Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
4 Ғинуар 2021, 14:55

Яртың бармы?

— Диуана! — тине ирҙәрҙең береһе. — Уны ниндәй врач төҙәтһен, ул бит бахмурҙан ауырый. Яртыңды сығар... — Ярты юҡ шул, — тим, үҙемде тамам ғәйепле кешеләй тойоп.

бармыҠырҡ йыл ситтә йөрөгәндән һуң, тыуған ауылымды бер күреп китәйем әле тип, ҡайтып киләм. Үҙгәргәндер инде. Ә минең күҙ алдымда элекке ауыл тора. Мал-тыуарын йыйғас, киске һалҡында Әхмәт бабай ҡапҡа төбөнә сығып ултырған да, уның янына Сәмиғулла бабай килеп Туҡайҙың: “Ә шулаймы? Аҡса барҙа барыһы ла дуҫ та, барыһы ла йәр. Аҡса еҫе сыҡмай торһа, барыһы ла яныңдан тайыр”, — кеүек һүҙҙәре менән телмәрен һөйләйҙер һымаҡ. Фәрхиямал әбей ҙә, әле булһа ауырыуҙар янына килеп, өшкөрөп-төкөрөп, матур-матур һүҙҙәр әйтеп, йыуатып йөрөйҙөр кеүек.
Беләм, уларҙың күптән йәндәре йәннәттә. Мин үҙем дә пенсиялағы олоғайған кеше...
...Ауылға килеп керҙем. Өйҙәр күркәм. Икешәр ҡатлы кирбес йорттар ҙа бар. Ян-яҡҡа ҡарап барам. Ауыл ғәҙәте буйынса осраған бер кешегә сәләм бирәм. Тик мин уларҙы, улар мине танымай. Ике ир килә ине, түҙмәнем, машинамды туҡтаттым да сығып:
— Һаумыһығыҙ, ауылдаштар! — тим.
— Һаумыһығыҙ! — тиҙәр былар ҙа. Тик кем тиергә лә белмәй аптырап торалар.
— Мин, ҡустылар, ошо ауылда тыуып үҫкән кеше, Сәғит исемле ағай булам.
— Бына һәйбәт булды бит әле, ағай, — ти ирҙәрҙең береһе. — Һеҙҙе, ағай, Аллаһы Тәғәлә үҙе юллағандыр беҙгә. Ҡайҙа, ағай, күстиеңде сығар. Үлтерә инде баш...
— Күстиҙең улай баш төҙәтә торғаны юҡ шул, ҡустым, — тим, аптырап.
— Нимә? — ти был. — Ауылға ҡунаҡҡа ҡайтып киләһең, бер ярты ла алманыңмы әллә?
Уларҙың кәйефе ҡырылды, миңә иҫтәре китеп ҡарап торҙолар ҙа ҡул һелтәп китеп барҙылар.
Ниһайәт, үҙем тыуып үҫкән, хәҙер инде ҡыйшайып ауып барған йорт янына барып туҡтаным. Әсәйем, минең янға күсеп киткәндә, йортобоҙҙо улы иҫерек көйө өйөнән ҡыуып сығарған бер ҡартҡа биреп киткәйне. Ул күптән вафаттыр. Эргә-тирәне сүп-сар баҫҡан.
Ул арала булмай, мине күреп күрше-күлән сыға башланы. Бер йәш ир килеп иҫәнләште лә:
— Нимә, ағай, урын кәрәкме әллә? Дача төҙөргә уйлайһыңмы? — ти.
— Юҡ. Мин ошо өйҙә тыуып үҫкән кеше, — тип үҙем менән таныштырам. — Әле уҙып барышлай бер күреп сығайым әле тип һуғылыу ғына.
— Ишетеп беләбеҙ бит һеҙҙе. Һеҙ теге Төмән яғында ҙур урында эшләгән ағай. Беҙҙең ауылдан шул яҡта эшләгәндәр белә һеҙҙе, — ти был, нимәгәлер ҡыуанып.
— Ағай, әйҙә, тыуған тупраҡҡа яңынан иҫән-имен ҡайтыуығыҙҙы йыуайыҡ, — ти икенсе бер ир.
— Йә, — ти тағы береһе. — Сығар әле, ағай, коньягыңды.
— Дуҫ түгел шул мин, ҡустылар, ул нәмә менән, — тим аҡланғандай.
— Һеҙ дуҫ булмаһағыҙ, ул беҙҙең өсөн йәнкиҫәк, — ти тағы береһе, усын ыуып.
Шул саҡ тыҡрыҡтан оло йәштәге бер ир: “Беҙ улай түгел инек, беҙ былай түгел инек...” тип йырлап килеп сыҡты ла миңә ҡарап:
— Бәй, Сәғит, һин бит был? Иҫәнме әле һин? — тип килеп, ниңәлер илай-илай, миңә һарылды. — Күрешмәгәнгә нисәмә йыл бит!
Мин был әҙәмде таный ҙа алмайым. Уны этәрәм, сөнки өҫтө-башы бысраҡ, ауыҙынан килгән еҫкә уҡшыйым.
— Туҡта әле, ағай-эне, ҡосаҡлашмай торайыҡ, — тим. — Мин танып бөтөрмәйем, кем һуң һин?
— Атаҡ-атаҡ, ҡара әле бынауҙы, — тине ул, илауынан туҡтап. — Нурғәле бит мин!
— Һаумы, Нурғәле! — тим, ҡул биреп.
— Бик һәйбәт. Ҡайһылай һәйбәт булған ҡайтып төшөүең. Ҡайҙа, сығар әле яртыңды. Осрашыу хөрмәтенә берҙе ебәрәйек, — ти ул.
— Юҡ шул ярты, — тим, тамам уңайһыҙланып.
Нурғәле ситкәрәк китте лә бүтәндәргә миңә бармағы менән төртөп күрһәтеп (әйтерһең, күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән бер януармын):
— Ҡарағыҙ әле бынау бәндәне, ҡарағыҙ әле ҡала кешеһенең ҡарунлығын, ҡорҙашын һыйларға бер ярты ла ҡыҫтырмаған, — тине.
Шул саҡ икенсе бер ҡорҙашым — Кәримйән килеп етте.
— Һаумы, Сәғит, — ти ул бөтә тәне менән ҡалтырап, төҫө-башы ҡасҡан, күрәһең, уны биҙгәк тота. — Үлтермә, Сәғит туған, ярҙам ит, — ти был.
— Йә, йә, — тим. — Ултыр әйҙә машинаға, хәҙер һине врачҡа алып барам.
— Диуана! — тине ирҙәрҙең береһе. — Уны ниндәй врач төҙәтһен, ул бит бахмурҙан ауырый. Яртыңды сығар...
— Ярты юҡ шул, — тим, үҙемде тамам ғәйепле кешеләй тойоп.
Күрәһең, минең көйәләнеүем төҫөмә сыҡты, Нурғәле килеп мине йыуата-йыуата:
— Ярай-ярай, ҡорҙаш, һин улай уҡ көйәләнмә әле. Беҙ уның хәҙер яртыһын түгел, бөтөнөн дә табабыҙ, аҡсаңды ғына сығар, — ти.
— Ошо етерме? — тим, уға аҡса һуҙып.
— Ҡорҙаш менән икебеҙгә етә, — тине лә Кәримйән менән йүгерә-атлай китеп барҙы. Тағы ла ике ир эйәрергә уйлағайны, Нурғәле уларҙы: “Ул һеҙҙең ҡорҙашығыҙ биргән аҡса түгел”, — тип кире борҙо.
Теге ирҙәр ҡабат минең янға килде. Береһе:
— Ағай, миндә бик һәйбәт комбикорма бар. Ал, бер яртыға бер тоҡ бирәм, — тине.
— Ул комбикорма миңә нимәгә кәрәк булыр икән? — тим.
— Сусҡа алырһың да уға ашатырһың.
— Кит әле, — ти ирҙәрҙең икенсеһе. — Һатһаң, йүнле әйбер һат. Ағай, мин бер тоҡ бойҙай һатам.
— Егеттәр, миңә бер нәмә лә кәрәкмәй. Араҡым да юҡ, — тим.
— Улай булғас, беҙгә лә көмөшкәгә аҡса бир. Ниңә улай тамаҡ айыраһың? — тип ҡыҙып китте береһе. Уның ҡыҙыуы икенсеһен тамам ҡотортто.
— Асыуымды килтерһәңме, беләһеңме, нишләрмен? Тотормон да бөтә тәгәрмәстәреңде тишеп бөтөрмөн, – ти.
Икеһе лә ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Имен саҡта бынан китеп ҡотолайым тип, машинама кереп ултырҙым да килгән яғыма кире боролдом. Тик, ашығыу сәбәпле, машинамдың бер тәгәрмәсе батҡаҡҡа ултырҙы, бер урында зырылдап тик тора. Теге ирҙәр: “Ә, эләктеңме, бына шулай кәрәк һиңә”, — тип өйҙәренә кереп китте.
Инде нишләргә, тип аптырап машинам янына сығып баҫтым. Ике үҫмер, сумкаларын аҫып, мәктәптән ҡайтып бара, шуларға:
— Егеттәр, әҙ генә ярҙам итеп, этеп ебәрһәгеҙ, сығып китер инем, – тим.
— Була ул, ағай, – тине былар, сумкаларын ергә ҡуйып.
— Ә яртың бармы һуң, ағай? – ти быларҙың береһе.
Мин, былар шаяра, тип көләм.
— Һеҙ үҙегеҙ шешәнән саҡ ҡына ҡалҡҡанһығыҙ бит, – тим.
— Яртың бармы? – тип һорауын ҡабатлай теге малай.
— Юҡ, балалар, яртым, – тим.
— Яртыһыҙ булмай, ағай, – тине лә малайҙар китеп тә барҙы.
Инде нишләргә? Күрше-тирә ирҙәр ҡойма аша баштарын ғына күрһәтеп ҡарап көлөп тора.
Шул саҡ етәкләшеп, алпан-толпан баҫып, ике әбей килеп сыҡты. Береһе: “Һыйыр мөңгөрәп тора, һыйыр баҡырып тора”, – тип таҡмаҡ әйтә, икенсеһе арт һынын һелкетеп бейегәндәй итә. Шулай йырлап-бейеп минең янға килеп етте былар. Ҡараһам, үҙебеҙ менән бергә үҫкән Заһиҙа менән Сәғирә. Былар мине таныны:
— Сәғит, һин түгелме һуң? — ти Заһиҙа.
— Ха-ха-ха, Сәғит, иҫеңдәме, аулаҡта почта уйнағанда мине ишек алдына алып сығып үпкәйнең? — ти Сәғирә.
— Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар! — тим. Бер аҙ шулай һөйләшеп торғас:
— Ҡыҙҙар, бына баттым бит әле. Әҙ генә этһәгеҙ, сығып китер инем, — тим.
— Этәбеҙ, этмәгән ҡайҙа ул, — тиҙәр, ниңәлер ҡулдарын төкөрөкләп. Машинаға инеп ултырайым ғына тигәйнем, Заһиҙа:
— Эй, Сәғит, бер яртың бармы һуң? — тине.
“Юҡ”, – тиһәң, былары ла ташлап китер, тип ҡурҡтым. Яртылыҡ аҡса сығарып бирҙем. Уларҙың әҙ генә этеүе булды, мин гөжләп сығып та киттем һәм артыма ла ҡарамай алға елдерҙем.
Әмир ҠОТЛОЗАМАНОВ.

Читайте нас: