-3 °С
Болотло
Белорет ҡалаһы янындағы Өкшөк ҡасабаһы зыяратына һыйырҙар эйәләшкән. Был хаҡта "Бәйләнештә" селтәрендә хәбәр ителә. Был, беренсенән, көтөү булмауҙан килһә, икенсенән, зыяраттың ҡапҡаһы емерек торғандан.
Үкенескә ҡаршы, күп ауылдарҙа көтөү юҡ, мал тырым-тырағай йөрөй. Улар йыш ҡына юлдағы фажиғәләргә сәбәпсе була. Һеҙҙә көтөү бармы? Ауылда көтөү ойоштороуҙо кем хәл итергә тейеш?
Фото: «Подслушано Белорецк»