Байкал аръяғы крайында һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдинов өсөн аҡса йыя башлағандар. Улар аҡса күсереү өсөн реквизиттарын да ҡуйған. Был иғландың ялған булыуын егеттең адвокаттары белдерә. «Татар-информ» шул хаҡта хәбәр итә. Адвокаттар Руслан Нагиев менән Рауил Туғушев икеһе лә социаль селтәрҙә халыҡҡа мөрәжәғәт итә. Улар Шәмсетдинов өсөн аҡса йыйыусы ялғансылар — аферистар булыуын киҫәтә.