Шоңҡар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
24 Ғинуар 2023, 13:33

Мин ул иргә ҡараманым!

“Кешеләрҙең аталары үлә лә ҡуя, ниңә беҙ­ҙе­кенә бер нәмә лә булмай икән?!”Ауыр йоҙроҡтар эләгеүҙән һыҙланған ул­ым шулай тип әсенеп илай торғайны. Мине туҡмаған саҡта уға ла һуға бит атаһы.

Мин ул иргә ҡараманым!
Мин ул иргә ҡараманым!

“Кешеләрҙең аталары үлә лә ҡуя, ниңә беҙ­ҙе­кенә бер нәмә лә булмай икән?!”
Ауыр йоҙроҡтар эләгеүҙән һыҙланған ул­ым шулай тип әсенеп илай торғайны. Мине туҡмаған саҡта уға ла һуға бит атаһы. Иҫе­рек күҙҙәрен алартып, әсәңде бөгөн кем­гә ҡуштың, тип һүгенә-һүгенә биреләнер ине.
“Әллә ҡустымдың дарыуҙарын эсереп үлтерәйек тә ҡуяйыҡмы? Әллә тыныслан­ған­сы йоҡлатып ҡына торайыҡмы?”
Ун йәшлек балам, әсәһен ҡотҡарыу өсөн, ниндәй генә ысулдар уйлап ҡарамай. Быума сире менән ыҙалаған туғанының көслө дарыуҙарына ла күҙе төшә хатта.
Ҡуй, тием мин, ниндәй генә булһа ла, атайың бит ул һинең, төҙәлер берәй ваҡыт, төҙәлер, тим аҙарынып.
– Үҫкәс, үлтерәм мин уны…
– Ҡуй, улай тимә, атайға шулай тиҙәрме ни инде?!
Иҫереп ҡайтып туҙынған ваҡыттарында ҡайҙа ғына ҡасып ятманыҡ инде. Өлкән малайым гел минең менән бергә туҡмалды, ә кесеһе етеҙерәк ине. Бер мәл, хатта ҡыш булһа ла, солан башына менеп киткән…

Алдымда түңәрәк кенә матур йөҙлө, бар ҡиәфәтенән сабырлыҡ ипкене бөркөлөп торған ҡырҡ биш йәштәр самаһындағы апай ултыра. Үткәндәрен ошолай һис бер ризаһыҙлыҡ күрһәтмәй, йөҙөн дә һытмай ғәҙәти хәл кеүек кенә итеп һөйләүе ғәжәпләндерҙе лә, һоҡландырҙы ла. Өлөшөнә төшкән яҙмыш һынауын ҡабул итә белеүе, кешелек сифаттарын юғалтмай үткәреп ебәрә алыуына баш эйерлек.
Ә һынауҙары еңелдәрҙән бирелмәгән бит уға. Бәләкәй сағында уҡ әсәһе ташлап китеп, инәһе ҡулында тәрбиәләнгән. Ун биш йәшендә кейәүгә сыға. Туғандары үҙенән ете йәшкә өлкән егеткә бирергә теләмәй. Нәҫелдәрен дә бик оҡшатып еткермәй­ҙәр. “Бисә ҡыҙғана бит улар”, – тиҙәр. Әммә Гөлфизә апай ( үҙе теләүе буйынса ысын исемен атамайбыҙ – авт.) ҡасып сыға. Йәш ғаилә тәүҙә юҡты бар итеп, барына риза булып йәшәй башлай. Һис кемгә лә ҡарамай бергә ҡалды бит ике йәш йөрәк. Һөйөп-һөйөлөп йәшә лә йәшә! Әммә күп тә үтмәй, кәкре бағанаға ла ҡыҙғаныуҙар, шикләнеүҙәр, ғәйепләүҙәр башлана. Төҫкә һылыу кәләшен ире эскән һайын туҡмай. Бер-бер артлы малайҙар тыуһа ла, туҡтамай. Хәләлен ҡышҡы һыуыҡта яланғас көйө сығарып ебәреп, кире индерә, хатта элмәккә аҫып төшөргән сағы ла була. Бисара ҡатын бер саҡ. “Мин ул иргә ҡараманым”, – тип ҡысҡырып йөрөй башлай. Бер аҙ аҡылы еңеләйеңкерәп тә ала. Ғөмүмән, ир затынан ҡурҡа, өйҙән бер ҡайҙа ла сыҡмай. Ҡоторған ир бисәһенең өсөнсөгә йөклө икәнлегенә лә әһәмиәт бирмәй. Ҡурҡып йәшәү касафатынан микән, кесе малайҙары быума сирле булып ҡала. Әлеге мәлдә егермеһен уҙған егеттең сабыйҙар кеүек ҡыланыуы, уҡыу бәхетенән бөтөнләй мәхрүм ҡалыуы аяныс. Өҫтәл тулып ултырған ят дарыуҙар ҙа тетрәндерә.
Шулай йәшәй ғаилә. Айырылып сығып китерлек урыны юҡ, үҙең көсләшеп барғас, кемгә зарланаһың? Һайлап алған яҙмышына күнеп йәшәй ҙә йәшәй. Әсә­һе лә, туғандары ла шуны үлтереп кенә ҡу­йыр инде ире, тыңламай сығып киткәс, үҙенә ҡарап үп­кә­ләһен, ти ҙә ҡуя.
Ул тиклем дә туҡмалыуҙар, оҙайлы психологик көсөргәнеш үҙенекен итә – Гөлфизә ныҡлап ауырый башлай. Эстән янған һымаҡ тойғо була, ауыҙына тәғәм ризыҡ ҡаба алмау хәленә етә. Юғалған һаулыҡты тергеҙергә тырышып, дауаханалар юлын тапау башлана. Ярай әле үҙе юҡта бәләкәй улын күршеләре ҡараған, ашатҡан-эсергән. Ә ире бар мөлкәтен һатып эскән. Һалына башлаған йорт бураһы ла, төҙөлөш кәрәк-яраҡтары ла елгә осҡан. Ҡурала бер бөртөк тауыҡ та юҡ исмаһам! Ябыныр юрған, сәй эсерлек сынаяҡ та ҡалмаған хатта.
Табиптар сир менән көрәшеүҙән фәтүә ҡалмағанын аңлағас, ҡатынды өйөнә ҡайтарып ебәрә. Меҫ­кен­кәйҙе носилкаға һалып оҙаталар. Шул хәлендә ике улын да әрмегә оҙата – икеһенә лә карауатта һыҙ­ланып ҡарап ятып ҡала. Кире ҡайтҡандарын күрәме-юҡмы… Табиптар, йәшәргә ике айҙай ғына ваҡытың ҡалған, тигән. Ғүмере ошолай яфа-михнәттәрҙән һуң ахырына ла еттеме икән ни? Яман шеште кемдең еңә алғаны бар?

Доғалармы, үләндәрме?..

Ҡаҡ яшыҡҡа ҡалған Гөлфизә нисек тә булһа малай­ҙа­рының әрменән ҡайтҡанын күрергә ине тип хыяллана башлай. Көнө-төнө илай-илай Хоҙайҙан шуны ялбара. Кемдән нимә ишетә – шул юл менән дауаланырға тотона. Күршеләре төрлө үлән төнәтмәләре тәҡдим итә. Үҙе лә Рим Ахмедовтың китабын ҡулынан төшөрмәй. Ауыҙына тәғәм ризыҡ та бармағас, ҡалаҡлап ҡына сөгөлдөр, кишер һуттары эсә. Ҡатынының бындай хәлдә ҡалырын көтмәгән ире лә бер аҙ айнығандай була. Әйткән үләнде йүгереп барып ҡаҙып килтерә башлай, кәрәгенсә әҙерләп бирә. Шулай итеп, оҙайлы эскелектән, ауырыуҙан бөлгән ғаилә үлем менән көрәшергә тотона. Ҡатын таяҡҡа таянып тороп йөрөрлөк хәлгә еткәс, тоҙ менән ышҡына, һалҡын һыу менән дә ҡойона башлай. Теленән бер ҡасан да Ҡөрьән сүрәләре төшмәй. Әйткәндәй, был сүрәләр ниндәйҙер мөғжизә менән зиһененә һеңә. Бер ҡайҙа ла уҡымаған, ятламаған ғәрәп һүҙҙәре теленә килә. “Аятел-Көрси“, “Әл-Фатиха“ны туҡтауһыҙ ҡабатлап йөрөй. Ятһа ла, торһа ла, ишектән сыҡһа ла, үҙенән-үҙе ниндәйҙер доғалар әйтелә.
Шулай тырыша-тырмаша торғас, ике ай ҡалған ғүмерен ике йылға оҙайтып, улдарын ҡаршы алыу бәхетенә ирешә. Хәлһеҙ, ашай алмайынса ятҡандан таяҡҡа таянып йөрөрлөк кимәлгә етеүен еткәс, артабан да йәшәй алырына ышанысы уяна. Ә малайҙарының өмөт менән ҡараған күҙҙәре, әсәйҙәрен тере күреү бәхетенән ҡыуаныуҙары яңы көс бирә. Гөлфизә, бер нәмәгә ҡарамай, артабан да һаулығын нығытыу өҫтөндә эшләй. Ғаилә хәҙер йәйҙе ҡырҙа үлән йыйыу менән үткәрә башлай. Улар өсөн тәбиғәтебеҙ биргән байлыҡ – бәхет асҡысы.
Ҡатынын юғалтыу ихтималлығынан шаңҡыған ир… эсеүен ташлай! Ошондай ҙа алама ғәҙәтенән ҡотолоу өсөн ана ниндәй юғалтыуҙар кисерергә кәрәк булған! Бәғзеләр, яҙмыш алҡымынан алмайынса, нисек бар – шундай булып, етешһеҙлектәренән арынмай, хатта ки хайуан кимәленә үк етеп йәшәүен дауам итә шул. Бәләкәй саҡтарында аталарына асыу­лы малайҙар бөгөн уға ярҙамсы, терәк-таяныс булып тора. Шуныһы ҡыуаныслы: егеттәр иҫерткес эсемлектәр менән дуҫ түгел. Гөлфизә апайҙың матур тәрбиәһе һөҙөмтәһелер был. Әгәр иренә ҡарата нәфрәт уятһа, хәл башҡасараҡ булыр ине.
Гөлфизә апайҙың сиренең эҙе лә ҡалмағанын белгәс, табиптар шаҡ ҡата. Ышана алмайынса ҡабат-ҡабат тикшереп ҡарайҙар. Таяғын ташлаған, тәненә ит ҡунған, йөҙө нурланып киткән апай инвалидлыҡ пособиеһынан да баш тарта. Һаман да йүнләп мандып китә алмаған ғаиләгә был ҡамасау итмәҫ ине лә… Күршеләре лә шуны тылҡый. Әммә апай ныҡ тора. Аллам һаҡлаһын ундай аҡса алып ятырға, ишеткем дә, күргем дә килмәй. Һау кеше аҡса таба ул, ти ҙә ҡуя. Ысынлап та, ҡасандыр бер тауыҡ та ҡалмаған ишек алды йәмләнгән, мал-тыуар ишәйгән, ҡаралдылар алынған. Ни бары иҫке бәләкәй өй һәм ваҡыты-ваҡыты менән сабый һымаҡ ҡыланған кесе улдары ғына һағышлы һәм хаталы үткәндәрҙе хәтергә төшөрөп тора кеүек...

Айлина КИЛДЕБАЕВА.

Автор:
Читайте нас: