Шоңҡар
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
23 Ноябрь 2020, 00:40

Ер аҫты “балалары”

Ә бит йыш ҡына ирҙәре төрмәлә ултырған ҡатындар айырылып, башҡаға кейәүгә сыға, сыҡмағандары “тюремщик”ты ҡабат индерергә теләмәй. Бик күп һөнәргә эйә булыуға ҡара­маҫтан, эшкә урынлашыуы ла ҡыйын.

Күрәбеҙ… ситкә тайпылабыҙ.
Ирендәре шешенеп бөткән, йөнтәҫ эйәге буйлап һеләгәйе аҡҡан бер әҙәм ҡала эскәмйәһендә ята. Үҙенсә мығырлап, битен сирыштырып, һырып алған себендәрҙе ҡыуырға тырыша. Ҡулы эскәмйәнән аҫылынып төшкән. Шуның менән бергә буш “фанфуригы” ла тәгәрәгән…
Береһенең дә унда эше юҡ. Дарыу төймәһе лә тәҡдим итмәйҙәр. “Ашығыс ярҙам” машинаһы ла саҡыртмайҙар, ара-тирә уҙған тәртип һаҡсылары ла вайымһыҙ һымаҡ.
Ҡулыма ҡәләм алып, кемделер ғәйепләргә йәки битараф булмаҫҡа саҡырырға йыйынмайым. Хәйер, был осраҡта уның кәрәге лә юҡ. Тел төбөмдө аңлағанһығыҙҙыр, әле ытырғанып ҡараған бәндәләр ҙә беҙҙең ише үк кеше! Хатта байтаҡтары ни яғы менәндер өҫтөнөрәк тә, күңелдәре сафыраҡ та һымаҡ. Был сағында күңелебеҙҙәге йәшерен “бомж”лығыбыҙға ишаралайым.
“Бомж” русса “без определенного места жительства” тигәнде аңлата. Ни өсөн башҡортса тәржемәһен “асарбаҡ” йә “берәҙәк” тип алғандарҙыр, белмәйем. Әгәр уйлап китһәң, “без определенного места жительства” тигән һүҙ беҙҙә ябай ғына бит – өйһөҙ. Хәйер, эш унда түгел. Бөгөн “бомж” тип әйтәбеҙ икән, өйһөҙҙө күҙ алдына баҫтырмайбыҙ, ә тормош төпкөлөнә төшкән кешене күҙаллайбыҙ. Ни хәл итәһең инде…
Ғаилә – ҡәлғә, тик ул емерелһә?
– Браток, ярҙам ит әле, үлеп барам…
Артыма әйләнеп ҡараһам, өҫтө-башы бысраҡ, сәсе еткән, битен һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, бер яҡ күҙ төбө күгәргән ир тора.
– Үлеп барам, ярҙам ғына ит әле. Зинһар, берәй егерме һум биреп тор, ун тәңкәһе үҙемдә лә бар, – тип ул усын һондо. Унда – үҙе һымаҡ уҡ бысранып бөткән ҡағыҙ аҡса.
– Утыҙ һумға нимә алаһың инде, сәкүшкәһе лә әллә күпме тора, – тим, һорағанын һуҙып.
– Флакон бирәләр ул, спирт бирәләр, – тип аҡсаны усына йомдо ла ул, бөгөлә-һығыла рәхмәт әйтеп, мөйөштә һағалаған әшнәләре янына ашыҡты.
Үҙәк баҙар туҡталышында торған эргә-тирәләгеләр берсә теге иргә, берсә миңә аптырап ҡараны. Ҡайһыһы хатта һүҙ ҡушырға ла йыбанманы.
– Ниңә бирәһең һин уларға? Эшләп ашаһындар…
– Бында бит уларҙың притоны, ошонда һеҙҙең һымаҡ асыҡ ауыҙҙарҙан аҡса йыялар ҙа эсергә китәләр.
Һүҙ күп булды. Әйтерһең, ике тимер унлыҡ минеке түгел, үҙҙәренеке ине. Хәйер, бер уйлаһаң, дөрөҫ тә әйтәләр һымаҡ: эшләп ашаһындар.
Етмәһә, йәйҙәрен “Үҙәк баҙар” туҡталышы эскәмйәләренең күпмелер өлөшө уларҙыҡылай, ошонда йыйылып ултыралар, ятып та алалар. Тик һуңғы йылдарҙа ғына улар бында, күренеп торған ерҙә, һирәгәйҙе. Шулай ҙа уларҙың эскәмйәләренә башҡалар ултырмай, ҡурҡалармы, ерәнәләрме – белмәҫһең.
Был “унлыҡтар” тураһында ауыҙ тултырып һөйләмәҫ тә, тема өсөн генә ҡағыҙ бысратып яҙмаҫ та инем. Әгәр ҙә мәгәр… Эйе, теге берәҙәкте тағы бер тапҡыр осратмаһам.
Ошо уҡ “Үҙәк баҙар” туҡталышы. Күпме автобус көтөп торғанмындыр, эргәгә бер ир килде. Нисауа ғына ке­йен­гән, ҡулындағы сумкаһына, пакеттарына аҙыҡ-түлек тултырған. Моғайын, баҙарҙан сыҡҡандыр ҙа өйөнә ашы­ға­лыр, тим, эстән генә. Танырға, сыра­мытырға тырышам. Ҡайҙалыр күргән кеүекмен, иҫкә төшөрә алмайым.
– Һаумы, браток! Мине танымай­һыңдыр инде, – ти был.
– Юҡ, ҡайҙалыр күргән кеүекмен дә.
– Бынан бер йыл тирәһе элек осрашҡайныҡ…
Бәй, был бит теге “бомж!” Апты­рауымдың сиге юҡ. Онотолған “танышым” яҡындағы кафеға саҡырҙы.
– Ашыҡмаһаң, инеп ултырып сығайыҡ. Мин баштан үткәндәрҙе һөйләрмен, – тине ул.
Айҙар (исеме шулай булып сыҡты) һөйләгәндәрҙе бәйнә-бәйнә яҙып тормай, ҡыҫҡаса ғына әйтеп үтәйек.
Баҡһаң, ул бик яҡшы урында эшлә­гән икән. Урман сәнәғәте тармағы буйынса юғары белемле белгес. Йыш ҡына Пермь, Удмурт яҡтарына коман­дировкаларға йөрөгән. Билдәле, йәш ҡатыны өйҙә ҡалған. Хәйер, йәш тиһәң дә, ике балалары булған. Оҙон тел­леләр Айҙарға ҡатынының башҡалар менән типтереүен еткерә, ләкин ир түҙә, ғаиләһен һаҡларға тырыша.
– Ҡатынға хатта башҡа ҡалаға йәки район үҙәгенә күсергә лә тәҡдим иткәй­нем. Риза булманы. Айыры­лышырға ту­ра килде. Айырылғанда ул миңә: “Оял­маһаң, ике бүлмәле фатирҙы бүл, балаларың урамда ҡалыр”, – тине. Балалар хаҡына тип, бер нәмә лә алма­йынса сығып киттем.
Яйлап эске­лек­кә һабыштым, эштән китеүемде һора­ны­лар. Һиҙмәй ҙә ҡалдым, берә­ҙәк­тәр ара­һына эләктем. Үҙ кешегә әйләндем, хәлемде улар ғына аңлаған һымаҡ булды. Беләһеңме, уларҙың үҙ донъя­һы, был донъяға ҡараштары бү­тән. Бер нисек тә шунан ысҡынып булмай.
Айҙарға нисектер бәхет йылмая. Уны хеҙмәттәш дуҫы эҙләп таба. Өйөнә алып ҡайта. Дауаханаға һала. Кире эшенә алып барып ҡарай. Тик унда элекке хеҙмәткәрҙе ҡабат алырға теләмәйҙәр. Йөрөй торғас, башҡа ергә урынлаша.
– Һуңынан фатирҙы бүлеп алдым. Төрлө кимәлдәге психологтар, наркологтар менән кәңәшләшкәс, был аҙымға барҙым, сөнки мин ҡалдырған фатирҙа башҡа ир йәшәп ята, мин йоҡлаған диванда йоҡлай. Ә мин – бомж! Ғәрлек бит, – тип ҡуйҙы Айҙар, айырыуса һуңғы һүҙенә баҫым яһап. – Балаларға ҡалһын, тигәйнем, уларға сит-ят ир игелек күрһәтә буламы? Фатирҙы ла бүлдем, теге лә табанын ялтыратты. Ҡатын хәҙер ҡайтырға ҡуша, балалар хаҡына, ти. Ҡайтманым. Балалар аңлай ул, килеп йөрөйҙәр, мин дә барам. Бына шулай. Әгәр үҙемде ҡулға алып, фатирҙы бүлмәһәм, һаман да балаларға ҡалһын тип йөрөһәм, бәлки, теләһә нәмә эсеп, туңып үлгән дә булыр инем. Былай көндән-көн үҙемә ышанысым арта, балаларҙың хөрмәт менән ҡарауын тоям. Бомж бит ул – эскесе, кешелектән сыҡҡан әҙәм генә түгел, ә тәү сиратта урам буйында ҡалған берәҙәк. Аҙаҡ ҡына бүтән тормош китә, һаҙлыҡ һымаҡ үҙенә тарта.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, асарбаҡтарҙың байтаҡ өлөшө Айҙарҙың яҙмышын ҡабатлаған: уңышһыҙ мөхәббәт, ғаилә ҡороу, эштән ҡыуылыу... Депрессия, шешә, үҙ-үҙенә ҡул һелтәү... “Миңә нимәгә ул хәҙер”, – тип донъянан ваз кисеү.
Рәшәткәләр һындырған яҙмыштар
Әгәр ҙә асарбаҡлыҡтың сәбәптәрен һанай китһәң, бик күп. Нисәмә яҙмыш, шунса уҡтыр. Әммә бер кемгә лә сер түгел, байтағы рәшәткә артында ултырып сыҡҡан. Хаҡҡа ла, нахаҡҡа ла. Ә бында уларҙың ҡайтыуын береһе лә көтөп, эш әҙерләп тормай. Хатта төрмәгә ултырғанға тиклем булған хоҡуҡтары ла юҡҡа сыҡҡан. Етмәһә, күпселегенең психикаһы ҡаҡшаған. Көн дә үҙгәргән тормошобоҙға күнә алмайҙар, улар киткәнсе булған ҡиммәттәр ҙә үҙгәреп, осһоҙланған. Ҡыҫҡаһы, башҡа, ят, танып булмаған көнитмеш ҡаршылай уларҙы.
Бер кем дә яҙыҡ юлдан ҡурса­ланмаған. Аллаһ Тәғәлә күпме генә әҙәм балаһына яҡшылыҡ теләп, ни ярай, ни ярамағанлығын аныҡ әйтеп, Ҡөрьән сүрәләре индермәһен, яралғас та барыбер бәндә “алма” ашаған, шуның менән оло гонаһҡа батҡан. Ер йөҙөндә кеше ғүмер иткәндән бирле ҡылған эштәрен ҡулбашта ултырған фәрештәләр генә яҙып бармай, ә сис­теманы – дәүләт ҡоролошон – уйлап сығарыусылар ҙа хөкөмдар булып һәр аҙымын күҙәтә. Тарихҡа ниндәй генә быуат килмәһен, һәр береһенең кеше хоҡуҡтарын сикләгән закондары булған һәм бар: ҡол биләүселек, крепостной ҡоролош, феодализм... Уларҙы боҙған әҙәм дәүеренә ҡарап язаһын да алған.
Эйе, “законға ҡаршы бер ни ҡылманым”, тип әйтергә хаҡы булмаған әҙәм балалары ла бар арабыҙҙа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә закондар ҙа үҙгәреүсән. 1928–1932 йылдарҙа ҡартатайҙарыбыҙ урлашмаған, кеше таламаған. Иген сәскән, күпләп мал аҫраған. Әммә барыбер хөкөм ителеп, Себер һөрөлгән. 1937 йылда закон “боҙоусылар” ҙа, “халыҡ дошманы” яһалып, стенаға терәлгән. Балалары астан үлмәһен өсөн, яланда ҡалған башаҡ сүпләгән ҡатындар ҙа “ғәҙел” хөкөм алдына баҫҡан: сабыйҙары балалар йорттарына оҙатылған, үҙҙәре каналдар ҡаҙырға, ҡалалар төҙөргә ебәрелгән. Социализм сәскә атҡан осорҙа ла ҡырын һүҙ өсөн рәшәткә артына, йәғни психиатрия дауаханаларына йәшерелгән кешеләр булды.Әҙәм балаһы рәшәткә артынан ҡылған эштәренә тәүбә итеп, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап, яңынан тормош башлар, тауҙар аҡтарырҙай булып сыға. Әммә тәүге көндәренән үк барлыҡ уйҙары селпәрәмә килә. Ултырғансы өйрәнелгән донъя үҙгәргән, кешеләр бер-береһен алдай, алдаша. Ярай әле өҙөлөп көтөп торған ата-әсәһе, һөйгән кешеһе булһа. Ә бит йыш ҡына ирҙәре төрмәлә ултырған ҡатындар айырылып, башҡаға кейәүгә сыға, сыҡмағандары “тюремщик”ты ҡабат индерергә теләмәй.
Бик күп һөнәргә эйә булыуға ҡара­маҫтан, эшкә урынлашыуы ла ҡыйын. Билдәле, хәҙер ҡала ерендә аҡсалы эш табырмын тимә. Йөк ташыусы, урам һепереүсе кеүек ҡара эштәрҙе лә ауыл­дарҙан килеп тулғандар, заводтарҙан ҡыҫҡартылғандар башҡара. Ә “тегенән” икәнеңде белһәләр, элегерәк тә күп ишектәр ябыҡ ине.
Был хәлдә ҡалған бәндәнең өс кенә юлы бар: тәүгеһе – барыһына ла күҙ йомоп, теште ҡыҫып түҙеп, ғәҙел тормош һуҡмағынан атлау; икенсеһе – ҡабат енәйәт юлына баҫыу; өсөнсөһө – башыңды йүләргә һалып, донъяға ҡул һелтәү, шешә төбөн ҡарау. Икенсеһендә киләсәктә, өсөнсөһөндә яҡын арала асарбаҡлыҡҡа “йәшел ут” яна түгелме?
“Балаларыма ғына ҡыҫыҡ булмаһын...”
Был төркөмгә “һаҡаллы сабыйҙары” өсөн үҙҙәренең йәнен фиҙа ҡылырға әҙер торған атай-әсәй, әбей-бабайҙар инә. Хәтеремдә, асарбаҡтар тураһында бынан ике тиҫтә йыл элек мәҡәлә яҙғайным. Шул ваҡыт баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһенә төшкән ерҙәге һул яҡтағы тау битендә (ҡасандыр ташландыҡ баҡсалар булған) бер берәҙәктең йәшәп ятҡанын ишетеп, эргәһенә барҙыҡ. Был урында ҡышын да, йәйен дә төтөн сыға.
Тәүләп уның тураһында, шул тирәлә бер бомж йәшәй, бала-саға үтергә лә ҡурҡа, тигәнерәк һүҙҙәр ишеттек. Шуға ла уны ябыҡ ҡына, һонтор кәүҙәле, өҫтө-башы туҙып бөткән, эргәһендә шешә аунап ятҡан, ҡыҫҡаһы, ғәҙәти асарбаҡ итеп күҙ алдына килтерҙем. Әммә күреп, танышыу менән, әлеге уй-хистәр һы­пырып ташлағандай юҡ булды. Хатта өҫтәл янына сәй эсергә лә саҡырҙы ул. Ҡыҙыҡһыныуҙың сиге булманы, кеше йәшәргә тырыша бит! Төрлө ерҙән таҡта, бүрәнә йыйып, үҙ ҡулы менән “йорт” төҙөгән. Үҙенсә уңайлыҡтар яһа­ған: иҫке өҫтәл, шундай уҡ ултырғыс, шкаф, бәләкәйерәк ярыҡ көҙгө... Ә түрҙә – беҙҙекенән бер ере лә кәм булмаған костюм, салбар, күлдәк элен­гән, башҡа кейем-һалым да етерлек.
– Бала-сағаны ҡурҡытыуым – уларҙың соҡсоноп йөрөүҙәренән, әйберҙәремә тейеүҙәренән. Мин бит берәҙәк түгел. Эш урыным да бар. Элек электрик булып эшләгәйнем, хәҙер һөнәрҙе үҙгәрттем. Һәр кем кеүек, аҡсалыраҡ эште ҡарайым. Балаларға ла ярҙам итәм. Өҫ-башты бөтәйтергә лә, аҙыҡ-түлек алырға ла кәрәк. Ә бында миңә рәхәт, үҙ “фазендам” тигәндәй, – ти Владимир исемле яңы танышым.
– Балаларға ярҙам итергә кәрәк, тинегеҙ, уларға нисә йәш һуң? – тип һорайым, алтмыш йәштәр тирәһендәге иргә ҡарап.
– Береһенә ҡырҡ була, икенсеһе ике йәшкә бәләкәй. Йәштәргә ни, аҡса күп кәрәк бит... Өсөнсөһө – ҡыҙ, уныһы ла башлы-күҙле инде...
Фатирына бик йыш ҡайтмай. Үҙе әйтмешләй, балаларына ҡыҫыҡ булмаһын өсөн шулай ҡарар иткән. Ысынлап та, унда бит өйләнгән ике улы ғүмер итә. Юҡ-юҡта, туғандар араһында һүҙ ҡуйыра, ыҙғыш-талаш китә. Етмәһә, ейән-ейәнсәрҙәр йүгерә. Үтеп-һүтеп булмай: порошок, һабын аңҡытҡан керҙәр эленгән, бер плитә өҫтөндә өс ғаиләнең һурпаһы ҡайнай; “хрущевка”ның ҡыҫыҡ кухняһы тағы ла тарайғандай... Бер-береһенең бүлмә­ләренә үткәндә лә икенсеһенең балаҫына баҫырға, ул яҡҡа күҙ һалырға тура килә. Килендәр яҡлап туғандар ҙа йыйылмай тормай – ҡунаҡ бүлмәһе кәрәк. Бындай хәл беҙҙең ҡыҫыҡ дөйөм ятаҡтарға ҡарағанда ла ҡот осҡосораҡтыр ул.
Ярай әле Владимир үҙе киткән. “Робинзон” тормошон ҡабул итеп йәшәп ятмышы. Дөрөҫөрәге, “отшельник” тормошон үҙе (бәлки, үҙе лә түгелдер) ҡабул иткән. “Балалар хаҡына” тигән була, ә күҙҙәренә йәш эркелә...
“Мин ни әхирәтемә барҙым, тим”
Бына артабанғы геройыбыҙҙы балалары үҙҙәре вокзалға илтеп ҡуя. Пенсия ваҡыты еткәс, килеп алып ҡайталар, һуңынан тағы сиркәү, вокзал...
Һамарға командировка ваҡытында автовокзал буйлап автобус килер сәғәтте түҙемһеҙлек менән көтөп йөрөгәндә, оло йәштәрҙәге әбей күҙгә салынды. Ваҡыт үлтереүсегә – сәбәп, тигәндәй, шул яҡҡа ыңғайланым.
Әбекәйем, танырға тырышҡандай, миңә текләне. Шешенгән күҙ ҡабаҡтары был ҡарсыҡтың күптән ашамағанлығын, бысраҡ, төрлө ерҙән йыртылып бөткән, өҫтө-өҫтөнә кейелгән әйберҙәре уның тәрбиәләнмәгәнлеген асыҡ күрһәтә ине. Етмәһә, тәҙрә аҫтынан ғына үткән батареяға менеп ултырыуына ҡарамаҫтан, үҙе дер ҡалтырай.
– Был – минең урын. Уны алырға хаҡың юҡ, ана, теге тәҙрә төбөнә ултыр, әле Василий килеп етмәгән...
Әбейгә ниҙер аңлатыуҙан фәтүә юҡ икәнде аңлап, кеҫәнән аҡса сығарҙым. Шунан һуң ғына һүҙҙәр ялғанып китте.
Лена тип таныштырҙы ул үҙен. Ире үлгәндән һуң ауылдан ҡыҙына килгән. Һөйләүенсә, кейәүе бик алама кеше икән. Ҡайһы ваҡыт көндәр буйы ваннаға бикләп тотҡан, ҡыҙының быға артыҡ иҫе китмәгән. Аптырағас, әсә кеше сығып киткән.
– Улым да бар минең, – ти һикһән ике йәшлек ҡарсыҡ. – Тик ул ситтә. Ҡатыны бик һәйбәт. Былтыр ҡыҙыма ҡайтҡайнылар, улым мине таптыра икән. Шунан һуң кейәү эҙләп килде. Берәүҙәргә алып барып йыуындырҙы, ашатты, кейендерҙе лә улым менән киленем эргәһенә алып ҡайтты.
Ҡыҙым: “Ҡайҙа йөрөйһөң, кисә үк сығып кит­кәйнең”, – тигән була. Мин ни: “Әхи­рәтемә барҙым”, тимен. “Ә мин төн йоҡламаным”, – ти теге. Балаларымдың араһын боҙғом килмәне. Улым алып китергә булғайны, ҡыҙым арҡыры төштө. Ул китеү менән эт урынына ҡыуып сығарҙылар.
– Әбей, пропискаң да бар бит, пенсия ла алаһыңдыр?
– Эйе, пенсияһын бирәләр, әммә ул миңә эләкмәй. Бирер алдынан ғына эҙләп табалар ҙа баяғыса кейендереп ҡуялар. Шунан һуң тағы ла... Өйрән­дер­ҙе инде, хатта йомшаҡ матрас һалынған карауатҡа ятҡас, йоҡлай алмай аҙапланам. Ейәндәремде тупылдатып һөйгө лә килә. Шулай ҙа бер төндә икеһенең арҡаһынан һыйпап сыҡтым әле...
– Ҡарттар йортона барып ҡарама­ныңмы һуң?
– Ҡуй, бимазалама, был вокзалда үҙ урыным бар. Элегерәк төнөн сир­кәү­ҙәргә бара торғайныҡ, беҙҙең ке­үектәр етерлек бит инде, тик унда һы­уыҡ, унан һуң, миңә йәшәргә күп ҡалған тиһеңме, үлгәс, ҡайҙа ла бер бит...
Асарбаҡтар тураһында яҙғанда, урынһыҙ булһа ла, борондан килгән хикәйәт иҫкә төштө. Имеш, бер егет һөйгәненең бар теләген үтәп барған икән. Һуңғы сиктә ҡыҙ унан әсәһенең йөрәген һораған. Теге иҫәүән барып, әсәһенең йөрәген ярып ала. Ҡыҙ ҡырына ашығып китеп барғанда абынып йығыла. Шул саҡта әсә йөрәге телгә килеп: “Ҡайһы ерең ауыртты, балам?” – тип өҙгөләнеп һорай икән...
Асарбаҡтар тураһында һүҙ сыҡҡас, бер танышым: “Нимәһен яҙаһың инде, ана, ҡалаға ауылдан уҡырға, эшкә килгән һәр береһе күпмелер кимәлдә бомж инде”, – тигәйне. Уйландырамы? Эйе. Ысынлап та, һәр ҡайһыһына ошо “күпмелер кимәлдә”не, “ваҡытлыса”ны еңеп сығырға кәрәк. Сығалар ҙа. Шуныһы һоҡландыра...
Асарбаҡтар, айырым алғанда, оҙаҡ йәшәмәй: эскелек бөтөрә, бысраҡлыҡ, сир, һалҡын бөгә, ләкин был күренеш яҡын арала бөтмәйәсәк әле. Уларҙың шул көнгә тешөүендә тәү сиратта үҙҙәре ғәйепле. Ләкин йәмғиәт тә “кеше ҡайғыһы төштән һуң” тип йәшәргә күнекте...
Һанай китһәң, сәбәптәр ҙә, яуаплы кешеләр ҙә етерлек. Журналист тәфтишсе түгел, тик маҡсат бер генә: беҙ “бомж” тип ситкә тайпылған һәләмә кейемле, йөҙҙәре шешенеп, күгәреп бөткән әҙәмдәр ҙә кеше балаһы икәнен күрһәтеү, улар яҙмышына иғтибар иттереү.
Үҙәккә үтерлек ел, ямғыр. Ошо моңһоу күренештең буяуҙарын тағы ла ҡуйыртып, һороға мансып туҡталыш эскәмйәһендә берәү ята. Тағы ла... Тағы ла ҡул һона: “Ун һум ғына етмәй...”
“Бомж” булып күп йөрөнөм...
Ғүмер буйы атайым менән йәшәнем. Бик ауырыны ул. Әсәйем һеңлекәште алып, беҙҙе ташлап киткәйне. Бына миңә армияға китергә ваҡыт етте. Шулай йыл да үтеп китте.
Атай менән көн һайын телефондан һөйләшәбеҙ. Ҡайтҡас, өйҙө үҙебеҙсә ремонтланыҡ, яңы мунса ҡуйҙыҡ. Тик, ни хәл итәһең, атай ныҡлап ауырып, мәрхүм булып ҡалды. Бына шунан башланды ла инде: әсәй тейешле кеше менән ире, һеңлекәш ҡайтып, мине өйҙән ҡыуып сығарҙылар.
Ә хәл былай булған: мин армияла саҡта улар атайҙан һеңлем исеменә васыятнамә “төҙөткәндәр” икән. Атай аңлап та тормағандыр инде, тотҡан да ҡул ҡуйған. Бына шулай өйһөҙ ҡалдым. Мин быны зарланғандан яҙмайым, атай-инәйҙәргә һүҙем генә бар: васыятнамәне йәшерәк, һау-сәләмәт, бөтә балағыҙ бергә булған саҡта яҙығыҙ.
Мин “бомж” булып ҡалала күп йөрөнөм. Бер ваҡыт үҙемә әйттем: ҡулым, аяғым бар. Киттем бер ауылға, балта тотоп. Хәҙер өйләндем. Әле лә берәҙәк сағым төштәремә инә. Был донъяла һәр кемдең үҙенән тора икән: аҫҡа тәгәрәһәң дә, күтәрелһәң дә…
Ринат.
Рәлис Ураҙғолов.
Читайте нас в