Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
26 Ноябрь 2021, 20:00

Аяныслы тыуған көн

Ҡәҙриә ҡыҙын бала табыу йортонда ҡалдырып сығырға ҡарар итте. Сығыр алдынан бәләкәсенең йүргәктәрен сисеп, бөтә тәнен ҡараны, ҡош балаһы кеүек ауыҙын асып ятҡан ҡыҙыҡайҙың уң яҡ янбашында шырпы башы ҙурлығындай ғына ҡып-ҡыҙыл миңе бар ине. Ҡәҙриә ҡошсоғоноң миңенән үбеп алды ла йәһәт кенә уны кире төрҙө һәм һуңғы тапҡыр имеҙеп, бала табыу йортонан илай-илай ҡасып сығып китте. Бәләкәсен, бауыр итен, үҙе менән бергә алып сығыр ине лә бит, ни йәшәргә өйө, ни эше юҡ.

Аяныслы тыуған көн...

 Ҡояшлы яҙ. Гөрләүектәр сылтырап аҡҡан апрелдә Раяға ун ике йәш тулды. Ләкин уға бүләк биреүсе лә, тәмле ризыҡтар бешереп көтөп тороусы ла булманы. Атаһы заводта эштә. Ә әсәһе береһенән-береһе бәләкәс дүрт ҡыҙы менән аҡман-тоҡманлы март башында уҡ ауылға – атаһы йортона – ҡайтып китте. Иркәнең ата-әсәһе бер-бер артлы ғына донъя ҡуйғайны.

– Ҡайт ауылға. Ата-әсәйеңдең мал-тыуары бар бит. Утын, бесән дә ҡара ергә аяҡ баҫҡансы етерлек. Балаларға картуф, аҡ бар, ә Рая дүртенсе класты минең янда тамамлар. Уҡыу йылы тамамланырға күп ҡалманы бит. Мин эштән сығырмын да бергәләп ауылда гөрләтеп донъя көтөрбөҙ, мал аҫрарбыҙ, – тип өгөтләне Биктимер Иркәне.

Әсәһе менән һеңлеләренең ауылға ҡайтыуына бер ай ваҡыт үтеп тә киткән. Ә Раяға күңелһеҙ, шулай ҙа ул бөгөн – тыуған көнөндә – шат булырға тырышты. Мәктәптән ҡайтҡас, эсе бошоп, илағыһы килеп тороуға ҡарамаҫтан, һауыт-һабаны, иҙәнде йыуып алды. Сәй ҡайнатты ла әсәһенең, һеңлеләренең рәсемдәрен өҫтәлгә теҙеп ҡуйҙы, улар менән һөйләшә-һөйләшә сәй эсте.

– Бөгөн минең тыуған көнөм. Ҡотлағыҙ! Ун ике йәш тулды. Һағындым үҙегеҙҙе, ә һеҙ? – тине лә күҙҙәренән бөрсөк-бөрсөк тәгәрәгән йәштәрен һөртөп ҡуйҙы. Күрше ҡыҙҙарын саҡырыр ине лә, өҫтәлдә сәй һәм ҡатҡан икмәктән башҡа ризыҡ юҡ шул. Уныһына ла шөкөр әле, атаһы һәр саҡ тиерлек иҫереп, һуң ҡайта.

Рая күҙ йәштәрен һөрттө лә өҫтәлде йыйыштырҙы. Иҫкерәк булһа ла, үҙе йыуып үтекләгән сәскәле күлдәген кейеп, күрше ҡыҙҙар менән уйнарға сыҡты. Уларға бөгөн тыуған көнө икәнлеген дә әйтмәне, өйөнә саҡыра алмағанға ҡыйынһынды.

* * *

Көн кискә ауышты. Дәрестәрҙе лә әҙерләргә кәрәк, мәктәпкә иртәрәк бараһы бар – дежурмын, тип уйлап өлгөрөүгә, иҫерек атаһының алпан-толпан атлап яҡынлашып килгәнен күреп, һиҫкәнеп китте. Ул йоҡлап киткәнсе урамда йөрөрмөн йәки күрше Сәғиҙә әбейгә инеп ултырып торормон, тип уйлап, атаһына күренмәҫкә тырышып, ситкә атланы.

Ләкин шул саҡ:

– Туҡта, ҡайҙа шылдың, йылан? – тип имәнес тауыш менән ҡысҡырып, ас бүреләй ҡыҙға ташланды атаһы.

Уны һөйрәп тигәндәй фатирҙарына алып керҙе һәм һелккеләп:

– Ниңә минең ҡайтыуға ашарға бешереп, өйҙә генә ултырмайһың?! – тип ажғырҙы.

– Бешерер инем дә, бер нәмә лә юҡ бит, алырға аҡса юҡ, – тип ҡурҡа-ҡурҡа ғына яуапланы Рая.

– Ниңә һәр саҡ мин йоҡлағас ҡына керәһең, ә? – Ғырылдаҡ тауышлы ирҙең атылып сығырға етешкән күҙҙәре ашарҙай булып Раяның буй-һынын “ҡапшай” ине. Был ҡараштан ҡыҙҙың тәне зымырлап китте, тиҙерәк аш бүлмәһенә инеп, сәй ҡуйып ебәрҙе.

Атай булған әҙәм шатырлатып ишекте бикләне лә сисенә башланы. Әллә ҡабаланыуҙан, әллә ярһыуҙан ҡулдары ҡалтыраны, салбар төймәләрен ысҡындыра алмай аҙапланды. Ниһайәт, шыр яланғас ҡалғас, көр тауыш менән:

– Рая! Кил әле бында! – тип ҡысҡырҙы.

– Үҙең кер, атай, аш бүлмәһенә, хәҙер сәй ҡайнай, – тине бер нәмә лә белмәгән ҡыҙ.

– Сыҡ тип әйтәм мин һиңә! – тип екерҙе атай. Рая аш бүлмәһенән килеп сыҡты ла, берсә ҡурҡып, берсә оялып:

– А-а-а! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Ҙур булып асылған күҙҙәрен ҡулдары менән ҡапланы. – Атай, нишләйһең ул оялмайынса?!

Атай кеше хахылдап көлдө лә Раяға табан атлай башланы, утты һүндерҙе.

– Ат-а-а-й! Ниңә утты һүндерҙең? Минең дәрес әҙерләйһем бар бит… – тип әйтеп тә бөтмәне, әҙәм аҡтығы көслө ҡулдары менән Раяны күтәреп, йоҡо бүлмәһенә алып инде һәм диванға ташланы.

Ҡыҙҙың яратып ҡына кейеп йөрөгән сәскәле күлдәген йыртып ебәрҙе, бешкән сейәләй ирендәренә һөлөк кеүек йәбеште, йоморсаҡ ҡына түштәрен уҫлаптай ҡулдары менән ойпаланы.

– Атай!!! Ни эшләйһең?! – тип ытырғаланып ҡысҡырҙы ҡыҙ бала, башын борғолап торорға маташты. Ләкин күҙҙәрен ҡан баҫҡан, йыртҡыс хәленә ингән утыҙ йәштән ашҡан “атай”ҙы туҡтатырлыҡ та, еңерлек тә түгел ине.

– Атай! Е-бә-ә-ә-р! Кәрәкмәй! Ебәр, зинһар!!! – тип көсһөҙ ҡулдары менән сәбәләнеп, башын сайҡап иңрәне йөрәк өшөткөс тауыш менән Рая.

– Өнөң сыҡмаһын, юғиһә быуып үлтерәм! – тип ыҫылданы моратына ирешкән ата һәм йөҙөн тырнаған ҡыҙының ҡулдарын бер ҡулы менән шаҡырып тотоп, икенсеһе менән битенә һуҡты.

– Ата-а-й, мин – һинең ҡыҙың, һинең ба-ла-ң, ниңә мине былай? – тип һыҡтаны Рая.

– Юҡ шул, юҡ, һин беҙҙеке түгел! Беренсе ҡыҙыбыҙ бала табыу йортонда уҡ үлде. Ә әсәйең һине шунда ҡалдырып киткән. Иркә йәлләп алып ҡайтты үҙеңде. Ун ике йыл буйы көттөм мин ошо ләззәтле төндө. Тағы ла бер нисә йыл сыҙармын тигәйнем дә, түҙемлек етмәне. Иркәне лә шуға өгөтләп ауылға ҡайтарып ебәрҙем, – тип ҡарға кеүек ҡарҡылданы Биктимер.

Намыҫы тапалған, сафлығы юғалған Рая иңрәп-иңрәп иҫен юғалтты.

Шулай итеп, тыуған көнөндә, ун ике йәше тулған мәлдә Раяны “атай” тигән хәшәрәт йән көсләне. Юҡ! Улай тип әйтеү генә аҙ, матур ғына булып үҫеп килгән сәскәне өҙҙө, тапаны, иҙҙе…

Иртә менән “атай” кеше был вәхши эшен ләззәтләнеп тағы ла бер ҡабатланы. Рая иҫенә килгәндә, һүҙ ҙә әйтерлек, ҡыл да ҡыбырлатырлыҡ хәлдә түгел ине. Ул ауыртыныуҙарына түҙә алмай ыңғырашты ла ыңғырашты, ҡара муйылдай күҙҙәренән йәше түгелде лә түгелде.

– Ҡара уны, әсәйеңә өндәшәһе булма, ишетәһеңме?! Әгәр бер генә һүҙ әйтһәң дә, быуып үлтерәсәкмен! Ә өндәшмәһәң, үҙеңә матур-матур күлдәктәр, тәмле-тәмле ризыҡтар, тәм-том аласаҡмын. Ә-ә, онотоп торам, бына һинең тыуған көнөңә алтын алҡа алғайным. Ҡара әле, ҡайһылай матур. Ҡайҙа, был тимерҙе алып бәрәйем дә алтынын тағайым, – тип кеҫәһенән алтын алҡа алып Раяның бәләкәй ҡабырсыҡтай ҡолаҡтарына таҡты.

– Раечка, кисә эш хаҡы алдым, бына һиңә аҡса, теләгән ризығыңды алып аша. Тор, йыуын, наҙлы бесәй кеүек мырылдап, иркәләнеп ятма! – тип бойорҙо ла Биктимер, бер ни булмағандай, кейенеп эшкә китте.

Раяның башы әйләнде, күҙ алдары ҡараңғыланды, хәле булмаһа ла, ныҡышып торҙо һәм тәнтерәкләй-тәнтерәкләй йыуыныу бүлмәһенә инде. Көҙгөнән уға сәсе-башы туҙған, күҙ төптәре күгәргән, сәскәле күлдәге теткеләнгән, бешкән сейәләй тулышҡан ирендәре ҡара күмерҙәй булып ҡарайған, күп илауҙан күҙ ҡабаҡтары шешенгән бахыр ҡыҙ бала ҡарай ине. Рая хәлһеҙләнеп иҙәнгә ҡоланы.

* * *

Күрше Сәғиҙә әбейҙә Раяларҙың фатирының асҡысы бар ине. Иркә ауылға ҡайтыр алдынан:

– Ҡыҙымды уҡырға ебәрешеп, ярҙам итеп тор инде, – тип ҡалдырғайны.

Сәғиҙә әбей ҡолаҡҡа ҡаты, ләкин, һуҡыр күпте күрә, һаңғырау күпте ишетә тигәндәй, күршеләрендәге төнгө тауышты ишетте. Төн буйына хафаланып йоҡлай алманы.

– Раяның хәлен беләйем. Әллә иҫерек Биктимер баланы ҡайыш менән ярҙы инде, үтә лә ытырғаланып ҡысҡырҙы бит. Хәйерлегә булһын, дәрескә лә ебәрергә кәрәк, – тип үҙ алдына һөйләнеп килеп инде.

Иҙәндә ярым яланғас, ҡанға батҡан ҡыҙ баланы күргәс, һушы китеп йығыла яҙҙы һәм… бөтәһен дә аңланы.

Раяны ипләп кенә торғоҙоп урынына алып барып һалды, өҫтөн япты ла сеңләп кенә илап ебәрҙе:

– Эй-й-й, балаҡайым, харап ҡына иткән бит һине был хәсис, мөртәт, – тип Биктимерҙең күләгәһен әрләне.

Ләкин уның үҙен әрләргә батырсылыҡ итмәне, ҡурҡты, белмәмеш булды. Алла һаҡлаһын, ҡартайған көнөмдә мине лә йәлләмәҫ ул битһеҙ, белмәгәндең беләге тыныс, тип уйланы әбей.

Сәғиҙә әбей ишекте бикләп сығыуға, класс етәксеһе килде. Раяның дәрескә килмәү сәбәбен белеште, ишекте асмауын әйтте. Сәғиҙә әбей иһә үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр алдашты:

– Рая төндә сирләне, атаһы иртә менән дауаханаға алып киткәйне шул, бәлки, бер-ике көндән мәктәпкә барыр, – тине. Класс етәксеһе тынысланып ҡайтып китте.

Уҡыу йылының ҡалған ике айы Рая өсөн бик яй үтте. Көндәре айҙай, айҙары йылдай тойолдо уға. “Атай” кеше лә уны тыныслыҡта ҡалдырманы. Уҡыу йылы бөткәнсе шулай йәшәне «аталы-ҡыҙлы»… “Атай” кеше нимәләр генә алып бирмәне! Был әйберҙәр, затлы булһа ла, сикәнес ине.

Ниһайәт, уҡыу йылы ла тамамланды. Рая әсәһен дә, туғандарын да ныҡ һағынғайны. Атаһы эштән ҡайтмаҫ элек үк автобус менән ауылға юл алды.

Әсәһе менән туғандары Раяны һырып алды. Улар ҙа һағынған, ҡосаҡлаштылар, хәл-әхүәл һораштылар. Рая береһенән-береһе матур зәңгәр күҙле һеңлеләренә ҡарағас, атаһының әйткәндәрен иҫенә төшөрөп, ирекһеҙҙән, ысынлап та, мин уларға оҡшамағанмын икән шул, ҡара ҡашлы, ҡара күҙлемен, тип уйлап ҡуйҙы.

Матур итеп кейенгән, алтын алҡалар таҡҡан һомғол буйлы Раяға ҡарағас, Иркәнең йөрәге ниҙер һиҙеп, сәнсеп-сәнсеп ҡуйҙы. Ләкин башына килгән шомло уйҙарҙы ҡыуырға тырышып, йүгереп йөрөп табын әҙерләне. Сәй эскәндән һуң Иркә:

– Шунан, ҡыҙым, уҡыуҙы нисек тамамланың? Яҡшымы? Яраған. Тыуған көнөңдө нисек үткәрҙең? Күрәм, атайың ҙурлаған, алтын алҡа бүләк иткән икән, һәйбәт. Эштән ваҡытында ҡайттымы? Эсеп килмәнеме? – тип һораған һайын Раяның башы түбән эйелгәндән-эйелә барҙы һәм, күңеле тулып, илап урындыҡҡа йығылды.

– Әсәй, мин, мине… тыуған көнөмдә… мин ғәйепле түгел, – тип һүҙен әйтә алмай үкһене ул.

– Йә, нимә булды? Берәй эш боҙғанһыңдыр ҙа, шуға атайың ҡайыш менән эләктерҙеме? – тип һораны Иркә.

– Ҡайыш менән эләктерһә, Хоҙайға мең рәхмәт әйтер инем дә бит. Эх-х, әсәй, һин мине аңламайһың, – тине лә, әҙерәк тынысланғас, тыуған көнөндә атаһының көсләүен илай-илай һөйләп бирҙе. – Уны төрмәгә ултыртырһың бит, әсәй! – тип һағышлы күҙҙәрен төбәне.

Иркә тораташтай ҡатты: Раяны йыуатманы ла, хатта йәлләп бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Хәтһеҙ ваҡыт үткәс:

– Бер кемгә лә һөйләмә! Был турала онот! Уны төрмәгә ултыртып, һеҙҙе, биш баланы, нисек ҡарайым? Бесән, утын әҙерләргә кәрәк. Әле әҙер утын менән ике ай эсендә үлә яҙҙым бер үҙем, туғандарың бәләкәй. Ә һине, Рая, башҡаса рәнйеттермәм, тик бер кемгә лә һөйләйһе булма! – тип киҫәтте.

Рая уға йәш тулы күҙҙәре менән аптырап та, ғәжәпләнеп тә баҡты. Үҙ әсәйем булһа, улай эшләмәҫ, балаһы өсөн йәнен ярып бирергә лә ризалашыр ине, тигән уйҙар үтте башынан, ләкин өндәшмәне.

* * *

Ҡәҙриә ҡыҙын бала табыу йортонда ҡалдырып сығырға ҡарар итте. Сығыр алдынан бәләкәсенең йүргәктәрен сисеп, бөтә тәнен ҡараны, ҡош балаһы кеүек ауыҙын асып ятҡан ҡыҙыҡайҙың уң яҡ янбашында шырпы башы ҙурлығындай ғына ҡып-ҡыҙыл миңе бар ине. Ҡәҙриә ҡошсоғоноң миңенән үбеп алды ла йәһәт кенә уны кире төрҙө һәм һуңғы тапҡыр имеҙеп, бала табыу йортонан илай-илай ҡасып сығып китте. Бәләкәсен, бауыр итен, үҙе менән бергә алып сығыр ине лә бит, ни йәшәргә өйө, ни эше юҡ.

Ҡәҙриә, ата-әсәһе автоһәләкәттә вафат булғас, балалар йортонда тәрбиәләнде. Һигеҙ класты тамамлағас, штукатур-малярлыҡҡа уҡырға инде. Унда ҡыҙыҡай насар компанияға эләкте, кистәрен подвалда йыйылып тәмәке тарттылар, эстеләр… Балаһының кемдән икәнлеген дә белмәй, бына шулай ҡорһаҡлы булып, сабыйҙы донъяға килтерҙе. Әҙерәк баш-күҙ алып, эшкә урынлашҡас, һис шикһеҙ, баламды аласаҡмын, тип уйланы Ҡәҙриә. Тик тормош ҡанундары аяуһыҙ шул, һин уйлағанса, теләгәнсә генә булмай.

Яҙмыш елдәре ҡамғаҡтай Ҡәҙриәне тәүҙә эҫе Үзбәкстанға, унан һуң үҙәктәргә үтерлек һалҡын Себергә ҡыуалап йөрөттө. Һуңынан кире тыуған ҡалаһына ташланы. Ниһайәт, Ҡәҙриәгә лә тормош юлында бәхет ҡояшы йылмайҙы. Уға эшһөйәр, тыныс тәбиғәтле улы менән тол ҡалған Сәғит осраны. Һәм улар ирҙең тыуған ауылына ҡайтып (ә ул Иркәнең ауылдашы, күршеһе ине), донъя көтә башланы. Сәғиттән Ҡәҙриә бер малай тапты. Иренең улын да, үҙҙәренекен дә “өф” итеп кенә тәрбиәләнеләр.

Мөғжизә әкиәттә генә була тиһәләр ҙә, ул тормошта ла осрай икән.

Һыуға барырға тип сыҡҡан Рая үҙ әсәһе менән күҙгә-күҙ осрашты. Бер-береһен танымаһалар ҙа, улар күптәнге таныштар кеүек иҫәнләште, бер-береһе менән һөйләшеп туя алманы.

Ҡәҙриә Раяны шунда уҡ яратты, йөрәге ниңәлер һулҡылдап-һулҡылдап типте. Ҡыҙҙың йәшен белгәс, минең дә балаҡайым ошо йәштә бит, тип йөрәге һыҙланды.

Бер нисә көн үткәс, ҡаланан Биктимер ҡайтып төштө. Иркә уны ихатала ҡаршы алып, бер нәмә лә белмәгән кеше булып ҡыланды, ә ҡыҙҙары сыр-сыу килеп аталарын һырып алды.

– Атай, ниндәй күстәнәстәр алып ҡайттың? Бүләктәр ниндәй матур! – тип ҡыуанды бәләкәстәр.

Рая ғына атаһы янына сыҡманы, аш бүлмәһендә үҙ эше менән булды.

– Рая ҡыҙым ҡайҙа һуң? Уға ла бүләктәр алып ҡайтҡайным, – тип һөйләнде оятһыҙ ир.

Ҡыҙсыҡтың бәләкәс кенә йөрәге күкрәк ситлеген йыртырҙай булып тулай, атай булған әҙәмде күргеһе килмәй. Нисек итеп уның менән бер өҫтәл артында ултырырға, нисек итеп бер йортта йәшәргә, тигән һорауҙар ҡайнаны башында. Һәм кинәт кенә бер ҡарарға килеп, шым ғына төпкө бүлмәгә инде, ручка, ҡағыҙ бите алды ла былай тип яҙҙы: “Әсәкәйем, беләм, һин минең үҙ әсәйем түгел, шулай ҙа алып ҡарағаның, үҫтергәнең өсөн рәхмәт. Әсәй, һеңлеләрем, Ҡәҙриә апай, һау булығыҙ! Ғәйепләмәгеҙ мине, зинһар өсөн. Әсәй, һеңлеләремде һаҡла. Тик бер генә теләгем үтәлмәне: үҙ әсәйемде күреп, уның күҙҙәренә ҡарай алманым…”

Әсәһе йоҡлай алмай интеккән ваҡытта ниндәй дарыуҙар эскәнен Рая белә ине. Шуларҙы аҡтарып алды ла услап йотто. Тәҙрә төбөндә себендәрҙе үлтереү өсөн иҙеп ултыртылған ағыуҙы ла эсте ул һәм әкрен генә торған ерендә ауҙы. Китте был фани донъянан…

Рая күренмәгәс, уны тыштан, күршеләрҙән, һыу буйынан эҙләнеләр – тапманылар. Өйгә йүгереп ингән һеңлеләре уны күреп, ҡысҡырып илашып килеп сыҡты.

Иркә менән Ҡәҙриә өйгә ингәндә, Раяның ауыҙынан күбектәр сығып, тәне һыуынып бөткәйне инде. Ҡыҙ яҙған хатын күкрәгенә ҡыҫып йән биргәйне.

Хатты тәүҙә Ҡәҙриә уҡып сыҡты ла Иркәгә һондо. Үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡыҙҙың күлдәген күтәреп, янбашын ҡараны. Раяның уң яҡ янбашындағы ҡып-ҡыҙыл миңде күргәс, шаңҡыта һуғылған балыҡ кеүек булды:

– Аһ, балаҡайы-ы-ым, бауыр итем, нишләп һине таныманым?.. – тип иңрәп, йәнһеҙ кәүҙәгә ауҙы.

Ләкин терһәкте тешләргә һуң ине инде, бик һуң…

Таңһылыу ҒҮМӘРОВА.

Фото - inpearls.ru

Аяныслы тыуған көн
Аяныслы тыуған көн
Автор:
Читайте нас: