Йыуаса-күстәнәстәрҙе өҫтәлгә ҡуйып, сәй эсеүгә ултырыуға, ишектә күрше Гөлзифа апай күренде.
Бә-ә-ә-әй, – тине һуҙып ул, нимәгәлер ғәжәпләнгән һымаҡ, – Сабир ҡайтҡан да, ни хәл туғаным. Шәп йөрөшмө? Балалар нисек?– тип ике ҡулын һуҙып миңә һонолдо.
Уҡыған кешенең шәп булмай тағы. – Апай үҙе үк минең өсөн яуап бирә башланы. – Йылы бүлмәлә ултыраһың. Эшең йән рәхәте. Беҙҙең кеүек мал ҡарап толланаһы юҡ.– Унан бер миңә, бер әбейемә ҡарап:
Анау беҙҙең йән көйөгөнән генә бер ниндәй тулык юҡ. Әле шунан ялҡып сығып киттем әле, – тине. – Тамам аптыратты бит. Хәҙер нисә көн буйы эсеп тик ята. Ищщеү етмәһә, әсәй, бер яртылыҡ ҡына аҡса биреп тор әле, тип быуынға төшә. Бирермен томшоғона. Көтөп торһон. Хөрәсән. Эшләһен дә ашаһын. Ней бисә алырға эшкинмәне. Ней сәсрәһә, сәсрәп ҡуймай. Әллә кемгә оҡшаған.
Исеме менән әйтмәһә лә, кемде әрләгәнен белеп торам. Улы Ғәзизйәнде гелән шулай йән көйөгөнән һалдыра ул. Әсәнең үҙе тыуҙырған, ҡарап үҫтергән сабыйына шулай тиеүен ишетеү ғәжәп ине.
Ғәзизйән менән бер урамда үҫтек, ул минән өлкәнерәк булһа ла, өсөнсөләме, дүртенселәме күсмәй ҡалғас, артабан бер класта уҡыныҡ. Шуға ла уның менән бергә үткән бала саҡ, мәктәп йылдары, инде апаруҡ ғүмер үтһә лә, әлеге кеүек күҙ алдында.
Уҡырға барымы булманы Ғәзизйәндең. Һигеҙ йыл буйына дәфтәр тышына матур ғына итеп адресын яҙырға ла өйрәнмәне. Мәктәпкә белем алыу, нимәлер өйрәнеү өсөн йөрөмәне. Дәрескә китаптар алып килгәне лә хәтерҙә ҡалмаған. Уртаға бөкләнгән ике-өс дәфтәрен уҡыу йылы бөткәнсе тулмай ине. Ҡайһы бер малайҙар уҡыуҙа әллә ни алдыра алмаһа ла, барыбер ниндәйҙер һәйбәт сифаты бар. Мәҫәлән, Нәғим спортсы, саңғыла уҙышыуҙа уға еткән кеше юҡ. Районда үткән ярыштарға ла гелән уны йөрөтәләр. Ә Ғәзизйән бөтөнләй үҙенә башҡа. Инде малайҙың уҡымауына, өйгә бирелгән күнегеүҙәрҙе лә эшләмәүенә ғәҙәтләнеп бөткән уҡытыусылар унан бары шым ултырыуҙы, дәресте алып барырға ҡамасауламауын, башҡаларға мәшәҡәтләмәүен генә үтенә ине. Әммә Ғәзизйәнгә бындай иҫкәрмәләр бер ҡолағынан инә, икенсеһенән сыға. Ҡыҙҙарҙы йәберләй, йә уларҙы сәсенән тарта, йә портфелдәрен тартып алып ҡутарына башлай. Самолет эшләп осора. Әй, онота яҙғанмын, берҙән-бер ыңғай сифаты булды – дәрес ҡалдырманы.
Уның өсөн класс етәксеһе Фәрзәнә Сәғитовнаға ауырға төшә ине. Ғәзизйәндең тәртипһеҙлегенән ғарыҡ булған уҡытыусылар дәрес тамамланыу менән уға ябырыла.
- Һин балаларың менән эшләмәйһең. Мәктәпкә аҡса алыу өсөн генә йөрөйһөң?
-Һинең ул уҡыусыңды балалар колонияһына һөрөргә кәрәк.
- Исамһам, ата-әсәһен күреп һөйләшер инең.
Бахыр Фәрзәнә апайыбыҙ нимә эшләргә лә белмәй. Ғәзизйәндең өйөнә әллә нисә тапҡыр барҙы инде. Әммә унан фәтеүә сығырҙай түгел шикелле. Әсәһе Гөлзифа апайҙың алдына сығармын тимә. Ауыҙыңды асып өлгөрмәйһең, мең һүҙгә етә. «Баланың ни ғәйебе? Һеҙ ошаҡлаша тип кенә ғәзиземде рәнйетер башым юҡ. Үҙем йәтим үҫтем, нужнаны күп күрҙем. Мин уны туҡмап-ҡыйнап үҫтерер өсөн тапмаған. Күрә алмағанығыҙ шул Ғәзизйән булды инде. Бер минеке генә шаярылыр шул. Аяғы булғас, шаяра инде ул. Һау бала ут кеүек булырға тейеш тип врачтар үҙҙәре әйтә. Ана, күрше Ғәйнисламдың улы шаярыу түгел үҙ хәжәтенә лә йөрөй алмай. Тәүбә-тәүбә. Насар уҡый тиһегеҙме! Шул минең балаға ҡаныҡтығыҙ инде. Уҡыһа ни, унан һеҙгә ни зыян. Ана, Мәстүрәнең малайын, йыйылыш һайын, отличноға уҡый тип ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтай торғайнығыҙ. Ҡупырайтып кәртечкеһен стенаға ла элеп ҡуйғайнылар, етмәһә, гәзиткә лә маҡтап яҙғандар бит әлеү. Уҡыу менәнме ни, бер нәмәгә эшкинмәгәс. Әле ҡалала заводта эшләп йөрөй тиме. Ул заводта эшләү өсөн бутта белем кәрәк».
Шулай этә-төртә, уҡытыусыларҙы этләй-этләй һигеҙҙе бөткәс, бер-нисә егеткә эйәреп Салауат ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһена ла китеп ҡарағайны ла, бер-ике ай йөрөнөмө-юҡмы, дөмбөрө батмай кире ҡайтты. Аҙҡтан беҙгә, ҡыйын, асыҡтыра, ҡала малайҙары этләй, аҡса таптыра, тип һөйләгәне хәтерҙә. Яңылышмаһам, исем өсөн булһа ла киске мәктәпкә йөрөп, аттестат алды.
Ауылға йыш ҡайтып йөрөгәс, Ғәзизйәндең тормошон ишетә-күрә торам. Ата-әсәһе, туғандары үҙенә ҡайҙандыр кәләш димләп, өйләндереп тә маташтылар. Ни сәбәптәндер, уныһын әйтә алмайым, ҡатындары торламаны.
Көндөҙ урам тирәһенә бигүк сығып йөрөмәгән Ғәзиздең эш сәғәте төн уртаһы етеп, әҙәм аяғы һил булғас башлана. Берәүҙәрҙең һарығы юғала, икенселәрҙең келәтенән һуғымлығы ғәйеп була. Йөҙләгән йорттан торған ауылда бөтә нәмә күҙ уңында бит ул. Бөтәһе лә былар Ғәзизйәндең эше булыуын тоҫмаллаһа ла, ҡулынан тотмағас, ярай, бурлыҡ менән берәү ҙә мандымаған, тип рәнйеүҙән ары китмәй. Ней бара һалып әйтергә ауылда, хатта яҡын-тирәлә лә милиционер юҡ.
Ғәзизйән бөгөн ата-әсәһенең ихатаһындағы бәләкәй өйҙәрендә айырым йәшәй.
...Иртәгәһен кире китәргә сыҡҡанда Ғәзизйән үҙе осраны. Һаулыҡ һорашыр-һорашмаҫтан:
Класташ, үлеп барам, ҡана берәй илле һум ғына аҡса биреп тора әле, – тине. – Анау ҡарттарға асыу килеп сығып киттем әле. Кисә әҙерәк байрам иткәйнек, бөгөн баш ҡутарылып килә. Берәй ярты самагонлыҡ аҡса бирегеҙ әле тим, юҡ инде, бирмәйҙәр. Бынан һуң утындарын ярырмын әле. Әтеү ҡотора башланылар, эшләйһең эшләйһең, ҡәҙерҙе белмәйҙәр. – Ғәзизйән ҡулын йоҙроҡлап һелтәнде.
Мин уға аҡса һуҙҙым да, ярай, автобусҡа өлөгөрөргә кәрәк тип ҡабаланып китеп барҙым.