

Мансур ҡустымды каникулда Өфөгә ҡунаҡҡа алып килдем.
Тәүге тапҡыр ҡаланы күргән малай бындағы халыҡтың мыжғып тороуына, баш ҡаланың ҙурлығына иҫе китте. Йәп-йәш кенә ҡыҙҙарҙың да, әсәһе тиңе ҡатындарҙың ла бырах туҙҙырып тәмәке борхолдатыуына ғәжәпһынды. Малай һорау артынан һорау яуҙырҙы.
–Абау, нишләп бында бөтә апайҙар ҙа тәмәке тарта?
–Ағай ҡара әле, ҡара, сүплектә анау ағайҙар әллә нимә эҙләй ул.
Мансур беҙ йәшәгән йортто, туҡталышты иҫендә ҡалдыра алмай йөҙәне.
– Бында бөтә йорттар ҙа бер төрлөсө. Был тиклем ҡалала кешеләр нисек аҙашмай йөрөй, өйҙәрен нисек таба икән?– тип аптыраны.
Ике-өс көндән Мансурҙы театрға алып барҙым. Ҡайтҡанда автобус беҙҙең туҡталышҡа яҡынлаша башлау менән Мансур беренсе булып ишеккә йүнәлде.
–Ана бит, хәҙер туҡталышты ла белә башланың! –тип ҡустымды маҡтаған булдым.
–Һы, шуны ла белмәҫкә әллә? –Малай эре сирттерҙе. – Анау иҫке бәлтә кейгән хәйер һораусы нисәмә ҡарама ошо урында йөрөй бит.
Ҡустым өсөн туҡталыш тамғаһы булған был хәйерсе илебеҙҙең көнитмеш билдә кеүек тойолдо миңә.