Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
14 Сентябрь , 16:20

Өндәшмәүең мең алтын...

Минең тағы әйтер һүҙ юҡ. Аптырап, атайыма ҡарайым, йәнәһе, ярҙам ит, исмаһам, һин аңлатып ҡара. Ә атай мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып, рәхәтләнеп сәй эсеп тик ултыра. Уның килеп ингәне бирле: «Һай, килен, сәйең бигерәк тәмле, яһа әле тағы берҙе, ҡунаҡтан сарсап ҡайтып бара инем, иллә йәтеш булды», – тигән һүҙенән башҡа тауышы сыҡманы, уныһы ла ара-тирә генә ишетелеп ҡалды. Аҙаҡ үҙенән һораштым – үрҙә яҙылған халыҡ мәҡәлдәрен яҡшы белә икән ул. Ә шулай ҙа был сетерекле хәлдән атай ҡотҡарҙы.

Өндәшмәүең мең алтын... (хикәйә).

Дүшәмбе – ауыр көн, тигән булалар. Бер ҙә улай түгел. Бына минең менән бер кабинетта ултырыусы хеҙмәттәшем Мәргән дүшәмбе эшкә иртәрәк килеп, ең һыҙғанып эшкә лә тотонған: тырышып-тырышып нимәлер яҙа, хатта минең һаулыҡты ла баш ҡағып ҡына алды. Яйлап ҡына күҙ һалғылап алам тегегә. Баҡтиһәң, эш ваҡытында блокнотына халыҡ мәҡәлдәре күсереп яҙып ултыра икән.

 

Халыҡ ижадынан яҡлау-таяныс эҙләрлек көнгә төшкәс, хәлдәре ысынлап та мөшкөлдөр егеттен. Күңеленә ятышлы мәҡәлдәрҙе оҙаҡ итеп эҙләгәндән һуң, уларҙы матур итеп блокнотына яҙып ҡуйҙы ла «Йә, нисек?» тип миңә күрһәтә. Шалт тәүге бит – «Уйламай һөйләгән – ауырымай үлгән». Шалт икенсеһе – «Өндәшмәүең мең алтын». Мәйтәм, шәп-шәп-шәәәәп, ләкин былар һиңә нимәгә? Әллә, мәйтәм, яҙыусы булырға йыйынаһыңмы? Хеҙмәттәшемдең һаран ғына йылмайыуы, мыҫҡыл итмә, тигәнде аңлатты булһа кәрәк. Ә мин ныҡышыуымды беләм: «Йома көн һин дә мин ҡайтып киткәйнең, бигерәк үҙгәргәнһең, әллә ике көн эсендә алыштырып ҡуйғандар инде үҙеңде». Ул миңә бер килке ҡарап торғандан һуң, ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. Ғаиләһендә ниҙер булған, күрәһең. Әммә әлегә был турала һорашыуҙан фәтеүә юҡ, уҙа барһа, ике-өс көндән көлә-көлә үҙе һөйләп бирәсәк. Шулай килеп сыҡты ла. Артабан Мәргәндең исеменән һөйләйем.

...Эштән ҡайтып, мал-тыуарҙарҙы ҡарап бикләп, киске сәй эскәндән һуң яйлап ҡына гәзит-журналдар уҡырға тотондом. Ҡатын балаларға, үҙебеҙгә урын һалып бирҙе лә, түрбаш яғына сығып китте. Мин «Йәшлек»те тотоп ятып ҡалдым. Тәүге биттәргә күҙ генә һирпеп үттем дә һуңғы битендәге «Мәҙәк хәлдәр» рубрикаһын тәмләп кенә уҡый башланым. Ымһыныу бушҡа булмаған икән, көләмәс бик оҡшап ҡалды. Ирекһеҙҙән көлөп ебәрҙем. Шул саҡ түрбаш яғынан ҡатындың: «Ни...ә кө...лә...ең», – тигән тауышы ишетелде. Тешен таҙартып торған саҡҡа тура килгән икән минең көлөү, ҡәһәрең, шуға тауышы өҙөк-йыртыҡ сыға. Ә ҡатынға әбизәтелнә минең көлөүҙең сәбәбен белергә кәрәк, шунһыҙ булмай, һуйылдай булып ир һаһылдап көлөп ятһын, ә һин тыныс ҡына үҙ эшең менән бул, имеш. Был минең ҡатын өсөн бөтөнләй мөмкин булмаған хәл. Ярай, мәйтәм, теләгең булғас, уҡыйым, тыңла. «Яңы ғына килен булып төшкән ҡыҙ балаға ҡәйнәһе бот сабып аптырап: «Уй, килен, бигерәк ябыҡ икәнһең», – тип әйткән. Әсәһен тағы ла нығыраҡ аптыратмаҡ булып, улы: «Әсәй, һин уны мунсала күрһәң...», – тип өҫтәп ҡуйған, имеш». Уҡыным да, рәхәтләнеп тағы көлә башланым. Әммә ҡатындың көлгән тауышы ишетелмәне. Был нишләп көлмәй икән, тип, түрбаш яғына күҙ һалһам, ҡатын эргәлә тора. Ҡайһы арала йоҡо бүлмәһенә килеп ингән, хатта шуны ла һиҙмәй ҡалғанмын. Теш таҙартҡысын да һалмаған, исмаһам, битен йыуһа икән. Аптырағас, гәзиттә бигерәк көлкөлө хәл яҙғандар, ибет, тигән булам. Йөҙөнә ҡарап, ҡатынға көләмәс арыу ғына төрткән, икәнен аңлап алдым. Шундай итеп ышнап-мышнап ҡарап тора, нәҫел үгеҙең ары торһон. Әммә көләмәстең ҡайһы ере ҡатындың ҡайһы еренә төрткән, шуны аңлап булмай.

Бына ҡатын бик оҫта ғына итеп һорау алыуҙы башлап ебәрҙе.

– Ниңә мине шул хәтлем алйотҡа һанайһың? – Ғәрлегенә сыҙамайынса ярһый был, хатта тауыштары ҡалтырап китә. Иҫәп әлегә ҡатын файҙаһына, сөнки минең әйтер һүҙ юҡ. Ә бына көлкө килә инде, йә тыйылып булмай, йә туҡтап булмай – көлөп тик ятам, ә ҡулда гәзит, уны һелкеп-һелкеп алам, йәнәһе, һинән көлмәйем, бына гәзиттәге көләмәстән көләм. Әммә минең «эскерһеҙ» көлөү уны ярһыта ғына бара.

– Минән мыҫҡыл итеп көлөп ятҡаныңды әллә һиҙмәй тип уйлайһыңмы?

Ҡатын файҙаһына иҫәп тағы бер мәрәйгә арта, минең һаман әйтер һүҙ юҡ, шулай ҙа көлкө бер аҙ баҫылды, сөнки иҫәпте тигеҙләргә тырышыр кәрәк. Башта төрлө уйҙар ҡайнай – нисегерәк мин уны алйотка һанайым да һәм нисегерәк мыҫҡыл итәм икән?

– Күҙеңде бәзерәйтеп, мине мыҫҡыл итеп ятҡансы, ана, исмаһам, апайыңа ҡара. Көлөр кешеһе генә юҡ. Мин ғүмерҙә лә уға был турала әйтмәйәсәкмен, сөнки мин һинең мыһаҡ аҫтыртын түгел.

– Исмаһам, һымаҡ, тип әйт.

Һүҙ булмағанда һүҙ булһын, тип кенә әйтелә инде быныһы. Бындай яуап ярты мәрәйгә лә тормайҙыр әле. Ә шулай ҙа мейелә тегеләй-былай һуғылып, ҡаңғырып йөрөгән уйҙар ниндәйҙер йүнәлеш алды, хәл бер аҙ төҫмөрләнә төштө, ә инде бер аҙҙан бөтөнләй асылып китте. Эш шунда икән – «гәзиттәге» килен ябыҡ, ә ҡатын менән минең апай, йомшағыраҡ итеп әйткәндә, ябыҡ түгел. Йәнәһе лә мин уны алйотка һанап, «күҙемде бәзерәйтеп», уның тулы кәүҙәһенән көлөп, «аҫтан ҡырҡып» ятам икән. Ә минең хәләл ефетем бер ҙә алйот булып сыҡмаған, минең һымаҡ аҫтыртынды шунда уҡ һиҙгән. Белмәй йөрөгәнмен, бына шундай һиҙгер икән минең ҡатын. Бындай һиҙгерлеккә, билләһи, Штирлиц үҙе көнләшер ине.

Ошо мәлдән мәрәйҙәрҙе һанап та өлгөрөп булмай.

– Нимә, хәҙер минен һөйләшеү ҙә оҡшамай башланымы һиңә?

– Оҡшай, ғәләмәт оҡшай, һандуғас мыһаҡ (уңайы сыҡҡанда төрттөрөп ҡалаһың инде ул) һайрап тораһың бит. Тик артыҡ тауышыңды күтәрмә, балаларҙы уятырһың.

– Уянһындар, балалар минеке. Йыуан булһам да, нәҙек булһам да, мин тапҡанмын. Уянһындар, аталарының кем икәнен белеп үҫһендәр.

– Уларҙы уятып ҡурҡытмаҡсы булаһыңмы?

Күҙ алдына килтерегеҙ әле – ҡулда теш таҙартҡыс, ауыҙ-бит ап-аҡ, сәс-баш туҙған, үҙе эске күлдәктән генә. Исмаһам, ябыҡ та түгел бит әле – балалар түгел, үҙем ҡурҡыштан саҡ-саҡ тын алып ятам.

– Йә, Хоҙай, хәҙер шундай хәлгә барып еттемме икән? Минән бынау ир аҡтығы ғына түгел, хатта үҙ балаларым да ҡурҡа башлаған!

– Ҡуй, кәләш, буштан талаш сығармайыҡ әле. Йоҡлайыҡ.

– Һиңә ана шул йоҡо ғына булһын. Иҫем китә, шул хәтлем ҡайһы ереңә генә йоҡлайһыңдыр инде. Ана, башҡаларға ҡара – бөтәһе лә эш тип сабып йөрөй. Ә бының бар эше бисә тикшереү ҙә йоҡлау. Ғаиләгеҙҙә бер һин генә шулай...

– Китсәле, буш хәбәр һөйләмә. Өйҙәге ир эштәренең бөтәһен дә үҙем эшләйем.

– Эшләйһең, телең менән. Хоҙай Тәғәлә тел генә биргән бит һиңә. Бер һүҙгә мең яуап. Бер эш эшләйем тиһә, мең сәбәп...

Бындай «маҡтауға», әлбиттә, мин дә түҙә алманым, тегене апаруҡ ҡына «маҡтап» алдым. Ярай, был яғын ул хәтлем үк тәрәнгә төшөп, тәфсирләп һөйләп тормайым. Ҡыҫҡаһы, әйтмәгән һүҙ ҡалманы. Иң аҙаҡтан ошондай ҡарарға килдек – ҡатын тормошон заяға уҙғара икән, ер йөҙөндә бер ир ҡалмаһа ла, ул минең яҡҡа боролоп та ҡарамаясаҡ, ә мин (тьфү, тьфү, бүтән саҡта башҡа ла килә торған уй түгел бит инде) ҡара йылан менән йәшәп ятҡанмын икән. Ҡыҫҡаһы, ҡояш үҙенең тәүге нурҙарын һибеү менән айырылышабыҙ. Бары тик таң атҡанын көтөргә ҡалды.

Ләкин уйламағанда-көтмәгәндә өйөбөҙгә атай менән әсәй килеп инде. Кемгәлер ҡунаҡҡа барғандар ҙа, беҙҙең өйҙә һаман ут янып торғанын күреп, юл ыңғайы беҙгә һуғылып сығырға булғандар, имеш. Тапҡандар ваҡыт! Уларҙы күреү менән ҡатын ялт итеп төпкө яҡҡа инеп тә тайҙы, ялт итеп килеп тә сыҡты. Ай-һай, ҡайһы арала йыуынып, битен һөртөп, сәс-башын рәтләп, кейенеп өлгөргән – этем белһен. Яңы ғына мине һыу эскеһеҙ итеп «маҡтап» йөрөгән ҡатын тип кем әйтһен. Ошо урында мин, бер килке аптырап ҡарап торғандан һуң, күҙҙәрҙе селт-селт йомоп: «Бына хәҙер кешегә оҡшап ҡалдың», – тип кенә әйтә алдым. Ҡатын эстән генә мине «маҡтап» алды, күрәһең, осҡонло ҡарашын миңә бер генә һирпеп алды ла, ҡайны менән ҡәйнәһен ай-вайына ҡуймай, сәй эсергә ултыртты. «Нимә ситтә тораһың (билләһи, эстән йә күҙле бүкән, йә ас бет, тип өҫтәне), кил сәй эсергә», – тип мине лә саҡырҙы. Килеп ултырҙым, сәй шөрөлдәтәм, ә үҙем, был нимәнән башлар икән, тип уйлап ултырам. Төптән башланы ҡатын.

– Ҡайным, ҡәйнәм, килеп һәйбәт иттегеҙ әле. Беҙ ҙур һынау алдында торабыҙ. Беҙгә һеҙҙең кәңәш кәрәк.

– Килен, әллә тағы бер бәпес алырға уйығыҙ бармы? Алығыҙ, балалар, алығыҙ. Әле һеҙ йәш, күмәк балалар бер-береһен ҡарашып үҫә бит ул... – тип эләктереп алды әсәйем.

– Эй, ҡәйнәм, мин риза ла ул, ләкин бына улығыҙ мине айырырға йөрөй.

– Нисек айырырға йөрөй? – Әсәй осар ҡаҙҙай талпынып, саҡ ултырғысы менән ҡуша ҡолап китмәне. Йәнәһе лә, шул хәтле аптыраны. Икеһе лә шундай килештереп ебәрәләр, әллә бер театрҙа уйнайҙар инде. Әртистәрең ары торһон.

– Бына шулай, ҡәйнәм. Нисәмә йылдар буйы минең менән ыҙалап йәшәгән икән. Баҡһаң, уға ябыҡ ҡатындар оҡшай икән. Һөйләшә белмәйем икән. Шундай ҡурҡыныс икәнмен, минән ул ғына түгел, хатта балалар ҙа ҡурҡа башлаған икән...

– Ярай, килен, ҡайғырма, арт һабағын уҡытырбыҙ беҙ уның күмәкләп. Берәү рәхәт тормошҡа сыҙамай башлаған, имеш. Ҡайтһа – әҙер, китһә – әҙер. Балалар ҡараулы, өй йылы. Ыстырам, киленде шулай тип мыҫҡыл итеүеңә. Оят түгелме һиңә киленгә шулай тип әйтергә? Тапҡанмын, үҫтергәнмен, бына хәҙер ултырһын әле балаң, киленегеҙ оҡшамай, тип...

Ҡыҫҡаһы, һүҙ ошо йүнәлештә барҙы. Әсәй бот сабып аптыраған була, ә килене мине бәхетле итер өсөн хатта айырылышыуға риза икән. Ә итәк тултырып балалар үҫтереү бары тик уның тормошҡа ашмаясаҡ хыялында ғына ҡала инде. Хәҙер уға ныҡ булырға кәрәк, сөнки уға атайһыҙ ҡаласаҡ ике баланы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк...

Улар, һөйләшеп туйғас, миңә һүҙ бирҙеләр. Ә мин күп һөйләп торманым. «Йәшлек» гәзитен ҡысҡырып уҡып, хәлде ҡыҫҡаса һөйләп бирҙем. Ошоноң менән эш бөттө, тип уйлайһығыҙмы? Бөтмәй торһон әле. Хәҙер әсәй башланы.

– Улым, минең улайтып әйткәнем юҡ та инде.

– Әсәй, нимә тип әйткәнең юҡ?

– Килен ябыҡ, тип әйткәнем юҡ та инде.

Әсәй, һинең улайтып әйткәнең юҡ, ә бына гәзиттә шулай тип яҙғандар.

– Ә әйтмәгән нәмәне нишләп улайтып яҙғандар?

– Әсәй, уны һин әйтмәгәнһең, уны бөтөнләй икенсе әсәй әйткән.

– Беҙҙең килен тураһында шулай тип әйткәнме?

– Кем?

– Мин бөтөнләй белмәгән әсәй. Туҡта әле, тамам башты ҡатырҙың, ә улай булғас, мин һиңә кем булам?

Минең әйтер һүҙ юҡ. Шул саҡ ҡатын йылмайғандай итте, шунан көлөмһөрәй биреп ҡуйҙы, тора-бара ауыҙын баҫып ипләп кенә көлә башланы, ә аҙаҡ тыйыла алмай көлөргә тотондо. Әсәй китте аптырап.

– Балам, киленгә ни булды? Нимәгә көлә ул?

– Әсәй, гәзиттәге көләмәстән көлә ул.

– Ә унда нимә яҙғандар? Килен көлгәс, ҡыҙыҡ нәмә яҙғандарҙыр инде.

Минең тағы әйтер һүҙ юҡ. Аптырап, атайыма ҡарайым, йәнәһе, ярҙам ит, исмаһам, һин аңлатып ҡара. Ә атай мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайып, рәхәтләнеп сәй эсеп тик ултыра. Уның килеп ингәне бирле: «Һай, килен, сәйең бигерәк тәмле, яһа әле тағы берҙе, ҡунаҡтан сарсап ҡайтып бара инем, иллә йәтеш булды», – тигән һүҙенән башҡа тауышы сыҡманы, уныһы ла ара-тирә генә ишетелеп ҡалды. Аҙаҡ үҙенән һораштым – үрҙә яҙылған халыҡ мәҡәлдәрен яҡшы белә икән ул. Ә шулай ҙа был сетерекле хәлдән атай ҡотҡарҙы.

– Әсәһе, гәзиттәге көләмәс бер сәғәт элек үк уҡылған. Күреп тораһың, мәғәнәһе йәштәргә яңы барып етте. Әйҙә, беҙ ҙә ҡайтайыҡ, һөйләшә-һөйләшә ҡайтһаҡ, бер аҙҙан беҙ ҙә ул мәҙәктең мәғәнәһенә төшөнөп, көлөшөрбөҙ әле...

...Ә шулай ҙа ҡатындан үсте алдым. Хәбәр һөйләй башлаһа, атайым һымаҡ, өндәшмәй генә тыңлап тик ултырам. Үлтереп һөйләшке килһә лә, блокнотты асып, ҡатынға теге мәҡәлдәрҙе генә күрһәтәм дә ҡуям...

Автор: Әғләм Шәрипов.

Өндәшмәүең мең алтын...
Автор: