Хәҙер элекке кеүек мәҙәниәт йортонда дискотека ойоштороу онотолған. Шулай ҙа үҫмерҙәр төндә урамға сығып, ауыл буйлап йөрөй, һис юғы эскәмйәлә көнбағыш сиртеп һөйләшеп ултыра.
Был шәмбе нисектер клубты асып, бейеү ойошторҙолар. Кира ла дуҫтары менән сыҡты. Ятыраҡ кешеләр ҙә бар. Анау өлкәнерәк йәштә күренгән икәүгә нимә етмәгәндер инде: йәштәр ыңғайына бейеп йөрөйҙәр. Береһе Киралар яғынан күҙен алмай. Етмәһә, талғын көй ҡуйғайнылар, ҡыҙҙы бейергә саҡырҙы.
Кираға ун алты ғына йәш бит әле. Әммә саҡ ҡына өлкәнерәк күренә. Күренһә ни? Теге егет йораты иһә утыҙға етеп баралыр әле. Ҡыҙ, бер аҙ аптырап ҡалһа ла, уның менән бейергә төштө.
Егет бик иғтибарлы булып сыҡты. Яғымлы һөйләшә. Кираға: «Һинең күҙҙәрең матур», – тип, маҡтау һүҙҙәре әйтеп, башын әйләндерә башланы. «Устары ҡайһылай эҫе», – тип уйланы эстән генә көслө ҡулдары менән саҡ ҡына үҙенәрәк һырыҡтырған егет тураһында.
«Их, Кира, Кира, ул бит һинән әллә нисә йәшкә өлкән, уның ҡыҙыҡһыныуҙары, уйҙары бөтөнләй икенсе, һинең тиҫтерҙәрең кеүек, ҡыҙҙың бит осонан ғына үбергә лә ояла торған ваҡыты үткән уның», – тип әйтер ине берәй өлкәнерәк кеше, был күренеште ҡарап торһа. Әммә йәш кенә ҡыҙҙың йөрәгенә әллә нимә булды ла ҡуйҙы, биленән ҡыҫып тотҡан ир менән йәш айырмаһы ла онотолдо. Уға егеттәр бындай иғтибар күрһәткәне юҡ ине әле.
Артабан тағы дәртле бейеүҙәр дауам итте. Теге үҙен Вадим тип таныштырған кеше бергә килгән иптәше менән ҡайҙалыр юғалды. Тәмәке тартырға сыҡҡандыр инде. Башҡаса улар инмәне лә.
Бына клубты бикләр ваҡыт етте. Кира ла әхирәттәре менән тышҡа сыҡты. Унда егеттәр күп кенә икән. Машиналар ҙа күренә. Ҡыҙ ян-яғына ҡаранды, баяғы егетте эҙләй ине ул. Ниңәлер күҙ алдынан китмәй ҙә ҡуясы.
– Кира, йыраҡ йәшәйһегеҙме, бәлки, алып барып ҡуйырғалыр?
Теге лә күҙ уңынан ысҡындырмаған икән ҡыҙҙы.
– Мөмкин, тик минең әхирәттәрем дә ултырһын.
– Әйҙә, рәхим итһендәр.
Өс әхирәт, хихылдаша-хихылдаша, беренсе тапҡыр күргән кешенең машинаһына ултырып алды. Өсәү булғас, ҡурҡмағандарҙыр инде. Әммә ауыҙынан ниндәйҙер иҫерткес эсемлек еҫе килгән ир ҙә хәйләкәр. Тәүҙә берәм-берәм Кираның әхирәттәрен илтеп ҡуйҙы. Шунан ғына ҡыҙға боролоп:
– Бәлки, бер аҙ машинала кататься итеп килербеҙ? – тине. Үҫмер ҡыҙ нимә тип әйтергә лә өлгөрмәне, ҙур тиҙлек менән ҡуҙғалып та китте. Урман ситенә килеп туҡтағас та Кира, ҡурҡып, урынынан ҡуҙғала алмай ултырҙы.
– Йә, нишләп шымып ҡалдың, әйҙә, сыҡ, саф һауа һулап алайыҡ. О-о-о, ниндәй рәхәт урманда: тынлыҡ – үҙе бер музыка бит ул, – теге ирекәй артҡы ишекте асып, ҡыҙға ҡулын һуҙҙы…
…Артабан нимәләр булғанын Кира хәҙер иҫенә төшөрмәҫкә тырыша, күңелһеҙ уйҙарын ҡыуа, ләкин ул ваҡиғалар яман төш кеүек күҙ алдынан китмәй. Полиция хеҙмәткәрҙәренең һорау алыуы, суд…
Шунда ауыл егеттәре машина менән ҡыуа төшөп, тиҙ арала килеп етмәһә, нимәләр булыр ине?! Теге ирекәй көслө ҡулдары менән күтәреп алып, уны һаҫыҡ ауыҙы менән ҡотороп үбә башлағайны бит, фар яҡтыһын күргәс кенә туҡталып ҡалды. Машинанан биш-алты егет килеп төшөп, ҡала ирекәйен туҡмап ташланы. Кира шаңҡыған ине.
– Нисек хәлдәрең, Кирочка? Ахмаҡтар, шуға ултырып китәбеҙ бит әле, нимәлер һиҙенгәндәй һеҙҙең арттан ҡарап торҙом да машина урман яғына киткәс, тиҙ генә кире клубҡа табан йүгерҙем, әлдә генә егеттәр таралышып бөтмәгәйне. Ағайыма ла әйтеп, тиҙ генә машина менән артығыҙҙан төштөк. Юғиһә…– әхирәте Ләйсән дә килгән икән. Кира уны ҡосаҡлап илап ебәрҙе:
– Ҡотҡарыусым, һин килмәһәң, нимә булыр ине?!
Эйе, бик аяныслы тамамланыуы ла ихтимал ине был ваҡиғаның. Аҙмы ни көсләү, үлтереү менән бәйле енәйәттәр?!
Ҡыҙҙар, һағыраҡ булығыҙ, бәхетегеҙ үҙ ҡулығыҙҙа бит.
Ф. БӘШӘРОВА.