Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
4 Август 2021, 21:10

Фатихаһыҙ туй

Егеттең әсәһе улына кәләш итеп бер бай әхирәтенең ҡыҙын күҙләп ҡуйған булған икән. Ҡатын был хаҡта әйткәс, ҡыҙҙың ата-әсәһе бик ныҡ асыуланып, ҡыҙҙарына егеткә яҡын да юламаҫҡа ҡуша.

Фатихаһыҙ туй
Фатихаһыҙ туй

Ата-әсә фатихаһын алырға кәрәк, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Тик йәштәр генә быға иғтибар итмәй. Ололар ҙа йыш ҡына ризаһыҙлығын ебәреп, балаларына фатиха бирергә эшкинмәй.

Сығыштары менән беҙҙең райондан, хәҙер инде бер нисә тиҫтә йыл баш ҡалала йәшәгән ике ғаиләнең яҙмышын әле лә уйлайым. Яҡташтар тип аралашып йәшәгән кешеләр бер туғандай булып йәшәне. Мин дә Өфөгә юл төшкәндә уларҙа туҡтала торғайным. Бер-береһе өсөн өҙөлөп торған, һәр байрамды түгел, ялды ла бергә үткәргән ҡәрҙәштәрем менән һоҡландым. Ғаиләләр тығыҙ аралашҡас, уларҙың балалары ла бер-береһенә ныҡ эҫенде. Ике йәш айырма булған егет һәм ҡыҙ тәүҙә туғандарҙай булһа, йәшлек осорона еткәс ике арала мөхәббәт уты тоҡанды. Тик ниңәлер ата-әсәләр быға ҡаршы төштө. Ике яҡтың да. Егеттең әсәһе улына кәләш итеп бер бай әхирәтенең ҡыҙын күҙләп ҡуйған булған икән. Ҡатын был хаҡта әйткәс, ҡыҙҙың ата-әсәһе бик ныҡ асыуланып, ҡыҙҙарына егеткә яҡын да юламаҫҡа ҡуша. Бер туған булып йәшәгән ғаиләләр ҡан дошманға әйләнде лә ҡуйҙы. Шулай ҙа йәштәр мөхәббәтенә тоғро ҡалды. Уҡып бөтөп, эшкә урынлашҡас бергә йәшәй башланылар. Ике яҡтың да ата-әсәһе балаларын бының өсөн ғәфү итмәне. Йәштәр аҡса йыйып алғас туй үткәрергә була. Сөнки аҡ туй күлдәге, балдаҡтар, матур мәжлес тураһында хыяллана улар. Ата-әсәләр туйға килмәне, уның ҡарауы ике көндән уларҙы бергә ерләне. Ярай әле буштан сыҡҡан дошманлыҡтары бер-береһен өҙөлөп һөйгән йәш йөрәкте бер ҡәбергә һалырға ҡамасау итмәне. Йәштәр уйламағанда аварияға тарып һәләк булды. Күрәһең, ата-әсәнең фатихаһы бирелмәүе уларға был донъяла тыныс йәшәргә бирмәгәндер. Бына шулай, ике ғаилә лә бер бөртөк ғәзиз балаһын юғалтты.

Гүзәл СӘЛИХОВА.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: