Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
22 Февраль , 09:55

“Түшәктә ятҡан ауырыуҙы ҡарарлыҡ хәлем юҡ!”

– Кеше алдында ла, Аллаһы Тәғәлә алдында ла оят. Тик барыбер уны үҙебеҙгә алып ҡайтып йәки үҙем барып ҡарай алмайым

“Түшәктә ятҡан ауырыуҙы ҡарарлыҡ хәлем юҡ!”
“Түшәктә ятҡан ауырыуҙы ҡарарлыҡ хәлем юҡ!”

 

Йәйге аласыҡ мөгәрәбенән былтырғы ҡайнатмаларҙы, тоҙло йәшелсәне сыға­рып йөрөһәм, күрше ауылдағы Фәнилә апайым килеп инде.

– Быйылғы уңышың, тиер инем, банкаларыңа саң ҡуна башлаған, был­тыр­ғы булыр ине – матур күренәләр. Ни эш ҡыйратып йөрөйһөң ул? – иҙән буйлап ултырған банкаларға аптырап ҡараны.

– Йыл һайын, башҡаса ҡайнатма эшләмәйем, йәшелсә тоҙламайым, тием дә, онотам. Онотмайым инде, тәүҙә ер әрәм булмаһын тип сәсәм, аҙаҡ үҫкән ниғмәт ерҙә ҡалмаһын тип, тоҙлай башлайым. Бына бит, ашалмай, яртыһы әрәм булып ҡала. Ҡайнатмалары ярай инде, компотҡа китә торған. Ә бына был тоҙланған ҡыяр-помидорҙы, банка-банка салаттарҙы нимә эшлә­тергә? Малға ашатырға ғына ҡала...

– Ҡуй инде, бына замана килде: ризыҡтың ҡәҙере юҡ.

Шулай һөйләшә-һөйләшә сығарған банкаларҙы стена буйлап теҙҙем дә, өйгә сәй эсергә инеп киттек. Хәбәр артынан хәбәр сығып ултыра торғас, Фәнилә апай ҡапыл һүҙҙе икенсегә борҙо:

– Нимә уйланым, беләһеңме: анау ниғмәттәреңде әрәм итеп малға ашатма әле. Беҙҙең күрше Әнүәргә бер аҙын алып ҡайтайым, – минең йөҙ сирғанды күреп, ҡабаланып өҫтәп ҡуйҙы: – Урында ята бит. Бер кемгә лә кәрәге ҡалманы. Илдар еҙнәйең көн һайын ашарына индереп сыға.

Әнүәр ағайҙы яҡшы беләм: утыҙ йыллап апайым менән күрше йәшәйҙәр. Барып-барып та айныҡ килеш осрат­ҡаным юҡ – мәңге иҫерек. Иҫерек менән иҫеректең айырмаһы бар шул. Апа­йымдың ул яҡтан бәхете булманы. Әнүәр иҫергән һайын ғауға ҡуптарҙы, ҡатыны менән ҡыҙы ҡасып, уларға инер ине. Етмәһә, иртәгәһенә баш төҙәтергә  тип, уларҙың ишеген шаҡый. Тыштан уҫал күренһә лә, Фәнилә апайҙың күңеле йомшаҡ – уны йәлләй. Эсергә бирмәһә лә, ҡоротлап ҡайнар һурпаһын ҡоя, ҡаты сәй яһай. Унан килеп үҙ иренә инәлә тиерһең – аҡылына килергә өгөтләй башлай:

– Әнүәр, аҡылыңа кил! Айны инде. Бесән (утын, баҡса һәм башҡа мәшә­ҡәттәр) әҙерләргә кәрәк, бөтөн кеше эш менән була. Ҡатының елкәһендә күпме ятырға була? Ҡыҙың буй еткерә бит, уҡытырға кәрәк! Әйҙә, ошо һурпаны эсеп шәбәй ҙә, башҡа эсмә. Бына, әҙерәк һөйәкле ит бирәм, алып ҡайтып Гөлсинәгә бир. Аш итеп бергә ашарһығыҙ... – ҡәҙерле ҡунаҡ тиерһең, өлтөрәп йөрөй. Тик аҙаҡ ишетеүенсә, күршеһе теге итте ике рюмка араҡы өсөн ауылдың икенсе осонда йәшәгән сәмәй һатыусыға ҡалдырып киткән. Кисен иҫереп ҡайтып, тағы ғауға ҡуптарған.

Эскән кешегә ярҙам итергә күңелем тартмай минең. Ризыҡ йәл булғандан түгел. Ундайҙар рәхмәт әйтә белмәй. Киреһенсә, ярҙам итһәң, шулай тейеш тип ҡабул итә башлай. Әнүәр ағай Фәнилә апай менән Илдар еҙнәйҙе генә “һауманы”. Ауылдың һәр өсөнсө ғаиләһе уны йә йәлләп, йә тиҙерәк ҡотолорға теләп, аҡсаһын да, ризығын да, баш төҙәтерлеген дә бирҙе. Күрше йәшәгәнгә былар күберәк зыян күрҙе. Балалыҡ дуҫы булғанғалыр, еҙнәй уны айырыуса йәлләй.

– Һиңә лә ана шул Әнүәрҙең мәшәҡәте менән килеүем, – мин уйланған арала апай һүҙен дауам итте. – Ғәфү ит инде, һиңә кеше саҡырҙым. Ҡыҙы Миңле­гөлдө күреп һөйләшергә ине. Өйөндә ире, ҡәйнәһе бар. Әллә яраталар, әллә юҡ, тигәндәй. Шуға ваҡыт табып, ау­лаҡлап ҡына бында килергә ҡуш­ҡайным. Атаһының хәле шәптән түгел, нимәлер хәл итергә кәрәк.

– Ә нимә булды һуң?

– Бәй, әйтмәнемме ни? Икенсе ай бит инде урын өҫтөндә ята. Бөтөнләй йөрөй алмай, ярауын итергә лә Илдар еҙнәң һуҙған епкә тотоноп ҡына тора.

– Ниңә ундай хәлдә ҡалды һуң? Бик шәп кенә ине түгелме?

– Үҙе ғәйепле. Шул эскелек инде... Иҫерек сағында ғәҙәт буйынса ҡатынын елтерәтеп алмаҡсы булған. Тик яңы бисә Гөлсинә түгел шул – бирешеп тормаған. Киреһенсә, үҙенең кәрәген биргән генә. Етмәһә, икенсе көндө әзмәүерҙәй улын саҡыртып, унан өҫтәттергән. Тәүҙә, билем ауырта, тип аҡһап йөрөнө-йөрөнө лә, аҙаҡ бөтөнләй аяҡтан яҙҙы.

– Ҡатыны ҡарамаймы ни?

– Ю-ю-юҡ, өй эсендәге арыуыраҡ бөтә әйберен тейәп, ҡайтып китте. “Түшәктә ятҡан ауырыуҙы ҡарарлыҡ хәлем юҡ!” – тигән. Ысын булһа, кеше ул бисәне, бик яман, ти, әллә ултырып та сыҡҡанмы шул. Кеше һүҙе инде, кем белә... Әнүәрҙе әйтәм, һау саҡта тормоштоң, ғаилә­һенең ҡәҙерен белмәй йөрөнө-йөрөнө лә, хәҙер емешен татый бына... Үҙе ауырыу булһа ла, ашауға здарауай ғына. Көн аша берәр кәстрүл аш йә итле бутҡа бешерәм, ике өй араһында шып итеп ҡала. Шуға анау салаттарыңдан йәшелсә ашы бешерергә уйлап торам әле. Әйләнгән һайын бишбармаҡ, туҡмас ҡырҡып тороп булмай бит.

– Һин бит уны ашатырға йөкләмә алмағанһың. Индермә!

– Кешене бит күрәләтә астан үлтереп булмай. Йәлләйем.

– Ул бит етем бала түгел. Ауырыу, әлбиттә, тик үҙенең холоҡһоҙлоғо арҡаһында шул көнгә төшкән.

– Етемдәрҙе хөкүмәт ҡарай бит. Ә был ята... Дауаханала ятһа, бәлки, инва­лидлыҡ бирерҙәр, тип, Илдар еҙнәң йыуындырып, ҡырындырып, арыуыраҡ кейемдәрен биреп, кеше ҡиәфәтенә индереп алып барғайны ла бит, бынау пандемия менән һалмағандар. Вирус менән килеүселәргә урын етмәй, тип алмағандар...

– Миңә ризыҡ йәл түгел, алырһың. Үҙеңде йәлләйем. Өҫтәмә йөк бит һеҙгә.

– Шуға бына ҡыҙы менән һөйләшеп ҡарайым тигәйнем дә...

Әмәлгә ҡалғандай, шул мәлдә Миңлегөл үҙе килеп инде. Ул – Әнүәр ағай менән Гөлсинә апайҙың берҙән-бер балаһы. Тик иркәләнеп, наҙланып үҫергә насип булманы уға. Мәктәпте тамамлау менән район үҙәгендә ҡағыла-һуғыла төрлө ерҙә эшләп йөрөнө лә, беҙҙең ауылға килен булып төштө. Улар ауылдың икенсе осонда йәшәгәс, йәшәйештәрен белмәйем. Шулай ҙа уңған тигән даны бар.

Уны ла әйҙүкләп табын артына саҡырҙыҡ. Ҡыйыуһыҙ ғына килеп ултырған Миңлегөл Фәнилә апайға мөлдөрәп ҡараны:

– Атайҙың хәле арыуланмаймы?

– Юҡ шул. Шуға һиңә кәңәшләшергә килгәйнем. Артабан нимә эшләргә икән?

Оялыуҙанмы, ҡаушауҙанмы бер туҡтауһыҙ сәйен бутаған йәш ҡатын түгелеп илап ебәрҙе.

– Белмәйем, апай. Үҙемдең дә башым ҡатты...

– Ирең менән һөйләшеп, берәй яйын табырға ине.

– Һөйләштек инде. Күсеп барырға риза түгел. Дөрөҫөн генә әйткәндә, үҙемдең дә ул өйгә ҡайтҡым килмәй. Биҙгәнмен. Үҙенән дә, йорттан да, ауылдан да.

– Аңлайым, балаҡай...

– Ундай тормошта йәшәмәгәндәр аңлай алмай, апай. Әлдә генә һеҙ күр­шелә йәшәнегеҙ. Миһырбанлы булды­ғыҙ, бер ваҡытта ла кире бороп сығар­манығыҙ. Ә минең дә бит ғорурлығым бар. Көн аша тигәндәй кеше ишеген шаҡып йөрөүҙәр шул тиклем ялҡытты. Миңә бит һеҙҙәге тәмле аштар ҙа, ҡы­ҙыҡлы китаптар ҙа, биргән бүләктәрегеҙ ҙә кәрәкмәне. Бары тик ҡаты булһа ла, үҙебеҙҙең урындыҡта ятып тыныс ҡына йоҡлағы, ҡабығы менән бешерелгән картуфты булһа ла тыныс ҡына ашағы, үҙ өйөбөҙҙә ултырғы килә ине. Мәктәптә бер кем дә ҡыйыр­һытманы, әммә уҡытыусы­ларҙың, класташтарымдың йәлләп төбәлгән ҡарашын әллә ҡайҙан тоя инем. Яратмайым, күралмайым мин уны!

– Мин һиңә, күсеп ҡайт, тимәйем. Атайыңды ҡарттар йортона урынлаштырып булмай, пенсияға сығырға йыл ярым бар. Нисек тә булһа инвалидлыҡ юлларға ине. Сибайҙа махсус интернат бар, ти бит. Шунда һөйләшеп ҡарар инек. Дауаханаға ятһа, бәлки, бер аҙ арыуланып, аяғына ла баҫып китер...

– Ярай, ошо көндәрҙә районға сығып белешермен. Тик уныһы ла тиҙ булмай торған. Ҡәйнәмдең дә һаулығы шәптән түгел. Ике йыл тапай район юлын, файҙа юҡ. Ул әле инвалидлыҡ түгел, дарыуға льгота ғына юллап йөрөй.

– Ҡуй инде, әллә ниндәй замана...

Бер талай һүҙһеҙ ултырғас, Фәнилә апай Миңлегөлдөң үҙенең хәлен һораша башланы.

– Төрлө саҡ булып китә инде. Иң мөһиме – ирем эсмәй, тыныс. Балалар, тип өҙөлөп тора, һуғыу түгел, тауыш та күтәрмәй. Шул холҡо өсөн ихтирам итәм: үҙем күрмәгән бала саҡ бәхетен балаларым күреп үҫә. Ҡәйнәм дә һәйбәт. Ашарға-кейергә бар, яңы йортто ла төҙөп бөтөп киләбеҙ. Бәлки, быйыл ҡышҡа шунда күсербеҙ. Ҡайһы саҡта әсәйемә рәнйеп тә ҡуям: ниңә үҙен, мине яфалап шул эскесе, биреле менән йәшәне икән? Тыныс күңел менән йәшәһә, иртә үлмәҫ ине...

– Гел генә, ҡайҙа барайым мин, ти торғайны, мәрхүмә...

– Э-эй, астан үлмәҫ инек әле. Мәктәпте тамамлағас, район үҙәгенә барып, магазинға иҙән йыуыусы булып эшкә урынлаштым. Эш хаҡы биш мең һум, уның яртыһын бәләкәй генә барак бүлмәһенә ҡуртымға түләйем. Һыуҙа бешкән һоло, борсаҡ бутҡаһы ашай торғайным. Өҫтөмә эштәге апайҙар биргән кейемде кейеп тә йәшәнем. Барыбер өйҙәгегә ҡарағанда рәхәтерәк булды. Әсәйемде бергә йәшәргә әллә күпме саҡырҙым... Минең ғаиләле булыуымды ла күрә алманы. Ул үлгәнсе атайым үлһә...

– Ҡуй, балаҡай, улай тимә...

– Асыуым килә, апай! Ғүмер буйы бер генә бәхет күрһәтмәгән кеше бит ул. Айыҡ саҡта ла бер йылы һүҙе, кешесә мөнәсәбәте булманы. Туҡмалып, кәмһе­телеп йәшәнем. Әсәй үлгәс, 40 көнлөгөн уҡытырға ҡайтҡайным, аят ашы үтеү менән: “Башҡаса ҡайтып йөрөмә, икенсе аҙнала өйләнәм!” – тип ҡыуып тигәндәй ебәрҙе. Кейәүгә сыҡҡанымда туй үткәрергә риза булманым, сөнки ул мотлаҡ килеп, тауыш ҡуптарып, яңы туғандарға үҙен күр­һәтеп китер ине. Хәйер, уның ниндәй икәнен был яҡтағы ауылдарҙың бар халҡы белә.

– Үткән эшкә салауат, тиҙәр. Һине лә аңлайым, уны ла йәлләйем...

– Ә мин йәлләмәйем. Бәлки, уйланыр, хаталарын аңлар өсөн ебәрелгән һынауҙыр...

– Бәлки. Аңлаһа инде. Һине лә көсләп йөрөтөп булмай. Атайлыҡ хаҡы бар ҙа бит, тик үҙе лә бала хаҡын аңламаны.

– Кеше алдында ла, Аллаһы Тәғәлә алдында ла оят. Тик барыбер уны үҙебеҙгә алып ҡайтып йәки үҙем барып ҡарай алмайым. Дауаханаға йөрөтөп ҡарармын. Айына 1 – 2 мәртәбә барып, өй тирәһен тәртипкә килтерермен, кейемен йыуырмын. Моғайын, ирем аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алырға аҡса тотонорға рөхсәт итер. Тик артығы ҡулымдан да, күңелемдән дә килмәй...

Ауыл кешеләре, бәлки, Миңлегөлдөң был ҡылығын аңлап ҡабул итмәҫ. Сөнки кешелә барыбер йәлләү хисе көслө. Ниндәй генә насар холҡо булмаһын, бәләгә тарыған бәндәне кисерәләр, уға ярҙам итәләр. Тик мин был осраҡта иҫерек атаһының туҡмағынан ҡасып, күрше йорт ишеген шаҡыған сабый баланы йәлләнем. Йәштәштәре белем алғанда, киске уйындарҙа күңел асып йөрөгәндә ҡыҫынҡы ғына барак бүлмәһендә һыуҙа бешкән һоло бутҡаһын ашауын бәхет күргән йәш ҡыҙҙың яҡын кешеһенән күңеле ҡайтыуын аңланым.

 

               Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

 

 

 

Автор:
Читайте нас: