Шоңҡар
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
15 Октябрь 2020, 21:10

БЕР МӨХӘББӘТ ТАРИХЫ

Ике йылға яҡын осрашып йөрөһә лә, Фирүзәгә Аҫылғужаның фатирында булырға тура килмәгән. Ә был көндө бөтә ҡыйыулығын йыйып, үҙе барған.

Лена Абдрахманова

Аҫылғужанан да камилыраҡ, күркәмерәк кешене быға тиклем осратҡаны-күргәне булмағандыр Фирүзәнең. Шуға ла бер ҡараштан ғашиҡ булды ла ҡуйҙы. Бик тиҙҙән был тойғоһо көслө мөхәббәткә әүерелде.
Яратмаҫлыҡ та түгел шул: ул буй-һын тиһеңме, иплелеге, әҙәплелеге – бөтә яҡлап ғүмер буйы хыялында йөрөткән кешеһе бит ул. Шуға ла ҡыҙ тәҡдиренә рәхмәт әйтә-әйтә уны ҡабул итте лә ҡуйҙы. Быға тиклем һис бер кисермәгән хистәр донъяһында гиҙҙе. Һөйгәненең өйләнеп, ҡатынын айырғаны ла, биш йәшлек ҡыҙы үҫеүе лә Фирүзәнең һөйөүенә кәртә була алманы.
Ғөмүмән, ҡыҙ унан башҡа бер кемде лә күрмәне. Яратҡан китап-журналдар, телесериалдар артҡы планға күсте, туғандары-дуҫтарынан ситләште. Тик Аҫылғужаһын – аҫылдарҙан-аҫыл хужаһын ғына көттө, уның өсөн генә биҙәнде, кейенде-яһанды, башҡа бер кемде күрмәҫ булды.
Берҙән-беренең һағындырып, көттөрөп кенә килеүе уны тағы ла көслөрәк яратырға, ҡәҙерләргә мәжбүр итте. Ҡыйылып киткән ҡара ҡашлы, шоморт күҙле, бөҙрә сәсле, мыҡты кәүҙәле булыуынан тыш, йәнә йәш ирҙең рәссам күңеле, йәғни матурлыҡты, гүзәллекте тоя белеүе лә ҡыҙҙы әсир итте.
Аҫылғужаһы күргән-тойғанын йә аҡ ҡағыҙға, йә киндергә төшөрөп, йә ағасты һырлап-биҙәп, күп бүләк итте Фирүзәгә. Буласаҡ тормош иптәше тип һанаған кешеһен шулай камил итеп яратҡанына Аллаһы тәғәләгә мең-мең рәхмәт уҡыны. Шулай булмай ни: анау ҡаҙ ҡауырһынынан эшләгән пар аҡҡоштары ғына ни тора?! Уны ижад итеү өсөн күпме илаһи ҡөҙрәт, нәфис башҡарыу, йәғни ювелир оҫталығы, наҙ һәм һөйөү талап ителә лә баһа. Бындай юғары оҫталыҡҡа тик ысын мөхәббәт хисен кисерә белгән, ысын наҙ тойған кеше генә эйә булалыр, тип уйланы. Ошо көслө һөйөү, хистәр даръяһында елкәнһеҙ, ишкәкһеҙ ғүмер буйы йөҙөүен бик күп тапҡыр күҙ алдына килтерә ине Фирүзә. Тик бер ваҡиға барыһын да селпәрәмә килтерә. Ә, бәлки, ҙурыраҡ бәләләрҙән аралап алып ҡалғандыр...
Ике йылға яҡын осрашып йөрөһә лә, Фирүзәгә Аҫылғужаның фатирында булырға тура килмәгән. Ә был көндө бөтә ҡыйыулығын йыйып, үҙе барған. Һөйгәне ҡыҙҙы үҙендә күреүенә ысынлап һөйөнә. Ҡосаҡлап уҡ алмаһа ла, ҡарашынан эркелгән йылы нурға сорнай. Ишек төбөндә балалар аяҡ кейемен күреп, Фирүзә лә ҡыуана, исмаһам, ҡыҙы менән яҡындан танышырмын, тип өмөтләнә. Ял көндәрендә уны татаһының үҙенә алып ҡайтыуын, ҡулынан килгәнсә ярҙам итеүен белә ине ул.
Һөйгәненең өйө музейға оҡшағаны ингәс тә ҡыҙҙың күҙенә салына. Бөтә нәмә яратҡан кешеһенең ҡулы менән эшләнгәнгәме, үтә лә яҡын, таныш тойола ул уға. Айырыуса өҫтәлдәге эшләнеп бөтмәгән йорт макеты иғтибарын йәлеп итә. Аҫылғужаһы уны елем дә, ҡаҙаҡ та ҡулланмайынса шырпы бөртөктәренән төҙөгән.
  • Был – беҙҙең буласаҡ ҡәлғәбеҙ, - тип, уның менән таныштырыу өсөн Фирүзәне яҡыныраҡ килтерә.
  • Ҡыҙ һоҡланыуын йәшермәй. Бындай архитектураны һөйгәненең ғәмәлдә лә эшләй алыуына иманы камил икәнлеген белдерә. Шул саҡ күрше бүлмәнән йүгереп килеп сыҡҡан шаян ҡыҙсыҡтың ҡулындағы шар төҙөлөп бөтмәгән йорт-ҡәлғәнең мансардаһына килеп бәрелә лә, яңы ғына ысын сәнғәт өлгөһө булып, балҡып ултырған макетты юҡҡа сығара ла ҡуя. Уның менән бергә Фирүзәнең татлы хыялдарын да юҡ итә...
    Күҙ асып йомған арала Аҫылғужаны алмаштырып ҡуялармы ни!.. Былай ҙа үҙ ҡылығынан ҡурҡыпмы, оялыпмы шымып ҡалған ҡыҙын йыртҡыс тиҙлеге менән аймап ала ла, стенаға ҡуша һуға. Аҙаҡ ҡулынан күтәреп, ишек төбөнә ырғыта...
    Фирүзә, бер нисә минут элек кенә эргәһендә булғанда ла һағынған, өҙөлөп һөйгән кешеһенең асыуҙан ҡыҫылған күҙҙәрен күрмәҫ, ажарланып ҡысҡырғанын ишетмәҫ өсөн, күҙен сытырҙатып йома, ике усы менән ҡолағын ҡаплай. Тағы нимәлер гөрһөлдәп ауа, нимәлер төшөп ватыла. Күҙен асҡанда бүлмә тынып ҡалған була. Әле генә һоҡланып ҡараған матурлыҡ, тойған наҙ һәм йылылыҡ, мөхәббәт һәм сәнғәт өлгөһө булған картиналар, ҡул эштәре арҡыс-торҡос иҙәндә ятҡанын күрә.
    Бәләкәй ҡыҙҙы ошо мәхшәр уртаһында ҡалдырып китеүҙе хыянатҡа һанаһа ла, бер секундҡа ла ҡалғыһы килмәй, сығып йүгерә был өйҙән Фирүзә.
    Янған, сүп һауытында ятырға тейешле шырпы бөртөктәренән төҙөлгән уйынсыҡ йортто мөхәббәттән, кешелеклектән юғары ҡуйыуы ғәфү итмәҫлек шул. Һөйөү һәм сәнғәт икеһе бер башланғыстан – матурлыҡтан баш алып, ғүмер буйы бер-береһен тулыландырып, йәнәш барыуын белә ине Фирүзә. Ә бына асыу һәм нәфрәттең уны ҡыҫҡа ваҡытта юҡҡа сығара алыуына ошо ваҡиғанан һуң ғына төшөнә.
    Был мәҡәләбеҙ геройҙарының артабанғы яҙмышы ҡыҙыҡһындыра торғандыр. Атаһының ҡулынан зыян күргән ҡыҙға оҙаҡ ҡына ваҡыт дауаханала ятырға тура килә. Аҫылғужа аталыҡ хоҡуғынан мәхрүм ителеп кенә язанан ҡотола. Ә Фирүзәме? Һаман да яңғыҙ...
    Читайте нас в