Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
29 Ноябрь 2021, 17:00

Әсәй, башҡа кәрәкмәйһең

Иң ҡәҙерлеһе – ҡыҙы Гөлнур. Тыумыштан сирхау ғына булды. Ире: “Был бала мандымаҫ һаулыҡҡа, көнө-төнө янынан китмәйһең, яңынан һау бала тап”,--тип тә әйткеләне. Ә нисек? Быныһын бит саҡ 42 йәштә тапты. Башҡа уйламаны ла, быға тиклемгеләрен иртә срокта юғалтып тик торҙо. Инде әсә бәхетенә өмөтөн дә юғалтҡайны, Гөлнуры донъяға ауаз һалды.

“Әсәй, башҡа кәрәкмәйһең...”
Вәзирә үҙенең һалҡын өйөнә инде. Бында күптән тәртип булдырылмаған. Шулай ҙа ул уға яҡын, бөтә нәмә таныш. Үпкәләрҙән тыныслығын юғалтып, йөрәге һыҡрап ҡайтты ул. Илар ине, күҙ йәштәре лә сыҡмай. Үҙ йортоңдоң стеналары ла дауалай, тип уйланы ул, яйлап барыһы ла онотолорона ышанды.
Бәлтәһен дә, шапкаһын да сисмәй оҙаҡ ултырҙы. Ҡул-аяҡтары өшөнө шулай ҙа. Башын өҫтәлгә һалып, үткән тормошон уйланы.

Иң ҡәҙерлеһе – ҡыҙы Гөлнур. Тыумыштан сирхау ғына булды. Ире: “Был бала мандымаҫ һаулыҡҡа, көнө-төнө янынан китмәйһең, яңынан һау бала тап”,--тип тә әйткеләне. Ә нисек? Быныһын бит саҡ 42 йәштә тапты. Башҡа уйламаны ла, быға тиклемгеләрен иртә срокта юғалтып тик торҙо. Инде әсә бәхетенә өмөтөн дә юғалтҡайны, Гөлнуры донъяға ауаз һалды.

Тиҙҙән ире икенсе ҡатынға сығып китте. Күрше ауылдағы ҡатын уға ул тапты. Ир үҙенең сирхау ҡыҙын онотто ла ҡуйҙы.
 Гөлнур үҫә килә нығынды. Әсәһе уның буй етеп, һылыу ҡыҙға әйләнгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Эше күп ине: колхозда намыҫлы эшләне, үҙенең дә малы булды. Ҡыҙы ярҙам итте. Әлбиттә, ауыл ерендә ирһеҙ йәшәү ауыр ине. Әсәһен үҙенә алды, аҙаҡ ҡәйнәһе лә килде. Вәзирәне бер тол ир һоратҡайны, ризалашманы, ҡыҙы алдында оялды. Шулай итеп, Гөлнур тип кенә йәшәне. Әсәһен, түшәккә ятҡан ҡәйнәһен дә ҡараны, ихтирам менән баҡыйлыҡҡа оҙатты.

Гөлнур белем алып, яҡшы егет осратып, кейәүгә сыҡты. Туйҙан бер йыл үткәс Айгөлө тыуҙы. Гөлнур өйҙә оҙаҡ ултырырға теләмәне, артыҡ аҡса булмаҫ, ипотека түләргә кәрәк, тип әсәһен үҙҙәренә йәшәргә саҡырҙы:
--Әсәй, ҡәҙерлем, беҙгә кил, һиңә лә күңелле булыр, беҙгә ярҙам итерһең. Яңғыҙыңа унда ҡыйындыр,--тине.
--Юҡ, Гөлнур, һыйырым бар, ҡарт булһа ла бесәйем йөрөй. Уларҙы нисек ҡалдырайым?
--Һыйырыңды һат, һөттө йүнләп бирмәй бит инде, ә бесәйҙе күршеләргә бир. Мәғәтифә инәй алыр әле.
Вәзирә ҡыҙының үтенесен кире ҡаға алманы. Һыйырын да, бесәйен дә Мәғәтифә күршеһенә бирҙе. Ул улы, килене, ейәндәре менән йәшәй. Улар өйҙө ҡарап торорға ла вәғәҙә бирҙе.
Вәзирә ҡалаға күсте. Ҡыҙы менән кейәүе кискәсә эштә. Ул ейәнсәре менән йөрөй, уны баға, ҡыҙы менән кейәүенең ҡайтыуына бешереп ҡуя.

Айгөлгә 4 йәш тулғас, уны балалар баҡсаһына бирергә булдылар. Тиҫтерҙәре менән аралашһын, үҫешһен, тинеләр. Ә бына Вәзирәгә ҡараштары ҡапыл үҙгәрҙе. Кейәүе һәр саҡ ҡәнәғәт булмаған йөҙ менән йөрөнө, Гөлнур әсәһе арҡаһында ире менән йыш иреште. Имеш, өләсәһе баланы ныҡ иркәләгән.
Вәзирә үҙен артыҡ тойҙо. Ҡыҙынан да көтмәгән хәбәр алды:
--Әсәй, һин башҡа кәрәкмәйһең, ҡайтырға мөмкин. Айгөл балалар баҡсаһына йөрөй, ипотеканы түләп бөттөк, был ике бүлмәле фатир тар, үҙең күрәһең. Һиңә лә үҙеңдә рәхәтерәк, тынысыраҡ булыр.
Вәзирә был һүҙҙәрҙе ишеткәс үлер сиккә етте. Әсәйгә шулайтып әйтеп буламы ни?
Әйбере күп түгел ине. Тиҙ генә йыйҙы. Кейәүе автовокзалға илтеп ҡуйҙы. Ҡыҙы аш бүләмһенән дә сыҡманы, әллә күҙ йәштәрен күрһәтергә теләмәне. Ә Айгөл өләсәһе менән тышҡа сығырға теләп, артынан эйәреп йөрөнө.

Шулай итеп, кире өйөнә ҡайтты Вәзирә. Тышта ямғыр яуа. Шыҡһыҙ көн күңелгә һалҡынлыҡ өҫтәне.
Шул саҡ ишек асылып китте лә күршеһе килеп инде:
--Өйгә ҡараҡтар төшкән тип торам бит. Вәзирә, һин ҡайтҡанһың икән. Ниңә ҡараңғыла ултыраһың ул? Әйҙә, киттек беҙгә. Әйҙә, әйҙә, килен ҡоймаҡ бешерә ине, сәй эсербеҙ,--тип һөйрәп тигәндәй алып сыҡты.
-Ейәндәрем мәктәпкә йөрөй, яҡшы уҡыйҙар. Һыйырың быҙауланы, кире алырһың. Һатыуы йәл,--тип хәбәрҙәрен теҙҙе күршеһе.

Күршеләре ихлас ҡаршы алды. Ҡарт бесәйе лә килеп сыҡты. Хужабикәһен танып, һырпаланды.

Вәзирә ҡыуанысынан илай яҙҙы. Ул яңғыҙ түгел. Тыуған ауылының хәбәрҙәрен ихлас тыңланы. Берәү ҙә унан ниңә кире ҡайтҡанын да һораманы.

Күршеһенең улы:
-Вәзирә апай, беҙҙә йәшә лә ҡуй. Һинең йортоңдоң ҡыйығын яңыртыр кәрәк. Утының да бөткән, мейесеңдең торбаһын да алмаштырырға кәрәк. Эшләрмен, әлегә беҙҙә йәшә, бөтөнләйгә беҙҙә ҡалһаң да була,--тине.
Вәзирә йылмайып ебәрҙе. Ябай ғына кешеләрсә мөнәсәбәт күңелде йылыта шул...
Автор:Резеда Валиева

Фото - Shura Zhuravleva

Әсәй, башҡа кәрәкмәйһең
Әсәй, башҡа кәрәкмәйһең
Автор:
Читайте нас: