Бөтә яңылыҡтар
Ғибрәт
2 Сентябрь 2024, 12:00

Кеше шулай ҡәҙерһеҙме хәҙер?..

Ҡала үҙәге булғас, кешеләр ҙә мыжғып тора. Һәр береһе үҙенең юлы менән ҡайҙалыр ашыға. Шул ваҡыт магазин ҡаршыһында ерҙә ятҡан ир кешегә иғтибар иттем.

Кеше шулай ҡәҙерһеҙме хәҙер?..
Кеше шулай ҡәҙерһеҙме хәҙер?..

Кешеләрҙең үҙҙәренә  бикләнеп йәшәүҙәре, бер-береһенә битарафлығы йәмғиәтебеҙҙә ят күренеш түгел.Тормош бөтәйгән һайын, күңелдәре ҡата, бәғерһеҙләнәме икән әллә, тигән уйҙар ҙа килеп ҡуя. Яңыраҡ яҡын ғына танышымдың студент ҡыҙы үҙе менән булған бер ваҡиғаны һөйләне.

-Иртәнсәк ҡабаланып эшкә китеп барам. Ҡаты һыуыҡтар үтһә лә, ҡышҡы көн барыбер үҙенекен итә. Ҡала үҙәге булғас, кешеләр ҙә мыжғып тора. Һәр береһе үҙенең юлы менән ҡайҙалыр ашыға. Шул ваҡыт магазин ҡаршыһында ерҙә ятҡан ир кешегә иғтибар иттем. Бер кем дә эргәһендә туҡталмай, һәр береһе үҙенең юлы менән китеп тик бара. Тәүҙә мин дә үтеп киттем. Ләкин күңелгә шул ваҡыт: “Был ағай һыуыҡта ятып туңасаҡ бит хәҙер! Бәлки, уға ярҙам кәрәктер?” - тигән уй кире боролорға мәжбүр итте. Кейеменә ҡарағанда асарбаҡҡа ла оҡшамаған, үҙе ыңғырашып ҡына ала.

“Һеҙгә ярҙам кәрәкме?” тигәнгә яуап бирә алмай. Оҙаҡ уйлап тормай “Ашығыс ярҙам “ хеҙмәтен саҡырттым, ул оҙаҡ көттөрмәне һәм ирҙе алып та киттеләр. Шул кешегә ярҙам итә алған өсөн үҙемдең күңелем күтәрелде. Эшкә матур кәйефтә барып керҙем, - тип һөйләне ул.

Ә бит һәр ҡайһыбыҙ ҙа шул ирҙең хәлендә ҡалыуы ихтимал. Эскән кеше генә урамда йығылып ята тип әйтеп булмай, кемдеңдер йөрәгенә лә насар булыуы бар. Шул саҡта үҙебеҙҙең  эргәнән дә башҡалар иғтибарһыҙ ғына уҙыуын уйлаһаң, ҡурҡыныс булып китә....

 
Автор:
Читайте нас: