Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
29 Август 2021, 12:30

Педагогик кәңәшмәлә

Педагогик кәңәшмә бер тауыштан ҡытай теле уҡытыусыһы итеп ике физкультура уҡытыусыһының береһен ебәрергә ҡарар итте...

Педагогик кәңәшмәлә
Педагогик кәңәшмәлә

Минира БИКӘНӘСОВА

Юмореска

-Хөрмәтле коллегалар!
Бөгөнгө педагогик кәңәшмәнең темаһы “Федераль стандартҡа ярашлы уҡытыу”, – тине мәктәп директоры Әшрәф Йәһүҙә улы. Ул ҡалын быялалы күҙлеге аша уҡытыусыларҙы ҡарашы менән барланы ла һүҙҙе былай тип дауам итте:
— Хәҙерге мобиль заманда беҙ етеҙ һәм сифатлы эшләү алымдарын уңышлы ҡуллана белергә тейеш. Федераль стандарттар шуны талап итә, – тине пенсия йәшен хәтһеҙ йылдар элек тултырған мәктәп етәксеһе, заманса терминдарҙы урыны-еренә тура килтереп, айырыуса “федераль стандарт” тигәнгә баҫым яһап.
Иң тәүгеләрҙән булып директор урынбаҫары һүҙ алды.
— Бөгөн беҙҙең хәл ителмәгән бурыстар бар. Шуларҙың береһе – икенсе сит телде уҡыусыларға өйрәтеү. Уҡыусылар ике телдә лә еңел аралаша белергә тейеш!
Кәңәшмәлә ултырыусылар бер аҙға шаулашып алды.
— Беҙҙең педагогик коллектив ҡытай телен һайланы,– тип дауам итте завуч. – Кадрҙар мәсьәләһен дә ошо урында хәл итеп китергә кәрәк. Йәгеҙ, кемегеҙ ҡытай теле уҡытыусыһы булырға теләй?
Шул ваҡыт бер нисә ҡул өҫкә күтәрелде.
– Мин, – тине хеҙмәт уҡытыусыһы Мөнирә ханым. – Ни тиһәң дә, ҡытай теленә яҡыныраҡмын. Йәйге ялымда ҡала баҙарына барып һатыусы булып эшләп алам, ә унда, үҙегеҙ беләһегеҙ, ҡытай халҡы шығырым тулы. – Һүҙҙәрен раҫлар өсөн ҡытайса бер-ике һүҙ ҙә әйтеп күрһәтте тәжрибәле уҡытыусы.
– Юҡ, минең дәрестәремде ҡыҫҡарттылар, хатта айлыҡ зарплатам ун меңгә лә етмәй,– тине тарих уҡытыусыһы Сафура Ғаяз ҡыҙы. – Минән башҡа ул ил хаҡында кем күберәк белһен, үҙем барам!
— Туҡтағыҙ, туҡтағыҙ, – тип бүлдерҙе бәхәсте Әшрәф Йәһүҙә улы.– Икенсе фәнде уҡытыр өсөн тәүҙә бер нисә ай уҡып алырға кәрәк– элекке кеүек институт тупһаһын биш йыл тапау талап ителмәһә лә, 50 меңеңде сығарып һалырға тура килер!
– Бөтөнләй таныш булмаған телде ике ай эсендә өйрәнеп буламы? Уҡыусыларға еткерер өсөн, ай-һай, бик ауырға тура килмәгәйе!– тине сабыр ғына оло йәштәге башланғыс кластар уҡытыусыһы.
– Хәҙер компьютер, интернет заманы, бөтәһенә лә тиҙ үк яраҡлашып була! – тине ҡаты ғына итеп директор урынбаҫары.– Балаларға өйрәтә-өйрәтә үҙең дә айышына төшөнә башлайһың ул!
— Хәҙерге балалар үҙеңде өйрәтер әле, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы балалар баҡсаһы мөдире йәш белгес Ғәлиә.
Педагогик кәңәшмә бер тауыштан ҡытай теле уҡытыусыһы итеп ике физкультура уҡытыусыһының береһен ебәрергә ҡарар итте.
– Икенсе көн тәртибендә, – тине Әшрәф Йәһүҙә улы, оҙаҡ ҡына тамағын ҡырып, – беренсе класҡа киләсәк балаларҙың белем кимәле менән танышыу. Һүҙ Ғәлиә һылыуға бирелә.
– Федераль стандарттарға ярашлы, беренсегә киләсәк бала 40 пункттан торған белем сифатын күрһәтергә тейеш,– тине баҡса мөдире. Ул ҡалын папкаһын асып, был пункттарҙы иренмәй һәр береһен уҡып сыҡты. – Күреп тораһығыҙ, заман балаларының күпте белеүе мөһим! Тик хәрефтәрҙе танып, яҙа белеп беренсегә килергә тейеш түгел – яңыса стандарт шуны талап итә!
— Ә уҡытыу программалары тап уҡый-яҙа белеп килгән балаларға тәғәйенләнгән, – тип ҡаршы төштө башланғыс кластар уҡытыусыһының береһе.
Уның һүҙен 40 йыл уҡытыу тәжрибәһе булған күрше ауыл мәктәбе уҡытыусыһы бүлде:
– Мин инде күптәрегеҙҙең ата-әсәһен, үҙегеҙҙе, балаларығыҙҙы, инде ейәндәрегеҙҙе бер ниндәй ыстандартһыҙ уҡытам, шулай булһа ла йәшәйҙәр әле, төпкөл ауыл балаһына әллә нимә белеү кәрәкмәй!
Бәхәс оҙаҡ ҡына барҙы, тик барыбер бер фекергә тәки килә алманы мәғариф өлкәһендәгеләр. Беренсе класҡа барыусы бала уҡый-яҙа белергә тейешме, юҡмы? Һорау асыҡ ҡалды.
— Өсөнсө көн тәртибендә – кадрҙар мәсьәләһе! Бер уҡытыусыны яңы уҡыу йылында ҡыҫҡартыу ҡаралған, – тине директор. Уның тауышы бер аҙ ҡалтырап, тоноҡ сыҡты. – Хәҙерге заманда, мәғлүм булыуынса, эш урындарына ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Эйе, тирә-яҡта мәктәптәр ябылыу сәбәпле, күп уҡытыусылар эшһеҙ ҡалды. Тик район хакимиәтенең мәғариф бүлеге, үҙебеҙҙең мәктәп етәкселеге был хәлде контролдә тота.
Кәңәшмә барған класс бүлмәһен ауыр тынлыҡ баҫты.
— Кем ҡыҫҡартыласаҡ тигән һорау тыуа, – тине коллектив етәксеһе, тауышына ҡәтғилек, ҡатылыҡ сығарып. – Бына, мәҫәлән, биология уҡытыусыларының береһе икенсе йылға эшһеҙ ҡаласаҡ. Федераль стандарттарға ярашлы, хәҙер биология күп кластарҙа берәр генә сәғәт уҡытыла. Шулай булғас, дәрестәр һаны үҙемә лә наҡыҫ ҡына ҡала, – тине ул, үҙенең ошо фәндәрҙе уҡытҡанын иҫенә төшөрөп.
– Һуң һеҙ бит пенсия йәшендә... Бәлки, урынығыҙҙы миңә бирерһегеҙ, – тине ҡыймай ғына тәбиғи фәндәр уҡытыусыһының икенсеһе Нәжибә Ғәли ҡыҙы. – Ни тиһәң дә, ике балам мәктәп йәшендә, уларҙы уҡытаһы, үҫтерәһе бар.
— Һеҙ нимә һөйләйһегеҙ? – тип тауышын күтәрҙе Әшрәф Йәһүҙә улы. — Минең балалар юҡ тип уйлайһығыҙмы? Белгегеҙ килһә, пенсионерҙарҙы эштән сығарырға тигән закон юҡ әле! Ана, ейәнем институтта уҡый, өҫтәрендә нисәмә кредит, мин эшләмәһәм, уларҙы кем түләр?
– Бәлки, ярты ставкалыҡ булһа ла дәрестәр табылыр? – тине Нәжибә ханым, бирешергә теләмәй.
– Дөрөҫ уйлайһығыҙ,– тине хәстәрлекле мәктәп директоры. – Мин һеҙҙе ҡайғыртып, шуны белештем: фәлән-фәлән мәктәптең биология уҡытыусыһы оҙаҡламай декрет ялына китергә йыйына. Уның урынына барып эшләй алаһығыҙ. Хәҙер бит хөкүмәт ҡатын-ҡыҙҙы ныҡ ҡайғырта, меңләп-меңләп аҡса түләй, шулай булғас, бала табыусылар ҙа күп. Ул йәнә эшкә сығыуға, башҡа декретҡа китеүселәр районда табылыр... Шулай итеп, пенсия йәшенә лә килеп етерһегеҙ,– тип коллегаһының күңелен күтәрергә тырышты Әшрәф Йәһүҙә улы.
— Үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҡайғыртырға бурыслыбыҙ,– тип директор һүҙен йөпләне завуч. – Һеҙгә, Нәжибә Ғәли ҡыҙы, ер аҫтында йылан көйшәгәнен һиҙергә кәрәк! Эш табыр өсөн, ҡатынының ауырға ҡалғанын үҙ иренән дә алдараҡ белеп ҡалып, эш урынын хәстәрләргә тейешһегеҙ!
Нәжибә Ғәлиевна өндәшмәй генә башын баҫты.
– Ошоноң менән педагогик кәңәшмә тамам, – тине мәктәп директоры.Включить звук

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: