Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
4 Декабрь 2021, 10:27

Енәйәтме был?. Детектив хикәйә. Мөҙәрис Багаев

Ҡараңғылыҡ ҡуйырып, йәйге төн тирә-йүнде ныҡлап үҙ ҡосағына алғас,  Ағиҙел ярында   ҡатын-ҡыҙ шәүләһе пәйҙә булды. Ул һыу ситенә еткәс, тирә-яғына ҡаранып алды ла ҡулындағы балалар ваннаһын ергә ҡуйҙы. Аяғындағы туфлийын сисеп, халат итәген бөрмәләренә ҡыҫтырҙы һәм һыуға инеп, эскә керә биреберәк торған баҫмаға барып тотондо. Бер нисә таҡтаны беркетеп эшләнгән был баҫманы, тегеләй ҙә, былай ҙа һелкетә торғас, һайғауҙарынан аҡтарып, һыуға төшөрҙө. Кире ярға сығып, ванна янына килде. Ундағы ыҡсым ғына итеп төрөлгән төргәкте һаҡ ҡына алып, ергә ҡуйҙы һәм ҡулына ваннаны тотоп, яңынан һыуға керҙе лә, халат  кеҫәһенән бау алып, уны баҫма таҡталарына беркетеп ҡуйҙы.          Шул саҡ ярҙағы төргәк саҡ ҡына ишетелерлек итеп шыңшып, тауыш бирҙе. Ҡатын ҡабаланып атлап уның янына килде лә, ҡулына алып, ауыҙҙарын ҡыймылдатып, башын борғолаған сабыйға имсәк ҡаптырҙы. Бала ирендәрен супылдата-супылдата бер аҙ һурҙы ла, тынысланып йоҡлап китте. Ҡатын уны күкрәгенән айырмай оҙаҡ ҡына баҫып торҙо һәм ҡапыл ғына иҫенә килгәндәй, ҡулындағы баланы маңлайынан үбеп, ваннаға илтеп һалды. Бер аҙ уға ҡарап торғас, бармағындағы көмөш балдағын сисеп, төргәк эсенә тыҡты һәм һалды һыу эсенә этеп ебәрҙе. Һал башта яй ғына йөҙөп барҙы ла, йылға ағымына эләккәс, бер-ике әйләнеп, ағышын тиҙләтте һәм ҡараңғылыҡ эсенә инеп, күҙҙән дә юғалды.  

Енәйәтме был (детектив хикәйә)

Мөҙәрис БАГАЕВ

Ҡараңғылыҡ ҡуйырып, йәйге төн тирә-йүнде ныҡлап үҙ ҡосағына алғас,  Ағиҙел ярында   ҡатын-ҡыҙ шәүләһе пәйҙә булды. Ул һыу ситенә еткәс, тирә-яғына ҡаранып алды ла ҡулындағы балалар ваннаһын ергә ҡуйҙы. Аяғындағы туфлийын сисеп, халат итәген бөрмәләренә ҡыҫтырҙы һәм һыуға инеп, эскә керә биреберәк торған баҫмаға барып тотондо. Бер нисә таҡтаны беркетеп эшләнгән был баҫманы, тегеләй ҙә, былай ҙа һелкетә торғас, һайғауҙарынан аҡтарып, һыуға төшөрҙө. Кире ярға сығып, ванна янына килде. Ундағы ыҡсым ғына итеп төрөлгән төргәкте һаҡ ҡына алып, ергә ҡуйҙы һәм ҡулына ваннаны тотоп, яңынан һыуға керҙе лә, халат  кеҫәһенән бау алып, уны баҫма таҡталарына беркетеп ҡуйҙы.

         Шул саҡ ярҙағы төргәк саҡ ҡына ишетелерлек итеп шыңшып, тауыш бирҙе. Ҡатын ҡабаланып атлап уның янына килде лә, ҡулына алып, ауыҙҙарын ҡыймылдатып, башын борғолаған сабыйға имсәк ҡаптырҙы. Бала ирендәрен супылдата-супылдата бер аҙ һурҙы ла, тынысланып йоҡлап китте. Ҡатын уны күкрәгенән айырмай оҙаҡ ҡына баҫып торҙо һәм ҡапыл ғына иҫенә килгәндәй, ҡулындағы баланы маңлайынан үбеп, ваннаға илтеп һалды. Бер аҙ уға ҡарап торғас, бармағындағы көмөш балдағын сисеп, төргәк эсенә тыҡты һәм һалды һыу эсенә этеп ебәрҙе. Һал башта яй ғына йөҙөп барҙы ла, йылға ағымына эләккәс, бер-ике әйләнеп, ағышын тиҙләтте һәм ҡараңғылыҡ эсенә инеп, күҙҙән дә юғалды.

          Шунда ҡатын ҡапыл уның артынан ташланды, ҡыуып тоторға теләгәндәй, үрһәләнеп эскә үрмәләне. Һыу муйынына еткәс, йөҙә белмәгәнен иҫләп, кире боролдо һәм йылғанан сығып, ағым ыңғайына яр буйлап йүгерҙе. Ҡапыл ғына нимәгәлер абынып тәгәрәне лә, ҡабат урынынан ҡуҙғалмай, ҡулдары менән йөҙөн ҡаплап, ергә һыйынды. Һәм төн ҡараңғылығын йөрәк төбөнән сыҡҡан “а-а-а” тигән ғазаплы өн телгеләп үтте…  

     – Кем һәм ни өсөн был яңы ғына донъяға килгән сабыйҙы һыуға һалған? Ниндәй мәрхәмәтһеҙҙең рәхимһеҙ ҡулы барған?! – Марат алдындағы ҡағыҙҙарҙы йыйып, папкаға һалды ла, уны өҫтәл тартмаһына тығып ҡуйҙы. – Был турала енәйәт эше ҡуҙғатылған һәм уны асыҡлау бурысы һиңә йөкмәтелгән, иптәш тәфтишсе!

        Ул ҡулына бер яҡ ситтәрәк ятҡан көмөш балдаҡты алды һәм уны әйләндергеләп ҡарай башланы. Бына был балдаҡтың хужаһын, ун биш көнлөк сабыйҙы, кисә иртән Ҡушҡайын ауылы тапҡырында, Ағиҙел йылғаһынан тотоп алғандар. Дөрөҫөрәге, атын һыу эсерергә алып төшкән Хәтмулла исемле ағай яр ситенән ағып килгән ҙур булмаған һалды күреп ҡала һәм уны һыуҙан сығара. Бау киҫәктәре менән беркетелгән балалар ваннаһындағы төргәк эсендә хәлһеҙ генә ҡыбырҙаған ҡыҙ бала ятҡан була. Ағай кеше уны өйөнә алып ҡайтып, имсәк балаһы булған килененә тоттора. Уныһы сабыйҙы имеҙеп йоҡлата. Шунан милицияға хәбәр итәләр. Милиция протокол төҙөп, ҡыҙыҡайҙы алып китә һәм балалар дауаханаһына тапшыра. Ә уны ураған йүргәк эсенән бына ошо балдаҡ килеп сыға. Һәм бына ошо балдаҡты йүргәк эсенә тыҡҡан әҙәмде табыу – Мараттың бурысы.

      Иң тәүҙә һалды ҡайҙан ағыҙып ебәреүҙәрен асыҡларға кәрәктер, моғайын. Тәфтишсе урынынан тороп, стенала элеүле торған карта алдына килеп баҫты. Ҡушҡайын ауылы ҡаланан һыу түбәненә табан биш саҡрымдай алыҫлыҡта урынлашҡан. Ике арала тағы ла Яуыш һәм Суртанлыкүл ауылдары бар. Һалды ағыҙып ебәреү ваҡытын асыҡ ҡына әйтеп булмай. (Ә уға, баланың хәленә ҡарап, ете сәғәт самаһынан да алда түгел, тинеләр). Шулай ҙа, йылғаның ағым тиҙлегенә ҡарап иҫәпләһәң, төн эсендә уны ҡаланан да, уға яҡыныраҡ ятҡан был ауылдарҙан да ағыҙып ебәргән булыуҙары бик мөмкин. Тимәк, Яуыш менән Суртанлыкүлде лә ғәмәлдән сығарырға ярамай. Ауылдарҙа берәй йәшерен эш ҡылыуы ҡыйын – бер осонда сөскөрһәң, икенсе осонда йәрхәмикалла, тип әйтәләр, тиҙәр бит әле. Шулай ҙа, урыҫтар әйтмешләй, шайтан ни менән генә шаярмай. Ә енәйәт ҡалала эшләнһә инде, уны асыҡлау өсөн арыу ғына тир сығарырға тура килер.

          Тәфтишсе телефон аша Суртанлыкүл менән Яуыш ауылдары ингән участканың инспекторы Аҡсурин менән һөйләшеп килеште лә бала табыу йортона йүнәлде.

        Марат яңы тыуған балаларҙы теркәү кенәгәһен ҡулына алып, ҡуйын дәфтәренә ундағы яҙмаларҙы күсереп ҡуйҙы. Әгәр ҙә табылған балаға ун биш тәүлек тип иҫәпләһәң, плюс-минус бишәр көндө лә алһаң, барлығы был ваҡыт эсендә егерме ете ҡыҙ бала донъяға килгән булып сыға. Хәҙер инде шуларҙың ҡуйын дәфтәрендәге адрестары буйынса йөрөп сығаһы ҡала. Әлбиттә, ҡыҙыҡай сит бала табыу йортоноҡо ла булырға мөмкин. Эргәлә генә Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары урынлашҡан. Күрше-тирәләге район үҙәктәрен иҫтән сығарырға ярамай. Шулай уҡ өйҙә, хатта юлда ла бала тыуыу осраҡтары аҙ түгел. Улар һуңлап булһа ла теркәлә, әлбиттә…Теркәлмәгәне лә булыуы бар.

        Марат исемлектәге егерме биш йәшкә тиклемге әсәләрҙе айырым билдәләп ҡуйҙы. Улары егерме бер булып сыҡты. Иң башта шуларҙа булып сығырға кәрәк. Унан өлкәндәрҙең ташлар өсөн бала табыуы икеле.

                                             ***

          Ҡатын, аяҡтарын көскә һөйрәп, фатирына ҡайтып инде һәм хәлһеҙләнеп ишек яңағына һөйәлде. “Ни эшләнем мин, ни эшләнем?!” Уның мейеһен тик шул уй телгеләне. Бер аҙ шулай торғас, ҡарашын бүлмә эсенә төшөрҙө. Ләкин күҙенә бер ни салынманы. Күңеле менән бары ҡот осорғос бушлыҡ ҡына тойҙо. Ул карауатына барып, мендәренә ҡапланды һәм ҡулдары менән эргәһен һәрмәй башланы. Әммә бармаҡтарына еүеш йүргәктән башҡа бер ни эләкмәне. Ул ҡапыл, үҙ-үҙен белештермәй йүргәкте йомарлап алып, битенә ҡапланы ла, үкһеп-үкһеп иларға тотондо.

        Илап туйып, ярһыуы бер аҙ баҫылғас, карауатында ятҡан килеш күҙҙәрен түшәмгә төбәне. “Һыуға батмай ғына берәй изге бәндәгә юлыҡһа ярар ине бахырҡайым… Мин ташлаһам да, Хоҙай үҙ мәрхәмәтенән айырмаһын ине…” Ул ирендәрен саҡ ҡына ҡыбырҙатып, уй-теләктәрен шыбырҙаны. Күҙ алдынан сабыйының бер ғәйепһеҙ күҙ ҡарашы, ирендәрен ослайтып йомарларға маташыуы, һирәк-һаяҡ ҡына көсһөҙ тауышы менән шыңшып алыуы китмәне. Һәм ҡапыл ғына улар юғалып, урынына икенсе бер ят ҡатындың уның балаһын имеҙеп, биттәренән суп-суп үбеп алыуы килеп баҫты. Ҡатындың күҙҙәре тағы йәшкә тулышты.

                                        ***

      Марат һуңғы адрес буйынса күрһәтелгән йорттан сыҡты ла бүлеккә ҡарай юл тотто. Исемлек буйынса йөрөп сығыу ике көн самаһы ваҡытты алды. Ҡыуаныс-шатлыҡ та, ҡайғы-хәсрәт тә күрҙе Марат үҙен ҡаршы алған ата-әсәләр йөҙөндә. Балаларҙың бөтәһе лә тип әйтерлек үҙ урындарында булып сыҡты. Тик өсәүһе генә ер ҡуйынында – улар урынына үлеүҙәрен раҫлаған белешмәләрҙе генә күрһәттеләр. Маратты шуныһы ғәжәпкә ҡалдырҙы – был белешмәләрҙә бер үк диагноз ине. Ул яҡында ғына күренеп торған күрше ҡалаларҙың завод-комбинаттары торбаларынан урғылған ҡара күк төҫтәге төтөн болоттарына күҙ ташланы. Яңы тыуған һәр етенсе бала уларҙың ҡорбаны тип әйтерлек. Һуңға табан уларҙың һаны тағы ла ишәйеүе бик мөмкин. Һәр нәмәгә ҡул һелтәп, битараф ҡалыу бына нәмәгә алып барып еткерә.

      Тәфтишсе үҙ бүлмәһенә инеп, өҫтәл артына ултырҙы. Йөрөүҙәр бушҡа булып сыҡты. Хәҙер инде тирә-яҡтағы ҡала-райондарға ярҙам һорап мөрәжәғәт итәһе ҡала. Шулай уҡ ҡалалағы участка инспекторҙарын күреп, һөйләшеп алырға кәрәк. Үҙ балаларынан баш тартыусылар етерлек хәҙерге заманда. Күп әсәләр бала табыу йортонда уҡ ҡалдырып сығалар, ҡайһылары юл буйҙарына, ишек төптәренә һалып китәләр.Үлтереп ташлаған осраҡтар ҙа бар. Балаларынан баш тартыусыларҙың күбеһе (әсә тип әйтергә тел әйләнмәй) дөйөм ятаҡта йәшәүсе йәш-елкенсәк. Был осраҡта ла шуларҙың береһе булып сығыуы бик мөмкин. Тимәк, участка инспекторҙары менән берлектә ҡалалағы дөйөм ятаҡтарҙың береһен ҡалдырмай йөрөп сығырға кәрәк. Вахтершалар – күҙсән халыҡ – иғтибар итмәй ҡалмағандарҙыр, моғайын. Марат кеҫәһенә көмөш балдаҡты һалып алды. Тик ҡыҙҙар ғына йәшәгән тәүге дөйөм ятаҡта уҡ вахтала ултырған татар апайы Марат менән уға эйәргән участка инспекторының кәйефен ҡырҙы. Ул балдаҡты күреү менән:

  • Эй, йөрәккәйҙәрем, бындай тимер йөрөтөүселәр күп бит хәҙер!

Әллә модаға әйләндерҙеләр инде – һәр ҡайһыһында, тип әйтерлек бар, әйкәйем, – тине. Шулай ҙа, ҡулына алып, әйләндергеләп ҡараны ла, өмөтләндерергә теләпмелер:

     – Көмөш түгелме һуң? Күреп белеүселәр булыр, моғайын, – тип өҫтәне.

     Мараттың:

    – Артыш-мәҙәр булманымы? – тип һорауына:

   – Был арала ҡорһаҡ йөрөтөп, бәбәйләүселәр юҡ әле, Аллаға шөкөр! – тип яуапланы.

     Марат вахтерша ҡатынға үҙен алыштырыусылар менән дә һөйләшеп ҡарауын һорап, телефон номерын ҡалдырҙы. Трикотаж кейемдәре фабрикаһының дөйөм ятағында уларға Фәриҙә исемле ҡыҙҙың ауырлы йөрөүен, тик хәҙер ҡорһағының да, балаһының да юҡлығын әйттеләр. Ә үҙе, ике аҙналай, ҡайҙалыр юғалып тороп, кире ҡайтҡас, һорашыусыларға: ”Үле тыуҙы, операция яһап алдылар”, –тигән.

                                               ***

      Ҡатын ишек шаҡыған тауышҡа һиҫкәнеп, башын күтәрҙе. Ул карауатынан тороп, ишеккә йүнәлеүе булды, уныһы үҙенән-үҙе асылып китте.

    – Әллә бикләнмәй ҙә йоҡлап ятаһың инде?  –  Унан оҙон буйлы, сибәр генә йөҙлө утыҙ йәштәрҙәге ир килеп инде.  Тура кухняға үтеп, ҡулындағы әйберҙәрҙе өҫтәлгә ҡуйҙы ла, кире сығып, бүлмә уртаһында баҫып торған ҡатын янына килде һәм уның битенән үбеп, йомшаҡ тауыш менән ҡолағына:

    – Бөтәһе лә әҙер, һөйөклөм, – тип шыбырҙаны.

       Ҡатын өндәшмәне, бары тик ҡарашын карауатҡа ғына төшөрөп алды. Ир уның ҡарашы артынан эйәреп, йыйылмаған урынға күҙ һалды. Уның буш икәнен күреп, ҡапыл ағарынып китте һәм ҡулдары менән ҡатындың беләктәренән ҡымтып алды.

     – Ҡайҙа? Ҡайҙа ҡуйҙың? – тип ыҫылданы.

Ҡатын уның зәһәр ут сәскән һоро күҙҙәренә бер аҙ ҡарап торҙо ла:

   – Һыуға һалдым, – тине, ишетелер-ишетелмәҫ кенә.

     Ир кеше ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй ҡатынға текәлде, аҙаҡ ултырғысҡа барып ултырҙы. Һәм йөҙөнә яһалма йылмайыу сығарырға тырышып:

      – Яҡшы булған. Мин берәйһенә биреп ебәрҙеңме әллә тип ҡурҡҡан инем. Ә бына быны алып ҡуй, кәрәге тейеүе мөмкин, – тине һәм кеҫәһенән дүрткә бөкләнгән ҡағыҙ алып, өҫтәлгә һалды. Ҡатын өндәшмәне. Ир сәғәтенә күҙ төшөрөп алды ла:

    – Мин ҡабаланам. Пока! – тип сығырға йүнәлде.

                                                   ***

      Марат ишек шаҡып барып ингәндә ҡыҙҙар телевизор ҡарап ултыралар ине. Ул үҙенә Фәриҙә исемлеһе кәрәген әйткәс, тулы ғына кәүҙәле ҡыҙға күрһәттеләр. Марат үҙе менән таныштырып, башҡаларына Фәриҙә менән икәүһен генә ҡалдырып сығып тороуҙарын һораны. Ҡыҙҙар шуҡ ҡына йылмайышып, коридорға сыҡтылар.

          Марат Фәриҙә тәҡдим иткән ултырғысҡа ултырҙы ла ҡыҙға өндәште:

       – Һеҙҙе бәхетһеҙлеккә осраған тип ишеткән инем.

      – Булды инде. – Ҡыҙ күҙҙәрен йәшерә биреберәк яуап бирҙе.

      – Асығыраҡ һөйләп бирә алмаҫһығыҙмы?

      – Аның нәмәһен асыҡлап тораһың инде – ҡарынымда үлгән, ярып алдылар. Фәриҙә бер ни булмағандай, үҙен тыныс тотто.

  • Ҡасан һәм ҡайҙа икәнен әйтеп, бәлки, был турала белешмәләрегеҙҙе лә күрһәтерһегеҙ.
  • Бынан егерме көн элек, – тип Фәриҙә күрше район үҙәгенең исемен әйтте лә, тупаҫ тауыш менән өҫтәп ҡуйҙы. – Ә тегендә ҡағыҙ менән йөрөмәйбеҙ, сепрәк киҫәктәре етерлек беҙҙә!

Марат ҡыҙҙы яңынан күҙҙән кисерҙе лә, киҫкен тауыш менән:

    – Беҙгә быларҙы асыҡлауы бер ни тормай. Ә ялған мәғлүмәттәр өсөн нәмә булырын беләһеңме? – тип һораны.

     Тәфтишсенең ҡырҡа тоны һәм әйткәндәре ҡыҙға тәьҫир итмәй ҡалманы. Уның күҙҙәрендә ҡурҡыу билдәләре сағылып китте һәм бер аҙҙан, шым ғына тауыш менән:

  • Мин баланы атаһына биреп киттем, – тип яуап бирҙе.

      Уның ҡыҫҡаса ғына һөйләүенән шул аңлашылды: Фәриҙә күрше ҡалала бергә ун ике йыл йәшәп тә балалары булмаған ирле-ҡатынлы ауылдаштары менән һөйләшеп-килешеү буйынса уларға бала табып бирә. Атаһы шул уҡ ир була. Ваҡыты еткәс, Фәриҙәне күрше районға алып китәләр һәм ул ундағы дауаханала баланан ҡотола. Тегеләре балалы, ә ҡыҙ аҡсалы булып ҡала.

        Марат сығыр алдынан ҡыҙҙан:

       – Балаңды биреп китеүеңә үкенмәйһеңме? – тип һораны.

    Фәриҙә был ниндәй һорау тигәндәй, яуырындарын ғына һикертте.

     Башҡа дөйөм ятаҡтарҙа булып сығыу яңылыҡ килтермәне. Бары тик ойоҡ-ойоҡбаш фабрикаһыныҡында вахтала ултырған йомро кәүҙәле әбей генә балдаҡты ҡарап: ”Ҡасандыр, кемдәлер күргән һымаҡ булам”, – тине. Ләкин күпме генә тырышмаһын, иҫенә төшөрә алманы. Тимәк, был дөйөм ятаҡта ентекләберәк эҙләнергә тура килә. Әммә бында бер ҡаршылыҡ килеп тыуҙы – сеймал юҡлыҡтан фабриканың туҡтау хәленә килеп терәлеүе арҡаһында күптәр, бигерәк тә йәштәр ҡыҫҡартылыуға эләккән. Шуға күрә бында йәшәгән булып һаналһалар ҙа, ҡайһылары ауылдарына ҡайтып киткән, ҡайһылары башҡа кәсеп менән шөғөлләнеп, төрлө яҡҡа таралғандар. Марат бындағы участка инспекторы менән, күпме генә ваҡытты алмаһын, эҙләнеүҙе туҡтатмаҫҡа һөйләшеп килеште.

                                            ***

      Ҡатын балаһын ағыҙып ебәргәндән һуңғы ике тәүлектә үҙен томан эсендә йәшәгәндәй хис итте. Тамағына аш бармай, күҙенә йоҡо кермәй илке-һалҡы йөрөнө лә йөрөнө, ниндәйҙер билгеһеҙ көскә эйәреп, йылға буйына төшөп китте. Һәм был көс уны сабыйынан айырылған ергә алып килде. Ҡатын күбекләнеп аҡҡан йылғаға бер аҙ ҡарап торҙо ла, ағым ыңғайына яр буйлап атланы. Һәр боролошҡа етәрәк ҡатындың күҙҙәрендә өмөт сатҡылары ҡабынып, уның артында тын ғына ағып барыусы өҫтөнә ванна ултыртылған һал күренер кеүек тойолдо. Йылға буйлап атлай торғас, ҡала ла артта ҡалды, ҙур ғына бер ауылды ла үтеп китте. Ләкин һыу өҫтөндә һирәк-һаяҡ балыҡсы кәмәләренән башҡа бер ни күренмәне.

      – Ни юғалттың, һеңлекәш? Нимә эҙләйһең?

  • Был тауышҡа һиҫкәнеп китеп, ҡатын туҡтап, башын борҙо. Эргәһендә эйәрле атҡа атланған оло ғына йәштәрҙәге ағай тора ине. Арыраҡ үлән уртлап йөрөгән бер көтөү мал да күренә.

Көтөүсегә ҡарап, әйтергәме-әйтмәҫкәме тигәндәй ҡатын бер аҙ торҙо ла, ишетелер-ишетелмәҫ кенә итеп:

    – Бында ағып барыусы баланы күреүсе булманымы икән? – тип һораны.

    – Яңыраҡ Ҡушҡайындыҡылар һал менән ағып килгән бер сабыйҙы тотоп алғандар тип ишеткәйнем, ысын булһа, – тип яуапланы ағай.

  – Тереме икән? Өмөт сағылған ҡарашын ҡатын көтөүсегә төбәне.

  – Үлмәгән тигәндәй булдылар. Милиция ҡалаға әпкитеп, дауаханаға тапшырған, шикелле.

      Ҡатындың йөҙөндә шатлыҡлы йылмайыу билгеләре сағылып ҡалғандай булды. Ул көтөүсегә:

  • Рәхмәт, ағай! – тип ҡысҡырҙы ла, боролоп, яр буйлап кире йүгерҙе.

                                                    ***

       Алдындағы ҡағыҙҙарға ҡарап, Марат уйға сумды. Эҙләнеүҙәр ҡомға терәлеп ҡалғандай булды. Күрше район-ҡалаларҙан да  ҡыуандырырлыҡ хәбәр килмәне. Ойоҡ-ойоҡбаш фабрикаһының дөйөм ятағын иҫәпкә алмаһаң, үҙҙәрендә лә әлегә тотоп ҡына йәбешерҙәй бер ни күренмәй. Уның уйҙарын бүлеп бүлмәгә участка инспекторы Аҡсурин килеп инде. Ул ҡул биреп күреште лә:

     – Эш нимәлә, иптәш тәфтишсе, ниңә баш түбән эйелгән? – тип көлөмһөрәне һәм хәйләкәр йылмайып, эргәләге ултырғысҡа ултырҙы.         – Выше голову! Миндә һинең өсөн бик елле хәбәр бар, шикелле.

       Мараттың һораулы ҡарашын осратып, ул Суртанлыкүл көтөүсеһенең бала эҙләп йөрөгән ҡатынды тап итеп, уның һөйләгәндәре буйынса эҙләүсенең буй-һынын, төҫ-башын һүрәтләп бирҙе.

         Тимәк, ун һигеҙ-егерме йәштәрҙә, урта буйлы, тулыраҡ кәүҙәле, толомға үрелгән оҙон ҡара сәсле. Ундайҙар ҡалала етерлек, әлбиттә. Ә бына Аҡсуриндың айырым билдәләре тип әйткән маңлайындағы һинд ҡатын-ҡыҙҙарыныҡы һымаҡ миң тик һирәктәрҙә генә булыуы мөмкин. Бүлектән сығып барғанда Маратты дежурный туҡтатты һәм:

      – Бына һиңә тип участковый Ҡәйүмов ҡадырып киткән ине, – тип уға уртаға бөкләнгән ҡағыҙ тотторҙо. Унда: “Яр буйы урамы тәңгәлендә һыуға инеп торған баҫманы аҡтарып алғандар. Бының бала-саға эше лә, шулай уҡ бала табылған һал да булып сығыуы бар”, – тип яҙылған ине.

       Яр буйы урамы. Адрестар буйынса йөрөгәндә, Марат ул урамда ла булған ине. Әммә баланың әсәһен күрмәне. Ишекте оҙон ғына буйлы ир кеше асты ла, тәфтишсене бүлмәгә индереп тә тормай, баланың үлеме тураһында белешмәне сығарып күрһәтте. Ул саҡта Мараттың үҙен шулай ҡаршы алыуҙарына кәйефе ҡырылһа ла, хужаларҙың хәленә кереп, төпсөнөп торорға баҙнат итмәне.

    Марат ҡағыҙҙы бөкләп кеҫәһенә тыҡты һәм ойоҡ-ойоҡбаш фабрикаһының дөйөм ятағына йүнәлде. Был юлы уны вахтала урта йәштәрҙәге ҡатын ҡаршы алды. Мараттың һорауына ул шунда уҡ:

      – Эйе, йәшәп китте ундай миңле ҡыҙыҡай, тик исеме хәтеремдә ҡалмаған, – тине һәм маңлайын йыйырып бер аҙ уйланып торғас, – ә һеҙ иптәш ҡыҙҙарынан һорашығыҙ. Шунда йәшәгән ине, шикелле, –тип бүлмә һанын әйтте.

     – Рәзинә исемле ул. Бынан киткәненә бер йыл була инде, – тине Маратҡа бүлмәләге һары сәсле, сибек кенә кәүҙәле ҡыҙ.

       Тәфтишсе уға кеҫәһенән алып, көмөш балдаҡты күрһәтте. Ҡыҙ уны күреү менән:

     – Рәзинәнеке ул… Эй Хоҙайым, әллә уға берәй нәмә булғанмы? –  тип һораны, йөҙө ҡасып.

      Марат уны тынысландырырға тырышты:

     – Үҙенә бер ни ҙә булмаған. Ҡайҙа йәшәгәнен беләһегеҙме?

Ҡыҙ уға ышаныр-ышанмаҫ ҡына ҡарап торҙо ла:

    – Яр буйы урамында, айырым фатирҙа тора, – тип яуап бирҙе.

                                                       ***

        Тәфтишсегә был юлы ла ишекте теге ир асты. Мараттың үҙенә хужабикә кәрәк ине, тип әйтеүенә, ир ҡырҡа тауыш менән:

    – Ул өйҙә юҡ! Ә һеҙгә тағы нәмә кәрәк?! Баланың үлеме тураһындағы белешмәне күрһәттем, кәрәкһә, ҡәберенә лә алып барам, – тине.

      Марат уның асыу менән тулған күҙҙәренә ҡарап , ҡоро ғына:

  • Ҡәбере барын беләм. Тик унда күмелгән табутта мәйет булыуы икеле, – тине.

      Ир өндәшмәне. Был ваҡыт уның ғорур тотҡан кәүҙәһе шиңеп, бәлтерәп төшкәндәй тойолдо Маратҡа. Тәфтишсе хушлашып та тормай, ҡырҡа боролоп, сығып китте.

      Марат бүлеккә барып ингәндә уны тағы ла дежурный туҡтатты һәм:

  • Анау гражданканың йомошо һиндә шикелле тип бер яҡ ситтәрәк баҫып торған ҡатынға күрһәтте.

      Тәфтишсе ҡатындың ике ҡаш араһындағы ҙур булмаған ҡара миңен күреү менән, эстән генә: “Рәзинә!”– тип ҡуйҙы. Марат уның янына килде лә, үҙенең кем икәнлеген әйтеп, артынан эйәреүен һораны.

        Бүлмәгә ингәс, ҡатын Марат күрһәткән ултырғысҡа ултырҙы һәм башын күтәрмәй генә:

    – Мин…  мин баламды һыуға ағыҙып ебәрҙем, – тине ҡалтыранған ирендәрен саҡ-саҡ ҡыбырҙатып.

    – Һеҙ икәнен беләм, ә ни өсөн икәне билгеһеҙ.

Ҡатын башын күтәреп, дымланған күҙҙәре менән Маратҡа ҡараны ла:

  • Мин уны … яңынан үҙемә алырға теләйем... – тип ҡулдары менән битен ҡаплап, ҡапыл ғына үкһеп иларға тотондо.

     Марат уның илап бөткәнен һүҙһеҙ генә күҙәтеп ултырҙы ла, ҡатын туҡтағас, һыулы стаканды уның алдына шылдырып ҡуйҙы.

     – Мәгеҙ, эсегеҙ ҙә, түкмәй-сәсмәй генә һөйләп бирегеҙ барыһын да.

     Ҡатын стаканға ҡағылманы, кофта кеҫәһенән ҡулъяулыҡ сығарып, йәшле күҙҙәрен генә һөрткөләп ҡуйҙы.

   – Мин көтәм! – Марат тауышын ҡорораҡ сығарырға тырышты.

   Аҙыраҡ тынысланып ҡалған ҡатын өҙә-йолҡа булһа ла үҙ тарихын һөйләп алып китте.

       Рәзинә төпкөл генә ауылда тыуып үҫкән. Ата-әсәһен бик хәтерләмәй – ул бәләкәй саҡта уҡ аварияға эләгеп, икеһе бер юлы һәләк булғандар. Ҡыҙ өләсәһе ҡулында тәрбиәләнгән. Етенсе класты тамамлағанда уныһы ла үлеп киткән. Ҡыҙ ҡалаға килеп, һөнәрселек училищеһына уҡырға ингән. Унан бәйләүсе һөнәрен алып сыҡҡан һәм фабрикала эшләй башлаған. Ике йыл элек бәләгә тарып, аяғын һындырған һәм дауаханаға барып эләккән. Бына шунда Айратты осрата ла инде. Нисектер был үҙен дауалаусы оҙон буйлы, сибәр генә табиптың һәр дежурствоһын Рәзинә көтөп алыр булып китә. Ул палатаға килеп инеү менән үҙендә әллә ниндәй кисерештәр тоя башлай. Айрат һөйкөмлө ҡарашы, йомшаҡ тауышы, көслө ҡулдары менән  Рәзинәне көндән-көн үҙенә әсир итә бара. Ҡыҙға йыш ҡына төрлө һут, еләк-емеш тә килтереп, хатта бер нисә тапҡыр тумбочкаһына сәскәләр ҙә ҡуйып китә. Дауахананан сыҡҡас та, улар осрашҡылап торалар.

       Бер көндө, кискә ҡарай, Айрат уны машинаһына ултыртып, өс саҡрымдай ситтәге баҡсаһына алып китте һәм унда бәләкәй генә мәжлес ҡороп, ҡуна ҡалдылар. Рәзинә Айраттың ҡатыны, балаһы барлығын да белә ине. Ләкин баштан-аяҡ ғашиҡ ҡыҙ ни эшләһен – йөрәген сырмап алған тойғоларға баш була алмай.

      Айрат Себергә киткән ниндәйҙер туғандарының фатирын килешеү буйынса алып ҡала ла Рәзинәне дөйөм ятаҡтан шунда йәшәргә күсерә. Хәҙер инде йыш ҡына был фатирҙа осраша башлайҙар. Һигеҙ ай самаһы элек Айратты үҙ һөнәре буйынса Чечняға командировкаға ебәрәләр. Рәзинә был ваҡытта үҙенең ауырлы икәнен белә, ләкин уға әйтмәй.

      Айрат ҡайтып, уны ҡорһаҡлы килеш күргәс, Рәзинәгә булған ҡарашы ҡырҡа үҙгәрҙе. Баштараҡ бик өндәшмәһә лә, аҙаҡҡа табан алама һүҙҙәр әйтеп мыҫҡыллар булып китте, хатта: “Кемдеке, шул маңҡаныҡымы?” – тип юҡты таптыра башланы.  Рәзинә янына күптән инде Талип исемле ауылдаш егете килгеләп йөрөй ине. Ҡыҙ уға ҡарата үҙендә бер ниндәй ҙә хис тоймаһа ла, яҡташын үҙенән этәрмәне – дуҫтарса күрешеп, һөйләшеп йөрөнөләр. Талип йыш ҡына дауаханаға ла килде, бер-ике рәт әле йәшәгән фатирында ла булғыланы. Айрат уны осратмай ҡалманы, әлбиттә. Рәзинә илап, анттар әйтеп, баланы Айраттыҡы ғына булыуына ышандырырға тырыша. Ә ваҡыты етеп, бала тыуҙырыу йортона эләккәс, Айрат Рәзинә янына килеп тә урамай, тиерлек. Бары тик сығыр алдынан ғына инеп, баланы ҡалдырып китергә өгөтләргә тотона. Бәлки, Айраттың үҙен тотоуы тәьҫир итмәй ҡалмағандыр – бала сибек һәм мыжыҡ ҡына булып тыуа.

       Әлбиттә, ул балаһынан айырылыуҙы башына ла килтермәй. Ләкин бала табыу йортонан ҡайтып, Айрат ҡыҙыҡайҙың ниндәй хәлдә икәнен күргәс, өгөт-нәсихәт уҡыу көн дә тип әйтерлек ҡабатланып тора. Тәүҙә ипләберәк, аҙаҡ икегеҙҙе лә урамға ҡыуып сығарам, тип ҡурҡытып, сабыйҙы балалар йортона илтеп биреүен талап итә. Ә бер көн килеп: “Детдомға тапшырһаң, үҙең унан ҡайтып инә белмәҫһең! Әгәр баланың атаһы ысынлап та мин икән – теләһә ни эшләтә алам!” – тип, укол ярҙамында унан ҡотоласаҡтарын әйтеп китә. Һуңғы сиккә еткерелгән ҡатын, үҙ ғәзизен ҡотҡарып ҡалыу өсөн, һыуға ағыҙып ебәреүҙән башҡа юл тапмай.

       Айрат ялған белешмә алып, ялған күмеү ҙә ойошторҙо. Ләкин үҙ балаһына үҙе ҡул һалырға йыйынған, әсәне сабыйынан айырған кешегә Рәзинәнең йөрәге ҡатҡан, мөхәббәте нәфрәткә әйләнгән ине…

    …Ҡатын һүҙенән туҡтаны һәм өмөт сағылған күҙҙәрен Маратҡа төбәп:

     – Енәйәтем өсөн ниндәй генә булһа ла яза алырға ризамын, зинһар, өсөн баламды кире ҡайтарырға ярҙам итегеҙсе! – тине.

      Тәфтишсе өндәшмәне. Башында уның: “Айрат тигәнең бөтә ҡылыҡтары өсөн дә тулыһынса яуап бирер. Тик бына һин ғәйеплеме һуң? Һин яһаған аҙым енәйәтме ул? – тигән һорау ине.

                                                 ***

        Марат уларҙы ҡала урамында осратты. Йөҙөндә бәхетле йылмайыу сағылған ҡатын һәм ниҙер һөйләп, балалар коляскаһы этеп килгән урта буйлы, ҡарараҡ ҡына йәш ир. “Талиптыр, моғайын”, – тип уйланы Марат. Улар уны күрмәне. Әллә күреп тә иғтибар итмәнеләрме?

 

Мөҙәрис Багаев.

Фото - triglavblog.com.

 

 
Енәйәтме был?. Детектив хикәйә. Мөҙәрис Багаев
Енәйәтме был?. Детектив хикәйә. Мөҙәрис Багаев
Автор:
Читайте нас: