Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
16 Февраль , 13:40

Тағы берәү үлгән! Аҡса төшә...

Кеше үлемендә аҡса һуғыусылар ҙа бар шул арабыҙҙа. һеҙ ҙә ошондай ғибрәтле хәлдәр хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? Яҙығыҙ. 

Тағы берәү үлгән! Аҡса төшә...
Тағы берәү үлгән! Аҡса төшә...

Өфөнөң Октябрь район суды «ришүәт алыу»статьяһы буйынса элекке полиция хеҙмәткәренә  хөкөм ҡарары сығарҙы. БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылдың авгусынан 2018 йылдың мартына тиклем был ир ритуаль агентҡа хеҙмәт эшмәкәрлеге ваҡытында алынған үлем факттары тураһында мәғлүмәттәр тапшыра. Бының өсөн ул 190 мең һумдан ашыу аҡсалата бүләк ала. 

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный. Суд уға өс йылға хоҡуҡ һаҡлау органдарында вазифа биләү хоҡуғынан мәхрүм итеп, 2 миллион һум күләмендә штраф сәпәгән.

Фото: Ксения Калинина

Автор:
Читайте нас: