Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
30 Апрель 2022, 20:25

Ришат Төхвәтуллин исемен алмаштырған

Етмәһә, Екатеринбургҡа күсеп киткән, имеш...

Ришат Төхвәтуллин исемен алмаштырған
Ришат Төхвәтуллин исемен алмаштырған

Йырсы Ришат Төхвәтуллиндың фотоһын ябыҡтыра торған препарат рекламаһы гәзитендә  баҫҡандар. Был хәбәрҙе социаль селтәрҙәрҙә Ришат үҙе яҙған. Унда Ришат  Екатеринбургта йәшәүсе Борисҡа әйләнгән. «Белеп булмай, гәзит берегеҙҙең ҡулына эләгер һәм быны дөрөҫ тип уйлауығыҙ бар. Шарлатандарға ышана күрмәгеҙ, был хәбәр дөрөҫ түгел! Мин бер ваҡытта  ла тулы, оҙон буйлы булманым. Ә уларҙың препараттарын ғумерҙә лә ҡулланманым", - тип яҙған. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: