Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
31 Май 2022, 23:00

Бәддоға Буған хәл

һөйәркәһенең телефон һандарын күреп шартлай яҙҙы. Бына кем еткән иренең башына?! Ир йөрәге күтәрә алмаҫлыҡ ниндәй һүҙҙәр әйтте икән?! ҡыҙыбыҙ кейәүгә сыға, улыбыҙ уҡыуын тамамлай тип, ҡыуанып ҡына торғанда бер бисә арҡаһында үлеп ятсы әле.

Бәддоға  Буған хәл
Бәддоға Буған хәл

... Зыярат ҡапҡаһынан ингәс тә Наилә иренең ҡәберендә ят нәмәләр барлығына иғтибар итте. Үткәндә ингәндә генә улы менән ҡыҙы һалған веноктан башҡа бер нәмә лә юҡ ине. әле килеп ҡара таҫмаға уралған ҡара раузалар ята, шыма ғына йомро таштар хасил булған.– ҡәберҙә лә тынғылыҡ юҡ икән һиңә. Биш йыл буйы әүрәтеп алып йөрөп, типһә – тимер өҙөрлөк ирҙе ер ҡуйынына тығып ҡуйыуы етмәгән, бында килеп етешкән, ҡәбәхәт, – тип, таштарҙы йыя-йыя, күҙ йәштәрен түкте ҡатын. Былай ҙа иренең һөйәркәһен, бәддоға уҡып, таш бәреп язаларға теләге ҙур ине. Ул таштарҙы үҙе алып килеп һалған икән. – ҡылам бит мин һине былай булғас! – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә һыҡтаны ул. Төрлө төҫтәге таштар ҡулына һыймай, һыпырылып төшә башланы. Уның бындай ҡыланышын ситтән күҙәтеп торған бер әҙәм, аптырап: «Апай, ҡәберҙәге нәмәләргә тейергә ярамай бит. ҡулығыҙ ҡорор», – тигәс, таштар, шауҙырлап, ҡәбер өҫтөнә кире сәселде.
Уны йәлләргә хәҙер Мирйән юҡ. Теге саҡта уйнаш итеүегеҙҙе фаш итәм, Рәйфәңдең иренә барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләйем, тигәндә Мирйәне: «ҡуйсы, Наилә, буш менән булышма. Уның ире шул тиклем алйот, үлтерер бахырҡайҙы», – тип уны шаҡ ҡатырғайны. Егерме биш йылдан ашыу түшәк бүлешкән ире хәләл ефетен түгел, уйнашсы бисәһен ҡайғырта?! Эй, ғәрләнде Наилә. Шул ерҙә ер уйылһа, биллаһи, уйлап та тормай шунда ырғыр ине…
Был хәл уны сығырынан сығарҙы. Нисек тә был икәүҙән үс алырға, оҫта ғына итеп теге бисәнең иренә һөйәркәләрҙе иң ҡыҙыҡ мәлдәрендә тотторғоһо килде.
...Иренең «һулаҡай»ға йөрөүен баштан уҡ һиҙҙе Наилә. Быға тиклем гел тормоштоң ауырлығына зарланған, бер нәмәнән дә йәм тапмаған ир йораты эштән һуң өйҙәренә шул тиклем яҡшы кәйефтә, осоп ҡайтып инә башланы. Тамаҡ ялғап ала ла гаражға сығып китә. Бер көндө, был нимә менән булыша икән, тип артынан сыҡһа, уныһы көлә-көлә телефондан һөйләшә. Кис, ире йыуынырға инеп киткәс, телефонын тикшереп ҡараны. Ят номерҙар ҙа, исемдәр ҙә юҡ һымаҡ. Күңелен шик ялмап алған ҡатын смс-тарҙы ҡарап сыҡты. ҡайһы бер хәбәрҙәрҙә һүҙҙәр яҙылмаған, ә ниндәйҙер серле һандар теҙелгәйне.
Иртәгәһенә ҡыҙына ун һигеҙ йәш тулды. ¤ҫтәл әҙерләп, ғаилә башлығының ҡайтыуын көттөләр. ә ул ҡайтманы. Тыуған көн ҡайғыһы китте, ҡыҙы ла, улы ла төрлө мәҙәктәр һөйләгән булып, әсәләренең кәйефен күтәрергә тырышты. ҡунаҡҡа килгән апһыны: «Наилә, күҙең тонмаған бит. Ирең һинең точно гулять итә. Күптән беләм мин уны. ҡәйнәмә укол һалдырырға әллә нисә тапҡыр алып килде. Ниндәй бисә ул, тиһәң, участка шәфҡәт туташы, ти. Бер килгәндә исемен – бер төрлө, икенсеһендә икенсе төрлө әйткәнгә иғтибар иттем әле уға. Аҙаҡ, ҡайнаға, башҡа уның бында аяғын да баҫтырма, тигәйнем, аңланы шикелле, икеһе лә табандарын ялтыратты.
Ир «һулға» йөрөй тип, донъяның аҫтын өҫкә килтереп булмай бит инде. Ҡатындың башында төрлө уйҙар ҡайнаны. Айырылышып, балаларын, булған мөлкәтен тейәп, әсә-атаһы янына ҡайтып китергә уйланы. Был хаҡта ғәзиздәренә әйткәйне, улары, беҙ ошо ҡалала үҫтек, уҡыныҡ, башҡа ергә барғы килмәй, тип теләген ҡырт киҫте. ‡ҙенең дә эше ошонда, торлаҡтарын нисек бүлешерҙәр? Мирйән ҡатыны уның хыянатын белеүенә ҡыуанды ғына һымаҡ. Хәҙер йәшерен-батырыны юҡ, теләгән ваҡытта сығып китә, теләгән ваҡытта ҡайтып инә.
Айырылышыуҙың был хәлдән сығыу юлы түгеллеген аңланы Наилә. Ауыҙы тулы ҡан булһа ла, төкөрмәне, түҙҙе. «ҡырҡ йәштән үтһә, ирҙәр шулай ҡотороп ала тиҙәр, туҡтар ҙа ҡуйыр. Бик теләһә, әйҙә сығып китһен шул бисәгә. Улай тиһәң, уның да ире, балалары бар шикелле. ҡайҙа китһендәр улар, бер-береһенән ялҡҡансы йөрөр-йөрөр ҙә ҡуйырҙар, бығаса нисек йәшәгәнбеҙ, шулай дауам итәйем дә ҡуяйым», – тип үҙ-үҙенә бикләнде. Наилә нисек кенә ҡаҡлыҡмаһын-һуҡлыҡмаһын, быларҙың һөйөүҙәре һүнмәне, һүрелмәне.
Ваҡыт үтеү менән был икәүҙең йәшертен һөйөүе күптәргә билдәле булды, Рәйфәнең ире генә был хаҡта хәбәрҙар булмауына йәне көйҙө Наиләнең. әллә нисә тапҡыр уларҙы фаш итергә уҡталһа ла, ят ирҙе, балаларын уйлап, был уйынан кире ҡайтырға үҙендә көс тапты. Беҙ ҡапсыҡта ятмай, берәйһе күрер ҙә әйтер, был хәбәр минән сыҡмаһын, тип көттө.
Ире ике фронтҡа йәшәй торғас, йылдар үтте. Улар артынан күҙәтә-күҙәтә Наилә шымсыға әүерелде. һөйәркәһенең телефон һандарын ғына түгел, смс-хәбәрҙәрен ҡағыҙҙа сығартып алыуға әүәҫләнде. Нимә хаҡында яҙышҡандарын белә. Ире Наиләне яратмауын әйтә, өйрәк шикелле һимеҙ, әрпеш, тип ситкә йөрөүгә һылтау тапҡан була. һөйәркәһе иренең уға иғтибарлы түгеллеген, яһил булыуын яҙа. Тик һин генә минең мөхәббәтем, тигән һымағыраҡ яҙыуҙар ике арала оса ғына. Осрашыу урындарын да яҡшы белә Наилә. Себерҙә йәшәгән ҡайнағаһының буш фатирында маз булалар. Рәйфә ире вахтала саҡта ирекле йөрөй ала, уныһы ҡайттымы, үҙе смс-хәбәрендә яҙғанса, бер айға ситлектәге ҡошҡа әүерелә.
Наиләнең шымсы роленә ингәнен Мирйән дә яҡшы тоя. Ярай, белһен, артыҡ ҡоторона алмай, түҙә, бер ҡайҙа китмәй, тормоштары һәүетемсә дауам итә. Бүре лә туҡ, һарыҡтар ҙа теүәл, тигән һымаҡ. Түҙемлектең дә сиге була бит. Бер көндө иренең һөйәркәһен ояларына саҡырып ултырғанын ҡолаҡ осо менән ишетеп ҡалды. Бик йәшертен мәғлүмәттәр буйынса, Рәйфәнең иренең эштә түгеллеген белә. Яҡшы кешеләр уның телефон һандарын күптән табып бирҙе. Шылтыратырға яйы сыҡмай тора ине.
Мирйәненең, һыланып-һыйпанып, машинаға ултырып сығып ки­теүе булды, ҡатын билдәле һандарға баҫты. «һаумыһығыҙ. Хәлдәрегеҙ нисек?» – тигән булды. «Был кем?» – тигән һорауға ул үҙе һорау менән яуап бирҙе:
– һеҙҙең ҡатынығыҙ әлеге мәлдә ҡайҙа?
– Бассейнға китте, – тине ир тауышы.
– ҡайтһа, сәсен һыйпап, купальнигын тотоп ҡарағыҙ әле, еүеш булырмы икән, – тине лә трубканы һалды. Теге ир бер туҡтауһыҙ шылтыратты ла, Наилә трубканы алмағас, тынды. Был ҡыланышын Наилә, ни булһа ла булһын, бисәһе ят ирҙең ҡуйынында ятыуын ул да белһен, улар ҙа ирешһен, талашһын, тип аҡланы. Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, ваҡыт үтмәй йонсотто. Шулай бүлмәнән-бүлмәгә йөрөй торғас, гараж алдына машина килеп туҡтауын күрҙе. Ире өйгә инергә ашыҡманы, ҡолас ташлап, ҡар көрәргә кереште. Шуны ғына көткәндәй, ул телефонына үрелде. «Хәҙер ҡыҙыҡ була!» – тип көтә башланы. Шул арала, ысынлап та, телефон зыңғырланы. «Беҙҙә война. Изгелек теләүсе ҡатын, әйтегеҙ әле, һеҙ кем? – тине ҡалтыранған тауышлы ир. – һеҙ әйткәнсә эшләнем, купальниктары ҡоп-ҡоро. Аңланым уның ҡайҙа булыуын. әйтегеҙ әле, нимә етмәй һеҙгә, бисәләргә, аҡсаһын алып ҡайтып торам, фатир, шәхси йорт бар. ¤р-яңы машинала ғына йөрөтәм, аяғын ергә тейҙергәнем юҡ. Бүләктәр ҙә биреп торам».
– һеҙҙә һуғыш бөгөн генә башланды, ә мин ошо хәлдә биш йыл йәшәйем. Бөтә ғаиләм менән Рәйфәне күрә алмайбыҙ, – тип ҡысҡырып илап ебәрҙе Наилә. Уның тауышын ишетеп, ире килеп инде. Ул барыһын да аңланы һәм телефонды – бер яҡҡа, бисәһен икенсе яҡҡа атып бәрҙе.
Күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән Мирйән бер туҡтауһыҙ: «Ни эшләп улай иттең, уның бит ире шыр тиле», – тип ҡабатланы. Уйнаш иткән һәр бисә лә, ире алтын булһа ла, үҙенең алама ғәҙәтен аҡлар өсөн, ирем алйот, тип әйтә инде ул. Ул ҡатындың тормошо тураһында барыһын да белә Наилә, етеш йәшәйҙәр, мохтажлыҡ кисерһә, тамағына ашарға, өҫтөнә кейергә кейеме булмаһа, унда сит ир менән йөрөү уйы ҡайғыһы булмаҫ ине. Балаларыма нимә бешерәйем, нимә кейҙерәйем тип ултырһа, бәлки, яҡшыраҡ та булыр ине. Был бисә етеш тормоштан туйып һикерә.
Ике йортта ла тыныслыҡ бөттө. Этеп-төртөп йәшәргә тырыштылар. әммә бер теленгән икмәк кире йәбешәме ни, кире бер бөтөн, бер ғаилә булып китеүҙәре ауыр икән. Мирйән менән Наиләнең араһы күптән һыуынғас, ғаилә башлығы «һулға» йөрөүе фаш ителеүенә артыҡ көйәләнмәне, буғай. Рәй­фәгә иренән эләгеп кенә торҙо. Шулай ҙа Мирйәндең күңелһеҙләнгән сағы йышайҙы. Күберәк аңлайышһыҙ итеп йүтәлләне, бер туҡтауһыҙ үҙәге көйөүгә зарланды. Рәйфә менән осрашыуҙары һирәгәйҙе. Бер көн эштән ҡайтып инһә, иренең үҙенә урын таба алмай аҙапланыуын күрҙе. Телефондан һөйләшкәндән һуң төҫө тағы ла буҙарҙы, өйгә бер инде, бер сыҡты. «Кем ниндәй хәбәр әйтте быға? Нимәгә көйөнә?» – тип хафаланды Наилә. Төнгә ҡарай бөтөнләй хәле мөшкөлләнде. Дарыу эсеп, һыу уртлап улай былай иткәндә кеҫәһенән телефоны төшөп китте. Ире уны, берәү ҙә күрмәһен тигәндәй, диван аҫтына тибеп индереп ебәрҙе. «Тиҙ ярҙам» саҡыртты, дауаханаға алып барҙы, әммә Мирйәне унан үҙ аяҡтары менән ҡайта алманы. Кинйәләрен ерләргә апай-ағайҙары килде. Барыһы ла 50-гә яңы аяҡ баҫҡан ирҙең йөрәге урталай ярылыуға аптыраны. Ике бисә араһында йөрөп, үҙен-үҙе ошо хәлгә төшөрҙө тип әйтеүселәр ҙә табылды. Мир­йәндең етеһен уҙғарған көндө өҫтәлдәр урынлаштырып, диванды шылдырғанда уның телефоны килеп сыҡты. Наилә телефонды һаҡ ҡына алып, исемлеген асты. Шылтыратыусыларҙы барланы, смс-тарҙы уҡып сыҡты. Теле­фондан кем менәндер һөйләшкәндән һуң йөрәк өйәнәге нығынды. Туҡта, быға һуңғы тапҡыр кем шылтыратҡан икән, тип ҡарауы булды, һөйәркәһенең телефон һандарын күреп шартлай яҙҙы. Бына кем еткән иренең башына?! Ир йөрәге күтәрә алмаҫлыҡ ниндәй һүҙҙәр әйтте икән?! ҡыҙыбыҙ кейәүгә сыға, улыбыҙ уҡыуын тамамлай тип, ҡыуанып ҡына торғанда бер бисә арҡаһында үлеп ятсы әле. Тәки йәшәтмәне, бисура. Бына хәҙер һиңә лә юҡ, миңә лә юҡ, тип һыҡтаны тол ҡатын. Юлыма осрама, таш бәреп, бәддоға уҡып, таш бәреп кенә үлтерә торған бисә һин.
… Ул таштарҙы ҡәбергә үҙ ҡулы менән алып килгән икән. Диңгеҙ таштары… Көндәшенең ғаиләһе менән йылы яҡҡа ял итә барыуы хаҡында хәбәрҙар ине. Таштарҙы бер тоҡсайға шәп-шәп кенә йыйҙы Наилә. Рәнйеүе шул тиклем булдымы, ҡәбер тупрағы менән ҡуша һалыуын да тойманы. Бәһлеүәндәй һөйәркәһен үлтерһә лә, ире бер һүҙ әйтмәй, һаман шуныһын һылап-һыйпап машинаһына ултыртып алып йөрөгән була. Ирҙәрҙә ирлек юҡ хәҙер. Беҙҙең ғаиләне юҡ иттең, үҙеңдекен дә ҡәбер тупрағы һыуытһын… Таштарҙы башыңа түгел, тупһаңа һибәм…
Алтмыш меңләп кеше йәшәгән ҡала үтә күренмәле кеүек бит ул. Урындағы халыҡ бер-береһен яҡшы белә. Рәйфәләрҙең донъялары алға бармауын күреп, белеп йәшәне Наилә. Иренән туҡмалып, эшкә сыға алмай ултырған ваҡыттары ла булды. Ана шулай була ул бәддоға. Ирле булып та, ирһеҙ йәшә, тигәнде аңлата бит ул. Наилә лә һуңғы биш йылда шундай ғүмер кисерҙе.
Бер кис гәзит уҡып ултырһа, күҙе аҙаҡҡы биттәге таныш фамилияға төштө. Улы менән килене фажиғәле вафат булыу сәбәпле, хеҙмәттәштәре Рәйфәнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашҡан… Наилә ирен ҡәбергә тыҡҡан һөйәркәһенә бәддоға уҡығайны бит… Ни эшләп уның рәнйеше яңы өйләнешкән йәштәргә төшкән?! Ни эшләп әсәһенә тәғәйен ҡарғыш балалар башына булған?! Наилә үҙен ғәйепле тойҙо. Белгән генә доғаларын уҡый-уҡый, үҙ балаларына һаулыҡ, иман ныҡлығы теләне. Ярамай, ярамай, кеше ғаиләһен бутап, ҡарғыш, рәнйеш алырға...

Гөлдәр ҡАДАЕВА.

 

Автор:
Читайте нас: