Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
26 Март 2022, 21:20

Ҡазалы туй

Яңғыҙ балаһынан ҡалған ҡәйнәһе, әлбиттә, үкереп иланы. Балаһының бәхетһеҙлеген килененән күрҙе. Ата-әсәһе менән бергә судҡа бирәм тип ҡурҡытты. Бер көндө килде лә: “Ауырың минең баламдан түгелдер, юғиһә уны ер ҡуйынына тыҡмаҫ инең”, – тип ҡысҡырып иланы.

Ҡазалы туй
Ҡазалы туй

 

Әлфиә – ҙур ғаиләлә баш бала. Атаһы – урта мәктәптә уҡытыусы,
әсәһе – хужабикә. Ҡыҙыҡай һигеҙенсе класты бөткәс тә педучилищеға уҡырға инде. Яҡшы уҡый. Әммә йәшлек үҙенекен итә: йөҙө айҙай балҡый, йөрәге ҡайҙалыр ашҡына.

Нәҙек оҙон буйлы, ҡуңыр сәстәре яурынына тулҡынланып төшкән, алһыу сикәле ҡыҙый ошо уҡыу йортонда оҡшатҡан егет тә бар ине. Уға һөйөүен һиҙҙертеп яҙған хаттарына ниңәлер яуап булманы. Утһыҙ, ялҡынһыҙ, күмере һүнгән яуапһыҙ мөхәббәт ине.
Ә төрмәлә ултырған егет, үҙе оҡшатмаһа ла, һөйөүен һиҙҙертеп хаттар яуҙырҙы. Табаҡ-табаҡ хаттар... Һине шунда-бында күрҙем, бер күреүгә мәхрүммен, һинһеҙ йәшәй алмайым, ти. Яуап яҙмаһа ла, аҙна һайын хаттар яуа ғына. Һөйөү алиһәһенә тиңләй уны егет.
Былай Әлфиә үҙенең ир-егеттәрҙе арбарлыҡ төҫ-ҡиәфәте менән маҡтана ала. Уның кеүек зифа буй күптәрҙә юҡтыр... Рәсем дәресендә ултырғысҡа баҫтырып, һүрәтләтмәҫ ине әле уҡытыусыһы. Төрмәлә ултырған егет менән яҙмышын бәйләүенә, әлбиттә, иң беренсе атаһы риза булмаясаҡ!
Унан башҡалары ла табылып тора. Теге ваҡыт поезда сибәр генә егет менән танышты. Мөләйем йөҙлө, һомғол буйлы, тыныс холоҡло егет тә уға битараф түгел. Танышҡас та, яусы ебәрәм, тине. Күрше ауылдан үҙе шикелле төҫкә-башҡа сибәр егет тә уға мөкиббән икән. Тик... мөхәббәтме һуң был?.. Класс етәксеһе лә диплом алғас ҡына тормош ҡорорға кәңәш бирә. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты тигәндәй.
Уйлап ҡараһаң, уның өсөн йән атҡандар муйындан тиһәң дә була. Өләсәһе һеңлеһен усына ултыртып: “Ҡыҙым, ҡыҙым – ҡыҙ кеше, ҡыҙыма килер йөҙ кеше. Йөҙ кешенең араһынан алып китер бер кеше”, – тип һамаҡлаған кеүек булыр әле берәүһе. Шул йөҙ кешенең араһынан комбинатта эшләгәнен һайланы.
Дипломлы белгес булып үҙ районына эшкә урынлашты. Ижәп уҡыттылар. Туйҙы бер йылдан үткәрергә килештеләр. Ни ғәжәп, төрмәнән тағы ла хат килде. Күп ҡалманы тип... Тиҙҙән ҡайтырмын, тигәнсе. Яуап яҙманы ла, яҙмаясаҡ та. Әлбиттә, почта йәшниген ҡарап ҡына тора ла уҡымай ҙа утҡа ырғыта.
Тиҙҙән туй мәжлесе. Әллә белмәйме? Бер генә хатын булһа ла уҡыһын әле. Ниңә асты конвертты? Үҙенә ғүмерлек гонаһ алып. Кейәүгә сыҡҡанын белмәйме икән тиһә, ирен урманға алып барырға, үтенесен үтәмәһә, үҙен үлтереү менән янаған, унһыҙ йәшәй алмаясағын белдергән...
Әлфиә ни эшләргә белмәне... Ата-әсәһенә лә өндәшмәүҙе хуп күрҙе. Донъя тотҡаһы атаһы тип әйтергә лә була. Күп булмаған эш хаҡына биш балаһын үҫтерә. Әсәһен эшкә йөрөтмәй. Ир кеше әсәһенә балаларын тәрбиәләүҙе йөкмәткән. Нисек кенә уларға өндәшеп, кәйефтәрен боҙһон? Ни эшләргә? Етмәһә, күкрәге аҫтындағы сабыйы тибешә. Әлфиә көнө-төнө баш ватты. Ялға ҡайтҡан ире, әлбиттә, ундағы үҙгәреште һиҙмәй ҡалманы. Һорашһа, тертләне, тик дөрөҫөн әйтә алманы.
...Туй бара. Туғанлашҡан ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар яңы ғаиләгә бәхет теләй, яҡты киләсәк юрай, гармун тауышына бар тирә-яҡты яңғыратып күңел аса. Йәнендәй күргән балаһына бәхет теләгәндән, яҙмыш уны яҡшы кешеләр менән туғанлаштырыуына әсәнең йөҙө май ҡояшылай балҡый. Ире эшендә фажиғәгә тарып, бар ғүмерен балаһына бағышлаған ҡоҙағый улынан башҡа йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәне, әлбиттә.
Эңер төшөүгә лә күп ҡалманы. Иртәгә уны иренең ауылына оҙатырға тейештәр. Әсәһе әллә ҡасан уҡ һандығын тултырып ҡуйған инде. Күҙ йәштәре боғаҙына тығылды, башы әйләнде. Тынсыу. Ирен тышҡа сығырға әйҙәне. Ни ғәжәп, өләсәһе мәрхүмә һөйләгән ҡыҙыл эңерҙәге шайтан ҡотортамы?.. Аяҡтары үҙенән-үҙе яҡындағы урманға тартты. Яңғыҙ ҡайынға килеп һөйәлде. Берәү ҙә күренмәй. Ул үҙ хәжәтен башҡарырға ҡуйы ҡыуаҡтар араһына юлланды. Оҙаҡламай кире әйләнеп килде. Йә, Хоҙай... Ҡайындың эре ботағында ире бәүелә. Эх, ниңә генә шулай килеп сыҡты?! Ул иҫһеҙ ергә тәгәрәне.
Яңғыҙ балаһынан ҡалған ҡәйнәһе, әлбиттә, үкереп иланы. Балаһының бәхетһеҙлеген килененән күрҙе. Ата-әсәһе менән бергә судҡа бирәм тип ҡурҡытты. Бер көндө килде лә: “Ауырың минең баламдан түгелдер, юғиһә уны ер ҡуйынына тыҡмаҫ инең”, – тип ҡысҡырып иланы.
Әсәһе Әлфиәнең ауыҙын да астырмай район дауаханаһына алып китте. Бына ул бысаҡ аҫтында ята. Тән йәрәхәтенә генә түгел, йән йәрәхәтенә лә коридорҙағы бар кешеләргә ишеттерерлек итеп, ошондай яҙмышына риза булмағанлығынан, һуҡыр мөхәббәт алдында көсһөҙлөгөнән асырғанып ҡысҡырып, кемдәрҙеңдер ярҙамына өмөтләнеп, ялбарып, бар донъяға яу һалып, ҡорһағындағы йән эйәһенән ҡотолдо.
Әлбиттә, был хәл тиҙ арала тирә-йүнгә таралырға өлгөрҙө. Хас та әкиәттәгесә, ат менән барған ергә ат, ҡош еткәндәй ергә ҡоштай барып етеп, ғибрәтле хәл тиҙ арала бөтә районды урап та сыҡты. Ә уның яҙмышын селпәрәмә килтергән егет һыуға батҡандай юҡҡа сыҡты. Бәлки, ул түгелдер... Ҡәһәрле хат та башҡаса килмәне.
Бөтөнләй икенсе район мәктәбенә юллама буйынса эшкә китте. Ҡартыраҡ яңғыҙаҡ география уҡытыусыһы уны хөрмәт итеп, тәҡдим яһаны. Хоҙайҙың күҙе үткер тигәндәй, сабыйҙары булманы. Балалар йортонан өс бала алып, уларҙы үҙаллы тормош юлына сығарҙылар. Оҙаҡ йылдар үткәс, телевизор экранынан “ғәҙәттән тыш хәлдәргә арналған” тапшырыуҙа тәүге бәпесен ҡулына алып һөйөү бәхетенән мәхрүм иткән ирҙең ҡатнашлығындағы енәйәтсел төркөмдөң ҡулға алыныуын ишетте.
Мөхәббәт бөтәһен дә бәхетле итә алмай шул. Ул иҫерткес тә, илерткес тә, тилмерткес тә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, яҙмыш мине ул ҡатын менән осраш­тырҙы. Һынауҙар уны әллә ни бөкмәгән – шул уҡ мөләйем йылмайыу. Уйҙарымды белгәндәй: “Санкт-Петербургка өлкән ҡыҙыма барып торам. Ҡул эштәре менән шөғөлләнәм. Ҡайғырып ултырһаң, йәшәрһең...” Ғәжәпләндергәне шул: өҫтәлдәге алдына ҡуйылған шараплы рюмкаға ҡулын һуҙманы. Күптәр бәхетһеҙлеген хәмер менән йыуып, уның ҡолона әйләнә бит. Барыбер элекке мин белгән Әлфиәнең эскерһеҙ ихлас йылмайыуы түгел...

Зөһрә БӘШӘРОВА. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: