Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
1 Июль 2022, 21:15

Уның йәне яралы...

Ҡайһы саҡта кисерә белергә лә кәрәктер.  Яҡындарыбыҙға әйтер һүҙҙе ваҡытында әйтеп ҡалыу кәрәк. Аҙаҡ иламаҫ өсөн...

Уның йәне яралы...
Уның йәне яралы...

Зариф 30 йәшкә етеп бара. Тыштан ҡарағанда дәртле, тормошто яратҡан оптимист булһа ла, саҡ ҡына эстеме был, иларға тотона. Шул саҡта күренә уның йәне яралы икәне, йәшәгеһе лә килмәй, тормоштоң мәғәнәһен дә тапмай, баҡһаң, был. Төҫ тә бар, буй ҙа, башҡаһы ла, нимә етмәй егеткә (ҡатыны ла, гражданский ғына булһа ла, бар, балаһы ғына юҡ әлегә) тиһәң, уның күңелендә ҙур үкенес ята икән.

Яңыраҡ атаһы үлде бының, йәше бик оло булмаһа ла китеп барҙы, алдараҡ сирләп ятты. Егетебеҙ уның янына онотҡанда бер барҙы, атаһы шылтыратҡанда ла ҡабалан-ҡарһалан дорфа ғына яуап бирә лә трубканы ташлай ине. Ниңә улайтаһың, тигәнгә, ему так и надо, беҙ бәләкәй саҡта беҙгә балалыҡты күрһәтмәне, гел эсеп ҡайтыр ҙа ғауғалар ине, әсәйҙе туҡманы, шуға хәҙер уны атай тип тә күрмәйем.

Бәғзе саҡта Зариф  атаһын өйҙән дә ҡыуып сығарған булған – үсен алған – элек беҙгә эт күрмәгәнде күрһәттеңме, бына хәҙер үҙең күр. Йоҙроҡ та төшкөләгән атай башына, ҡыҫҡаһы, оло кешенең йәшәүе йәшәү булмаған. Үлер көндө улына шылтырата был. "Приходи, сынок, что то мне совсем плохо стало". Улы ғәҙәттәгесә яуап бирә: "Һинең ҡайғың юҡ әле бында, эшем күп, түҙерһең, аҙаҡ, бушағасыраҡ, барырмын". Ошо һөйләшкәндән һуң атай төнөнә йән бирә.
Беҙҙең таныш егет-иребеҙ ошонан һуң илаҡҡа әйләнде, саҡ ҡына ауыҙына араҡы эләктеме, туҡтатып алырлыҡ түгел үҙен, һулҡылдап иларға тотона – атаһы алдында ғәйеп тоя. Бик йыш ҡәберенә барып күҙ йәше түгеп тороуын да әйтте, тәре янында тороп ғәфүҙәр һорай икән атаһынан. Ерҙе ҡаҙып торғоҙоп та ултырыр ине атаһын, мөмкин булһа, бәлки, Ул наҙын да йәлләмәҫ ине, ваҡытын да табыр ине – быларҙың барыһын да эшләргә һуң инде.
Ниндәй генә булмаһын, атай  атай булып ҡалалыр. Ҡайһы саҡта кисерә белергә лә кәрәктер.  Яҡындарыбыҙға әйтер һүҙҙе ваҡытында әйтеп ҡалыу кәрәк. Аҙаҡ иламаҫ өсөн.

Автор:
Читайте нас: