Шоңҡар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
14 Ноябрь 2021, 13:20

Һүнгән гөл. Булған хәл

Аҙаҡтаныраҡ уның серен дә белдек. Зәйтүнгөл ауылда инженер булып эшләүсе атаһы менән бергә бәләкәйҙән төрлө техника араһында буталып, уға эҫенеп тә өлгөргән. Ә ҡулындағы шофер, механизатор танытмалары, шулай уҡ беҙҙең төшкә лә инеп сыҡмаған спорт мотоциклында һин дә мин йөрөүе уға булған ихтирамыбыҙҙы бермә-бер арттырҙы. Институтта биш йыл уҡыуыбыҙ дәүерендә сибәр ҙә, уҡыуға ла ныҡ һәләтле ҡыҙ шыр егет-елән араһында баҡсаны биҙәп үҫкән яңғыҙ гөл һымаҡ, шаулы студент тормошон йәмләп торҙо. Беҙ ҙә уға һәр ваҡыт иғтибарлы булып, ел-ямғыр тейҙермәҫкә тырыштыҡ. Исемен дә үҙгәртеп, яратып ҡына “Гөл”, “Гөлли” тип кенә өндәштек.

ҺҮНГӘН ГӨЛ (БУЛҒАН ХӘЛ)

Мөҙәрис Багаев.

Ауыл хужалығы институтының механизация факультетына уҡырға эләккән йөҙҙән ашыу бәхетле ауыл малайҙары, арабыҙҙа бер генә бөртөк ҡыҙ барын күргәс, аптырабыраҡ ҡалдыҡ.

 
Ҡыҙҙың да ниндәйе бит әле! Ап-аҡ йөҙ, ҡара ҡаштар аҫтынан мөләйем йылмайған асыҡ йәшел күҙҙәр, һығылмалы бил. Исеме лә үҙе һымаҡ матур – Зәйтүнгөл. Беҙҙә ҡыҙҙар күбеһенсә экономика факультетына, йә булмаһа агроном, зоотехниклыҡҡа уҡырға инеүсән. Ә Зәйтүнгөлдөң ғүмер буйы тимер-томор араһында ҡатнашыусы ирҙәр һөнәрен һайлауы беҙгә нисектер сәйер ине.

Аҙаҡтаныраҡ уның серен дә белдек. Зәйтүнгөл ауылда инженер булып эшләүсе атаһы менән бергә бәләкәйҙән төрлө техника араһында буталып, уға эҫенеп тә өлгөргән. Ә ҡулындағы шофер, механизатор танытмалары, шулай уҡ беҙҙең төшкә лә инеп сыҡмаған спорт мотоциклында һин дә мин йөрөүе уға булған ихтирамыбыҙҙы бермә-бер арттырҙы. Институтта биш йыл уҡыуыбыҙ дәүерендә сибәр ҙә, уҡыуға ла ныҡ һәләтле ҡыҙ шыр егет-елән араһында баҡсаны биҙәп үҫкән яңғыҙ гөл һымаҡ, шаулы студент тормошон йәмләп торҙо. Беҙ ҙә уға һәр ваҡыт иғтибарлы булып, ел-ямғыр тейҙермәҫкә тырыштыҡ. Исемен дә үҙгәртеп, яратып ҡына “Гөл”, “Гөлли” тип кенә өндәштек.

Арабыҙҙа уға ғашиҡ булып, эстән генә янып-көймәгән егет булмағандыр, моғайын. Ҡайһы бер ҡыйыуыраҡтар йөрәктәрен дә тәҡдим итеп ҡараны. Зәйтүнгөл яғымлы ҡарашы менән йылмайып, йомшаҡ ҡына кире ҡаға барҙы.

Гөлөбөҙҙән беҙҙе осоусы капитан айырҙы. Был сибәр азербайжан егете, күктән төшкәндәй, ҡапыл ғына килеп инде лә, диплом яҡларға өс-дүрт ай самаһы ғына ҡалыуына ҡарамаҫтан , Зәйтүнгөлдө үҙе менән алып та китте. Ҡасан танышып, ҡасан һөйләшеп өлгөргәндәрен дә һиҙмәй ҡалдыҡ.

Беҙҙең тормошобоҙ юлында яҡты йондоҙҙай балҡып, ҡапыл юҡҡа сыҡҡан ҡыҙҙың артабанғы яҙмышы миңә лә, бергә уҡыған башҡа иптәштәремә лә оҙаҡ йылдар билдәһеҙ булып ҡала килде.

Һәм бына ҡапыл ғына булып уҙған осрашыу…

Эшем буйынса республикабыҙҙың көньяҡ райондарының береһенә барып сыҡтым. Тиҙ арала йомоштарымды йомошлап, ҡайтыр яҡҡа билет алыу өсөн автовокзалға йүнәлдем. Барып етәрәк эргәмдән, миңә бәрелә яҙып, ир менән ҡатын үтеп китте. Бер нисә аҙым атлағас, мин, ниҙер һиҙенгәндәй, артҡа боролоп ҡараным. Ҡатын да ҡапыл туҡтап, кире әйләнде һәм ирендәре менән генә исемемде әйтеп, миңә яҡынлашты.

- Һаумы, Мөҙәрис. Нимә, Гөлөгөҙҙө танымайһыңмы ни? ! – тине ҡарлыҡҡан тауыш менән һәм әсе йылмайҙы.

- Һарғайып, йыйырсыҡ-һырҙар ҡаплаған йөҙ, һүнеп тоноҡланып ҡалған күҙҙәр, таушалған кейем аҫтындағы ҡаҡса кәүҙә. Мин ҡасанғылыр Зәйтүнгөлдө хәтерләткән ҡатынға ҡарап аҙап ҡалдым.

- Гөлли?! Һин?..Нисек бында?

- Нисек тип ни, әллә оноттоңмо – был минең тыуған яғым. Бында йәшәйем. Ул йөҙөнә вайымһыҙлыҡ сырайы бирергә тырыша ине.

- Һин бит…ни, - тип нимәлер әйтә башлағайным, Зәйтүгөлдөң юлдашы, таҙа кәүҙәле, урта йәштәрҙәге ирҙең:

- Гуля, һин тиҙме? – тигән бойороулы тауышы яңғыраны.

- Ғәфү ит, беҙ ҡабаланабыҙ, - Зәйтүнгөл беләгемдән ҡулдарын алды.Ҡуҙғалып китергә итте лә, туҡтап:

- Әгәр ваҡытыңды әрәм итәм тип уйламаһаң, миңә инеп сыҡ, сәғәт биштәрҙә өйҙә булырға тырышырмын, - тип адресын әйтте.

Мин уйламағандан ғына Зәйтүнгөлдө осратыуыма аптырап, бер аҙ иҫемде йыя алмай торҙом. Уның боролоп киткәндәге әрнеүле лә, ялбарыулы ла күҙ ҡарашы күңелемде тетрәтеп, йөрәгемдә төрлө хистәр уятты, башымдан мең төрлө уй үтә торҙо.

Сәғәт биш тулыуға ҡасандыр мөһабәт тә, күркәм дә булып, хәҙер инде иҫкереп, ергә сүгә башлаған йорттоң тупһаһында баҫып тора инем инде. Аҡрын ғына ишек шаҡыуыма эстән: “Ин, ин, асыҡ”, - тигән тауыш ишетелде. Мин эскә уҙҙым. Бүлмә уртаһындағы өҫтәл артында, ҡулдары менән яңаҡтарына таянып, Зәйтүнгөл ултыра.

- Былар – һиңә. Мин уға буш ҡул менән килеүҙе урынһыҙ һанап алған сәскә бәйләме менән ҡаплы кәнфит һуҙҙым. Зәйтүнгөл урынынан ҡуҙғалмай ғына сәскәләргә ҡулын һуҙҙы.

- Сәскәләр!.. – Бармаҡ остары һаҡ ҡына таждарға ҡағылып алды. –Миңә сәскә бүләк итәләр! Ул ҡапыл, башын артҡа ташлап, аҡылдан яҙғандай, һаһылдап көлә башланы. Шулай бер аҙ шашынып көлгәс, ҡапыл туҡтаны ла, сәйер йылтыраған күҙҙәрен миңә төбәне.

Мин бүлмә эсенә күҙ йүгерттем. Уның ярлылығы күҙгә бәрелеп тора. Уң яҡ стена буйынса урынлашҡан ағас карауат. Һул яҡлап боронғо кейем шкафы, өс-дүрт ултырғыс. Бер нисә ваҡ-төйәк әйберҙе иҫәпләмәгәндә, башҡа йыһаз күренмәй. Зәйтүнгөл мине өҫтәлгә яҡыныраҡ ултырырға саҡырҙы ла, ҡайҙандыр бер шешә араҡы килтереп сығарҙы.

- Мә әле, дама артынан ухаживать ит.

Беҙ тауыш-тынһыҙ ғына стакандарҙы күтәрҙек. Зәйтүнгөл бер-ике генә йотто ла йөҙөн йыйырып икмәк киҫәгенә үрелде.

- Фу-у! Яратмайым ошо нәмәне. Ә һин тартынма, һалып эс.

Ваҡ-төйәк хәбәр һөйләшеп бер аҙ ултырғас, Зәйтүнгөл урынынан тороп, кухняға сығып әйләнде һәм ҡабат ҡаршыма килеп ултырҙы. Күҙҙәремә ҡарап, бер аҙ торҙо ла, әрнеү ҙә, нәфрәт тә сағылған тауыш менән:

- Ни эшләп әле һин минең үткәндәрем тураһында һорашмайһың? Тартынаһыңмы? Телең әйтмәһә лә, күҙҙәреңдән күреп торам бит.

Уйыңда бер һорау – Зәйтүнгөл нисек был хәлгә барып еткән?..Һинең быға ышанаһың да килмәй. Ә һин ышан да, һораш та! Барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп бирермен, - тип һыҡранды.

- Ҡуй, Зәйтүнгөл, хәтерләүе ауыр булһа, кәрәкмәҫ. Бәлки, берәй ярҙам…

- Ярҙам?! Элегерәк кәрәк ине ул ярҙам. Хәҙер һуң шул инде! Һуң! Һуң! Аңлайһыңмы – һуң! – Зәйтүнгөл устары менән битен ҡаплап, тынып ҡалды. Бер аҙ шым ултырғас, һүҙ башланы.

- Ғәфү ит, Мөҙәрис, алама тоным өсөн…Һеҙҙең ғәйеп юҡ бында. Ә шулай ҙа һөйләйем әле был ҡәһәрле яҙмышым хаҡында. Бәлки, үҙемә лә аҙыраҡ еңел булып ҡалыр, ә башҡаларға – һабаҡ, тигәндәй…

Өфө аэропортында таныштыҡ беҙ Михман менән. Бер күреүҙә әсир итте ул мине үҙенә. Шул ҡәҙәре үлеп ғашиҡ булырмын тип кем уйлаған? Үҙең беләһең, хатта уҡыуымды ла бөтөрмәй, эйәреп киттем бит үҙенә. Михмандың ул саҡта ваҡыт яғы бик ҡыҫан ине. Минең ҡарттарға ла һуғылып тормай, ата-әсәләрендә бер нисә көн булдыҡ та уның хеҙмәт иткән еренә - Алыҫ Көнсығышҡа китеп барҙыҡ.

Һөйгәнең менән ҡыуышта ла ожмах тигәндәре дөрөҫ икән. Был яҡтарҙың ҡырыҫ климаты ла, башҡа уңайһыҙлыҡтары ла сүп кенә булып күренде миңә ул саҡ. Михман да минең өсөн өҙөлөп торҙо. Тәүге балабыҙ тыуғас, ни ҡылырға белмәне, икебеҙҙе лә усында ғына йөрөттө. Өс йылдан Михмандың часын Төркмәнстанға күсерҙеләр. Бында ла тиҙ арала эйәләшеп, һәйбәт кенә йәшәп алып киттек. Иремә тағы бер малай табып бирҙем. Улдарыбыҙ үҫә төшөп, балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, Михман ҡаршы килһә лә, мәктәпкә уҡытыусы булып урынлаштым. Ни тиһәң дә, тамамланмаған юғары белем бит әле. Эш менән ваҡыт та тиҙерәк уҙа, үҙеңә лә күңелле. Тормошобоҙ етеш, кейәм тиһәң теләгәнеңде кей, теләгәнеңде ашап-эсеп, һөйөп-һөйөлөп кенә йәшәй бир…

Зәйтүнгөл бер аҙға һүҙенән туҡтап ҡалды. Ҡулдары менән саллана башлаған сикә сәстәрен яулығы аҫтына ҡыҫтырып ҡуйҙы һәм ауыр көрһөнөп, һүҙен дауам итте:

- Барыһы ла Михманды хеҙмәте буйынса сит илгә оҙайлы командировкаға оҙатҡас башланды. Шул йылды, май аҙаҡтарында, атайым килеп бер аҙналай ҡунаҡ булды ла, береһе беренсе, икенсеһе өсөнсө класты тамамлаған малайҙарҙы үҙҙәренә ял итергә алып ҡайтып китте. Мин уларҙы, мәктәптә сығарылыш имтихандары тамамланып отпускам башланғас та ҡайтып әйләнергә булып, оҙатып тороп ҡалдым. Бер яңғыҙым ҡалғас, баштараҡ һиҙелмәһә лә, һуңға табан ваҡыт уҙғарыуы бигерәк ауыр була башланы. Тәүҙәрәк китап, телевизор, бәйләм менән мауыҡһам, аҙаҡтан улар ҙа ялҡытты. Урамға сыҡһам да йәм тапмайым, өйҙә ултырыу ҙа ғазаплы булып китте. Тик Михмандың һирәк-һаяҡ яҙған һағышлы хаттарын уҡыу ғына күңелемә бер аҙ йән тыныслығы бирә ине.

Бер көн шулай, ни эшләргә эсем бошоп ултырғанда, тоттом да парикмахерскийҙа эшләгән Нурия исемле яҡташ ҡатынға шылтыраттым. Яҡташ тигәс тә, ул – Татарстандан, иренән ҡасыпмылыр, был яҡҡа килеп сыҡҡан. Елбәҙәгерәк, еңел холоҡло күренһә лә, бер яҡтаныраҡ булғас, күрешкеләп, һөйләшеп йөрөй инек. Мин уға ваҡытың булһа инеп сыҡ, һөйләшеп ултырырбыҙ, тип, бөгөн тыуған көнөм икәнен дә әйттем. Ул шатланып риза булды, етмәһә, ниндәйҙер сюрприз дә вәғәҙә итте.

Мин аҙ-маҙ табын әҙерләп өлгөргәнсе ике әзмәүерҙәй ир эйәртеп, Нурия ла килеп инде. Уларҙың береһен, Чары исемлеһен, йәғни Нурияның “тәгәрмәсле кавалерын” белә инем, икенсеһен, ҡыҙыл йөҙлө, йыуан ҡорһаҡлы ирҙе, Дурды тип таныштырҙылар. Нурия миңә мәғәнәле итеп кенә күҙ ҡыҫып ҡуйҙы. Мин уның был әҙәмдәрҙе эйәртеп килеүенә күңелем ҡырылһа ла, асыҡ йөҙ күрһәтергә тырышып, түргә саҡырҙым.

Ҡунаҡтарым ҡулдарындағы төргәк, сәскә бәйләмдәрен миңә тотторҙолар ҙа, шау-гөр килеп өҫтәл артына ултырҙылар.

Бокалдарға шарап ҡойолғас, Чары менән Нурия телдәре-телгә йоҡмай бер-береһен уҙҙырырға тырышып, тост артынан тост әйтергә керештеләр. Баштараҡ ҡыҫтатып, аҙ-маҙ йотҡолап ултырһам да, һуңыраҡ, әллә шуның тәьҫире, әллә быларҙың тәмле теленә алдандым, арыу уҡ эсеп ташлағанмын. Һағышлы уйҙарым да ҡайҙалыр юғалып, күңелемә рәхәт булып китте. Инде хәҙер арҡының да әсеһе һиҙелмәй, Нурия менән Чарының тел сарлауы ла күңелле моң булып ишетелә, хатта Дурдының башта ерәнгес булып күренгән, кәрәккән-кәрәкмәгәнгә лә тештәрен ыржайтып көлөүе лә яғымлы тойола башланы. Етмәһә, магнитофондан ағылған ҡырағай музыка аҫтында тегеләр ыңғайына бер-ике тапҡыр бейеп тә алдым.

Шулай бер-ике сәғәт шау-гөр килеп ултырғас, ҡунаҡтарым мине тәбиғәт ҡосағына сығырға димләй башланы. Мин бик ялындырмай ғына риза булдым. Күңелемә хәҙер был бүлмә ҡыҫыҡ, йөрәгем дә ҡайҙалыр ашҡындыра не. Чары телефондан кемгәлер шылтыратып алды. Уның мин: “О кей!”- тигәнен генә ишетеп ҡалдым. Сығырға йүнәлгәс, Нурия ҡолағыма ниндәйҙер серле тауыш менән: “Хәҙер һине Остаз менән таныштырабыҙ”, - тип бышылданы.

Чарының зәңгәр “Волга”һы ҡаланы сығып, тирә-яғында тут ағастары үҫкән асфальт юл буйлап алыҫта күренеп торған тау теҙмәләренә ҡарап елдерҙе.

Бер ярты сәғәт самаһы барғас, машинабыҙ тау итәгендәге туристар өсөн төҙөлгән йыйнаҡ ҡына ҡунаҡхана алдына килеп туҡтаны. Уның тупһаһында беҙҙе йәш кенә официантка ҡаршы алды һәм, бинаның аҫҡы ҡатында урынлашҡан ресторан аша үткәреп, тәҙрәләре ҡоролоп, тик май шәмдәре генә яҡтыртылған иркен генә бүлмәгә алып инде. Бүлмә уртаһындағы һый менән тулы өҫтәл эргәһендә унлап кеше, күбеһе ҡатын-ҡыҙ баҫып тора ине. Беҙ ингәс, улар һәм юлдаштарым миңә билдәһеҙ ҡул хәрәкәттәре менән иҫәнләштеләр ҙә, өҫтәл тирәләй урынлаша башланылар. Беҙҙе алып ингән официантка ҡыҙ эргәләге ишектән инеп китеп, урта йәштәрҙәге ирҙе эйәртеп килеп сыҡты. Ул күренеү менән бүлмәләгеләр берҙәм тороп баҫтылар. Урта буйлы, сибегерәк кәүҙәле был әҙәм өҫтәл башындағы айырым ултырғысҡа урынлашып, буйһондороусан үткер ҡарашы менән бындағы һәр бер кешене барлып сыҡты ла ҡулы менән ултырырға ишара яһаны. Миңә, вино шауҡымы аҫтында булғанғамылыр инде, ярым ҡараңғы бүлмә лә, ундағыларҙың ҡыланыштары ла нисектер серле тойолдо.

Барыбыҙ ҙа урыныбыҙға ултырғас ул (Нурия ҡолағыма:”Гуру”, беҙҙеңсә - “Остаз”, -тип шыбырҙаны) осло ҡарашы менән миңә текәлеп торҙо ла:

Һин “Ер етемдәре” араһында булырға теләр инеңме? – тип һораны.
Был спектаклдә уйнауыма ҡәнәғәтлелек менән, көлмәҫкә тырышып баш ҡаҡтым.

Уға “Тере һыу” килтерегеҙ!
Официантка миңә ярты бокал самаһы шыйыҡса килтереп тотторҙо. Мин был әскелтем эсемлекте бүлмәләгеләрҙең миңә төбәлгән ҡарашы аҫтында тамсыһына тиклем эсеп ҡуйҙым.

Бер аҙҙан үҙемдең ауырлығымды юғалтып, ҡанатланып ҡайҙалыр осоп барғандай һиҙә башланым. Күҙем бүлмәләгеләрҙе шәйләһә лә, ҡолағыма Остаздың тоноҡ ҡына тауышы сағылып, үҙемде аң-уйҙарым менән ул һөйләгән ниндәйҙер ят донъяла тип хис итә инем. Шулай күпме дауам иткәндер, асыҡ ҡына хәтерләмәйем. Ә үҙ аңыма килгәндә тар ғына бер бүлмәлә шәрә килеш Дурдының ҡосағында ята инем…

Зәйтүгөл, һүҙенән туҡтап, ҡулына араҡылы стаканды алды ла уға сирҡанғандай бер аҙ ҡарап торҙо.

- Һин миңә быларҙы бәйнә-бәйнә аҡланғандан һөйләй, тип уйлама. Ә бына ошо “зәм-зәм һыуы”, еңел аҡыллылыҡ арҡаһында нисек анһат ҡына улар ҡорған үрмәксе ауына, йәки наркомандар тоҙағына эләгеүемде әйтмәксе инем. Иҫемә килгәс, булып-уҙған хәл-ваҡиғаларға үкенгән тип беләһеңме? Юҡ-юҡ! Сөнки мин ул хәлдә түгел инем шул. Башым ярылып сатнай, күңелем болғанып уҡшыта, бөтә тәнем ҡалтырай. Шулай ғазапланып ятҡанда, ҡулына стакан тотоп Нурия килеп инде һәм: “Эс, шул ғына йүнәтә һине”,-тип, хәлһеҙ генә ҡаршылашыуыма ҡарамаҫтан, ундағы эсемлекте миңә эсереп бөтөрҙө. Ысынлап та, яйлап бөтә ауырыу ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Аңым да яңынан томаланып, тағы ла кисәге ваҡиғалар ҡабатланды. Ҡалаға ике көндән һуң ғына әйләнеп ҡайттыҡ. Айырылышҡанда Нурия миңә, улай-былай кәрәк булһа тип, бер нисә таблетка ҡалдырҙы.

- Мин был ваҡиғаларҙан һуң бер нисә көн иҫ-аҡылыма килә алмай йөрөнөм. Бер яҡтан, үҙемдең ҡыланыштарыма, иремә булған хыянатыма күңел ғазаплығы кисерһәм, икенсе яҡтан, шул ваҡыт янымда таяныр кешем булмауы, булғанының да һатлыҡ булып сығыуы йөрәгемде әрнетте. Ни эшләргә белмәй, үҙ-үҙемдән ҡасырға теләп, аҙлап булһа ла теге таблеткаларҙы йоттом. Ысынлып та, улар бер аҙға булһа ла оноттороп тора ине. Ләкин таблеткалар тәьҫире һүрелгәс бигерәк тә ауыр, етмәһә, улары ла бөттө. Мин бик түҙә алмай башлағас, шуларҙы һорап Нурияға барҙым. Ул “тегендә” барырбыҙ, шунда ғына табып була, тип ҡайтарҙы. Шулай уҡ улар өсөн ҙур ғына сумма аҡса кәрәклеген дә әйтте.

Һәм беҙ тағы ла “Ер етемдәре” араһында, “Остаз” ҡаршыһындабыҙ. Ул тыныс ҡына ҡиәфәт менән ҡайһыларының анаша тартҡанын, ҡайһыларының күкнар эскәнен, таблетка йотҡанын күҙәтеп ултыра һәм уларҙың ҡарашында бушлыҡ, буйһоноусанлыҡ сағыла башлағас, үҙенең дәрестәрен башлай.

Экстрасенс сеанстары ваҡытында мистикаға бирелеп, йәғни “Остаз”дың һөйләгәндәре тәьҫирендә, наркотиктар менән томаланған зиһенең менән ысынбарлыҡтан айырылып, Гуру төҙөгән серле донъяға сәйәхәт итергә маташыу башлана. Әлбиттә, зәғифләнгән аң, наркотиктар, оҙайлы “дәрестәр” һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Ысынлап та, ҡалаға был ҡайтыуыбыҙҙан һуң үҙемде башҡаларға мөмкин булмаған юғары кисерештәр кисерә, уларҙың төшөнә лә инеп сыҡмаған сихри донъяла йәшәй ала торған ниндәйҙер юғары ҡатлам кешеһе кеүек һиҙә башлаған инем инде. Хатта тирә-йүндәге кешеләргә түбәнһетеп ҡарар булып киттем.

Бынан һуң мин ҡунаҡханалағы осрашыуҙарҙы ҡалдырмаҫҡа тырышып, ойошманың актив ағзаһына әйләндем. Наркотиктарҙың да төрлөһөн татып, йәғни күкнар, “тәгәрмәс” эсеп, “химка”, “ханка” ла ултырып, анаша тартып, инде уларға бөтөнләй ылығып, уларһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтерә алмаҫлыҡ хәлгә еттем. Ағзалыҡ “взносына”, “кайф” тотоуға тәүҙә һаҡлыҡ кассаһындағы аҡса, һуңыраҡ аҡсаға әйләнеп өр-яңы “Жигули” машинаһы өйҙәге ҡайһы бер йорт-йыһаздары ла инеп китте.

“Аҡ үлем” тырнағына ныҡлап эләккән кеше уныһыҙ тора алмай. Әгәр ҙә һин уны ваҡытында ҡабул итмәһәң, алкаштар әйтмешләй, “похмелье”, абстиненция синдромы, йәғни “ломка” башлана. Йөрәк ярһып тибә, ҡолаҡҡа ниндәйҙер ят тауыштар ишетелә, бөтә тән түҙеп торғоһоҙ ауырта, һөйәктәр һыҙлай, бер туҡтауһыҙ уҡшыта – был хәлдә унан ҡотолоу өсөн йәнеңде бирергә ризаһың.Ә наркотиктың тейешле дозаһы шуларҙы ҡул менән һыпырып алғандай юҡ итә. Ләкин ул дозаның хаҡы ой-ой-ой!

Мин яҡын туғандарыма әүерелгән ойошма ағзаларының ысынында елғыуар, рухи яҡтан ярлы, көсһөҙ бәндәләр икәнен дә, ҡаҡшамаҫ абруйлы, һәр һүҙе беҙҙең өсөн закон, беҙгә ерҙәге алла булып күренгән “Остаз”дың тик беҙҙең аҡсаларыбыҙҙы үҙләштереүсе мошенник, аферист икәнен дә аңланым-аңлауын. Ләкин һуң ине инде шул.

Яңы уҡыу йылы башланыуға атайым балаларҙы килтереп китте. Мин ҡайта алмауымды “ауырып больницала яттым” тип кенә аңлаттым. Әлбиттә, ул һиҙенде. Ләкин ни эшләтә ала инде? Артабан мәктәптә эшләй алмауымды һиҙеп, ғариза яҙып, эштән киттем.
Күп өлөшө наркотиктарға китһә лә, Михмандан йәшәрлек аҡса килеп тора ине. Зиһенем асылған арала өҫ-баштарын ҡарап, тамаҡтарын туйҙырып, балаларҙы үҙемсә тәрбиәләргә тырыштым. Ләкин “бутылкалаштарым” менән йыйылып “кайф” тотҡан осорҙа, улар онотола. Күбеһенсә мәктәпкә бысраҡ кейем менән китәләр, ас та ятып йоҡлайҙар ине. Былар кеше күҙенә ташланмай ҡалманы. Төрлө ойошмаларҙан, милициянан килеп, иҫкәртеп тә киттеләр. Һәм, ниһайәт, судҡа саҡырыу ҡағыҙы ла килде. Унда мине әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеп, улдарымды балалар йортона ебәрергә ҡарар сығарҙылар. Суд барған мәлдә мин ғәфү итеүҙәрен һорап ялбарманым да, иланым да, ундағы ваҡиғалар төштәге һымаҡ ҡына үтеп китте. Ләкин өйгә ҡайтып, минән балаларымды алырға килгәндәрен күргәс, бигерәк тә кесе улым: “Әсәй, әсәкәйем! Бирмә мине!”-тип муйыныма һырылғас, үҙемдең ниндәй упҡынға осҡанымды аңланым…

Зәйтүнгөлдөң тауышы ҡалтыранды, тоноҡлана башлаған күҙҙәренән ике бөртөк йәш тәгәрәп төштө.

Был төндә беренсе тапҡыр айыҡ баш менән уйланып сыҡтым. Булып үткән ваҡиғаларҙы бер-бер артлы күҙ алдынан уҙғарып, үҙемдең ниндәй хәлгә төшкәнемде, иң һуңғы сиккә барып терәлгәнемде бөтөн ысынбарлығы менән төшөндөм. Киләсәктә Михман менән буласаҡ мөнәсәбәттәрҙе уйламаҫҡа тырыша инем. Уйлағанда ла, барыһын да ул ҡайтҡас асыҡтан-асыҡ һөйләп бирермен дә, яратһа, балалар хаҡына кисерер, тип өмөтләндем. Һәм уның ярҙамында “аҡ үлем” тырнағынан да ҡотолоуға иҫәп тоттом. Инде хәҙер балаларҙан да айырылғас, бөтә өмөттәрем юҡҡа сыҡты. Был хәлдә ирем мине ғәфү итмәйәсәге көн кеүек асыҡ ине.

Хәҙер башта бер генә уй – нисек тә Михман ҡайтҡансы балаларҙы кире ҡайтарып алыу.

Мин, ныҡлы ҡарарға килеп, ҡала больницаһына киттем. Ундағы наркомандарҙы дауалау бүлегендә ике ай самаһы ятып сыҡтым. Был ваҡыт эсендә бөтөнләй үк был алама ғәҙәттән ҡотолдормаһалар ҙа наркотиктарға булған ылығыуҙы бөтөрәләр ине. Ҡалғаны үҙеңә бәйләнгән.

Больницанан сыҡҡас, ҡалалағы учреждениеларҙың береһенә йыйыштырыусы булып урынлаштым. Эш сәғәттәрем иртән һәм кис ваҡыттарына тура килгәнлектән, хәҙер инде һәр көн көндөҙөн төрлө ойошма, органдарҙың юлын тапап уҙғарҙым. Балаларҙы биреүҙәрен һорап кемгә генә ялбарманым да, кемгә генә илап баш эймәнем. Минең үтенесемде иғтибар менән тыңлаһалар ҙа, ыңғай хәл итергә ашығып барманылар. “Ирең ҡайтҡанын көтәйек, шунан уйлашырбыҙ”, - ине яуаптары. Ахыр сиктә бөтә өмөттәремде өҙөп, бары бер теләк – нисек тә балалар янында күберәк булып, уларҙы күреп ҡалыу теләге менән көн-төн тип әйтерлек ваҡытымды ҡала ситендә урынлашҡан балалар йортонда уҙғарҙым. Әлбиттә, унда мине индермәнеләр. Ләкин ҡырҙан булһа ла, һирәк-мирәк бер күреп ҡалыу үҙе әллә ни ине миңә. Бәхет-ҡыуаныс та, әрнеү-ҡайғы ла. Их, белһәң ине, шунда ҡойма рәшәткәткәһенә һөйәлеп күпме күҙ йәше түккәнемде…

Зәйтүнгөл ҡул һырты менән дымланған күҙҙәрен һөртөп алды ла өҫтәл тартмаһынан таблетка алып ҡапты һәм, һыу менән йотоп ебәргәс, күҙҙәрен йомоп бер аҙға тын ҡалды.

- Шулай күпме дауам итер ине икән, ниһайәт, Михмандың аҙна-ун көндән ҡайтып етермен тигән хәбәре килде. Миңә, үҙ ғәйебе менән үҙ ояһын туҙҙырған әҙәмгә, һуңғы байлығым, иремдең туй бүләге – никах балдағы бәрәбәренә, элекке “дуҫтарым” арҡылы ялған паспорт алып, “Остаз” артынан күрше республикаға китеүҙән башҡа юл ҡалманы. Ләкин Төркмәнстандан ваҡытында эҙен һыуытып өлгөргән “Остаз”ға бында йәйелеп китергә ирек бирмәнеләр. Ярты йыл да үтмәне уны ҡулға алдылар. Ә беҙ, төйлөгәндән ҡурҡып ҡасҡан тауыҡ себештәре һымаҡ, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа һибелдек. Мин Башҡортостанға ҡайттым. Өйҙә лә шатлыҡ ҡаршы алманы мине. Йыл ярым самаһы элек йөрәк сиренән атайым үлеп киткән. Әсәйем дә түшәк өҫтөндә ине. Мине бындай хәлдә күреү уның да үлемен тиҙләтте, буғай.

Әлбиттә, бында ла һәйбәт кенә йәшәп китә алыр инем - өй тулы әйбер, ҡарттарҙың һаҡлыҡ кассаһында ла мул ғына аҡса. Ләкин наркомандар бында ла тамыр йәйеп өлгөргәндәр икән. Балыҡсы балыҡсыны алыҫтан таный, тигәндәй, улар ҙа мине тиҙ таптылар. Һөҙөмтәһен үҙең күрәһең. Зәйтүнгөл был бүлмәгә һәм үҙенә ымланы.

- “Аҡ үлем”дең хәҙер һуңғы сиккә еткергәнен дә беләм. Үлемдән ҡурҡмайым мин – унан уҙғанмын. Ләкин шуға тиклем балаларҙы, Михманды бер күреп ҡалырға ине. Их, Мөҙәрис! Хет, күҙ ҡырыйы менән генә булһа ла…

Зәйтүнгөл ауыр уфтанып һулҡылдап ҡуйҙы, беҙ уның менән таңға тиклем тип әйтерлек һөйләшеп ултырҙыҡ. Мин, әлбиттә, Зәйтүнгөлдө наркотиктарҙан бөтөнләй арынырға, үҙен ҡулға алырға өгөтләнем, балалары, ире менән ҡайтанан ҡауышырға өмөтләндереп, йәшәүгә ҡыҙыҡһыныу уятырға тырыштым. Күҙҙәрендә бер аҙ өмөт сатҡылары ҡабынып китһә лә, айырылышҡанда ул “эйе” лә, “юҡ” та тип әйтмәне. Шулай ҙа тиҙ арала бер нисә элекке курсташтарым менән йыйылып, өгөт-нәсихәт менән ҡаршылығын һындырып тигәндәй, “аҡ үлем”дән дауалау урынына оҙаттыҡ. Һулып барған гөлдөң яңынан терелеп, яңынан сәскәгә күмелеренә өмөтөбөҙ ҙур ине беҙҙең.

Ләкин бер-ике ай ҙа үтмәне, миңә ошоларҙы яҙырға мәжбүр итеп, гөлөбөҙҙөң һүнеүе, йәғни Зәйтүнгөлдөң үҙ-үҙенә ҡул һалыуы тураһында хәбәр килде.
 
Һүнгән гөл. Булған хәл
Һүнгән гөл. Булған хәл
Автор:
Читайте нас: