Земфира Аҡбутина
Йылдай оҙон көн
(хикәйә)
– Ниңә тын алмай ул? Әллә үлгән инде... – тип ҡысҡырып ебәрҙе Дилбәр. Унан ҡыҙының ҡыбырламай тик ятыуына сәйерһенеп ҡарап торҙо ла сеңләп илап ебәрҙе.
– Ҡыҙым, ҡыҙым, күҙ нурым, Гөлгөлөм! Ниҙәр генә булды икән һиңә?..
Төндә туҡтауһыҙ илағас, сәңгелдәктән алып, янына имеҙергә генә һалғайны. Түп-түңәрәк зәңгәр күҙҙәрен әсәһенә төбәп, ҡыҙы имә башлағас, үҙен бәхет күгенең етенсе ҡатында тип тойған йәш әсә нисек йоҡлап киткәнен дә һиҙмәгән. “Әллә күкрәгем менән генә баҫып үлтерҙемме икән? Ниҙәр генә булды һуң һиңә, ҡыҙым?!” Гонаһ шомлоғо уйҙар башына килгәс, тағы йән әрнеүен ҡушып, ҡысҡырып илауын дауам итте.
Уның тауышына икенсе бүлмәләге ире килеп сыҡты:
– Ни булған?
Сәстәрен туҙғытып, ҡатын ҡыҙының әле тегендә, әле бында ятҡан әйберҙәрен бер урындан икенсе урынға һала башланы, үҙе туҡтауһыҙ илай-илай бер һүҙҙе ҡабатланы:
– Әллә үлгән инде?.. Ҡыҙым, ҡыҙым, Гөлгөлөм!
Йүгереп барып сәғәтте ҡараны ла иренең күҙенә мөлдөрәп баҡты:
– Өлгөрәбеҙ!
– Ҡайҙа? – Йоҡоһо осҡан Дамир Дилбәрҙең һүҙен аңламаны.
– Автобусҡа.
– Ҡайҙа барырға уйлайһың?
– Дауаханаға булмай, ҡайҙа булһын! Йый әйберҙәрҙе! – тип фарман бирҙе ҡатын.
Күптән түгел туй аҡсаһына һатып алынған һарай кеүек ҙур өйҙә тегендә-бында йүгереп, илай-һыҡтай ҡатын әйберҙәрҙе йыйҙы. Ҡыҙын юрғанына ураны. Бала табыу йортонан алып ҡайтҡандан башҡа кәрәге теймәгән ал таҫма менән юрғандың тышынан бәйләп, уны иренә тотторҙо.
Етенсе яртыла өйҙән сыҡтылар. Әле яҡтырмаған. Оло юлға тиклем илле метр самаһы атлай торған ара бар. Йәш ир менән ҡатын ауыл осонда урынлашҡан олоғара өйҙө бикләп, оло юлға табан атланы. Һүҙһеҙ барҙылар. Билдәһеҙлек алдынан була торған сараһыҙлыҡ шаһиттары булып, аяҡ аҫтындағы ҡар ғына шығырҙап ыңғырашты... Ҡар шығырҙауы Дилбәрҙе бала сағына алып ҡайтты.
***
…Әсәһе Сирай ауылында һауынсы ине. Колхоз өйөндә йәшәнеләр. Йәй көндәрендә лә колхозсылар өсөн төҙөлгән бүрәнә барактарҙа көн күрҙеләр. Дилбәр әсәһе менән генә йәшәй, ҡайҙалыр Абзан яғында атаһы ла бар, тиҙәр, ләкин уны ҡыҙ хәтерләмәй. Ҡыҙ бәләкәй саҡта уҡ әсәһе, ялҡау тип, унан айырылып, үҙ ауылдарына ҡайтҡан.
Дилбәргә әле ете генә йәш булһа ла, әсәһенең ауырығанын һиҙә ул. Бөтә кеше менән йылмайып-көлөп һөйләшеп йөрөһә лә, һыйыр һауып инеү менән, урындыҡҡа йығыла. Әсәһенә сәйгүндән сәй ағыҙып алып бара Дилбәр. Таҡта менән бүленгән икенсе яҡта һауынсы ҡыҙҙар шарҡылдап көлөшә башлаһалар:
– Тауышланмағыҙ! Әсәйем ауырый! – тип тыйып йөрөй.
Был юлы иртәнсәк әсәһенең иртәнге һауынға сығып киткәнен ишетеп ятты. Һуңынан серемгә талған. Төш күрҙе. Имеш, һауынға сығып киткән әсәһе уның янында йоҡлап ята икән. Бына ул урынынан торҙо. Өҫтөнә сәскәле күк күлдәген кейеп алған. Дилбәр әсәһенең матурлығына иҫе китеп, унан күҙен айыра алмай ҡарап тора. Әсәһе яйлап ҡына өҫкә күтәрелә башланы, имеш. Өйҙөң түбәһен еңел генә атлап үтте. Күккә күтәрелеп, офоҡҡа юл тотто. Дилбәр уның артынан атларға уйлағайны, әсәһе уны ым-ишара менән генә тыйҙы.
Уянып китһә, янында Әлфиә исемле һауынсы апай ултыра.
– Уяндыңмы, бәләкәс? – ти.
– Әсәйем! – тип ынтылғайны, Әлфиә апаһы уны тыйҙы.
– Т-с-с, әсәйең яңы ғына йоҡлап китте! – тине шым ғына.
– Ә һин ниңә бында ултыраһың?
– Ҡана, сәсеңде үрәйем! – тип Әлфиә апаһы һүҙҙе ситкә борҙо.
– Ярай, хәҙер! – тип Дилбәр тышҡа сығып йүгерҙе. Әлфиә апаһы уның сәсен үрҙе, тик әсәһе һаман торманы. Дилбәр әсәһенә ынтылһа, Әлфиә апаһы уны тыйҙы, башҡа нәмәгә әүрәтте.
Бер заман тышта тауыштар ишетелде. Улар яҡынайғандан-яҡынайҙы. Өйҙәренә гөрөлдәп, ауылда почтальон булып эшләгән Рәзиләнең бер туған ағаһы – Зариф олатаһы килеп инде. Рәзилә янына барҙы ла:
– Ниңә уның үлгәнен шундуҡ әйтмәнегеҙ, мин әҙерләнеп килер инем, – тип сығып китте.
Өй кешеләр менән тулды. Эштең нимәлә икәнен һиҙеп ҡалған Дилбәр Әлфиә апаһына ҡараны. Ул ҡарашын аҫҡа йәшерҙе. Ҡыҙ, илап, әсәһенә ҡапланды. Уны ситкә алдылар. Апаһы йылғаға алып барҙы, битен йыуҙы. Ул саҡта әсәһенә ҡырҡ йәш тә тулмағайны.
Әсәһе үлгән ваҡытта ла, башҡа саҡта ла ололарҙың уның яғына һағайып ҡына күҙ ташлап, ҡартатаһының исемен әйтеүҙәрен белә ине Дилбәр. Ихтилал осоронда уның ҡартатаһы Ғосман ҡараҡ бөтә ауылды дер һелкетеп тотҡан, күп кешене атҡан, башына еткән, тип һөйләйҙәр.
Дилбәр Сибайҙа интернатта уҡып, каникулдарында әле бер, әле икенсе туғанында булып буй еткерҙе. Ошо яҡҡа – әсәһе тыуған Сирайға күрше Ишҡол ауылына килен булып төшкәйне. Донъяһы инде түңәрәкләнгәйне генә...
***
Дилбәр таштай ҡатып ҡалғайны. Автобуста ла, дауахана юлында ла бер кемде лә ишетмәне лә, күрмәне лә. Автобустағы ҡыҙыҡһыныусан кешеләр, өндәшеп-өндәшеп, яуап ала алмағас, шымдылар, һүҙ ҡатмаҫ булдылар.
Район үҙәгенә сәғәт һигеҙгә килеп еттеләр. Ярай, шофер тыңлап, байтаҡ кешене, өҫтәмә аҡса түләтеп булһа ла, дауахана янына алып килде. Юҡһа, Иҫәнғолда рейс автобустары йөрөмәй бит инде. Педиатрға сиратҡа иң беренсе булып торҙолар. Ярты сәғәттәй көтөргә тура килде. Тәүгеләрҙән булып инде ҡатын. Фонедоскобын тотоп, тыңларға көтөп торған табип, Дилбәр юрғанды асып ебәргәс, аптырап китте:
– Ни булған балаға? Әллә тере түгелме? Ҡасан булды был хәл?
Ҡатын илап ебәрҙе:
– Иртәнсәк торғанымда ҡыбырламай ине. Яныма алып ятҡайным. Нимә булғанын белмәйем. Илағас, имеҙергә тип алғайным, нисек йоҡлағанымды һиҙмәй ҙә ҡалғанмын, әллә түшем менән тын юлын быуҙым микән? – тине аҡланған һымаҡ.
Педиатр ҡатын уға аҡшайып ҡараны:
– Һин үҙ балаңды үҙең күкрәгең менән баҫып үлтергәнһең. Ә нимә тип уны бында алып килдең?
– Аптырағандан инде, – тине бисара ҡатын.
– Тәк, алығыҙ! Беҙ үле баланы ҡарамайбыҙ. – Үҙе, һеҙҙең менән эш бөттө, тигән шикелле, ишекте асып ҡысҡырҙы. – Кем артабан, инегеҙ!
Дилбәр шым ғына илай-илай балаһын юрғанға төрҙө лә бүлмәнән сыҡты. Тышта көтөп торған ире:
– Тағы ҡайҙа барабыҙ? – тип һораны.
Уның, быҙау кеүек, артынан эйәреп йөрөүе һәм эт кеүек күҙенә мөлдөрәп кенә ҡарауы Дилбәрҙе сығырынан сығарҙы.
– Ҡайҙан беләйем мин?
Унан үҙе лә аптырауға төштө. Ҡайҙа барырға икәнен ни педиатрҙан һорамаған. Кире инеп һорашырға уҡталғайны, тегенең: “Үле баланы ҡарамайбыҙ”, – тигән боҙ һалҡыны кеүек тауышы иҫкә төшкәс, ҡалтыранып ҡуйҙы, боролдо ла оҙон коридор буйлап аңҡы-тиңке атланы.
Аяҡтары уны үҙенән-үҙе бала табыу бүлегенә алып килде. Бында бала тотоп инеп барған ҡатынды туҡтаттылар:
– Ҡайҙа бараһың?
– Минең балам үлде.
– Беҙҙә таптығыҙмы?
– Эйе, ошонда.
– Ҡасан сыҡтығыҙ беҙҙән?
Ул бер ай элек тапҡайны – көнөн әйтте.
– Шәбәйеп сыҡтығыҙмы беҙҙә?
– Эйе. Икебеҙ ҙә һәйбәт инек.
– Тәк, ҡыҙығыҙ тере булған. Уның үлемендә беҙҙең ғәйебебеҙ юҡ. Шулай булғас, һау булығыҙ! – тинеләр.
– Минең балам үлгән! – тип ҡысҡырҙы ҡатын йән асыуы менән.
– Бик йәл, бик йәл, тик бер нисек тә ярҙам итә алмайбыҙ! – тип ҡул йәйҙеләр.
Дилбәр алмашынған кеүек булды. Юлында тап булыусыларға:
– Минең балам үлгән! Бына ҡарағыҙ! – тине, йә: – Мин иртәнән бирле үле бала күтәреп йөрөйөм! Бына ул! – тип осраған һәр бер кешегә ҡыҙының юрғанын асып, күрһәтеп йөрөр булды. Был ваҡытта инде төш яҡынлашҡайны.
Дилбәр нимә эшләргә белмәй, туҡтап ҡалды. Иренең дә аптырауҙан, сараһыҙлыҡтан юғалып, бөтөрөнөп китеүен күргән ҡатын бер ҡарарға килде, буғай. Баланы уға тотторҙо ла киҫкен хәрәкәттәр менән ҡапыл боролоп, ишеккә табан атланы.
Тышта елбәҙәк кенә ҡар яуа башлағайны. Алда барған ҡатын Дамирға боролоп:
– Әйҙә, киттек бынан тиҙерәк! – тине.
– Инде ҡайҙа? – тип һораны ире.
– Күрерһең!
Дилбәрҙең аяҡтары дауахананан бик алыҫта булмаған мәсет ихатаһына алып килде. Бәхеткә күрә, асыҡ ине иман йорто. Уларҙы Фәрит мулла ҡаршыланы:
– Әйҙәгеҙ, мөьмин мосолмандар, рәхим итегеҙ! Ишектәр һәр кемгә асыҡ! Балағыҙға исем ҡуштырһағыҙ ҙа була! Исемһеҙ булһа, исем таптырып илар, ти, бала, шуға балаға исем ататыу кәрәк! – тине яғымлы итеп.
Бөгөнгө көндә беренсе тапҡыр йылы һүҙ ишеткәнгәме, Дилбәр ҡапыл түгелеп илап ебәрҙе. Фәрит мулла ситкәрәк китте. Ҡатын мәсеттә башҡа кешенең юҡлығын күрепме, тыйыла алмай иланы:
– Ни гонаһтарым өсөн шундай яза ебәрә һуң Аллаһы Тәғәлә? Бөтәһенең дә күҙҙәренән күреп торам – Ғосман ҡараҡтың ейәнсәре тип күрә алмайҙар... Әсәм үлде, ағай-апайҙарым үлде, ҡартатайҙың башҡа балалары аҙып-туҙып, эсеп йөрөй, хур булып... Шулар етмәйме ни? Уның гонаһтарын ҡыҙымдың үлеме менән йыуырға теләмәйем!
Фәрит мулла:
– Барыһы ла Аллаһы Тәғәлә ҡулында! Ул ни тип бойора, шулай була! Аллаһы Тәғәләнән һорағыҙ! Һорағандарға бирә, гонаһтарын ярлыҡай, тиҙәр. Әйҙәгеҙ, балалар, ултырышығыҙ, доға ҡылып алайыҡ!
Дилбәр, күҙ йәштәрен тыйып, белгән доғаларын уҡып, күккә төбәлде.
– Хоҙайым! Һинең ҡөҙрәтең киң! Минең ҡыҙым ғына терелһен! Шуны ғына һорайым, ҡыҙым ғына терелһен! – тине бышылдап.
Ҡатын әсәһе рухына аят бағышлауын да һораны. Фәрит мулла Ҡөрьән сыҡты. Мулланың ингән саҡтағы һүҙҙәрен хәтерләп, ерләй ҡалһаҡ, исемен эҙләп йөрөмәһен тип, ҡыҙына исем ататты. Мулла өс тапҡыр: ”Исемең Гөлгөл булһын!” – тип ҡысҡырғанда күҙ йәштәрен тыя алманы. Унан әруахтар рухына айырым-айырым аяттар уҡытты, хәйер бирҙе.
Мәсеттән сыҡҡас, Дилбәр ипләп кенә ире күтәргән биләүҙең япмаһын асты ла аптырауҙан ҡатып ҡалды:
– Ҡара әле!
Күк төҫөндәге зәңгәр күҙҙәр һорау тулы ҡараштарын уларға төбәгәйне...
Ләйлә Ғаянова һүрәте.