Мин китәм, ҡатыным, балаларым янына ҡайтам! – Иренең шулай тип әйтеүе һеңгәҙәтә һуҡты Алинаны. – Бында ҡалғым килмәй. Аяғым улар янына тартып тик тора. Нимә генә тимә, 20 йыл бергә йәшәгәнбеҙ. Мин уларһыҙ йәшәй алмайым икән...
– Ә беҙ?! – тине Алина. – Мин ҡатының түгелме лә, ошо бала һинеке түгелме? Мин уны елдән тапҡанмынмы?! Тимәк, һин беҙҙе алдап ҡына йөрөгәнһең. Тимәк, беҙ һиңә бөтөнләй ят!
– Улай тип әйтмәйем дә. Шулай ҙа мин ҡатыныма өйрәнгәнмен, уларһыҙ йәшәй алмайым. Көн дә төшөмә керәләр. Улыма 15 кенә йәш. Уға атай кәрәк!
– Ә был улыңа атай кәрәкмәйме?
– Ярҙам итеп торормон! Ярай, хуш... Мин киттем.
– Бар, суҡынып кит! – Алинаның асырғанып әйткән һүҙҙәре асыҡ ишек аша әллә ҡайҙарға яңғыраны.
Ишек шарт ябылды. Алина улын ҡосаҡлаған килеш үкһеп илап ҡалды. Үҙе уйлағанса, матур ғына башланған тормошо селпәрәмә килде. “Иҫәр, әсәйемдең һүҙен тыңламай ғына харап булдым. Һиңә шул кәрәк!” – тип үҙен әрләй-әрләй шыңшыны йәш ҡатын.
Алина Ғәзиз менән танышҡан, дуҫлашып йөрөгән көндәрен иҫенә төшөрҙө. Әйтеп аңлатҡыһыҙ бәхетле ине ул саҡта. Гүйә, ерҙән атлап түгел, ә күктә осоп йөрөнө. Көтмәгәндә осратҡан һөйгәненең үҙенән теүәл 20 йәшкә өлкән булыуына ла, улы, ҡыҙы үҫеүенә лә аптыраманы. Бер ойошмала яуаплы вазифа биләй, аҡсаһы күп, йөрөгән машинаһы ғына бер нисә миллион һум тора. Ә буй-һыны һуң! Һомғол, күпереп торған сәсле, һәр ваҡыт бөхтә һәм затлы кейенеп йөрөгән бай ир күп ҡыҙҙарҙың хыялы ине. Шулай ҙа был бәхет уның кеүек һирәктәргә генә тәтейҙер ул. Кеше кеймәгәнде кейеп, кеше ашамағанды ашап йәшәйәсәкһең. Сит илдәрҙән, диңгеҙ буйҙарынан ҡайтып кермәҫтәр. Ә уға дуҫлыҡ тәҡдим итеп маташҡан егеттең нимәһе бар?! Уның менән йәшәһәң, ғүмер буйы кеше фатирында торорһоң...
Ҡыҙының үҙенән шаҡтай өлкән кеше менән сыуалғанын белгәс, әсәһе быны һис тә өнәмәне.
– Эй, балаҡайым, – тине ул, ауыр көрһөнөп. – Бынау тиклем буй-һыныңа егеттәр бөткәнме! Етмәһә, ике балаһы бар. Атайҙарын тартып алғанға ул сабыйҙар һиңә рәхмәт уҡыр тиһеңме? Кеше ире һинеке булмай ул! Бүтәндең бәхетен урлап, берәүҙең дә шатланып йәшәгәне юҡ.
– Әсәй, мин унан бала көтәм. Мин дә уны бәхетле итәсәкмен.
– Белмәйем шул, балаҡайым... Бала менән генә кеше ирен тотоп булһа икән ул. Ул бит һиңә мал түгел. Хатта малды ла ят ерҙә бәйләп тотоп булмай. Иҫләйһеңме, атайың бер күрше ауылдан ат һатып алғайны. Беҙҙең ихатаға һис тә өйрәнә алманы, хатта кәртә емереп сығып, тыуған ауылына ҡаса торғайны. Аптырағас, хужаһы кире алырға мәжбүр булды.
– Әсәй, тотаһың да әллә нәмәләр һөйләй башлайһың.
– Эй, балам, ныҡлап уйла тиеүем.
Бер көн бер сумаҙанын тотто ла күсеп килде Ғәзиз уның янына. Бәхеттең етенсе ҡатында йәшәне Алина. Төркиәлә ял итеп тә ҡайттылар. Сабыйы донъяға килеүен түҙемһеҙләнеп көттө, УЗИ малай буласағын әйткәс, ҡыуанысы артты ғына. Иренең тәүге ғаиләһенә ҡайтмаясағына ныҡлы ышанды. Бер көн Ғәзиздең телефонында элекке ҡатынының фотоһын күреп ғәжәп итте. Ундағы ханымды үҙе менән сағыштырып, “кит, ошо бисура менән йәшәп ятмаҫ инде...” тип уйланы.
Ысынлап та, ҡырҡты уҙған, ике бала тәрбиәләгән ҡатынды 25 йәшлек ҡыҙ менән сағыштырыу мөмкин түгел ине. Алина көҙгөгә ҡарап, үҙенә күҙ һалды. Ысынлап та, Хоҙай унан матурлыҡты йәлләмәгән. Ҡыҙ быны бәләкәйҙән белеп үҫте. Хатта мәктәптә үткәрелгән “Һылыуҡай” конкурсында ҡатнашып, беренсе урын да яулағайны бер мәл. “Шул тиклем матурлығым менән хәйерсегә сығаһым юҡ инде. Һәр кем үҙ бәхете өсөн көрәшергә тейеш”, – тип уйлағайны шунда.
Ә Ғәзиз тәүге ғаиләһен онота алманы. Улдары тыуыу ҙа уның ҡатынына, балаларына булған һөйөүен һүндермәне. Күңеленән һәр ваҡыт аш-һыу әҙерләп, керҙәрен йыуып, кейемдәрен матур итеп үтекләп ҡуйған ҡатыны менән Алинаны сағыштырҙы. Ә был... Йәш ҡатынға үҙе түгел, ә уның аҡсаһы кәрәклеген тиҙ аңланы ул. Бер көн уға ҡыҙы әсәһенең кинәт ауырып китеп, “Ашығыс ярҙам” саҡырыуын хәбәр итте. Ир шунда уҡ дауаханаға сапты. Ҡатынының йөрәгенә ҡатмарлы операция яһанылар. Ул көндәрҙә Ғәзиз төн буйы уның янында булды. Уның имен-һау аяҡҡа баҫыуын теләне.
Иренең һаман да элекке ҡатыны янына барып йөрөүен аңларға ла теләмәне Алина.
– Мин һине бөтөнләй аңламайым, – тип дорфа тотто ул үҙен. Уның элекке ғаиләһенә кире ҡайтып китерен күҙ алдына ла килтермәне йәш кәләш. Шуға ла тәкәббер ҡыланды. – Минең йөҙөмдән көлөп йөрөргә форсат бирмәйем! Йә ул, йә мин...
– Нисек инде, Алина! Ул ауыр хәлдә ята, ярҙамға мохтаж. Бөтөнләй сит кеше түгел дә инде, балаларымдың әсәһе. Ошондай мәлдә мин ниндәй намыҫ менән өйҙә ятайым, ә?!
– Белмәйем мин уны. Улай йәлләгәс, минән яҡыныраҡ күргәс, бар, кит! Йәһәннәмгә олаҡ!
Бер нисә көндән Ғәзиз, ысынлап та, тәүге ғаиләһенә кире ҡайтты...
“Кеше ире һинеке булмай тип әйттем бит һиңә, – тине, ҡыҙын йыуатып, Алинаның әсәһе. – Тыңларға ла теләмәнең. Уның етем ҡалған балалары, ҡатыны әллә рәхмәт уҡып ултырамы һиңә?! Ярай, киткәненә ҡыуан. Исмаһам, балаларының рәнйешенән ҡотолорһоң. Үҙеңә тиң йәр осрар әле...”
Зәлифә КӘРИМОВА.
Иглин ҡасабаһы.