Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
4 Март 2021, 20:10

Эсә халыҡ

– Әсәйем үлергә ята, дауаханаға алып барырға аҡса кәрәк ине.– Бисәкәй яман ауырыуға тарыны.

Юмористик хикәйә
"Эсә халыҡ. Һөйрәлеп йөрөп эсә. Концертҡа барырға аҡсаһы булмаһа булмай, ә бына эскегә таба. Ниндәй шыйыҡса бар – вис тамағына оҙата. Бит таҙарта торғанын да, тәҙрә йыуа торғанын да ҡарап тормай. Одеколонын да ғорлаһынан ғына еппәрәләр. Ошолай барһа, был халыҡтың киләсәге бармы икән?" Биш йәше тулған ҡыҙының тыуған көнөн ике аҙна ғына байрам итеп, сәсе-башы туҙған, йөҙө ҡарағыһыҙ булып шешенгән, күҙҙәре ҡыҫылған, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан Ғабдулла, ауылдағы эскелек хаҡында бер ай элек әсенеп яҙа башлаған мәҡәләһен ослап ҡуйырға тип, тағы ҡулына ҡәләмен алды. Унан килгән тын алғыһыҙ әсе еҫ бөтә өйгә таралған. Шайтан алғыры нәмәкәй, был юлы ла оҙаҡ ултырырға тәҡәте етмәне. Иртәнге дауаһының тәьҫире бөтә башланы, ахырыһы, тышта йәйге селлә булһа ла, ул дер ҡалтырап өшөй башланы. Күп тә үтмәй, ҡулы ҡалтырап, ручкаһын тота алмай, уныһы иҙәнгә төшөп китте. Башы сатнап килә. Әйтерһең, өҫтөнән трактор менән тапатып үткәндәр.
– Юҡ, былай булмай, мәҡәлә яҙам тип, үлеп ултыраһы башым юҡ, – тип үҙ алдына һөйләнде ул. – Берәү ни тигән әле, нимәнән ауырығанһың, шуның менән дауалан.
Ғабдулланың исем-шәрифе ҡулына әҙ-мәҙ гәзит тотҡандарға яҡшы таныш. Ауыл хәбәрсеһе ул. Быны раҫлаған махсус танытмаһы ла бар. Ҡыҙыл тышлы был документты ул түш кеҫәһендә һәр саҡ ғорурлыҡ менән ҡәҙерләп йөрөтә. Ҡунаҡ-фәләндә, кешеләр араһында кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә, ошо ҡыҙыл тышлы ҡатырғаһын килтерә лә сығара. Эргә-тирәһендәгеләр ҡыҙыҡһынып:
– Нимә ул? – тип һораһа, Ғабдулла йөҙөнә ҡәнәғәтлек билдәләре сығарып, етди генә ҡиәфәттә уны уларҙың ҡулына һуҙа.
– Мә! – унан ни әйтерҙәр икән, тип серле генә ҡарап ҡуя. Был мәлдә ул ауылда үҙен президенттан да кәм тоймай. Тегеләре, яҙыуға күҙ йүгертеп:
- У-у-у, һин бигерәк ҙур кеше, алдыңда артыҡ хәбәр ысҡындырыуы ҡурҡыныс, – тип, тегене шапыртып, иҫ киткес тигәндәй белдереп, башын һелккән була.
Нөктәне лә, өтөрҙө лә һанлап бармаған авторҙың яҙмаһын алдың да гәзиттә баҫтырҙың түгел. Шымартып, матурлап хәлең бөтә. Әүҙем хәбәрсенең ижад емешенә исем табырға ла ваҡыты ҡалмай. Шәп мәҡәләне шулай матурлай торғас, авторҙың үҙенең исем-шәрифе генә үҙгәртелмәй тороп ҡала.
Урындағы хәл-ваҡиғаларҙы, ауыл тормошон, халыҡтың йәшәү рәүешен асыҡтан-асыҡ ҡурҡмай, дөрөҫлөктө яҙыуы менән ҡәҙерле уның мәҡәләһе. Тап шундай мәҡәләләр кешене уйландыра, тәрбиәләй, насар холоҡтарынан арындыра.
Ғабдулланың ҡәләмгә тотоноуы көтмәгәндә булды. Ул мәлдә ир-уҙаман күрше ауылдағы танышына бесән сабыша ине. Шулай төшкөлөккә туҡтанылар. Хужа бер һауыт сәмәйен гәзиткә төрөп ебәргән. Шешәне асып, бер рюмка һелтәгәс, сират еткәнсе тип, Ғабдулла гәзитте ҡараштыра башлағайны. Унда “Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ” тигән һөйләмде күреп ҡалды. "Бәй, ни өсөн мин яҙмайым әле, ҡулдан килә торған эш" тип уйлап, бер нисә көндән мәҡәлә яҙып та ебәрҙе. Аҫтына телефонын да күрһәтте. Күп тә үтмәй, уға редакция һынлы редакцияның үҙенән ниндәйҙер ҙур кеше шылтыратты. Матур итеп иҫәнләште, яҙышып торорға ҡушты, шунан китте инде Ғабдулланың ижад шишмәһе йырылып. Бынан бер ай элек махсус биткә мәҡәлә яҙыуын һорағайнылар. Бына шуға һаман нөктә ҡуя алмай аҙаплана. Ижад эше һыйыр аҫты таҙартыу кеүек түгел икән шул.
Берәй нәмә шунда ятмаймы икән, тип Ғабдулла һыуытҡыс эсен, өҫтәл аҫтын ҡараштырһа ла, тамсы ла дарыу таба алманы. Ҡатындың йәшергәне була торған, тип шкафтарҙы аҡтарҙы, баҙға ла төштө. Унан икенсе бүлмәлә телевизор ҡарап ултырған улы Ансарға өндәште.
– Улым, йүгереп кенә магазинға бар әле, үләм бит, берәй ярты алып килһәңсе?!
– Атай, уға былай ҙа бурысың күп. Кисә һатыусы апай урамда киҫәтеп ҡайтарҙы. – Малайының былай тип әйтеүе Ғабдулланың асыуын ҡабартты.
- Ниндәй бөтмәҫ бурыс ти ул. Теге ваҡыт ҡына түләгәйнем дә. Ҡара һин уны, йәлсемәгер нәмә, өҫтәп яҙалыр әле.
Ғабдулла ҡутарылып килгән башын ыуғылап тороп, башын күтәреп ҡараған ыңғайға, улының һаман ишек төбөндә тороуын күрҙе.
— Бәй, һин һаман китмәнеңме ни? Ниңә аңшайып тораһың? Минең үлгәнде көтәһеңме? Мин һине ҡайтып етеп киләлер, тип уйлайым, – тине, асыуланып.
– Атай!
– Нимә атай ҙа атай?!
– Әтеү Ғәзимә апайыңа бар. Уның фанфуригы бер ҙә бөтмәй.
– Унан кисә генә алып торғайным бит!
– Быныһына тиклем минең үлгәнде көтә. Хәҙер! – Ғабдулла һөйләнә-һөйләнә келәтенә инеп китте. Белә ул ҡайҙы нимә барлығын. Ниңә бая уҡ башына килмәгән. Теге ваҡыт ошонан әллә өс, әллә дүрт сиректе шым ғына алып елгәргәйне. Тағы берәү ҡалғайны һымаҡ.
– О-о-о! Бына ул! Ғабдулла мөйөштә ултырған бер сирек йүкә балын күреп, ҡысҡырып ебәрҙе лә, уны йәһәт кенә эләктереп алып, улына һондо.
— Мә! Осоп ҡына йөрө.
– Атай, уны күстәнәс итеп алып килделәр бит.
- Өйрәтмә. Минең үлгәнде көтәһеңме! Әллә ошо бал минең баштан ҡәҙерлерәкме? Бар, йүгереп кенә! Бер аяғың — бында, икенсеһе — тегендә. Теге ғазраил килеп кермәҫ элек.
Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан Ансар йүгереп ҡайтып инде. Ҡулындағы шешәне күргәс, Ғабдулланың ҡыуаныуы! Йәмрәйгән йөҙөндә шатлыҡ билдәләре күренде, ирендәре йылмайғандай ҡыбырланы.
- Ах, үҙемдең улым, малаҙис та инде. Бына, исмаһам, ысын мужик үҫеп килә.
Ғабдулла ҡабаланып әжәл дарыуының бөкөһөн асты ла уны рюмкаға бүлт-бүлт итеп ҡойҙо, "һо" тип әйтте лә бер тынала уртлап та ҡуйҙы. Унан икмәген алып ҡапты, ауыҙ тирәһен ҡулының һырты менән һөртө.
-Вәт әй, сәмәй тигәс тә, сәмәй. Шәп бит, әй. Первашын биргән бит! Малаҙис. Былай булғас, йәшәйем әле. Әтеү үләмме тип торам. Йөрәгемдең әллә ҡайһы ере өҙөлөп килә ине бит.
Унан йәнә берҙе уртланы, өсөнсөһөн... Бер аҙҙан хәбәрсегә ҡулына ҡәләм алырлыҡ бер сама хәл ингәндәй булды. Шул саҡ телефон шылтыраны. Редакциянан теге ваҡыт заказ биргән ханым ине. Ул мәҡәләһен иртәгәнән дә һуңламай ебәреүен үтенде.
– Зинһар, тиҙерәк булығыҙ инде, ваҡыт ҡыҫа.
– Ғәфү итегеҙ, теге ваҡыт уҡ яҙып ебәргән булыр инем дә, ҡатын ауырып, дауаханала ятты бит. Эргәһендә ултырырға тура килде, үлемдән саҡ ҡалды. Бик ҡатмарлы операция яһанылар. –Үҙенең хәбәренә үҙе ышанған Ғабдулланың тауышы ҡалтыранды, күҙ йәштәре килеп сыҡты.
-Ярай, хәҙер үк яҙам да ебәрәм, -– тип вәғәҙә бирҙе ул.
Ул йәнә иҙәндән теге ручаһын алып, өҫтәл янына ултырҙы. “Беҙҙең халыҡ ҡыҙыҡ ҡына, башына саҡ ҡына хәсрәт төшһә, шешәгә йәбешә. Ҡайһы берәүҙәр ҡайғыны баҫыуҙы араҡынан таба. Тормош былай ҙа матур. Шул йәшел йылан арҡаһында күпме кеше ҡырылды. Фәлән ҡатынынан айырылды, Төгән егермегә етмәҫтән ҡара ер аҫтына китте. Ярты ауыл шул ҡәһәрҙән ҡырылды. Ауылыбыҙҙа көрәшсе егет бар ине. Район һабантуйҙарында уға ҡаршы сығырға шөрләйҙәр ине. Үҙ ғүмерендә әллә егерме, әллә утыҙ тәкә алды. Шул бәһлеүәнде лә нимә йыҡты тиһегеҙме? Әлеге лә баяғы шул зәхмәтле нәмә. Ах, эсә бит халыҡ, эсә"...
Был юлы ла Ғабдулланың дауаһы оҙаҡҡа барманы. Күҙ алдында әллә шайтандар, әллә албаҫтылар йүгереште, бер йөнтәҫ нәмә елкәһенә менеп атланды. Тағы бер ҡойроҡлоһо бысаҡ тотоп киҙәнә башланы.
– Үлтерәләр! – Ана, ана киләләр. Мине һуйырға уйлайҙар.
Ғабдулла ултырған ултырғысын ҡулына алды ла ябырылып килгән теге аждаһаларға елләне. Тик ҡәһәрең уныһы тәҙрәне селпәрәмә ватып, урамға сығып осто. Уның тауышынан ҡото осҡан балалары урамға һибелде.
– Ҡайҙа балта-а-а-а? – Ул өй буйлап алаҡанлап, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй нимәлер эҙләп йөрөй башланы. – Ана үлтерә, киләләр...
Иренең албаҫтылар менән аймаҡлашыуына күнегеп бөткән ҡатыны ғына сығып ҡасырға ҡабаланманы. Теге ваҡыт өйҙә имен тәҙрә ҡалмағайны. Унан һуң мейесте яңынан сығарырға тура килде. Был юлы ла шулай булып ҡуймаһын, тип ҡурҡҡан ҡатыны уны тынысландырырға маташты.
– Ғабдулла, Ғабдулла! Бирерһең кәрәгең, бирерһең. Иң тәүҙә, мә, ошоно йотоп ебәр әле. – Бисәһе йәшереп ҡуйған урынынан ынзыһын килтереп сығарҙы.
– Үләм, үләм! – Бер аҙҙан шайтандарын еңгән батырҙың йөрәге тота башланы. Иҙәнгә һуҙылып ятты ла тәгәрәп йөрөргә тотондо.
– Йөрәгемдең бер ҡылы өҙөлдө. Моғайын, бөгөн теге донъяға китеп барырмын. Мин үлһәм, зыяратҡа йыйын алкаштар эргәһенә ерләмәгеҙ. Анау ҡаялы ерҙә ҡалҡыуыраҡ урын бар бит, шунда ҡуйығыҙ. Ғүмерендә доға ҡыла белмәгән аллаһыҙҙар янында, ижадты аңламаған аңһыҙҙар араһында ятып, уларҙың гонаһынан тамуҡта янаһым юҡ.
Хәбәрсенең үлеме оҙаҡҡа һуҙылыр ине лә, ярай әле ҡатыны йәһәт кенә телефон һандарын йыйып, таныш духтырын саҡыртты. Уныһы тиҙ үк килеп тә етте. Ғабдулланы карауатҡа һалып, бер нисә укол ҡаҙағас, ул сабый бала кеүек иҙрәп, тынысланып йоҡлап китте. Ҡатыны балаларына яңы уҡыу йылына тип төйнәп ҡуйған аҡсаһының бер өлөшөн һыҙлана-һыҙлана табипҡа сығарып тотторҙо.
Нисә төн буйы йүнле йоҡо әҫәре күрмәгән ғаиләне ете төн уртаһында тағы тауыш уятты.
— Үләм, үлтерәлә-әл-ә-әр! – Ана балта менән киләләр, башты өҙөргә әйтәләр. Бында һеҙгә бирешеп торорға ней. Хәҙер үҙегеҙҙе ҡыйратам. – Ҡулына утын киҫәге эләктергән Ғабдулла бөтә көсөнә шифонерҙы төйгөсләй, унан ҡатыны яңы ғына кредитҡа алып ултыртҡан телевизорға бах! Ул селпәрәмә килеп ҡойолдо.
— Бына һеҙгә, бына һеҙгә! Үлтерәм!
Йөрәге табанына төшкән балалары өҫтөнә лә кейеп тормай урамға сығып йүгерҙе. "Бынан былай ғына ҡотолоп булмай, өйгә ут төртөп ебәрмәһә ярар ине." Ҡатыны йәһәт кенә “Ашығыс ярҙам” һандарын йыйҙы. Ярай әле улары бензин юҡ тип торманы, ваҡытында килеп етте. Бәлки, юлға киткән сығымды был ауырыуҙан унлата ҡайтарасағын уйлағандарҙыр. Ғабдулланы район үҙәгендәге дауахананың наркология бүлегенә алып барып һалдылар. Бында дауаланыу бушлай түгел икән. Ирен кеше итеү өсөн теүәл утыҙ мең һум һоранылар. Ҡатыны әле бер, әле икенсе туғанынан был аҡсаны көскә йыйып алды. Дауаханала теүәл бер аҙна үткәндән һуң, редакциянан шылтыраттылар, теге мәҡәләне тиҙерәк ебәреүен һоранылар.
— Яҙыуын-яҙып бөткәйнем дә, ебәрергә өлгөрмәнем. Улым ҡаты ауырып китеп, дауаханаға һалып ҡуйҙылар. Саҡ үлемдән ҡалды бит. Бына әле лә эргәһендә ауыҙына һыу һалып ултырам. – Ғабдулланың тауышы ҡылтыранды.
Өс аҙнанан дауахананан шалҡан кеүек таҙарып, ҡорһаҡ, икенсе эйәк үҫтереп сыҡты Ғабдулла. Уттай ҡыҙыу эш мәлендә ҡатыны уға йә тәмәке, йә ашарына ташып, эт арманһыҙы булды. Күрше-күләндән оят булыр, тип кеше яллап бесән эшләтте.
Таныш-тоношона, ҡатынына ул гел бер һүҙҙе тылҡыны:
— Ошонан ары ауыҙыма грамм араҡы алһам. Бында алкаш кеше барҙыр шул. Бына икмәк менән, әсәйем менән ант итәм.
Теүәл ике ай тигәндә, Ғабдулла теге мәҡәләһен тәки осланы. Унан ҡат-ҡат уҡыны, уҡыған һайын йөҙөнә ҡәнәғәтлек билдәләре сыҡты. Үҙ алдына:
– Һай, шәп булған! "Бишле", – тине. – Яҙғас, шулай яҙырға кәрәк. Тетрәнеп, илап уҡыһындар!
Бер аҙҙан мәҡәлә гәзиттә баҫылып сыҡты. Уныһын Ғабдуллаға ауыл китапханаһында эшләгән ҡыҙыҡай әйтте. Ә иң шәбе алда ине – хеҙмәте өсөн алған гонорарының бер өлөшөн ул йыйылған бурысына түләне лә ҡалғанына йәнә бер шешә әллә ниндәй шыйыҡса алып ҡайтты. Автор шатлығынан мәҡәләһен йыуырға ултырҙы. Сираттағы байрам да оҙаҡҡа һуҙылды. Теүәл ике аҙна йыуҙы уны. Был ваҡытта барлыҡ ауылдың тиерлек ҡапҡаларын шаҡыны. Ана үләм, бына үләм тип, тегенән бер рюмка, икенсенән икене теләнселәне.
– Әсәйем үлергә ята, дауаханаға алып барырға аҡса кәрәк ине.
– Бисәкәй яман ауырыуға тарыны.
— Ҡыҙыҡайҙың тыуған көнө.
Бөтә ауылды тетеп, эттәрҙе ырылдатып йөрөп дауаланған Ғабдулла бер көн ахырҙа кеше рәүешенә инде лә, тағы иңбашына илһам ҡошо ҡунып, шәп мәҡәлә яҙырға ултырҙы. Был юлы ул теге ваҡыт үлемдән ҡотҡарған дан ғаилә хаҡында һыҙмаҡлай ине.
Венер ИСХАҠОВ.
Читайте нас: