Наҙгөл ҡайынды ҡосаҡлап, күккә ҡараны. Хаҡ Тәғәләм, үҙең ярлыҡа, тигәйне Зөлхизә әбей ... Бына бит тәҡдир: юҡҡа өләсәһе гел донъя ҡуласа, бер баҫмаһа, бер баҫа, тип әйтмәгәндер инде...
    Гөлназ Нафикова- Ғәбитова,
    Ғафури районы, Урта Үтәш ауылы.
    Читайте нас в